Кисә социаль селтәрҙәрҙә хәбәр таралды: Африкалағы Маврикий утрауында Учалы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолова юғалған. Силәбе университетында уҡытҡан 29 йәшлек ҡатын менән бәйләнеш 17 августан бирле булмаған.
Ул июнь башында үҙенең әхирәте менән утрауға киткән булған. Кире сентябрь айында ҡайтырға тейештәр ине.
Зәлиәнең апаһы Гөлназ һөйләүенсә, утрауҙа ял иткән саҡта ул бер ир-егет менән танышып киткән. Зәлиә юғалғандан һуң, был ир үҙен бик сәйер тота башлаған. Уның ҡайҙа икәнлеген әйтмәй йөрөгән.
Бөгөн генә ҡот осҡос хәбәр килде: Зәлиәне урындағы полиция үле килеш тапҡан. Уны бысаҡ менән сәнсеп, күмеп киткәндәр.
"Зәлиә Шәмиғолованы үлтереү шарттары әлегә билдәле түгел. Полиция тикшереү алып бара һәм барыһын да асыҡларға тырыша", – тиелә ул яҡтан килгән рәсми хәбәрҙә.
Яҡташыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.