“Ошондай уҡ йәмһеҙ күренеш Яҡтыкүл эргәһендә урынлашҡан "Металлург -Магнитогорск " тау саңғыһы үҙәгендә Ҡарауыл тауы башында күҙәтелә. "Яҡтыкүл " шифаханаһынан был мөһабәт тау башына фуникулерҙарҙа менгәндә бейек ҡаялар ситендә үҫкән ағастарҙы йәмһеҙләп , ялбырҙашып торған сепрәк -сапраҡ, салфеткалар, ҡулъяулыҡтар , хатта нәски -фәләнде күреп йән әсей торғайны. Аҙна һайын экскурсияға барғанда үҙебеҙ менән бәке, лезвие , бәләкәй ҡайсы алып барып, ҡарағастарҙың ботаҡтарын таҙарта һәм "теләк теләргә " ынтылыусыларға : “Ағастарҙы һәләк итәһегеҙ ,улар ҡорой һәм ҡырҡып ташланыла . Теләктәрегеҙҙе ҡая таштарға ултырып теләгеҙ “, - тип аңлата торғайныҡ ( тәбиғәтте аңлаған ял итеүселәр менән ). Был "диңгеҙҙә бер тамсы " кеүек булһа ла , ярҙамы теймәй ҡалмағандыр. Йә булмаһа, ҡырҡылған ағас төпһәләре кемдәрҙелер уйландырғандыр....Арҡайымда ла шул уҡ хәл... Улайтып теләк теләү йолаһы башҡорттарҙа булмаған ,тиҙәр бит. Замана туристары бик теләк теләп , әйбер бәйләйем тиһә , әйҙә, ҡайһы бер ерҙәрҙә урынлаштырған (ағасҡа оҡшатып эшләнгән ) тимер бағанаға бәйләһен ! Был - ағастарҙы ҡотҡарыуҙың бер юлы”, - тип яҙа Зәйтүнә Нәсибуллина.
Фото интернет селтәренән алынды.