Искәндәр Әхмәтвәлиев республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Айгиз Ғиззәт улы быйылғы лауреаттарҙы тәбрикләп, Шәйехзада Бабич менән Һәҙиә Дәүләтшина республика һәм әҙәбиәт өсөн ҙур эштәр башҡарыуын әйтеп үтте. Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы дәүләт премияларының иң яҡшыларҙы асыҡларға мөмкинлек биреүен билдәләне.
Быйыл Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы "Бәхетстан" китабы өсөн яҙыусы Нияз Сәлимовҡа тапшырылды. Ә йәштәр премияһы йырсы Дамир Тайыповҡа, яҙыусылар Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшинаға, бейеүсе Хәбир Аралбаевҡа тапшырылды.
Мәртәбәле премия алыусыларҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да илһамланып ижад итеүҙәрен, уңыштар теләйбеҙ!