Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
4 Февраль 2020, 17:32

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә аш ҡайнатыр

Хәҙер оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙың һәр кемдең зауығына, теләгенә тап килерҙәй итеп башҡарған эштәре, шөкөр, етерлек. Улар ҡышҡы селләләрҙә, көҙгө-яҙғы әсе елдәрҙә йылытып ҡына ҡалмай, ә ҡабатланмаҫ, нескә образ тыуҙырыуға ла булышлыҡ итә. Борондан ҡалған шөғөлдәрҙе дауам итеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы төрлө стилдәге баш кейемдәре, сумкалар, шарф-снудтар, бейәләйҙәре менән һөйөндөрөүсе Зөлфиә ӘБДРӘХИМОВАНЫҢ ҡул эштәре әллә ниндәй көйһөҙ ханымдарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек.Дауамы:

Аҙым һайын сауҙа нөктәләре булһа ла, йыш ҡына беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙебеҙгә бар яҡтан оҡшаған, килешле нәмә таба алмайынса йонсойбоҙ. Йә төҫө күңелгә ятмай, йә үлсәме беҙҙеке түгел, йә ниндәйҙер биҙәгенә, фасонына бәйләнеп бер булабыҙ. Өс-дүрт ҡатлы сауҙа үҙәктәрен зыр әйләнеп сығып, хәлдән тайғас: “Миңә яраҡлы кейемдәр бөтөнләй сығарылмаймы икән әллә?!” – тип уфтанып ҡуябыҙ.
Хәҙер оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙың һәр кемдең зауығына, теләгенә тап килерҙәй итеп башҡарған эштәре, шөкөр, етерлек. Улар ҡышҡы селләләрҙә, көҙгө-яҙғы әсе елдәрҙә йылытып ҡына ҡалмай, ә ҡабатланмаҫ, нескә образ тыуҙырыуға ла булышлыҡ итә. Борондан ҡалған шөғөлдәрҙе дауам итеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы төрлө стилдәге баш кейемдәре, сумкалар, шарф-снудтар, бейәләйҙәре менән һөйөндөрөүсе Зөлфиә ӘБДРӘХИМОВАНЫҢ ҡул эштәре әллә ниндәй көйһөҙ ханымдарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек.
Уның кеүектәрҙе “өкө” тиҙәр
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти беҙҙең халыҡ. Зөлфиәнең әсәһе – ун өс балалы ғаиләлә тыуған Зөлхизә Иҫәнғәли ҡыҙы ла бала сағынан ҡул эшенә оҫта була. Әсәй булғас та бәйләүҙән туҡтамай. Улдарына 11, 13 йәш тулғас ҡына был донъяға ауаз һалған ҡыҙы Зөлфиәнең дә ошо шөғөлгә барымы булыуы бала сағынан уҡ күренә. Тәүҙә ул ҡурсаҡтарын кейендерһә, үҫә килә ябай ғына, иң осһоҙло ептән ырғаҡ менән ҙурыраҡ нәмәләр бәйләй башлай. Тырыш, йыйнаҡ ҡыҙҙы хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Гөлнара Йәнғәли ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла дәртләндереп кенә тора. Алдынғы ҡарашлы, милләт хәстәре менән янған мөғәллимәләрҙең береһе булараҡ, ул уҡыусыларының күңеленә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас барлыҡ яҡшы сифаттарҙы ла һеңдерерлек итеп аңлата, төшөндөрә ала.
Ике меңенсе йылдар башы әле генә үткән кеүек тойолһа ла, халыҡтың донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуы икенсерәк ине. Мәҫәлән, беҙ үҫмер саҡта интернет, гаджеттар булманы. Шуға ла буш ваҡытыбыҙҙа күңелебеҙгә ятҡан, киләсәктә һөнәребеҙ итеп һайларлыҡ эштәр менән булыштыҡ. Ул ваҡытта берәүҙәр үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты китаптарҙан эҙләһә, икенселәр ҡул эштәре менән булды. Зөлфиәне лә был матур осор урап үтмәй. Етмәһә, кискә табан үҙендә яңы көс-дәрт тойған (кистәрен илһам килеп, төн йоҡолары осҡан кешене “өкө”лә тиҙәр) ҡыҙ әсәһен, тегене-быны бәйләп ҡарайыҡ, тип йыш йөҙәтә. Сибай типографияһында баш бухгалтер булып эшләгән әсәһе ни тиклем арып ҡайтһа ла, кинйәкәйенең тәҡдименән баш тартмай. Шулай тәүге сумкалар уҡыусы саҡта уҡ бәйләнә. Еренә еткерелеп, күңел һалып эшләнгән был әйберҙәр әле лә һаҡлана. Бары тик мәктәпте тамамлап (Зөлфиә уҡырға төшкәнсе Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан ғаиләләре Сибай ҡалаһына күсә. Унда “Ирәндек” лицейында белем ала), БДУ-ға уҡырға килгәс кенә был яратҡан эш әҙ генә ваҡытҡа туҡталып тора.
Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип эшләргә яратмай
Уңған ҡатындың бала бер ҡулын бәйләһә, ялҡауҙың ике ҡул-аяғын да бәйләй, тиҙәр. Бының, ысынлап та, шулай икәнлегенә йәш әсәләр менән йышыраҡ аралашҡан һайын нығыраҡ төшөнәһең. Бәғзеләр бала ҡарайым тип, кискә тиклем йылы сәй ҙә эсә алмайынса ятһа, өлгөрҙәре бәпәйен дә үҫтерә, донъяһын да сынъяһау итеп тота, нимә менәндер булышып, иптәшенең эш хаҡына иш янына ҡуш итеп, ғаилә бюджетын да тулыландыра. Өсөнсө курста уҡығанда Зөлфиә Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы егете Рәил Раян улы менән донъя ҡора. Оҙаҡламай ғаиләгә нур өҫтәп, ҡыҙҙары Ринэлия тыуғас, йәш әсәй декрет ялында сабыйына ырғаҡ менән күлдәктәр, башлыҡтар бәйләй башлай. Үрмәксе ауы кеүек нәҙек кенә ептән селтәр өҫтөнә биҙәктәр һалынып эшләнгән был кейемдәрҙе күргән һәр кем хайран ҡала.
Һуңғараҡ эҙләнеүсән, яңылыҡҡа тартылыусан Зөлфиә энә менән дә бәйләргә өйрәнеп ала. Башлыҡ, бейәләй, салма, шарф, снудтар бәйләү менән бергә бала сағынан килгән хыялын тормошҡа ашырыр мәл еткәнен дә яҡшы төшөнә. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың зауығына тап килерҙәй итеп интернет аша һатып алынған махсус еп менән төрлө стилдә сумкалар бәйләүгә ныҡлап тотона. Өс тиҫтәнән ашыуы, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе гүзәл заттарҙы һөйөндөрөп, үҙ эйәһен тапҡан да инде. “Берәүһен бәйләр өсөн дүрт көндән артыҡ ваҡыт кәрәк. Ә тотҡаһын беркеткәндә ирҙәр ҡулы талап ителә. Сөнки уларҙы ҡыпһыуыр менән ипләп кенә нығытып ҡуйыу зарур. Шуға ла Себерҙә вахта ысулы менән эшкә йөрөгән иремә лә, ул юҡта тыуған йортом Сибайға ҡайтҡан саҡта атайыма ла эш етерлек була. Ғөмүмән, һәр нәмәне еренә еткереп, тәфсирләп башҡарырға яратам. Әлбиттә, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип кенә эшләһәм, тиҙерәк тә бәйләнер, күберәк итеп һата ла алыр инем. Әммә холҡом менән ундай кеше түгелмен. Эшем үҙемә оҡшамай башлаһа, һүтәм дә ҡуям. Һуңынан епте үтекләп тигеҙләгәндән һуң ғына кире тотонам”, – ти ул сумка бәйләү серҙәре менән бүлешеп.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ғинуар һанында уҡығыҙ:
Читайте нас: