Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
10 Февраль 2020, 23:55

Ил инәһе тип атарлыҡ гүзәл заттарыбыҙ бар әле...

Һуңғы ваҡытта милли биҙәктәр менән һырланған, йә башҡорт халҡының борондан килгән милли кейемдәрен, биҙәүестәрен замансалаштырып эшләп көндәлек тормошта кейеү, ҡулланыу модаға инеп китте. Был, беренсенән, милли рух, милли нағыш менән һуғарылған әйберҙәр айырым халыҡтың йөҙөн күрһәтеп ҡабатланмаҫ образ тыуҙырыуға булышлыҡ итһә, икенсенән, боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеүгә лә ҙур роль уйнай. Булмышыбыҙҙы ҡабаттан үҙ асылына ҡайтарыуға тәүгеләрҙән булып тотоноп, тиҫтә йылдан артыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректәрен эшләгән Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл Багаева–Кәримова хаҡында булыр һүҙем.Дауамы:

Һуңғы ваҡытта милли биҙәктәр менән һырланған, йә башҡорт халҡының борондан килгән милли кейемдәрен, биҙәүестәрен замансалаштырып эшләп көндәлек тормошта кейеү, ҡулланыу модаға инеп китте. Был, беренсенән, милли рух, милли нағыш менән һуғарылған әйберҙәр айырым халыҡтың йөҙөн күрһәтеп ҡабатланмаҫ образ тыуҙырыуға булышлыҡ итһә, икенсенән, боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеүгә лә ҙур роль уйнай. Булмышыбыҙҙы ҡабаттан үҙ асылына ҡайтарыуға тәүгеләрҙән булып тотоноп, тиҫтә йылдан артыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректәрен эшләгән Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл Багаева –Кәримова хаҡында булыр һүҙем.
“Әсәйем ҡурсаҡ уйнай...”
Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, Федоровка районының Батыр ауылы ҡыҙы Гүзәл (ҡыҙ фамилияһы Багаева. – Авт.) уҡырға барғансы уҡ ырғаҡ менән бәйләп ҡурсаҡтарын үҙе кейендерә. “Ул ваҡытта интернет-фәлән юҡ, бөтөн яңы идеялар үҙебеҙҙән дә, айына бер нисә тапҡыр килгән ваҡытлы матбуғаттан. Беҙ “Крестьянка” журналын алдыра торғайныҡ һәм һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алып, иң аҙаҡҡы битендәге яңы схемаларға ҡарап бәйләй торғайным”, – тип хәтерләй бала, үҫмер саҡтарҙағы мауығыуҙарын Гүзәл ханым. Әсәнән күргән – тун бескән, атанан күргән – уҡ юнған, ти халыҡ мәҡәле. Ҡул эштәренә оҫталыҡ уларҙың затында быуындан-быуынға күсә килгән мираҫ булараҡ та тапшырыла килә торғандыр. Белорет районында йәшәгән өләсәһе Йомабикә Бәхтийәр ҡыҙы ла заманында ауылдаштарына күлдәктәрен дә теккән, ейәнсәренә үҙ ҡулдары менән тегеп ҡалдырған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар милли кейеме хәҙер, ана, бүләсәре Зәлифәгә лә таман. Шулай уҡ Гүзәлдең әсәһе Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы ла тегеү, бәйләүгә һәләтле оҫта булараҡ республикала билдәле кеше.
“Студент ваҡытта ла яратҡан шөғөлөмдән айырылманым. Ул саҡта осһоҙ ғына пряжалар алып кофта, жилеттар бәйләй ҙә кейә инем. Иптәш ҡыҙҙар: “Бындай кейемдәрҙе ҡайҙан алаһың ул, һатыуҙа күргәнебеҙ юҡ”, – тип аптырай ине.
Шулай ҙа ҡул эштәренә бирелеп эшләй башлауым беренсе улым Сыңғыҙ донъяға килгәс булғандыр. Йоҡоһоҙ төндәрҙән һуң үҙемдә тыныслыҡ таба алмай башлағас (быны хәҙер послеродовая депрессия тип тә атайҙар), бер нисә айлыҡ улымды алып әсәйемдәр янына ҡайтып торҙом. Шунда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡөръән аштарына кейергә баш кейемдәре, яулыҡтарҙы ҡайып
сигә, ырғаҡ менән ҡырҙарын бәйләй башланым. Әсәйем ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡ театрын ойоштора ине, уларға костюмдар тегәм. Яйлап-яйлап ҡына теге депрессия тигән нәмә шулай артҡа сигенде бит, әй. Нимә генә тимәһендәр, яратҡан эш-шөғөл күңел тыныслығы килтерә, баштағы төрлө ауыр уйҙарҙы тарата бит ул. Ә бәпәй көткәндә тегенеһен-быныһын эшләргә ярамай, тигәндәренә ышанманым, декрет ялында береһе менән дә ҡул ҡаушырып, эшһеҙлектән арып ултырырға тура килмәне. Шөкөр, барыһы ла иҫән-һау тыуҙылар, терәк-таянысыбыҙ, йәшәүебеҙҙең йәме булып үҫеп киләләр. Ғөмүмән, һәр балам яҡты донъяға килгәндән һуң миндә ниндәйҙер яңы һулыш асыла барҙы. Мәҫәлән, Зәлифә ҡыҙым тыуғас, ҡурсаҡтар эшләй башланым. Был уртансы Баязит улым беренсе класҡа барған осор ине. Бер ваҡыт уҡытыусылары ата-әсәләренең кем булып эшләүҙәре тураһында һораша башлағас, улым: “Әсәйем ҡурсаҡ уйнай”, – тигән. Һуңынан аптырап минән һорайҙар. “Ысынлап та, ҡурсаҡ менән уйнайым шул, уларҙы тегәм, кейендерәм”, – тигәс, эштең айышына төшөнөп рәхәтләнеп көлдөләр”.
Францияла Гүзәл аша башҡорт ҡатын-ҡыҙының йөҙөн күргәндәр
Тынғыһыҙ йән һәр саҡ яңынан-яңы идеялар менән янып йәшәргә һәләтле. Гүзәл дә шулай. 2000 йылдар башында, түшелдеректәр эшләү менән булаша башлай. Әле генә уны төрлө стилдә эшләүселәр күбәйеп, бизнесҡа әйләндереүселәр бар. Ул осорҙа, моғайын, республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ булғандарҙыр.
Әсәһе Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы менән боронғо, замансалаштырылған стилдә эшләгән түшелдеректәре хәҙер башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тышҡы ҡиәфәтен биҙәү менән бергә, Франция кеүек сит ил музейҙарында ла һаҡлана.
Үткән йыл ноябрь айында Францияла үткән “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” тип аталған фестивалгә Гүзәлдең барып эләгеүе ҡыҙыҡ та, үҙенә бер тарих итеп һөйләрлек тә. Башта Рәсәй кимәлендә Татарстанға һайлап алыу турына саҡырғас, еңермен, тип уйламай ҙа. Әммә Рәсәйҙең 85 өлкә-республикаларынан иң-иңдәр араһында беренсе булып һайланғас, бармай сара юҡ. Ә боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән ҡайһы бер түшелдеректәрҙе таможнянан нисек үткәрергә лә, юл сығымдарына ҡайҙан ярҙам һорарға? Төрлө ойошмаларға хаттар яҙып, тупһалар тапап та өмөттәр аҡланмай. Боронғо тәңкәләрҙе хәҙерге аҡсаға әйләндереп, осон-осҡа ялғап юлға сыға бөтмөр ҡатын. Ярай ҙа, Өфөләге бер шәхси эшҡыуар сығымдарының өстән бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итә, ата-әсәһенә, тормош иптәшенә таяна, ә ҡайтырға юллыҡ өсөн Францияла дүрт түшелдереген 100 евроға һатып китә.
“Һәр йәй диңгеҙ буйына ял итергә барыр өсөн ғаиләбеҙ менән йыл буйы аҡса йыябыҙ. Башҡа форсат булмағас, ошо аҡсаға сығып китергә тура килде
инде. Ҡайһы саҡта: “Түшелдеректәрҙе хәҙер халыҡ күп ала, ғаилә бюджетын тулыландырырға шәп бизнестыр инде”, – тиҙәр. “Эйе, шуға ла Франция һынлы Францияға барып ҡайттым бит”, – тип көләм”.
Францияның Страсбург ҡалаһында төрлө илдәрҙән, төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ ҡулдары менән үҙ халҡының милли йөҙөн билдәләгән эштәрен күрһәткән фестиваль-күргәҙмәлә Гүзәл Кәримованың түшелдеректәренә ҡыҙыҡһыныу менән бергә үҙенә лә иғтибар ҙур була. Оҙон буйлы, ғорур, сабыр ҡарашлы, сибәр йөҙлө, ихлас һылыуҙан: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының барыһы ла һинең һымаҡ матур, аҡыллылармы?” – тип йыш һорағандар.
Башҡортостандың данын лайыҡлы итеп күрһәтеп, донъя ҡатын-ҡыҙҙары араһында ижади һәм рухи мөхит булдырыу маҡсатында ойошторолған сарала Франция, Хорватия, Саха-Яҡут илдәренән, Мәскәү, Екатеринбург, Новосибирск, Омск ҡалаларынан, Ҡурған, Төмән, Һамар өлкәләренән алтын ҡуллы ханымдар менән танышып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайта. Һуңынан уның саҡырыуы буйынса ВДНХ-ла үткән күргәҙмәлә Саха-Яҡутиянан ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен эшләгән Лена тигән ханым килеп, үҙ эштәрен беҙҙең халыҡҡа ла тәҡдим иткән. “Яҡут биҙәүестәре беҙҙекенә ныҡ оҡшаш, шуға ла күпләп һатып алдылар. Яҡутияла һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ тиерлек милли стилдәге биҙәүестәр эшләү менән шөғөлләнә. Ә беҙҙә әлегә бер нисә ювелирҙың ғына эштәре һатыуҙа күренгеләп ҡала. Был өлкәлә беҙгә үҫергә лә үҫергә әле”, – ти ул.
Бөгөн Гүзәл “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы интернет-порталында” мөхәррир булып эшләй һәм буш ваҡытында Өфө ҡалаһының З. Исмәғилев урамында урынлашҡан “Илһам” изостудияһында традицион һәм заманса түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. “Өфө уртаһында урынлашҡан бинала оҫталыҡ дәрестәренә аренда өсөн бюджет өлкәһендә эшләгән кешенең хәленән килмәй, миңә бушлай тиерлек хаҡҡа дәрестәр ойошторорға ярҙам иткән Ишембай ҡыҙы Мусина Раушания Мәхмүт ҡыҙына рәхмәтемде белдерәм.
Бындай оҫталыҡ дәрестәре аша 200-гә яҡын ҡатын-ҡыҙға түшелдеректәр эшләү серҙәрен өйрәттем һәм барыһы ла тиерлек был эш менән ихлас шөғөлләнә. Араларында һирәкләп урыҫ, татар һәм башҡа милләт гүзәл заттары булһа ла, күпселеге башҡорттар йөрөй. Улар башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарағанда ҡул эштәренә маһир, тырыш, сәмсел булыуҙары менән айырылып тора. Эштең бер айышына төшөнөп алһалар, урындарынан да ҡуҙғатып булмай ҡайһы саҡта. Шул хәтлем күңел биреп, бирелеп эшләгәндәре бик күп. Сәй эсеп, гәпләшеп, үҙ-ара дуҫлашып таралышабыҙ. Әлбиттә, араларында төрлө энергиялы кешеләр ҙә була. Һығылған лимон хәлендә хәлдән тайып ҡайтҡан саҡтарымда мунса инеп, шунда тоҙ менән ышҡынып, тышҡы яҡтан ғына түгел, эске яҡтан да таҙарынам”, – ти.
Әлеге ваҡытта башҡорт ҡыҙҙарының никах кейемендә тегелгән ҡурсаҡтарҙы эшләү проекты менән янып йөрөй Гүзәл. Кейем өлгөләре генә түгел, йөҙ-ҡиәфәттәре менән дә ете ырыуҙан алынған кәләштәр сифатында һынландырыласаҡ, ти, улар. Күптән түгел Гүзәл Хорватияға күргәҙмәгә барыу өсөн саҡырыу алған, уға ла әҙерлек эштәре бара.
Бында һәр нәмәлә башҡортлоҡтоң үҙе сағыла...
Әгәр ҙә берәй сит ил вәкиле беҙгә килеп, башҡорт халҡының көнкүреше менән танышҡым килә, тиһә, башҡорт сувенирҙары һатҡан “ҡара халыҡтың” магазиндарына түгел, ә Өфөнөң Киров районында урынлашҡан Азат һәм Гүзәл Кәримовтарҙың үҙ ҡулдары, көстәре менән һалып сыҡҡан ике ҡатлы йортона алып барып экскурсия үткәрергә кәрәк. Бында һәр нәмәне заманса зауыҡ менән оҫта ҡуллы хужа менән хужабикә эшләгән. Дивандағы япмалар ҙа, ырғаҡ менән бәйләнгән ҡорған ситтәре лә, сәскәләр гөлләмәһен һүрәтләгән картиналар ҙа, башҡа йорт йыһаздарының күпселек өлөшөн күңел йылыһын һалып эшләгән әйберҙәрҙә башҡортлоҡтоң үҙе сағыла. Хатта мин барыуға уңған хужабикә арыш ононан бешереп өлгөргән балан бәлешендә лә.
Ә икенсе ҡаттың бер мөйөшөн биләп торған һикене, уға ябылған аҫалы балаҫтарҙы, Гүзәлдең үҙе, әсәһе, өләсәһе тарафынан тегелгән башҡорт халҡының кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен күргәс, бөтөнләй телдән яҙҙым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был хәтлем монаятты әлегә тиклем музейҙарҙа ғына күргәнем бар ине.
Балаларын да Кәримовтар милли рухта тәрбиәләй. Сыңғыҙ менән Баязит улдары ҡурай дәрестәренә йөрөп, башҡорт халҡының был милли музыка ҡоралында оҫта уйнаһалар, Зәлифә өс йәшенән классик балет менән шөғөлләнә, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнай. Шулай уҡ кинйә ҡыҙҙарының ҡул эшенә лә оҫталығы күптән асылған, замана балаларына хас маркетинг буйынса ла һәләте бар, эштәрен һата ла, кешегә тәҡдим итә лә белә икән.
Һуңғы ваҡытта, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ялҡау, “Бәйләнештә” йә башҡа сайттарҙа ултырып, ватсаптан юҡ-бар нәмә яҙышып көндәре үтә, киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булырҙай, боронғо шөғөлдәрҙе өйрәтерҙәй әсәйҙәр, өләсәйҙәр юҡ кимәлендә, тигәндәрен йыш ҡына ишетергә тура килә. Уларға яуап итеп, башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән, өс балаға өлгөлө әсәй, иренә һөйөклө ҡатын булған, ҡул эштәренең оҫтаһы Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Багаеваны өлгө итеп күрһәтеп: “Милләт хәстәрлеге менән янған, кәрәк саҡта алтын таяу булып, ил инәһе булырҙай гүзәл заттарыбыҙ, һирәк булһа ла, бар әле. Бары тик уларҙың башланғысын, эштәрен күрә, баһалай белергә генә кәрәк”, – тиер инем.
Читайте нас: