Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
18 Октябрь 2020, 19:15

Уңышлы булам тиһәң, күңел һалып эшләргә кәрәк...

Беҙҙең заманда арабыҙҙа мыжыҡтар күп...

Ҡул эштәре һалынған төркөмдәрҙе ҡабат-ҡабат асып ҡарап, оҫталарҙың ижад емештәре менән һоҡланып ултырырға яратам. Бигерәк тә, күңел йылыһы менән башҡарылғандары үҙенә тартып, ылыҡтырып тороусан. Күптән түгел “дуҫ”тарым араһынан берәү үҙенең сәхифәһенә семәрле ламбрекендар төшөрөлгән төркөмдөң фотоларын “күсергән” ине. Зауыҡ менән башҡарылған эшкә тел шартлатып та өлгөрмәнем, яҙыуы ла иғтибарҙы йәлеп итте. “Семәрғош” исеме аҫтында бар мәғлүмәт саф башҡорт телендә ине. Шунда уҡ миндә һунарсы ҡомары уянып, уларҙың хужаһы менән яҡындан тиҙерәк танышыу теләге лә барлыҡҡа килде. Зәлиә КИЛДЕҒОШОВА, семәрле ламбрекендары, ҡорғандары, ашъяулыҡ, салфеткалары кеүек, үҙе лә матур, һоҡланғыс кеше булып сыҡты.
Уйындан – кәсепкә
Бала уйнап, уйын аша асыла тигәндәре, ысынлап та, раҫтыр. Әбйәлил районының Атауҙы мәктәбе уҡытыусылары дәрестән һуң ойошторған уйындарҙа ла уҡыусылар үҙҙәрен етеҙлектә, зирәклектә генә һынамайҙар, ә киләсәктә шөғөл-һөнәр һайлауҙарына ла нигеҙ һалына. Бер мәл Зәлиәләр башланғыс кластарҙа уҡығанда “погон”лы уйынын үткәрәләр. Бер-береһенең, өйҙәрендә үк погон рәүешендә тышҡы кейемдәренә ҡушып тегелгән, ҡағыҙ, туҡыма киҫәктәрен йыртып алырға тейештәр. Геройымдың өләсәһе Нәзирә Ғөбәйт ҡыҙы ентекләп теккән “погон”ды берәү ҙә ала алмай. Әлбиттә, үҙенең йылғырлығы, сослоғо ла ярҙам иткәндер ине. Нисек булһа ла, шул ваҡытта тегеү серҙәре тураһында ныҡлап белергә теләге уяна унда.
Балаҫ һуғырға, тегергә, бәйләргә оҫта алтын ҡуллы өләсәй ейәнсәренең был һөнәргә ныҡлап ылығырға тырышыуына ҡыуана ғына. Юҡлыҡ осоронда ике ҡыҙын да үҙе теккән кейемдәр менән ҡурсаҡтай итеп кейендергән әсәһе Айһылыу Ғәбдерәүеф ҡыҙы ла был эштән ситтә ҡалмай. Алдына ҡуйғанын эшләмәй туҡтамаған ҡыҙсыҡҡа үҙҙәренән артып ҡалған туҡыма киҫәктәренән ҡорама юрғандар эшләргә өйрәтәләр. Мулина менән, улары ҡул аҫтында булмағанда өләсәһенең күлдәктәренең йылтырҙарын һүтеп алып таҫмалар сигергә лә оҫтарып ала.
Ҡул эштәре менән булышып ҡына ултырмай ул. Мәктәптә уҡыған йылдарында иң күп китап уҡыусылар рәтендә лә була. Наил Ғәйетбайҙың “Алтын ҡумта” повесы менән танышҡанҡандан һуң, шул әҫәр шауҡымында геометрия дәресендә фантастик хикәйә лә яҙа. Үҙен илһамландырыусы билдәле драматург, яҙыусы менән яҡындан танышып әҙәбиәттәге тәүге ижад емешен күрһәтергә, фекерен ишетергә әле лә хыяллана. Интернет селтәрендәге сәхифәләрендә үҙен һәр ваҡиғаға ҡарашы булған, тәрән фекерләй белгән шәхес итеп танытҡан да инде. Унда йәш әсәйҙәргә кәңәштәрҙе лә, тәбиғәтебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе һаҡлауға, яҡлауға саҡырған күңел һыҙланыуҙарын да осратырға мөмкин. Ҡайһы ваҡытта кеше күңелен аңлай белгән психолог та итеп күрһәтеп ҡуя үҙен.
Һәләтле кеше һәр яҡлап та булдыҡлы, өлгөр, тиҙәр. Зәлиәнең бала сағынан күңеленә ятып, булмышын биләгән өсөнсө шөғөлө – бейеү. Халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡара ул уҡыусы ваҡытында. Атауҙыла “Йәшлек” ансамблендә бейей. Сәхнәгә өләсәһенең күңел йылыһын һалып теккән башҡорт халыҡ кейемдәрендә сыға. Уларҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Был өлкәгә ҡағылышлы маҡсат-хыялдары тағы ла юғарыраҡ була һәләтле ҡыҙҙың. Киләсәктә үҙен даны сит тарафтарға ла таралған Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең солисткаһы итеп күрә. Тик әсәһенең: “Сәнғәт кешеһенең шәхси тормошона ваҡыты ҡалмай тиерлек. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы иһә ғаиләлә яҡшы хужабикә, балаларына өлгөлө әсәй булыу”, – тигән кәңәшенә ҡолаҡ һала. Туғыҙынсынан һуң Өфө китапхана киң элемтә колледжына уҡырға инә. Һуңынан ЧГАКИ-ны тамамлай.
Алған һөнәренә тоғро ҡалып, матбуғат йортонда китапханасы һәм архивариус булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Китапхана ябылғас, Башҡортостан Республикаһы Милли архивҡа урынлаша. Тап шунда Азат исемле егет менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләй йәштәр.
Бер һарыҡ хаҡы
Бала – атай-әсәй тормошон үҙгәртеп кенә ҡалмай, ә уға яңы һулыш та өрә. Зәлиә лә ҡыҙына йөклө саҡта тәбиғәткә тартыла. Бер мәл тормош иптәше менән Каруанһарай паркында һауа һуларға сыҡҡанда Африка кәрлә терпеләрен һатыуҙа күреп ҡала. Беҙҙекеләренән тышҡы ҡиәфәте менән күпкә айырылып торған был йәнлек тәрбиә талап итә. Һөт эсмәй, махсус аҙыҡтар менән генә туҡлана.
Оҙаҡламай Ырымбурға юлдары төшкәндә ишен алып ҡайталар. Бер ай тирәһе ваҡыт үтер-үтмәҫтән балалары ла донъяға килә. Ҡала фатирында уларҙы күпләп аҫырап булмаясағын аңлап, интернеттан мәғлүмәт эҙләй башлай. Алыусылар булмаҫмы икән, тип тә борсола. Беҙҙең климатҡа бөтөнләй яраҡлашмаған йән эйәләрен урамға сығарып ебәреп булмай ҙа инде?! Берәүһе биш мең самаһы торғанын белгәс, аптырап китә. “Аҡса эшләргә теләүҙән түгел, ә мәжбүри рәүештә тарата башланым, – ти ул. – Бер мәл Әбйәлилдә үткәрелгән һабантуйға алып ҡайттым. Ауыл халҡы һәр нәмәне мал менән сағыштырып өйрәнгән бит инде. Бында ла өлкән йәштәгеләр: “Кит, бер һарыҡ хаҡы ла инде”, – тип көлөп кенә ҡаранылар. Ә йәш балалылар иһә теләп алдылар. Хатта етмәй ҡалды. Сабыйҙарҙың танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереүҙә, ғөмүмән, һәр дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ ярҙам итә бит. Быны йәш ата-әсә яҡшы аңлай, шуға ла йорт хайуандарына һорау бөгөнгө көндә ҙур.
Тик миңә улар менән оҙаҡ булышырға тура килмәне. Бер мәл терпекәйҙәрҙе алған ҡатындың әҙ генә үҙендә тотҡандан һуң, оҡшатмайынса һатып ебәргәнен белгәс, ныҡ йәлләнем. Икенсе хужалар ҡулына күсһәләр ҙә, һәр ваҡыт улар өсөн үҙемде яуаплы һанайым. Хәҙер иһә Африка терпеләре менән һеңлем шөғөлләнә. Мин уға белгәндәремде өйрәтәм, кәңәштәремде генә бирәм”.
Йәлләмәйсә нисек тотонаһыңдыр...
Декрет яланы сыҡҡас, Зәлиә әсәһе яғынан бирелгән шөғөлгә ныҡлап тотонорға ҡарар итә.
Һуңғы йылдарҙа көнкүрештә лә милли һыҙатҡа иғтибар биреү көсәйҙе. Ҡашмау, түшелдеректәрҙе генә лә һәр икенсе гүзәл зат эшләй тиһәң дә хата булмаҫ. Геройым уйланып йөрөй торғас, ниһайәт, бер ҡарарға килә. Башҡорт орнаменттары менән селтәрле ламбрекендар, ҡорғандар, бер иштән ашъяулыҡ, салфеткалар тегергә тотона. Рекламаны туған телендә генә тиерлек биреүенең сәбәбе: күп ваҡыт милли биҙәктәр менән булышҡас, заказды үҙебеҙҙең халыҡ бирә. Оҙонлоғон, киңлеген һәм төҫөн һайлап, ниндәй биҙәк менән кәрәклеген генә әйтергә кәрәк. Ҡалғанын барыһын да, енәһенән ебенә тиклем кәрәк-ярағын Зәлиә үҙе йүнләй. Тауарҙы Мәскәүҙән күмәртәләп ала.
“Реклама маҡсатында башта өҫтәл интерьерын таныштарға бүләккә бирҙем, – ти кәсебенең башланғыс осорон иҫләп. – Ҡунаҡ саҡырһаҡ та үҙ ҡулдарым менән эшләнгән бер иш салфеткалар өҫтәлгә ҡуйылды. “Ҡайҙан таптың да, ҡайҙан алдың?” – тип төпсөндөләр. Үҙемдең ижад емешем икәнен әйткәс: “Шул хәтлем матурлыҡты нисек йәлләмәйенсә ашағанда тотонорға мөмкин?” – тип аптырайҙар ине. Хәҙер күптәр аш-һыу бүлмәһенә уларҙы селтәрле ламбрекен менән бер иштән эшләтеп ала...”.
Ҡыҙы Азалия ла ултыра башлау менән был кәсепкә “тотона”. Уның йәшендәгеләр уйынсаҡтарға әүрәһә, ул иһә әсәһе нимә эшләй, шуны ҡабатлай. “Һыҙа”, “ҡырҡа”, “тегә”... Күңеленә ятҡан шөғөлө булғас, мыжырға ла ваҡыты ҡалмай.
Итекһеҙ итексе тиһәләр ҙә...
Ҡатының эшкә йөрөһә, тағы ла бер хужабикәгә өйләнергә кәрәк, тигән, әсе шаяртыу бар. Ысынлап та, ир-атты кисен диван менән телевизор көтһә, ҡатын-ҡыҙҙың икенсе эш сменаһы башлана ғына. Бешеренеү, йыуыу, таҙартыу, баланы иртәгәлеккә баҡсаға, мәктәпкә әҙерләү... Һанай китһәң, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел улар. Әгәр ҙә, гүзәл зат өҫтәлмә килем менән дә булышһа, ул сағында йоҡо, ялды күрмәй ҙә тиерлек.
Бала ҡарау өсөн бирелгән өс йылы үткәнсе халыҡ араһында үҙен ярайһы ғына күрһәтеп өлгөрөп, үҙ клиенттарын тапҡан оҫта декрет ялынан сыҡҡас та яратҡан шөғөлөнән туҡтамай. Ҡаҙна йорттарын биҙәү өсөн дә мөрәжәғәт итәләр. Әлбиттә, өйҙөң түрендә торасаҡ әйберҙәрҙе башҡарыр өсөн барыһын да алдан уйлап, ҡабаланмай ғына ентекләп эшләргә кәрәк. Зәлиәлә иһә үҙ-үҙенә талапсанлыҡ, башлағанын яртылыҡ юлда туҡталып ҡалмайынса аҙағына тиклем алып барыу кеүек күркәм һыҙаттар етәрлек. Бер нисә тегенсе ҡыҙ менән дә килешеп ҡуйған. Үҙе бик өлгөрмәй киткән саҡтарында улар ярҙамға килә. Шунлыҡтан һөнәри эшенә лә, яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт еткерә уңған хужабикә.
Беҙҙең халыҡта, итекһеҙ – итексе тигән әйтем бар. Үҙе эшләп тә, шул йәһәттән етешә алмағандарға төбәлеп әйтелгән ул. Зәлиәгә иһә был һүҙҙәр бөтөнләй тура килмәй. Энә тота белгән, зауыҡлы йәш әсәй үҙенсәлекле итеп кейенә. Тағы ла, ыҡсым ғына итеп башына бәйләнгән салмаларына ла ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та ҡарағаным бар ине фотоларынан. Һәр кейеменә яраштырып үҙе тегә икән. “Сәсем тубығыма төшөп тора. Ҡырҡтырырға йәлләйем. Хәйер, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ҡыҫҡа сәс менән йөрөү килешмәй ҙә. Ә оҙон сәскә, һәр иртә балалар баҡсаһына, һуңынан эшкә йүгергәндә, прическалар эшләргә ваҡыт еткереп булмай. Был баш кейеме уңайлы. Ел-ямғырҙан, яман күҙҙәрҙән дә һаҡлай”, – ти ул йылмайып. Салма бәйләргә өйрәнергә теләүсе гүзәл заттар өсөн онлайн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреп тора.
Йәшел күҙле, мөләйем йөҙлө, айыҡ аҡыллы, заман менән бергә атлаған оҫта тегенсе Зәлиә Килдеғошова тураһында тағы ла күп яҙырға мөмкин. Уҡылмаған китеп кеүек ул. Уны күберәк белгән һайын холҡона, йәшәйешенә ҡағылышлы яңынан-яңы күркәм һыҙаттарын аса бараһың, аса бараһың. Уҡыусымды геройымдың күңел донъяһы менән дә яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн, сәхифәһендәге үҙгәртмәй, төҙәтмәйенсә генә нисек бар шулай ҡалдырылған түбәндәге яҙмаһы менән мәҡәләмде тамамлағым килә: “Блогерҙар, моделдәр, спортсылар, ғалимдар, хатта уңышлы бизнесмендар ҙа кешене бай, бәхетле, уңышлы булырға 100% ярҙам итә алмайҙар. "Уның һымаҡ буласаҡмын!" – тип күпме хитланып көс һалһаң да, ваҡытыңды ғына әрәм итеүең бар.
Был тормошта бөтөнләй икенселәй бәхетле лә, уңышлы ла була алаһың, әгәр ҙә эске тауышҡа асыҡтан-асыҡ ҡолаҡ һалып өйрәнһәң.
Ни өсөн эске тауышты тыңларға? Сөнки эске тауыш –тормош навигаторы. Ҡайҙа юл тоторға? Ниндәй ҡарар ҡабул итергә? Ҡайһы юлдан барырға? Был тормошта ниҙәр менән шөғөлләнергә? Барыһын да күрһәтә. Ә маҡсатҡа өлгәшеү өсөн төрлө китаптарҙан, онлайн курстарҙан файҙалы кәңәштәргә ҡолаҡ һалып юлын да, яуабын да табырһың...
Нимәгә яҙам һуң быны? Беҙҙең заманда арабыҙҙа мыжыҡтар күп. Уңышлы булам тиһәң, күңел һалып эшләргә кәрәк...”.
Читайте нас: