Тәүҙә һуғанды таҙартып, ваҡлап турап, табаға һалып көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунан фарш өҫтәйбеҙ. Иттең һуты сыҡҡансы, ҡыҙарғансы тоҙ, борос, тәмләткес өҫтәп быҡтырабыҙ. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Сынаяҡҡа йомортҡаны һытып туҡыйбыҙ, уға ҡуйы һөттө ҡушып болғатабыҙ.
Артабан ләүәшкә әҙер ит фаршын йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә әҙерәк сыр һибәбеҙ. Рулет формаһында урайбыҙ. Ҡалған ләүәштәрҙе лә шулай уҡ фаршлап урайбыҙ ҙа табаға спираль рәүешендә бөкләп һалабыҙ. Ҡырылған сыр һибәбеҙ һәм алдан әҙерләнгән шыйыҡсаны өҫтөнә ҡоябыҙ.
Алдан йылытылған мейескә 180 градусҡа 40 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!