Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
23 Декабрь 2021, 15:00

“Йәйғор”ҙоң мең балҡышы

Күптәр Зилә Лираны моңло йырсы итеп белә. Әбйәлилдәр, ғөмүмән, “Йәйғор” фольклор ансамбленың сығыштарын ҡараусылар уны икенсе төрлө һәләттә лә аса. Ул оҫта етәксе, ойоштороусы булыуы менән бергә, боронғо халыҡ кәсептәренең береһен тергеҙеүсе лә.

Башҡорт халҡы борондан һарыҡты күпләп аҫыраған. Был әрһеҙ мал урманлы, таулы-ташлы урандарҙа ла, ялан яҡтарына ла тиҙ генә яраҡлашып китә ала. Етмәһә, йылына ике тапҡыр бәрәсләп үрсем арттыра, йөнөн дә ике тапҡыр алырға мөмкин. Оҫта ҡуллы гүзәл заттар унан борондан файҙалана белгәндәр. Был изге йолаларҙы бөгөнгө заманда ла дауам итеүселәр бар. “Йәйғор” фольклор ансамбле был йәһәттән өлгө булып һанала.

Бәхетһеҙ осраҡ булмаһа...

Күптәр Зилә Лираны моңло йырсы итеп белә. Әбйәлилдәр, ғөмүмән, “Йәйғор” фольклор ансамбленың сығыштарын ҡараусылар уны икенсе төрлө һәләттә лә аса. Ул оҫта етәксе, ойоштороусы булыуы менән бергә, боронғо халыҡ кәсептәренең береһен тергеҙеүсе лә.

Кейеҙ баҫып ҡарау теләге уға бала сағынан тынғылыҡ бирмәй. Өләсәһе, яҡын туғандары араһынан бик күп гүзәл заттар араһында ла оҫта кейеҙселәр булғандар. Совет осоронда магазин кәштәләрендә йәнең теләгән нәмәне алырға мөмкин була башлағас, был шөғөл онотолоп ҡала. Тик Зилә Мазһар ҡыҙында ваҡыт үткән һайын ошо боронғо ҡул эштәренең береһен ҡабаттан тергеҙеү хыялы артҡандан арта бара. Бөрйәнгә ялға ҡайтҡан арала, кейеҙ баҫып ҡарау теләге ни тиклем көслө булһа ла, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенән арынып һөнәргә бергәләшеп тотонорға ваҡыт таба алмай, бик оҙаҡ кисектереп килергә тура килә уға был хыялын. “Эше мәшәҡәтле, ваҡыт күп сарыф ителә. Бәләкәй генә нәмә эшләр өсөн дә әллә күпме һарыҡ йөнөн тотонорға, тетергә кәрәк бит”, – ти ул.

Әммә Зилә Лира ярты юлда туҡталып ҡала торған кешеләрҙән түгел. 2004 йылда аварияға осрай. Оҙаҡ ҡына ваҡыт өйҙә ятырға тура килә уға. Ул ваҡытта йырсының әсәһе лә ҡыҙында йәшәй. Ауылдан пакетлап һарыҡ йөнө килтерә лә тетеп, иләп, сиратып, матур, иң мөһиме йылы, уңайлы, экологик яҡтан таҙа ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләп яҡындарын ҡыуандыра. Бер мәл әсәһе менән улы ауылға ҡайтып киткән саҡтары була. Тышҡа сығып йөрөй алмаһа ла, өйҙәге ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән булышып ваҡытын файҙалы итеп уҙғарырға тырыша ул. Шулай, нимә менәндер мәжғүл булғанда, күҙенә бер пакет йөн ултырғаны сағылып ҡала. Оҙаҡ уйлап тормай күптәнге хыялына тотонорға була. Өләсәй-әбейҙәренең кейеҙ баҫҡан саҡтарын күҙ алдына килтереп, әсәһенең һөйләгәндәрен хәтеренә төшөрә-төшөрә эшкә тотона.

– Ике көн буйы был эш менән булаштым, – тип тәүге тапҡыр кейеҙ баҫҡан мәлен хәтеренә төшөрә ныҡышмал йырсы. – Тәүҙә көнө буйы йөн теттем. Икенсе көнөнә аш-һыу бүлмәһендә бассейн эшләргә йыйынғандай итеп целлофан, клеенкалар йәйҙем. Күп итеп һыу ҡайнаттым. Шулай итеп, ниһайәт, моратыма ирештем. Матур ғына ултырғыс япмаһы килеп сыҡты. Һуңынан эштең айышына төшөнгәс, баҫҡан әйбереңә ҡарап ҡына шыптыр нәмәләр йәйергә, күпме һыу кәрәклеген дә төшөндөм. Ә тәүге тапҡыр бөтөнләй иҙәндә эшләргә кәрәкмәне. Өҫтәлдә генә баҫтым. Бер пакет йөн күпкә төтмәне, ике түшәк баҫыуға бөтөп тә ҡуйҙы.

Тәүге баҫҡан түшәктәрҙән һуңынан өйҙә кейә торған тәпешкәләр тегәләр. Тик артабан да был эшкә тотонорға нисек кенә күңеле тартһа ла, форсаты сыҡмай тора Зилә Лираның. Йә йөнө, йә ваҡыты булмай тигәндәй. Шулай, ун ике йыл ваҡыт үтеп китә.

Күмәк эш – ҡайғыларҙы ла тарата

2016 йылда Зилә Лираны яҙмыш Әбйәлил районы Рәхмәт ауылына алып килә. Бер туған ҡустыһы Вәлит Мөхәмәтғәлинға яман шеш диагнозы ҡуялар. Мәкерле сир тиҙ арала өрлөктәй ирҙе аяҡтан йыға. Туған йәнле Зилә Мазһар ҡыҙы ҡустыһының һуңғы көнөнә тиклем янында була, ҡулынан килгән тиклемен ярҙам итергә тырыша.

Ошо мәлдә рәхмәттәрҙең күпләп һарыҡ аҫырауҙарын, күп осраҡта йөндәрен ташлауҙарын, яндырыуҙарын белеп ҡала. Рәхмәттә кейеҙ баҫыусылар барлығы хаҡында белешеп сыға. Ауылда был мәшәҡәтле эш менән шөғөлләнеүсе кеше булмай сыға. Шуға Зилә Лира эште үҙе башларға ҡарар итә. Ҡулы ипкен, бала сағынан уҡ тегергә, сигергә, бәйләргә яратҡан йырсы был юлы ла оҙаҡ уйлап тормай. Тәүәккәлләгән – таш ярған, тиҙәр бит. Тамғалап тороп картина баҫа. Тиҙҙән Магнитогорск ҡалаһына барып төрлө төҫлө әҙер йөндәр һатып ала. Нимәһе тағы ла нығыраҡ ылыҡтыра: кейеҙҙән әллә күпме кейем, бижутерия баҫып булғанын белә ул.

2016 йылдың октябрь айында Вәлит Марат улының хәле ауырлашҡас, уны хосписҡа һалалар. 2014 йылда оҫта, һәләтле етәксенең халыҡ ижады өлгөләрен тергеҙеү маҡсатында төҙөгән “Йәйғор” фольклор ансамбле лә етәксеһеҙ етемһерәп ҡала. Ошо ваҡытта Зилә Лира туғаны урынына эшкә керә. Республика көнө яҡынлаша, бер туғаны үлем хәлендә ятҡанда ул клубта концерт әҙерләрлек көс тапмай. Ошо ваҡытта: “Ә ниңә кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрмәҫкә? Гел концерт ҡуйырға тимәгән бит” – тигән уй-идея килә Зилә Мазһар ҡыҙына.

Күмәк эш, кеше менән аралашыу, ысынлап та, әҙ генә ваҡытҡа булһа ла ауыр уйҙарҙан арынып торорға ярҙам итә. Оҫталыҡ дәресенә килгән гүзәл заттар беренсе көндә үк тәүге картиналарын тотоп ҡыуанышып ҡайтып китәләр. Икенсе юлы тәпешкә баҫырға өйрәнәләр.

Октябрь аҙағында ҡустыһы был яҡты донъяларҙы ҡалдырып китә. Ҡустыһының вафатынан һуң, тағы ике йыл дауамында Зилә Лираға уның юлын дауам итергә, уның тормошҡа ашмай ҡалған хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн күп көс һалырға тура килә. Ҡасандыр “Йәйғор”ҙоң беренсе етәксеһе һалған “Ҡымыҙсылар” бейеүен “Байыҡ” телевизион конкурсына алып бара. Өсөнсө урынға лайыҡ булалар. Икенсе турға Зилә Лира үҙе һалған “Сыңрау торна” бейеүенә ярашлы итеп үҙҙәре кейеҙҙән баҫҡан елән менән сәхнәгә сыға “Йәйғор”ҙар. Был кейем өлгөләре һоҡланғыс бейеү өлгөһөн тағы ла күркәмерәк, йөкмәтлерәк итеүгә өлгәшә.

“Йәйғор” үҙ төҫөн юймай...

Әлеге ваҡытта “Йәйғор” фольклор ансамблен: Гүзәл Үтәбаева, Гүзәл Әхмәҙиева, Зиләрә Мәсәлимова, Зилиә Мәсәлимова, Рәйсә Абдуллина, Нәғимә Ямалова кеүек береһенән-береһе бар яҡлап та уңған, һәләтле апайҙар тулыландыра.

Гүзәл Үтәбаева – бәләкәйҙән ҡул эштәренә өйрәнә. Өсөнсө класта уҡығанда ойоҡбаш бәйләй, алтынсыла иһә ҡорама менән булыша башлай. Һуңғараҡ кәзә мамығынан бирсәткә, башҡа кейем-һалымдар бәйләргә тотона. Уларҙы үҫтергәндә ата-әсәһе лә: һөнәрле кеше – ҡораллы тигән тормош фәлсәфәһенә ҙур иғтибар бүлә. Гүзәл Үтәбаеваның хатта ике ағаһы, ике ҡустыһы ла бала саҡтарынан уҡ тегергә өйрәнә. Бөтмөр хужабикә күптән башҡорт халыҡ милли эсемлеге буҙа ла ҡоя.

– Бер мәл ауылда халыҡ эшһеҙлектән интегә башлағас, хәмергә ныҡлап ылыҡты. Тап шул ваҡытта ошо һөнәргә өйрәндем. Күптәргә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо эсемлеге менән таныштырып, файҙаһы тураһында аңлаттым. Оҡшаттылар. Байрамдарға килеп алалар ине, – ти Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы.

Ансамбль барлыҡҡа килгәс, Гүзәл Үтәбаева Өфөлә йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт “Йәйғор”ҙар менән тығыҙ бәйләнештә була. Ара алыҫ тип тормай, туған ауылына йыш ҡайта, репетицияларҙы ҡалдырмай, һәр сығыштарында сығыш яһай. Бынан тыш, ансамбль ағзалары менән бергә, эшләгән кейеҙ әйберҙәре менән республикала үткәрелгән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә.

Хеҙмәт ветераны Гүзәл Әхмәҙиева ла әйбергә ҡытлыҡ заманда ҡул эшенә оҫтарып ала. Ул ваҡытта әсәһенең тауарҙарын алып шул осор модаһына ярашлы итеп күлдәк, сарафандар теккән, йөн иләп үҙенә кәрәкле кейем-һалым да бәйләгән кеше. Гүзәл Әхмәт ҡыҙы “Йәйғор”ҙоң бер сағыу биҙәге булыуы менән бергә, “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы ағзаһы ла. “Иман бөрөһө”, “Рухи ҡиммәт” тип аталған ике китап авторы.

Нәғимә апай Ямалова ла ансамблдең бер биҙәге. Һәр яңылыҡты тәүгеләрҙән булып ҡабул итеүсе лә ул. Аш-һыуға бик оҫта апайҙарҙың береһе. Рәхмәт ауылының абыстайы кейеҙ баҫырға ла теләп өйрәнгән.

Ауыл ерендә ойошторолған бындай ансамблдәрҙең әһәмиәте икеләтә, хатта өсләтә ҙур тиһәң дә һис тә шаштырыу булмаҫ. Быҫҡып ятҡан, кеше үҙе лә белмәгән һәләттәрҙе асырға ярҙам итә ул. Рәйсә Абдуллина менән дә шулай килеп сыға.

– Йүнләп тыпырлата ла белмәй инем. Вәлит Марат улы: “Һинең ҡулыңдан килә. Һәләтең бар”, – тип, миңә ышаныс белдереп, ул ваҡытта яңы ғына төҙөлгән ансамбленә саҡырҙы. Уның артынан ҡабатлай-ҡабатлай бейергә өйрәндем. Кейеҙ баҫырға ла бала саҡтан хыялландым. Зилә Лира тәҡдим иткәс, үҙе бер мөғжизә кеүек булды. Һарыҡ йөнө тотоп киләһең дә, матур, йомшаҡ, бер кемдә лә булмаған нәмәләрҙе тотоп шатланып ҡайтып китәһең, – ти Рәйсә Хәләф ҡыҙы.

Ансамблгә тотош ғаиләһе менән йөрөүселәр ҙә бар. Зиләрә менән Рәжәп Мөсәлимовтар биш бала үҫтергәндәр. Тырыш ғаилә Рәхмәттә күптән үҙ магазинын асып ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Уңған ғаилә балаларына ла дөрөҫ тәрбиә биргән. Бишеһе лә был тормошта үҙ юлын тапҡан. Дүрт ҡыҙы ла ҡул эштәренә оҫталар - уларҙың барыһы ла кейеҙ баҫыу буйынса үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәренә оло теләк менән йөрөп был һөнәрҙе үҙләштерәләр. Зиләрә Хәҙис ҡыҙы менән бергә ҡыҙы Зилиә иһә ансамблдең алыштырғыһыҙ ағзалары. Зилә Лира Зилиәне бик яратып телгә ала, уның йырға булған маһирлығын, шулай уҡ кейеҙҙе оҫта баҫыуын, тегенеү эшендә лә һынатмауы тураһында һөйләне:

– Һәр яңы йылда Зилиә үҙенә, ҡыҙына, туғандарына маскарад костюмдары тегә һәм беренселекте бирмәй. Төрлө спектакль-скетчтарҙа, йола байрамдарында оҫта итеп сәхнәлә уйнай", – ти ул.  – Ә инде Рәжәп ағай Мәсәлимов иһә “Йәйғор”ҙар өсөн оло таяныс та, терәк тә. Йүнсел, ярҙамсыл ир уҙаманы ансамбль ағзаларын сығыштарға үҙ машинаһыда йөрөтә, кәңәштәре менән дә ярҙам итеп ебәрә. Рәжәп Зәбир улына сикһеҙ рәхмәтлемен.

Ғөмүмән, “Йәйғор”ҙар ниндәй шарттарҙа ла үҙ төҫөн, булмышын юғалтмай. Берҙәм, бер төптән булыуҙары ла уларҙы төрлө матур башланғыстарға этәреп кенә торалыр. Әбйәлил районында ғына түгел, республика күләмендә уҙғарылған бик күп сараларҙа ҡатнаша улар. Быйыл апрель айында режиссер Булат Йосопов төшөргән “Шағир көндәлеге” фильмында ҡатнашып, уларға үҙҙәрен актер булараҡ та һынап ҡарау бәхете тейгән. Донъя кимәлендә уҙғарылған фольклориаданың да матур бер биҙәге булғандар. Нуриман районында ҡоролған тирмәне башҡорт милли кейемдәре, ҡорама юрғандар, боронғо кейеҙҙәр менән биҙәп биш илдән килгән ҡунаҡтарға матур күргәҙмә ойошторалар.

Боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеүҙең әһәмиәте, ысынлап та, ҙур. Ә йәш быуынға тапшырыу иһә изге, сауаплы ғәмәлдәрҙән дә һанала. Бөгөнгө көндә “Йәйғор” фольклор ансамбле сафын йәштәр ҙә тулыландыра. Луиза Мәсәлимова, Таңсулпан Мөхәмәтдинова, Карина Шәмсетдиновалар әсәләре, апалары менән бергә килеп кейеҙ баҫыу серҙәренә ҙур теләк менән өйрәнәләр. Һәр береһе уҡыусылар араһында кейеҙ баҫыу буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып үҙ көстәрен һанап ҡарағандар, урындар ҙа алғандар.

– Ҡыҙҙарҙың был эшкә ылығыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Беренсенән, түҙемлеккә, матурлыҡты йәштән танырға өйрәтә. Икенсенән, замана балаларына өлкәндәр менән йәнле аралашыу ҙа етмәй. Күмәкләшеп йырлай-йырлай эшләйбеҙ ҙә, арып китһәк бейейбеҙ. Көлөшә-көлөшә сәй эсеп алабыҙ, киләсәккә уй-пландарыбыҙ менән бүлешәбеҙ. Уҡыусы ҡыҙҙар ҙа был ваҡытта беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә була. Ғөмүмән, йәш быуынға ла ошо изге аманатты тапшырып ҡалдырыуҙы мөҡәддәс бурысыбыҙ итеп һанайбыҙ, – тиҙәр “Йәйғор”ҙар.

Тәбиғәттә ҡойма ямғырҙан һуң килеп сыҡҡан йәйғорҙоң беҙгә ете генә төҫө күренә. “Йәйғор” фольклор ансамбле тураһында иһә мең балҡышлы, төрлө яҡлап, төрлө һәләттә асылған һоҡландырғыс коллектив тип әйтергә мөмкин. Уларҙың изге эштәрендә уңыштар теләйек. Киләсәктә “Йәйғор”ҙар тарафынан баҫылған “Башҡорт кейеҙе” тигән бренд менән сыҡҡан ҡул эштәрен донъя кимәлендәге баҙарҙа ла күрергә яҙһын.

“Йәйғор”ҙоң мең балҡышы
“Йәйғор”ҙоң мең балҡышы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: