Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
18 Март 2022, 19:35

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән

Әлеге көнгә 100-ҙән артыҡ ҡурай етештергән ул. “Аллаға шөкөр, милли музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр күп, ҡурайҙарымды өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә ихлас ала”, – ти бөтмөр егет.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән

        "Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән", ти халыҡ мәҡәле. Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең X  класс уҡыусыһы Юлдаш Байбулдиндың, бер ҡараһың, ҡурайға тотоноуына  ғәжәпләнәһе түгел. Егеттең атаһы Илһам Ханнан улы думбыра, ҡурай кеүек  уйын ҡоралдарына йән өргән оҫта, йыраусы булараҡ дан алған.  Юлдаш та  былтыр атаһынан ҡурай эшләргә өйрәнә башлай. Әлеге көнгә 100-ҙән артыҡ ҡурай етештергән ул. “Аллаға шөкөр, милли музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр күп, ҡурайҙарымды өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә ихлас ала”, – ти бөтмөр егет.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: