Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
7 Ғинуар 2023, 10:22

Эшҡыуарлыҡҡа нисек тотонорға?

Былтыр Ҡарасовтар ғаиләһе баш ҡалабыҙ Өфөгә күсеп килеп, Нижегородка биҫтәһендәге бинаны арендаға алғандар һәм “Lili Kids” мебель оҫтаханаһын асып ебәргәндәр.

Эшҡыуарлыҡҡа нисек тотонорға?
Эшҡыуарлыҡҡа нисек тотонорға?

Арабыҙҙа йүнсел, хәс­тәр­лекле, маҡсатлы йәш­тәр бик күп. Бары тик уларға дөрөҫ йүнә­леш бирергә, тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам итергә, үҫеш мөмкин­лек­тәрен аңлатырға кәрәк.

“Минең бизнесым” проекты был йәһәттән халыҡҡа терәк булырға һәр саҡ әҙер.

Ҡасандыр тәүге сабыйына үҙ ҡулдары менән карауат эшләгән Азат Ҡарасов киләсәктә оҫта булып танылырмын тип уйланымы икән? Юҡтыр. Бөгөн Ҡарасовтар – “Lili Kids” мебель оҫтаханаһын асып, уңышлы эшләүсе ғаиләләрҙең береһе. “Барыһы ла “Минең бизнесым” үҙәге менән танышыуҙан башлан­ды”, – ти улар.
Ғаилә башлығы бала саҡтан уҡ тырыш, сәмле һәм эшһөйәр булып үҫә. Йылайыр районы Юлдыбай ауылында Айгөл һәм Рафиҡ Ҡарасовтар ғаиләһендә бер-бер артлы өс малай тыуа. Ҡыуанып-шатланып, бәхеткә төрөнөп кенә йәшәргә лә бит, тик ғаилә башлығы йәшләй вафат була. Был ҡайғы малайҙарҙы бик иртә ир ҡорона индерә: йорт мәшәҡәттәрен атҡарыу, яңғыҙ ҡалған әсәләренә ярҙам итеү, донъя хәстәрләү улар иңенә төшә. Шуға ла Азат эштән ҡурҡмай, ҡулы һөнәр белеп үҫә. Уҡыу һәм яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт табып өлгөрә ул, мәҙәниәт йортонда бейеү ансамблендә лә шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә уҡырға инә. Һөйгәне Лилиә менән дә танышыуына бейеү сәбәпсе булған.
Юлдыбай ауылының 800 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә егет тыуған ауылына практика үтергә ҡайта. Республика кимәлендә ойошторолған байрамда райондың башҡа мәҙәниәт ойошмалары ла ҡатнаша. Араларында Йылайырҙан килгән бейеү ансамбле ағзаһы Лилиә лә була. Байрам мәлендә танышҡан йәштәр, биш йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡора. Был арала егет әрме хеҙмәтен үтергә, тыуған ауылында эш башларға өлгөрә. Лилиә иһә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын тамамлай. Ғаилә ҡорғас, йорт алырға аҡса эшләү маҡсаты менән Азат Себер тарафтарына юллана.
Һигеҙ йыл элек район ерендә йорт йыһаздары табыу еңелдән булмай. Ҡарасовтарҙың тәүге улдары Алмаз тыуғас, атай кеше ялға ҡайтҡан ваҡытында карауатты үҙе эшләп ҡарарға уйлай. Ағас эшен белгән кешегә был нимә – тиҙҙән ыҡсым ғына бәләкәй йыһаз әҙер була. Иренең оҫталығына шатланған хужабикә социаль селтәрҙә: “Беҙҙең атай үҙ ҡулдары менән ошондай карауат эшләне!” – тип һөйөнөсө менән бүлешә. Дуҫ-туғандар шатлыҡ уртаҡлаша, комплименттар яуҙыра һәм... тәүге клиент та пәйҙә була. Тағы ла бер балалар карауаты эшләүҙе һорап, күршеләре Азатҡа мөрәжәғәт итә. Был юлы ғаилә башлығы эшенә икеләтә яуаплылыҡ менән ҡарай, ни тиһәң дә, ышанысты аҡларға кәрәк бит. Тәүҙә интернет селтәренән әҙер карауаттың фотоларын, һыҙмаларын ҡарап сыға, аҙаҡ үҙе эшләй алырлыҡ модель уйлап сығара. Был юлы кәрәк-яраҡтар, уйынсыҡтар һалыр өсөн ҡумта ла, кейем-һалым өсөн тартмалар ҙа өҫтәп ебәрә. Оҫта тигән даны районға тарала. Корпуслы мебелдәр (шкафтар, кухня гарнитурҙары, китап кәштәләре һәм башҡалар) эшләргә лә өйрәнеп ала ул. Заказдар Йылайырҙан ғына түгел, Баймаҡ, Сибай тарафтарынан да килә башлай.
– Тәүге осорҙа шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә батырсылыҡ итмәй йөрөнөм. Мәшәҡәтле эш кеүек күренде: документтар тупларға, закондарҙы өйрәнергә кәрәк. Шул мәлдә Лилиә “Минең бизнесым” үҙәге менән танышып, эшҡыуарлыҡ темаһын ныҡлап өйрәнә башланы. Беҙ ике ҡуян артынан сабыуҙы туҡтатып, эшҡыуарлыҡ менән генә шөғөлләнергә ҡарар иттек. Икенсенән, корпуслы мебелдәрҙән баш тартып, бары тик балалар өсөн тәғәйенләнгән йыһаздар етештерергә булдыҡ. Беренсе заказдарҙан килгән килем башлыса эш өсөн тотонолдо: эш ҡоралдары күп кәрәк, уларҙан тыш материалдар ҙа байтаҡ китә. Әйткәндәй, мин һәр ваҡыт үҙебеҙҙә етештерелгән материалдарҙы ҡулландым. Шуға ла беҙҙең оҫтахана санкцияларҙан зыян күрмәйенсә, ғәҙәти эш режимын дауам итә.
“Икеа” кеүек брендлы сит ил магазиндары ябылғас, үҙебеҙҙәге тауарҙарға һорау артты. Был йәһәттән урындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге үҫер тип уйлайым. Беҙгә заказдар көндән-көн арта, киләсәктә цех эшен ҙурайтырға, яңы эш урындары булдырырға кәрәк буласаҡ, – ти Азат Ҡарасов.
Былтыр Ҡарасовтар ғаиләһе баш ҡалабыҙ Өфөгә күсеп килеп, Нижегородка биҫтәһендәге бинаны арендаға алғандар һәм “Lili Kids” мебель оҫтаханаһын асып ебәргәндәр. Ғаилә башлығы заказдарҙы үтәү өсөн ярҙамсы ла алған. Лилиә, башлыса, иҫәп-хисап, реклама һәм заказдар ҡабул итеү эштәрен башҡара. Алмаз һәм Арсен исемле улдары үҫеп килә. Сер итеп кенә әйткәндә, ғаиләлә тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға көтөлә: бына-бына өсөнсө сабыйҙары тыуырға тейеш.
Тиҙҙән Ҡарасовтар “Минең бизнесым” үҙәге мәғариф программаһы буйынса ойошторолған “Мама – предприниматель” конкурсында 1-се урын яулап, 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән. Был аҡсаны улар оҫтахананы үҫтереүгә һәм эш ҡоралдары алыуға тотонған. Шулай уҡ эшҡыуарҙар араһында үткән “Бизнес-уңыш” премияһының төбәк этабында был ғаилә “Һатыу мөхите” номинацияһында еңеү яулаған. Хәҙер инде заказдар сит төбәктәрҙән дә килә: “Lili Kids” оҫтаханаһы мебелдәрен Мәскәү, Түбәнге Тагил, Тольятти ҡалаларында, Ханты-Мансы автономлы округында ла тотоналар.
– Бөгөн йыһазға ҡытлыҡ юҡ, хәҙер инде махсус магазиндар һәр район үҙәгендә бар. Был йәһәттән беҙгә конкурентлыҡҡа һәләтле булыуға индивидуаль заказдар буйынса эшләү ярҙам итә. Һәр кем балаһының буйына, ауырлығына ҡарап йәки яратҡан төҫө буйынса заказ бирә. Даими клиенттарыбыҙ ҙа барлыҡҡа килде. Магазиндағы кеүек беҙ ҙә бер йыл гарантия ваҡыты бирәбеҙ, ә инде төҙәтеү эштәре башҡарырға кәрәк булһа, Азат ярҙамсыһы менән көнөндә үк клиенттың өйөнә барасаҡ. Аллаға шөкөр, һигеҙ йыл мебель эшләү дәүерендә уға бер генә тапҡыр дәғүә булды – фотола күрһәтелгән төҫтән йыһаздыҡы айырылып тора ине. Сифатына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр юҡ, сөнки һәр эште беҙ яратып, яҡын күреп башҡарабыҙ. Балаларға һөйөү башҡорт халҡының ҡанында бар. Беҙ ҙә тормош ҡорғанда ҙур, матур ғаилә тураһында хыялландыҡ. Кәм тигәндә өс балабыҙ буласаҡ, ти торғайныҡ. Тәүге шатлығыбыҙ булған Алмаз улыбыҙға карауат эшләп, Азат үҙенең киләсәгенә нигеҙ һалған булып сыға. Ә бит ҡулына эш ҡоралын алған һайын ул оло һөйөү, наҙ менән улыбыҙҙы уйланы, уға бәхет, һаулыҡ юраны. Бөгөн дә балалар өсөн етештергән һәр йыһазды беҙ оло һөйөү һәм изге теләктәр менән башҡарабыҙ. Клиенттарҙың рәхмәт һүҙе беҙгә уңыш килтерәлер, – ти Лилиә Ҡарасова үҙҙәренең эше тураһында. Уңышҡа ынтылған йәштәргә кәңәш-теләктәрен дә еткерҙе: – Бөгөн үҙ эшен асырға теләүселәргә ҡыйыу булыуҙарын теләйем. Ҡурҡыу хисен еңә алмайынса, беҙ, моғайын, бер нисә йылыбыҙҙы юғалтҡанбыҙҙыр тип уйлайым. Иртәрәк башлаған һайын уңыш еңелерәк бирелә. Ә инде эште нимәнән башларға белмәһәгеҙ, ярҙам кәрәкһә, “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һәр яҡтан ярҙам алырға була. Шәхсән үҙем бизнес проекты төҙөү, интернет аша һатыуҙы ойоштороу, реклама буйынса уҡырға йөрөнөм, төрлө форумдарҙа даими ҡатнашып торабыҙ. Иң мөһиме, унда йөрөгән башҡа эшҡыуарҙар менән танышып, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек бар. Мәҫәлән, беҙ үҙебеҙ эшләгән мебелде сит өлкәләргә ебәреү өсөн транспорт компанияһы менән “Минең бизнесым” үҙәге үткәргән форумда танышҡайныҡ. Үҙ эшеңде башлау өсөн һәр ваҡыт ярҙам кәрәк. Ә инде үҙәк бындай ярҙамды күрһәтергә әҙер икән, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Ысынлап та, бизнес өсөн майҙан киң. Быға тиклем йәмәғәтселек алып һатыу менән шөғөлләнеүҙе бизнес тип һанап, хата фекер менән йәшәне. Ә етештереп һатҡан осраҡта, килем күпкә яҡшы килеүен уйлап та бирмәнеләр. Ҡулланыу тауарҙары көн дә кәрәк. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, йыһаз, ҡул эштәре, уйынсыҡ, мәктәп, эш кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар. Ҡыйыулығыңды йый ҙа, тәжрибә туплар өсөн, “Минең бизнесым” үҙәгенә бар!
Европа һәм Америка илдәре иғлан иткән санкциялар мәлен президент Владимир Путин Рәсәй сәнәғәтен һәм бизнесын үҫтереү мөмкинлеге тип атаны. Был мөмкинлекте ҡулланыу өсөн милли проекттар тормошҡа ашырыла. Һуңғы өс йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең 84 төбәгендә 400-ҙән ашыу “Минең бизнесым” үҙәге асылды. Уларҙың маҡсаты – кешеләргә тиҙ арала үҙ эшен асырға һәм үҫтерергә ярҙам күрһәтеү.
“Минең бизнесым” үҙәге түбәндәге хеҙмәттәрҙе күрһәтә:
– Бизнес алып барыу мәсьәләләре (маркетинг, кадрҙар, хоҡуҡ һәм башҡалар) һәм финанс ярҙамы төрҙәре буйынса мәғлүмәт-консультация хеҙмәте.
– Белем биреү саралары (семинарҙар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү программалары).
– Күргәҙмә-йәрминкә, һатыу итеү саралары һәм төбәк-ара бизнес-миссиялар.
– Конференция, форум, түңәрәк өҫтәл кеүек эшлекле саралар.
– Һөйләшеү бүлмәһен һәм нетворкинг-зонаны ҡуртымға алыу.
– Бизнес өсөн профилле хеҙмәттәр:
  продукцияны сертификациялау;
  тауар билдәһен теркәүҙә булышлыҡ итеү;
  хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреү;
  тауарҙы электрон майҙансыҡтарға урын­лаш­тырыуҙа булышлыҡ итеү;
  продукцияны популярлаштырыуҙа, реклама­лауҙа ярҙам күрһәтеү.
Шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәте (юридик шәхесте теркәү, шәхси эшҡыуар йәки крәҫтиән (фермер) хужалығы статусы алыу, һалым һалыу системаһын һайлау буйынса консультация, страховка иғәнәләре һәм уларҙы түләү буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәт, Берҙәм дәүләт һалым түләүселәр реестрынан справкалар һәм башҡа мәғлүмәттәр алыу); Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәт (күсемһеҙ милекте дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уға хоҡуҡты теркәү, берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәр алыу); Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ (федераль мөлкәт реестрынан күсермәләр биреү, күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәт һайлау) менән туранан-тура эшләү мөмкинлеге бар.
“Минең бизнесым” үҙәктәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан булдырылды. Улар эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса гранттар, льготалы кредиттар кеүек дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бирә, ауыр хәлдә ҡалыусылар өсөн кредит каникулдары шарттарын аңлата.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: