Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
2 Февраль 2023, 15:58

Нур һибеүсе Әлфинә

Бөрйән районы хозур тәбиғәте менән бергә уңған, матур халҡы менән дә билдәле. Килдеғол ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Әлфинәне лә улар рәтенә һис икеләнмәйенсә индерергә була. Өс малай – өс ҡалҡан араһында ҡояшҡа үрелеп иркәләнеп кенә үҫкән сәскә кеүек ул.

Нур һибеүсе Әлфинә
Нур һибеүсе Әлфинә

Әлфинә исеме боронғо ғәрәп телендә “мең нур һибеүсе” йәки ҡыҫҡартылған варианты “ныҡ матур” тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Төрлө яҡлап үҙен һынап ҡараған йәш замандашыбыҙ Әлфинә ӘЙҮПОВАНЫҢ исеме есеменә тура килгән тип әйтергә мөмкин.

Бөрйән районы хозур тәбиғәте менән бергә уңған, матур халҡы менән дә билдәле. Килдеғол ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Әлфинәне лә улар рәтенә һис икеләнмәйенсә индерергә була. Өс малай – өс ҡалҡан араһында ҡояшҡа үрелеп иркәләнеп кенә үҫкән сәскә кеүек ул. Ҡыҙҙың ата-әсәһен тирә-яҡтағылар оло йөрәкле, сабыр кешеләр итеп белә.
Әбүзәр Хәйҙәр улы менән Гөлзирә Йәнғәле ҡыҙына яҙмыш көтмәгәндә һынау ебәрә. Кинйә улдары Артур ете ағзаһы ла теүәл булып донъяға килә. Тик өсөнсө көнөнә бәпестең комаға китеүе хаҡында әйтәләр. Ул ун ике көн үткәс кенә уяна. Сараһыҙлыҡтан нишләргә белмәйенсә ут йотҡан Гөлзирә Йәнғәле ҡыҙын табиптар баланы ҡалдырып китергә өндәйҙәр. Барыбер оҙаҡ йәшәмәйәсәге, ярты йәшкә лә етмәйәсәге хаҡында ҡат-ҡат әйтеп бәғерен теләләр. Бер нәмәгә лә ҡарамай балаһы янында ҡала йәш әсә. Әбүзәр Хәйҙәр улы ла яйы сыҡҡан һайын ҡатыны һәм кинйә улы янына ашҡына. Өс ай тигәндә саҡ тыуған тупһаларына аяҡ баҫалар. Һуңынан уларҙың хәлен белеү һылтауы менән килгән район табиптары, күсермәһе кәрәк тип, баланың документ­тарын алып китәләр һәм “юғалталар”. Күрәһең, тыуған сағында һау булыуы хаҡында яҙылған документты тикшереү-фәлән килеп сыҡһа тип, эҙ юйып, үҙҙәре өсөн алдан хәстәрлек күргәндәрҙер.
Туҡтауһыҙ илаған баланы муллаларға, имселәргә, хәрби табиптарға йөрөтәләр. “Башы ауыртыуҙан илай. Был баланы тыуғас, төшөрөп ебәргәндәр”, – тиҙәр улар. Ун йыл дауамында ДЦП диагнозлы баланы ҡарар өсөн алмашлап эштәренән китергә мәжбүр булалар. Ҡайғы берәүгә лә аш түгел. Күҙгә күренеп олоғаялар, үҙҙәре лә сирләй башлай. Әммә тәүлек әйләнәһенә үҙҙәренең тәрбиәһенә, ярҙамына, күңел йылыһына мохтаж улдары янында булыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер улар.
Туған йәнле, бер-береңә ярҙамсыл, ихтирамлы, иғтибарлы булырға балаларына ла бәләкәйҙән аңдарына һеңдереп үҫтерәләр. Өлкән улдары Әҡсән – ата-әсәһенең төп терәге. Йорт усағын һаҡлаусы. Әлфинәнән бәләкәйе Нуриман әлеге мәлдә ил алдындағы хәрби бурысын үтәй.
Әлфинә юлы төшкән һайын атай йортона ашҡына. Атай-әсәйҙең йөрәге өсөн иң шифалы дауа яҡшы кеше булып ҡалыу икәнен яҡшы төшөнә һәм камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамай. Бала сағынан тырыш, уңған ҡыҙ итеп беләләр уны.
Шәхес тәрбиәләүҙә башта атай һәм әсәй мөһим урын биләһә, һуңынан ул уҡыған белем усағы ла ҙур урын алып тора. Республикала Әбделмәмбәт мәктәбе киң билдәле. Уҡыусыларының төрлө яҡлап үҫешеүҙәре тураһында киң мәғлүмәт сараларынан йыш ишетергә, күрергә, уҡырға тура килә. Был, үҙ сиратында, яҡшы етәксенең эшмәкәрлеген белдерә. Әлфинәгә икеләтә уңай тура килә. Тыуған ауылында IX класҡа тиклем уҡығанда мәктәп директоры булып Инсур Рәмил улы Үтәбаев эшләй. Әлфинә юғары кластарға Әбделмәмбәт мәктәбенә барғанда, директор ҙа шул уҡ йылда ошо белем усағына күсерелә. Шулай итеп, үҙ эшен яратҡан етәксе арҡаһында ҡыҙға бала сағынан уҡ үҙен төрлө яҡлап асыу мөмкинлеге була.
Әлфинә күп ҡырлы аҫылташ кеүек... Бала сағынан шиғырҙар яҙа. Бының өсөн ул башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Рафаэль ҡыҙы Үтәбаеваға рәхмәтле. Тап ул “Илһам” түңәрәге ойоштороп, шиғыр яҙыу серҙәренә төшөндөрә. Рифмалар менән уйнап яҙылған тәүге шиғырҙары аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан мәктәп гәзите “Инеш”тә даими баҫылып бара. Тарих уҡытыусыһы Мөнир Абдулла улы Фәйзуллин уларҙы бер дәфтәргә теркәп барырға кәңәш итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулъяҙма йыйынтыҡ мәктәп йылдарында юғалып ҡала. Сибай пед­колледжында уҡығанда ла әүҙем яҙыша. Өфөгә килгәс, ижад офоҡтары тағы ла киңәйә. Бөгөн ул нескә лирика менән һуғарылған ижад емештәре аша үҙен уратып алған донъяға һөйөүен, рәхмәтен белдерә. 2018 йылда Яҙыусылар союзының Башҡортостандың “Әҙәбиәт мәктәбе” проектында еңеүселәр иҫәбенә инә. Быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла белем алыусы студенттар – йәш яҙыусылар, шағирҙарҙың ижады донъя күргән “Тулҡын” тип аталған йыйынтыҡта Әлфинәнең шиғырҙары урын алған. Киләсәктә проза жанрына ла мөрәжәғәт итергә уйлай.
Әлфинә – сәхнә кешеһе лә. Уҡыусы сағында уҡ тамашасының күңелен яулай ул. Йыр уҡытыусыһы Зарема Самат ҡыҙы Билалова ярҙамы менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Төрлө сараларҙың биҙәге була. Юғары уҡыу йортонда уҡый башлағас, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолған “Шаян” халыҡ бейеү ансамбленә йөрөй. Башта университеттағы “Ҡорос” халыҡ театрының, һуңынан “Табын” халыҡ театрының алыштырғыһыҙ актерҙарының береһе.
– Етәксебеҙ Илнур Лоҡманов – ысын сәнғәт кешеһе. Туҡтауһыҙ эҙләнеүсе режиссер ул. Уның фатихаһында сәхнәгә бәләкәй генә аҙымдар менән алға ынтылдым һәм әле лә актер булараҡ эҙләнеүҙән туҡтамайым. Мәҫәлән, Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклендә башта массовкала йөрөнөм. Яйлап Сәйҙә, Һандуғас образдарында сәхнәгә сыҡтым. Тағы ла, Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған бер актлы лирик драмала халыҡ шағирының ҡатыны Рауза ролен уйнау бәхете лә тейҙе. Ә иң яратҡан ролдәремдең береһе – “Аҡмулла” драмаһында белем эстәү теләге менән янған Талип роле. Был спектаклдә беренсегә премьера яһағанда, ҡаҙаҡ ҡатыны образын уйнаған инем. Икенсеһендә бәләкәй малай – Талип булып сығыш яһаным. Әлеге мәлдә Талипҡа ҡушып Аҡмулланың әсәһе Өммөгөлсөм образын башҡарам. Сәхнәлә иң мөһиме үҙеңә ышаныу һәм тамашасыны драматург, режиссер тарафынан уйланылған, ҡуйылған донъяға алып инеү. Шул ваҡытта ғына тамашасы һөйөүенә эйә булырға мөмкин, – ти ул, сәхнә серҙәре менән бүлешеп.
Әлфинәне күптәр милли биҙәүестәр оҫтаһы итеп тә белә. Заманса, төрлө кейем менән, көндәлек тормошта ла тағырлыҡ стил­ләштерелгән алҡа, муйынсаҡ, беләҙек, йөҙөк, сәскә таға торған сулпыларҙы көндәлек ығы-зығынан арып китеп, күңеле тыныслыҡ теләгән ваҡытта эшләргә ултыра. Күптән уйлап йөрөгән башҡорт телендәге яҙмалар менән кулондар эшләү идеяһын да тормошҡа ашырған. “Яратам”, “Һин минең Йыһаным” кеүек яҙмалы биҙәүестәрҙе халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ала икән. Әлегә үҙе өсөн генә мәрйен-тәңкәләрҙән түшелдерек, ҡашмау эшләп ҡараған. Киләсәктә һатыуға ла сығарырға ниәтләй.
Бер урында тик торорға яратмаған ҡыҙ быйыл гипстан, балсыҡтан һындар эшләү оҫталығына ла махсус рәүештә белемен камиллаштырған. Төрлө ваҡиғаға, байрамдарға, төрлө һөнәр эйәләре өсөн бүләккә тип символик һындарҙы байтаҡ эшләп өлгөргән дә инде. Әлфинәнең ҡул эштәренең барыһын да интернетта “Гүзәл ҡыҙ” төркөмөндә табырға мөмкин. Әйберҙәрен һатыуға тәҡдим иткән саҡта уларҙы үҙе тағып фотоға төшә. Иң тәү сиратта бер килке уның нурлы йөҙөнә һоҡланып ҡарап торғандан һуң ғына, биҙәүестәренә иғтибар итәһең. Уларҙы ҡулға алғас, гүзәл ҡыҙҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән гүзәл эштәре икәнлегенә инанаһың.
Әлфинә – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты. Быйыл һуңғы курста уҡый. Башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға әҙерләнә. Ҡулына диплом алғансы уҡ ул педагогик йүнәлештә үҙен һынап ҡарарға ла өлгөргән. Уҡыу менән бергә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләгән. Йәйге каникулдарында Мәрйәм Бураҡаева тарафынан ойошторолған “Йәйләү” балалар лагерында булған уңған ҡыҙ. Йәш быуындың саф һауала милли уйындарыбыҙҙы уйнап, туған телебеҙҙә аралашыуҙары киләсәктә рухлы балалар үҫеүенә булышлыҡ итеүен аңлаған унда. Ысынлап та, бында уҡыусылар башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап, бейеп күңел дә асалар. Һәләттәрен үҫтерәләр. Бер йылда килһәләр, киләһе йылдарҙа ла бында эләгергә ашҡынып тороуҙары ла быға асыҡ миҫал икәнлеген төшөнгән Әлфинә. Киләсәктә үҙе лә милләтенең ғорурлығы булырҙай ул һәм ҡыҙҙар үҫтерергә хыяллана.

Мөһим түгел, ҡасан башланғаны
Хыялыңа тәүге аҙымың.
Мөһимерәк үҙ-үҙеңде еңеп,
Шул хыялға табан барыуың.
Башла ғына, бары башла ғына... –

ти ул бер шиғырында. Әҫәренең лирик геройы кеүек үҙе лә хыялдарын тормошҡа ашырырға туҡтауһыҙ алға ынтылғанға, ҡаршылыҡтар алдында туҡталып ҡалмағанға төрлө яҡлап та булдыҡлы, һоҡланғыс шәп замандаш итеп беләләр уны.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: