Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
12 Февраль 2023, 19:47

Нур бөркөлә йөҙөнән

Тормоштоң һәр миҙгеленән йәм тапҡан, ғаиләһендә лә, эшендә лә уңған, үҙҙәренән ихласлыҡ, йылылыҡ ипкене бөркөлөп торған, йөҙҙәрен йылмайыу биҙәгән гүзәл заттар була. Шундайҙарҙың береһе – Таңһылыу Ғимранова менән таныштырғым килә.

Нур бөркөлә йөҙөнән
Нур бөркөлә йөҙөнән

Таңһылыу Кәрим ҡыҙы менән тәүге тапҡыр “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы менән “Серҙәштәр” төркөмө ойошторған “Туристик сувенир” конкурс-семинарында күрешеп-таныштыҡ. Конкурста урын алып, бүләкләнеп кенә ҡалманы ул, полимер балсығынан биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Артабан байтаҡ проекттарҙа бергә эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә тура килде: осрашыуҙар йә “Нәзәкәт-маркет” булһынмы, йә берәй конкурсҡа жюриҙа эшләүҙе үтенәһеңме – бер ваҡытта ла инәлтмәй ризалаша һәм йомошто камил итеп башҡарып ҡуя. Көҙөн, мәҫәлән, ул түшелдерек-селтәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресендә үҙен тилбер ҡуллы, төплө белемле, милли биҙәүестәр тарихы менән ҡыҙыҡһыныусан остаз итеп күрһәтеүе етте, “Селтәр” республика бәйгеһе лауреатынан ҡабат-ҡабат оҫталыҡ дәресе үткәреүен һорап килеүселәр ағыла ла башланы. 
Ижад юлына осраҡлы ғына килеп эләгә Таңһылыу Ғимранова. Киләсәктә “табип булам” тип талпынып йөрөгән ҡыҙға Өфө сәнғәт институтын тамамлаған ағаһы (рәссам Рәмил Иманғолов) бер аҙна эсендә дөрөҫ итеп һүрәттәр, натюрморттар төшөрөү серҙәрен өйрәтә лә, Өфөләге 2-се педагогия колледжына уҡырға инергә ебәрә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, көслө педагогтар әҙерләгән билдәле уҡыу йортоноң студенты булып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала һылыу. Колледжды уңышлы тамамлағас, йәнтөйәгенә – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы сәнғәт мәктәбенә эшкә ҡайта.
Бөгөн Таңһылыу Кәрим ҡыҙының класында 7 йәштән 12 йәшкәсә 30 бала ижад серҙәрен үҙләштерә. Улар һынлы сәнғәт, композиция, мәҙәниәт һәм һынлы сәнғәт тарихы кеүек дисциплиналарҙы өйрәнә, шулай уҡ сигеү (ҡайып, шыма һәм мәрйен менән сигеү төрҙәре), туҡымаға биҙәктәр һалыу, кейеҙҙән картиналар эшләү, мәрйен теҙеү, квиллинг, йомортҡа ҡабығынан мозаикалар, тоҙло ҡамырҙан витраж эшләү кеүек ҡыҙыҡлы дәрестәрҙә шөғөлләнә.
Һөнәрсенең өйрәнсектәре төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, әленән-әле призлы урындар яулай. Мәҫәлән, “Гәлсәр шишмәләр” конкурсының Учалылағы зона этабында Линар Чикотаев – 1-се, Әмилә Ишморатова – 3-сө, Магнитогорск ҡалаһында үткән “Алтын панорама” 5-се Халыҡ-ара конкурсында Карина Алтынсурина һәм Рузилә Ғимрановалар 2-се урындар алған, “Башҡортостандың ҡанатлы легендалары” конкурсында (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) Рузилә Ғимранова кейеҙҙе ҡоролай баҫыу йүнәлеше бу­йынса дәртләндереү призына лайыҡ булған. Унан тыш, уҡыусыларҙың республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге дистанцион конкурстарҙа яулаған уңыштарының иҫәбе-һаны юҡ.
– Сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлаған балаларҙың ижади һәләттәре асылып, хатта яҙыуҙары матурайып китә, – ти уҡытыусы. Таңһылыу Ғимранова етәкләгән декоратив ижад класын тамамлаған балалар араһында Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға китеүселәр ҙә бар. Остаз үҙе лә белемен даими камиллаштырып тора – әле С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында 1 йыллыҡ курстарҙа белем ала.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – ғаилә бөтөнлөгөндә, ғаилә именлегендә. Таңһылыу Кәрим ҡыҙы хәләле Руслан Миңғәле улы менән 2 бала тәрбиәләйҙәр: өлкәндәре Тимур Ишембай нефть колледжында II курста белем алһа, Рузиләләре – 6-сы синыф уҡыусыһы.
– Бесәй йылында тыуғанғамы, бесәй кеүек йылы өйҙә генә, ҡул эштәре менән булышып ултырырға яратам. Студент сағымда ырғаҡ менән салфеткалар, кейем-һалым бәйләү менән мауыға инем, һуңғы йылдарҙа ынйы-мәрйендән һәм полимер балсығынан алҡа-муйынсаҡтар, беләҙектәр яһарға әүәҫләнеп киттем. Әмәл булғанда донъя кәрәк-яраҡтары тегеп алырға ла яратам, тик хәҙер, милли биҙәүестәр әҙерләй башлағас, бөтә төр ҡул эштәре лә артҡы планға күсте: кинәнеп һаҡал, селтәр, хәситә, алмиҙеүҙәр эшләйем. Ноябрь айында республика халыҡ ижады үҙәгендә семинар-практикумда селтәр эшләү буйынса өҫтәмә белемдәр ҙә туплап ҡайттым, – ти геройым. 
“Күңел килгәндә тәмле итеп бешеренеүгә ихласлығым арта, матурлыҡҡа ғашиҡ һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек мин дә йәйен тирә-яҡты гөл-сәскәгә күмергә яратам”, – тиеүсе ханымдан ҡыҙ бала тәрбиәләү серҙәрен дә һорашам.
– Ҡыҙ баланы үҙеңә тиң итеп, әхирәт кеүек күрергә кәрәк. Ҡыҙым менән йыш ҡына төрлө темаларға әңгәмәләшеп торабыҙ. Уны йорт эштәренә йәлеп итергә тырышам: минең менән бергә аш-һыу әҙерләй, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Тәүҙәрәк ул да мәрйен, полимер балсығы менән ҡыҙыҡһынһа, хәҙер күңеленә генә ятҡан шөғөлөн тапты – ҡатырғанан органайзер, ваҡ-төйәк эшләп, шуларҙы биҙәргә ярата, – ти ул.
Ҡарап тороуға иркә, наҙға ғына сорналып йәшәүсе ҡатын булып күренһә лә, Таңһылыу Кәрим ҡыҙы һыйыр тотоп, аҡ эшкәртә, ҡош-ҡорт тәрбиәләй, “тимер ат”ты ла йүгәнләгән. Тормош иптәше Себерҙә саҡта барлыҡ донъя көтөү мәшәҡәттәре – уның иңендә.
– Гүзәл затҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас һыҙаттар – сабырлыҡ, иплелек, тыйнаҡлыҡ килешә. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, кеше менән аралашып, һәр ваҡыт көләс йөҙлө булып йәшәйек, – ти йөҙөнән йылмайыу китмәгән нәзәкәтле гүзәл ханым.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.

Миләүшә ҠАСИМОВА,
Бөрйән районы.

2018 йыл.

Автор:
Читайте нас: