Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
17 Февраль 2023, 20:35

Һөнәрле ҡулда бәрәкт бар

– Әлбиттә, хәҙерге быуындың ҡыҙыҡһыныуы замана технологияларына йүнәлтелгән. Төймә тағырға, һүтелгән нәмәне тегергә өйрәтә башлаһаң да: “Бының беҙгә кәрәге бармы?” – тип һораусылар ҙа табыла.

Һөнәрле ҡулда бәрәкт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкт бар

Ғәҙәттә, “Оҫта ҡулдар” рубрикаһына яҙырлыҡ оҫталарҙы үҙем эҙләп табам. Иғтибарлап ҡараһаң, шөкөр, уларҙы йыш осратырға мөмкин. Был юлы, Белоретта йәшәүсе күптәнге танышым, оҫта хикәйәсе булараҡ танылған Зөлфиә Муллағолова-Сәлихова тәҡдим итте. “Нимәгә тотонһа ла ҡойоп ҡуя торған алтын ҡуллы кеше”, – тине ул. Ат кешнәшеп, кеше һөйләшеп таныша тигәндәй, Лилиә ӘМИРХАНОВА менән аралашҡанда уның, ысынлап та, мәҡәлә геройы булырға лайыҡлы кеше икәнлегенә инандым.

Нәҫеле менән оҫталар

Матурлыҡты күреү, тойоу, үҙ ҡулдарың менән эшләгән ижад емешең менән тирә-яғыңдағыларҙы һоҡландырып йәшәүҙән дә мәғәнәлерәк ғүмер бармы икән?! Әгәр ҙә был күркәм сифаттар киләһе быуындарға ла тапшырыла икән, тимәк, Хоҙайҙан уны икеләтә-өсләтә бирелгән бүләк тип тә ҡабул итергә кәрәктер. Лилиә иһә тотошлайы менән тиерлек оҫта ҡулдар нәҫеленән.
Атаһының олатаһы Ғәлләметдинде үҙ ваҡытында итек тегеүсе тип тирә-яҡта белгәндәр. Атаһы Кәрим Бикмәтов — балта оҫтаһы булараҡ танылған кеше. Ул эшләгән тәҙрә яҡтары, ҡыйыҡ, өй ҡаралтылары хужаларын һөйөндөрә, бүтәндәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Олатаһынан күрмәксе Лилиәнең оло улы Арыҫландың да, әле башланғыс класс уҡыусыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, ҡулында балта, ҡасау кеүек эш ҡоралдары уйнап ҡына тора. Лилиәнең үҙендә лә ҡул эшенә оҫталығы бала сағынан уҡ беленә. Әсәһе Айһылыу Рәжәп ҡыҙынан уға бөтмөрлөк, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарыу кеүек күркәм сифаттар бирелә. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡ­һыныусан, уңған ҡыҙ әсәһенән, технология уҡытыусыһынан бәйләргә, тегергә теләп өйрәнә.
Туғыҙынсы кластан һуң, атаһының юлын һайлап, технология уҡытыусыһына уҡырға ҡарар итә. Сибай педагогия колледжын уңышлы тамамлағас, БДУ-ның Сибай филиалының технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетына инеп, артабан да белемен камиллаштыра. Юғары уҡыу йортон тамамлағансы, ауылдашы, Бөрйән райо­ны Иҫке Монасип ауылы егете Марсель менән өйләнешеп, Белорет ҡалаһына йәшәргә күсергә лә өлгөрә йәштәр.
Лилиә – алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән, ныҡышмал кеше. Бер нисә йыл дауамында Яныбай Хамматов исемендәге Белорет башҡорт гимназияһына алған һөнәре буйынса эшләү теләге менән резюме ебәрә. Өс йыл үткәс, ниһайәт, теләгенә ирешә. Бөгөнгө көндә йәш быуынды – киләсәктә өйҙөң ҡото буласаҡ хужабикәләрҙе — ҡул эштәренә, аш-һыу серҙәренә өйрәтә.
– Әлбиттә, хәҙерге быуындың ҡыҙыҡһыныуы замана технологияларына йүнәлтелгән. Төймә тағырға, һүтелгән нәмәне тегергә өйрәтә башлаһаң да: “Бының беҙгә кәрәге бармы?” – тип һораусылар ҙа табыла. Ҡатын, әсәй булһағыҙ, тегенсегә лә, ашнаҡсыға ла, табипҡа ла, шәхси психологка ла әйләнәсәкһегеҙ, тип шаяртыу ҡатыш өйрәтергә, күңелдәренә һеңдерергә тырышам, – ти ул. – Шулай ҙа, барыһын да бер епкә теҙеп ҡарау дөрөҫ тә түгел. Һәр дәресте көтөп алып, ауыҙыңа ғына ҡарап ултырған уҡыусылар байтаҡ. Улар менән Бөтә Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙа, конкурстарҙа йыш ҡатнашабыҙ.
Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, иң тәү сиратта күңелең тыныс, уйҙарыңдың тәртиптә булыуы ла кәрәк. Быны Лилиә лә яҡшы аңлай. Һәр ҡул эшеңдән ҡәнәғәт ҡалыр, күңел йыуанысы табыр өсөн ошо иң мөһим, тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән серҙәргә лә уҡыусыларын төшөндөрә ул.

Бүләк итергә йәлләмә!

Бала сағынан ырғаҡ менән бәйләгән, иҫке тундарҙан йомшаҡ уйынсыҡтар теккән Лилиә Сибайҙа уҡыған ваҡытта фоамиран менән сәскәле сәс һуҙмалары, туйҙа кәләшкә гөлләмә, сәс биҙәү әйберҙәре, дуҫ ҡыҙҙары өсөн бер иштән ободок кеүек нәмәләр эшләй. Бер мәл уларҙан туҡталып тороп, түшелдеректәр эшләүгә тотона. Көндәлек, стилләштерелгәндәренә нығыраҡ иғтибар бүлә.
Тырыш, уңған, һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнеп эҙләнгән кәләшенә Марсель да — ҙур терәк. Икенсе яртыһының һәр башланғысын хуплап тороуы менән бергә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә икән. Матур, янып торған гөлләмә кеүек итеп изолондан эшләнелгән төнгө лампаларҙы Лилиә башҡарһа, техник белемле ғаилә башлығы электр сымдарына тоташтырып бирә. Ут менән шаярырға ярамағанлығын да иҫтә тоталар. Лампаларға сифатлы электр ҡорамалдарын һатып алалар.
Иң тәүҙә Лилиәнең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә инеп ҡарағас, унда үҙенең эштәре бөтөнләй тиерлек ҡуйылмағанлығына иғтибар иттем. Күптәр интернет аша үҙенә реклама эшләгән ваҡытта, уның ошо юл менән клиенттарын ҡыҙыҡһындырырға тырышмауын күреп аптыраным. Баҡһаң, яҡшы, күңел һалып, тәфсирләп эшләгән нәмәгә рекламаның артыҡ кәрәге лә юҡ икән.
Яңы башлаған ҡул эштәрен Лилиә һәр ваҡыт бүләк итергә күнеккән. Байрамдарға үҙенең күҙ нурҙарын түгеп башҡарған әйберҙәрен ҡыуанып ҡабул итһәләр, тимәк, оҡшаталар тип һығымта яһай. Был ваҡытта, әлбиттә, күңеле лә майҙай иреп китә. Һуңынан унан берәү күрә лә, кемдән алғанлығы тураһында һораша. Шулай итеп, йүкә телефон аша үҙенән-үҙе реклама эшләнә лә ҡуя. “Кемдер әле ижад емеше еренә еткерелеп башҡарылғанмы-юҡмы икәнлеге хаҡында уйлап та тормай, ат хаҡы ҡәҙәрем хаҡ ҡуйып, һатырға тәҡдим итә башлай. Күп ваҡыт шунлыҡтан киләсәктә үҙенең буласаҡ клиенттарын да юғалта”, – ти Лилиә, юғары уҡыу йортонда уҡыған сағында эшҡыуарлыҡ серҙәре тураһында алған белемен тормошта ла ҡулланып.

Бирнәле ҡыҙ ҡәҙерле була

Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң – етмәй торор, алтыһынан йыйһаң – артып ҡалыр, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ҡыҙ бала үҫтергән әсәйҙәр элек-электән балаһын ҡул эштәренә өйрәткән ыңғайға, уға бергәләп бирнәлек әйберҙәр ҙә әҙерләгәндәр. Быны бер нисә көн эсендә генә башҡарырға мөмкин булмаған­лыҡтан, киләсәктә еткән ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатыу әҙерлек эштәре йылдар дауамына һуҙылған. Туйҙың бер матур өлөшөн биләгән, килендең кемлеген алдан күҙалларға ярҙам итеүсе был йолаға, шулай, борон яуаплы ҡарағандар һәм намыҫ менән башҡарғандар. Бөгөн, ҡытай әйберҙәре тулып ятҡан саҡта, буласаҡ кәләштәрҙең күптәре был хаҡта уйлап та бирмәй. Һандыҡ урынына ла комод алыуҙы урынлы тип һанай.
Лилиәне үҙ аллы тормош юлына әҙерләгәндә әсәһе: “Килен, еңгә бүләктәрен үҙ ҡулдарың менән эшләргә тейешһең”, – тигән талап ҡуя. Атаһы ҡыҙы өсөн күңел һалып эшләгән һандыҡҡа бикәстәргә – сулпылар, ҡәйнештәргә – ырғаҡ менән бәйләнгән түбәтәйҙәр, сигелгән ҡулъяулыҡтар, янсыҡтар, һыу юлына барған саҡта үҙе тағасаҡ түшелдерек урынлаша. Буласаҡ тормош иптәшенең иң яҡын туғыҙ ағаһына үҙ ҡулдары менән һәр береһенә айырым инселәп таҫтамалдар сигә ул. Әлбиттә, бирнәле ҡыҙҙың баһаһы бер ҡарышҡа арта төшә. Ҡайнағалары уңған килендәренә хөрмәт йөҙөнән һәр береһе уны ҡиммәтле бүләктәр менән һөйөндөрәләр.
Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт, тиҙәр. Лилиәне ҡайҙа барһа ла хөрмәт итәләр. Үҙе эшләгән гимназияла үткәрелгән һәр сараға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ул. Театр түңәрәгендә уйнаусы балаларға милли кейемдәр, ҡорғандар тегә, сәхнә биҙәү өсөн әйберҙәр эшләй. Белоретта, республикала уҙғарылған конкурс, сараларҙа ла теләп ҡатнаша. Быйыл уҙғарылған Бөтә донъя фольклориадаһында Белорет ҡалаһына килгән ҡунаҡтарҙы үҙенең ҡул эштәре менән хайран иткән.
Бер мәл ВДНХ-ла оҫта ҡулдарҙың әйберҙәренән эшләнгән күргәҙмәлә уның бер башланғыс идеяһына иғтибар итеүселәр күп була. Үҙенә йәлеп итерлек сәбәбе лә бар шул. Ҡасандыр үҙе лә килен булып төшкән сағында әҙерләгән бирнәһе менән туйға саҡырылған ҡунаҡтарҙы аһ иттергән Лилиә ошо боронғо йоланы ҡабаттан тергеҙеү өсөн тырыша.
Уның был изге ниәтен райондарына баш ҡаланан килеүсе ҡоролтай вәкилдәре лә хуплай. Ә ике яҡлап та туғандары ең һыҙғанып уға ярҙам итергә тотоналар. Атаһы һандыҡ, аш-һыу араһында тотонорлоҡ бер нисә семәрле һауыт-һаба эшләй. Ҡәйнәһе, Иҫке Монасипта ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Клара Рәмзи ҡыҙы, кейеҙ һуғыусы оҫталарҙан яҫтыҡ алып, килененә сергетеш эшләшергә теләге барлығын белдерә. Ҡалғанын сәмсел кеше үҙе йыйнарға уйлай.
Быуат тарихын яҙырға оҫта ҡулдарҙың да өлөшө ҙур икәнлеге һәр кемгә билдәле. Теге йәки был халыҡтың ниндәй кәсепкә ынтылышы хаҡында фекер йөрөтөп, уның дөйөм милли характер һыҙаттарына баһа биреп тә булған. Әле лә шулай. Тормош иптәше менән киләсәктә илгә терәк булырҙай ике ул үҫтергән Лилиә Әмирханованы ла шундай шәхестәр рәтенә индерергә мөмкин. Уға оҡшарға теләүселәрҙең дә, һоҡланыусыларҙың да күп булыуы шул хаҡта һөйләй ҙә инде.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас: