Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
22 Март 2023, 21:15

Акварелдәй сағыу уның тормошо...

"Эшемде мин ныҡ яратам, ниндәй генә ауыр саҡтарҙа ла һөнәремә тоғро ҡалдым, юлымдан тайпылманым. Сәнғәттең уртаһында ҡайнап йәшәү – ул минеке. Тормошомдан ҡәнәғәтмен...”

Акварелдәй сағыу уның тормошо...
Акварелдәй сағыу уның тормошо...

“Ҡулың эш белһә, тамағың ас булмай”, – тигәйне бер ваҡыт Лиза. Ысынлап та, минең нисә кейемде ҡыҫҡартып йә үҙгәртеп тегеп, нисә ҡаптырма алыштырҙы, тегеүгә ҡағылған бүтән төрлө эштәремде башҡарҙы икән! Ательела тегенсе булып эшләй тигән уй килгәндер, моғайын, башығыҙға. Юҡ, төп һөнәре буйынса рәссам-уҡытыусы ул. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының һынлы сәнғәт һәм һыҙма бүлегендә уҡыта. Ә тегеү, бәйләү эштәре – уның буш ваҡытында яратып башҡарған шөғөлө.

Ырымбурҙан – Өфөгә


Лиза Рафиҡ ҡыҙы Агишева – күрше Ырымбур өлкәһе Пере­волоцк районы Ҡотломбәт ауылы ҡыҙы. “Башҡорт ауылдары Туҡ һәм Соран йылғалары буйында урынлаш­ҡанға беҙҙе Туҡсоран башҡорттары тип йөрөтәләр. Беҙҙең ауыл Соран йылғаһы буйында ята”, – тип аңлатты Лиза. Ә беҙ дәреслектәрҙән уҡып беләбеҙ: тарихи Башҡортостан еренә халҡы һәм биләмәһе ҙур ғына булған Туҡсоран кантоны ла ингән. Туҡсоран буйынан рухлы, телем, милләтем тип янып торған билдәле шәхестәр сыҡҡан: Рауил Бикбаев, Мөхәмәтша Буран­ғолов, Сәғит Агиш, Хисмәтулла Юлдашев, Урал Нәҙерғолов һ.б. “Сал Ырымбур ере беҙҙе башҡорт рухында тәрбиәләй, үҫтерә. Урыҫтар араһында халҡыбыҙҙың телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап ҡала алғанбыҙ”, – ти Лиза ғорурлыҡ менән. Үҙе 365 йыллыҡ тарихы булған боронғо ауылдарҙан һаналған тыуған Ҡотломбәтен һағынып, ашҡынып ҡайта. Йыш юл төшмәүе генә эсен бошора. Тыуған яҡтары, иркен далаларынан көс йыйып, күңеле менән ял итеп, артабан ең һыҙғанып эшләргә илһам алып килә ул. “Өфөлә йәшәгән Туҡсоран башҡорттары йыйындары үтеп тороуы һәйбәт күренеш, – тип ҡыуана Лиза. – Бер-беребеҙҙе белеп ҡалабыҙ, дәртләндерәбеҙ, рух уяна. Тыуған яғыбыҙға, унда йәшәгән милләттәштәребеҙгә нисек ярҙам итеү, уларҙың рухын күтәреү тураһында һөйләшәбеҙ”.
Лиза һүрәт төшөрөргә бәләкәйҙән ярата. Башҡалар телевизор ҡарай, ә ул иҙәнгә ятып ала ла, фантазияға бирелеп, һүрәт төшөрә. Бындай мәлдә бер нәмә лә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә ҡыҙ: уның өсөн альбом, төҫлө ҡәләмдәр йә акварель буяуҙар ғына бар... Бигерәк тә буяуҙарҙың серле төҫтәре мөғжизә тыуҙырған кеүек тойола уға. Акварель техникаһы бөгөнгө көндә лә уның иң яратҡаны. “Үҫкәс кем булырға теләйһең?” – тип һораһалар, бәләкәй сағында гел: “Уҡытыусы булам”, – тип яуап ҡайтарған. Ысынлап та, ҡурсаҡтарын теҙеп ултыртып, уларҙы һанарға ла, яҙырға ла өйрәткән.
Ҡыҙ 2-се һанлы Ырымбур дәүләт педагогия колледжының һынлы сәнғәт һәм һыҙма бүлегенә уҡырға инә. Колледж кимәле менән генә хушһынмай ул, юғары белем эстәргә тип, Башҡортостанға юллана. Колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлап килгән Лиза Агишеваны БДПИ-ның һынлы сәнғәт һәм графика фа­культетының һынлы сәнғәт һәм һыҙма бү­легенең III курсына уҡырға алалар. Һуңғы курс­та уҡып йөрөгәндә уға 96-сы һанлы лицейҙа практика үтергә тура килә. Һәләтле, балалар менән уртаҡ телде тиҙ тапҡан, аралашыусан ҡыҙҙы коллектив яратып өлгөрә, рәсем дәресенән уҡытырға са­ҡыралар. Лизаға ла белгәндәрен балаларға өй­рәтеүе ҡыҙыҡ, баш тартмай. Шулай итеп уның ба­ла саҡ хыялы тормошҡа аша. Институтты та­мам­лағанда бер йыллыҡ уҡытыу стажы ла була инде.
Бер көн 2-се һанлы Өфө педагогия колледжының һынлы сәнғәт һәм графика факультеты етәксеһе Роберт Мостафа улы Солтанов дипломлы йәш белгесте үҙҙәренә “Һынлы сәнғәт һәм һыҙма” дәресе буйынса уҡытырға эшкә саҡырып шылтырата. Баҡтиһәң, ул институттан яҡшы уҡыған студенттарҙың исемлеген һорап алған, ул исемлектә Лиза ла булған. Ҡыҙға студенттар менән киңерәк масштабта эшләү ҡыҙыҡ тойола, ризалаша. “2013 йылда беҙҙең һәм Өфө дәүләт профессиональ-педагогик колледждарын бер­ләштереп, БДПУ-ға ҡуштылар. Хәҙер беҙ БДПУ колледжы тип аталабыҙ, 13 йүнәлеш буйынса студенттарға белем бирәбеҙ. Шуға ла беҙҙең уҡыу йортонда уҡырға теләүселәр һаны ла күп“, – тип эшендәге үҙгәрештәр менән яҡынса таныштырҙы Лиза Рафиҡ ҡыҙы.

Депрессиянан
ҡотолоу ысулы

“Үҙ йортом” программаһы буйынса Шамонин ауылында йорттар һалына башлағас, тырыш ҡыҙ ҡурҡып-нитеп тормай, бурысҡа батып булһа ла, йорт һатып ала. Алыуын ала ла, уны төҙөргә лә кәрәк бит. Ә Лиза аҡса түләп кеше фатирында ғына йәшәй. Бына ошо мәлдә уның башында, ҡулың эш белһә, тамағың ас булмаҫ, тигән фекер тыуғандыр. Матди хәлен әҙ булһа ла яҡшыртыу ниәтенән үҙенә теген машинаһы һатып ала. “Элек магазинда тауар киҫәктәре осһоҙ ғына тора ине. Затлы тауар һатып алам да йәтеш кенә итеп мода буйынса кейемдәр тегеп кейәм. Йәш саҡта төрләндереп кейенге килә бит, студенттар менән эшләгәс бигерәк тә. Тегенгәнемде белгәс, таныш-тоноштар мөрәжәғәт итә башланы. Кемгә ҡыҫҡартып бирәм, кемгә тарайтып, тигәндәй. Күлдәктәр, ҡорғандар тегеп бирәм. Туй күлдәге иң етди эштәремдең береһе булғандыр”, – тип Лиза яратҡан шөғөлө тураһында ла һөйләп алды.
Шул арала кейәүгә сыға, бер-бер артлы балалары тыуа. Декрет ялында ултырғанда ла күңелһеҙләнергә ваҡыты булмай Лизаның. Ҡурсаҡтар, уларға милли кейемдәр тегеү менән мауығып китә. Ҡурсаҡтарҙы ырғаҡ менән дә бәйләй. Эшләгән һайын ҡулы ла оҫтара. “Нисек кенә ҡул эшен яратһам да, уны ваҡытлыса башҡарған эшкә һананым, – ти Лиза. – Ҡулыма тауар, энә тотһам, аңлатҡыһыҙ бер ләззәт кисерәм. Миңә, ҡурсаҡмы ул, милли кейем, күлдәк булһынмы – яңы әйбер тыуҙырыу оҡшай. Ул күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Декрет ваҡытында депрессиянан ҡотолоу сараһы ла булғандыр, тип уйлайым”.

“Һөнәремә тоғромон”

Яҙғыһын А. Э. Тюлькин исемендәге музейҙа Лиза Рафиҡ ҡыҙының “Акварель” тип исемләнгән картиналар күргәҙмәһе үтте. Был уның өсөнсө күргәҙмәһе. Тәүге эштәре 2010 йылда – ”Ҡунаҡ- һарай” сауҙа комплексында, икенсеһе 2012 йылда балалар китапханаһында ҡуйылған.
Лиза электән монотипия ысулы менән һүрәт төшөрөргә ярата. Был техника дәрес программаһына ла инә. ”Монотипия” һүҙе латин теленән “бер эҙ” тип тәржемә ителә. Быялаға бумала ярҙамында буяу һибеп сығаһың йә берәй һүрәт төшөрәһең дә (акварель, майлы буяу, гуашь, акрил ҡулланырға була), өҫтөнә ҡағыҙ һалып, валик йә ҡул һырты менән өҫтөнән һыпыраһың. Ҡағыҙға сыҡҡан тап эҙҙәре бер нәмә лә аңлатмай әле. Был таптарҙы кемдер сәскәгә оҡшата, кемдер ағасҡа, кемгәлер улар йәй булып күренә, кемдер ҡышты сырамыта; берәүҙәргә ямғыр яуған кеүек, икенселәргә – ҡар. Күҙ алдыңа килгән нәмәне ысын һүрәт итеп төшөрөп бөтөп ҡуяһың. ”Күргәҙмәләргә ҡуйылған эштәр ни эшләптер күп ваҡытта тап монотипиянан тыуа, улар ысын ижади эш һанала”, – ти Лиза. Был техника ысулы менән эшләгәндә лә Лиза акварель буяуға тоғро ҡала.
Лиза студенттарына рәсем төшөрөү һөнәрҙәрен өйрәтеүҙән тыш текстиль ҡурсаҡтар тегеү түңәрәге алып бара, курс проекттары һәм квалификация эштәренең етәксеһе лә булып тора. Студенттары уның ҡул аҫтында төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Һәр береһенең уңышына, еңеүенә ҡарап, үҙенең хеҙмәтенең бушҡа китмәүен күрә Лиза Рафиҡ ҡыҙы һәм быға сикһеҙ һөйөнә.
Уҡытыусы – ул иң беренсе тәрбиәсе. Лиза Рафиҡ ҡыҙы студенттары күңелендә тик яҡшылыҡ тыуҙырырға тырыша: атай-әсәйеңә, тыуған ереңә, илеңә һөйөү; һайлаған һөнәреңә тоғро ҡалыу; бөтә нәмә лә матди байлыҡтан ғына тормауын аңлатыу. Рафиҡ Агишев ағай ҙа балаларын ҡасандыр уҡырға, эшләгән эшеңде яратып башҡарырға өндәп үҫтергән.
“Тормош юлымда осраған һәр изге күңелле кешегә, миңә белем биргән, киләсәгемә ышанған уҡытыусыларыма, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыр яҡындарыма, беҙҙе уҡытып, кеше иткән, беҙ тип йәшәгән атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен. Бигерәк тә атай-әсәйемдең күңелебеҙгә яҡшылыҡ орлоҡтары һалыуы оло тормош юлына фатиха булған. Эшемде мин ныҡ яратам, ниндәй генә ауыр саҡтарҙа ла һөнәремә тоғро ҡалдым, юлымдан тайпылманым. Сәнғәттең уртаһында ҡайнап йәшәү – ул минеке. Тормошомдан ҡәнәғәтмен...” – тине Лиза хушлашҡанда йылмайып. Уның ошо һүҙҙәре, йылмайыуы минең дә күңелемә инеп ултырҙы. Ысынлап та, эшеңә байрамға барған кеүек барһаң, өйгә талпынып ҡайтһаң, мауығыуҙарыңа ла ваҡыт тапһаң, тормош шул тиклем матур, йәшәүе лә күңелле!..

Гөлнара Мостафина.

 

Автор:
Читайте нас: