Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
12 Май 2023, 20:45

Уның кеүектәрҙе алтын ҡуллы тиҙәр...

– Килем алыр, аҡса эшләр өсөн тотонманым. Үҙемә, ҡыҙыма, әсәйемә, һеңлеләремә, бүтән яҡын гүзәл заттарға бүләк итеү маҡсатынан ғына был эшкә ҡыҙыҡһыныуым артты.

Уның кеүектәрҙе  алтын ҡуллы тиҙәр...
Уның кеүектәрҙе алтын ҡуллы тиҙәр...

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған, туҡтауһыҙ эҙләнгән замандаштарыбыҙ – милләтебеҙ ғорурлығы. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Альбина Фазләхмәтова – өлгөлө, уңған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе.

Хозур тәбиғәтле Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылынан ул. Бер урында тик торорға яратмаған ҡыҙ урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлағас, тегенсе һөнәренә уҡый. Был эш күңеленә ятһа ла, бәләкәйҙән әсәһе кеүек мөғәллимә булырға теләгәс, Күмертау педагогия колледжына инеп, физкультура уҡытыусыһына белем ала. Үҙ-үҙен эҙләгән, төрлө йүнәлештә табырға тырышҡан Альбина Мәләүез ҡалаһында махсус кейем теккән ойошмала эшләгәндә М. Аҡмул­ла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында юғары белем алырға өлгөрә.
Ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы уға ғәзиз кешеһе уята. Әсәһе Нурзилә Миңләхмәт ҡыҙы уны алты йәшендә энә менән бәйләргә өйрәтә. Мәғариф отличнигы, Яҡуп мәктәбендә ғүмере буйы математика, физика фәндәренән йәш быуынды уҡытҡан кеше ҡыҙының һәләтен бала сағынан уҡ тойомлағандыр. Әйткәндәй, Альбина – өс һеңлеһенә өлгөлө апай ҙа. Алғы тәгәрмәс нисек тәгәрләй, артҡыһы ла шулай бара, тиҙәр бит. БДАУ тамамлаған Әлиә һеңлеһенең Өфөлә емеш-еләктән эшләнгән гөлләмәләр менән һатыу иткән магазины бар. Күлдәктәр ҙә тегә, бәйләргә лә ярата уңған ҡыҙ. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Рүзилә һеңлеһе косынка, кофталар бәйләй. Керпек үҫтереү һөнәрен дә үҙләштереп алған. Кинйәбикәләре Нәргизә – БДАУ икенсе курс студенты. Апаларынан ул да ҡалышмай, һүрәт төшөрөргә ярата. Ҡойоп ҡуйған кеүек итеп портреттар эшләй.
Ҡыҙҙарҙың әсәләренең дә ҡулы оҫта. Шәл, япма, тәпешкәләр бәйләй уҡытыусы. Балаҫ та һуға. Ейән-ейәнсәрҙәренә лә өлгөлө өләсәй Нурзилә Миңләхмәт ҡыҙы. Албинаның ҡыҙы Сабина өләсәһенән күреп, үҙенә бәләкәс кенә балаҫ һуғыу ҡоролмаһы һатып алдырта. Мәләүез башҡорт гимназияһында уҡып йөрөүсе ун бер йәшлек бала әлеге ваҡытта өләсәһенән балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнә. Әсәһе менән булғанда сәйләндән беләҙек, йөҙөктәр эшләп ҡарай. Башҡорт орнаментлы алҡалар менән дә ҡыҙыҡһына.
Салауат Зөфәр улы менән Сабина, Сабир исемле балалар үҫтерәләр. Сабина шулай уҡ рәсем түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә ярата. Сабир спорт менән дуҫ. Киләсәктә оҫта футболсы булып танылырға хыяллана. Мәләүез районы Ҡотош ауылында йәштәр иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем торалар. Йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, ҡош-ҡорт тоталар. Ауылда башланғыс кластар ғына булыу сәбәпле, уҡыуҙар башланғас, Мәләүез ҡалаһында йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы, республикабыҙҙа йәшәүсе башҡа күп ир-аттар кеүек үк, Себер тарафтарына вахта ысулы менән эшкә йөрөй. Һунар итергә, тәбиғәт ҡосағында булырға ярата. Бал ҡортолай тырыш, уңған был ғаилә боронғо кәсептәребеҙҙең береһе умартасылыҡ менән дә ҡыҙыҡһына. Үҙҙәре өсөн бер нисә баш умарта ла тота.
Бала бағып, декрет ялында ултырғанда Альбина Юлай ҡыҙы башҡорт халыҡ милли кейем үҙенсәлектәрен тәрәндән өйрәнеп, түшелдеректәр эшләүгә тотона. Тора-бара уларҙан стилләштерелгәндәренә күсә. Бөгөнгө көндә металдан алҡа, беләҙек, йөҙөк, сулпылар ҙа эшләй. Һабантуй кеүек байрамдарҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Үҙе йәшәгән яҡтың йөҙөк ҡашына әйләнгән ул.
– Килем алыр, аҡса эшләр өсөн тотонманым. Үҙемә, ҡыҙыма, әсәйемә, һеңлеләремә, бүтән яҡын гүзәл заттарға бүләк итеү маҡсатынан ғына был эшкә ҡыҙыҡһыныуым артты. Башланғыс осорҙа Өфөлә үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәренә барып белемемде үҫтерҙем. Һатыуға сығарғас, бүтәндәрҙекенән күпкә арзан икәнен күреп: “Эштәренең сифаты түбәндер. Шуға осһоҙ”, – тигәндәрен дә ишеттем. Нимә генә тиһәләр ҙә, намыҫ менән башҡарам. Һатып алыусыларҙың шатланып тағып йөрөүҙәрен теләйем. Үҙем иһә ҡул эштәре менән булышҡанда тынысланам. Уйҙарымды рәткә килтерәм. Илһам килгәндә, тәүлектең ҡайһы өлөшө булыуға ҡарамаҫтан, тотонам. Шул ваҡытта эшеңдең һөҙөмтәләре ҡыуандыра, – тип яратҡан эшенең серҙәре менән бүлешә Альбина.
Ысынлап та, Албинаның күңел йылыһын һалып башҡарған әйберҙәре күптәрҙең күҙен ҡыҙҙыра. Мәләүез районының Бала Сытырман ауыл мәҙәниәте йортонда “Замандаш” халыҡ фольклор ансамбленең һәүәҫкәр артистары ул эшләгән бер иш биҙәүестәрҙә сығыш яһайҙар. Мәләүез ҡалаһындағы балалар баҡсаларында, халыҡ ижады үҙәгендә лә Альбинаның оҫта ҡулдары тыуҙырған биҙәүестәр сараларҙың биҙәгенә әйләнгән.
Оҫта ҡуллы ханым, мөрәжәғәт итеүселәр булһа, башҡорт халыҡ милли кейемдәрен дә тегә. Миәкә районы Илсеғол ауылында йәшәүсе эшҡыуар Альбина Мөхәмәтйәнова аҙашы үҙенә инселәп теккән милли күлдәк менән камзулын төрлө күркәм сараларға, осрашыуҙарға яратып кейә. Бәләкәс ҡыҙҙарға бер иштән күлдәк, эс кейеме, яулыҡты ла ҙур теләк менән алалар. Ғаиләһе өсөн уңған хужабикә спорт костюмдары, шорты, футболкалар ҙа тегә. Фетр туҡымаһынан заманса йәнһүрәт геройҙарын һынландырған уйынсыҡтарын да балалар баҡсаларынан йыш мөрәжәғәт итеп тектерәләр. Яңы тыуған сабыйҙарға исемләп түшәк ҡаралтылары ла эшләй оҫта ханым. Күңеле төшкәндә башлыҡ, бейәләй, шарф та бәйләй. Шулай уҡ ырғаҡ менән төрлө әкиәт геройҙарын да оҫта итеп, үҙенең фантазияһын ҡушып һынландыра. Киләсәктә милли кейемдәге уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар тегеү тураһында ла хыяллана.
Ҡотошта йәшәгән сағында мәҙәниәт йортонда түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғара. Ауылда йәшәүсе гүзәл заттар бындай осрашыуҙарға теләп йөрөй. Альбина үҙе белгәндәре менән бүлешеп кенә ҡалмай, ә был кәсепкә тотонорға теләүселәрҙе дәртләндереп, илһамландырып та ҡайтара. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, артабан да был шөғөлгә ныҡлап тотоноусылар булһа, шатлана.
Егәрленең ҡулы – етәү, ти беҙҙең халыҡ. Улар өсөн хатта көн дә, төн дә юҡ кеүек. Тәүлектә лә бер нисә сәғәт уларға артығыраҡ, күберәк бирелгән һымаҡ. Иң мөһиме, ундайҙар бер ваҡытта ла ваҡыт етмәүгә, теге йәки был эшен эшләп өлгөрмәүҙәренә лә зарланмайҙар. Донъялары ла ҡунаҡ көткәндәй һәр саҡ ялт итеп тора. Ире айҙар буйы ситтә эшләгән саҡта, ике бала өсөн атай ҙа, әсәй ҙә ролен үтәп, уларҙы ҡарауға, тәрбиәләргә көсөн йәлләмәгән Альбинаға ҡарап һоҡланғанда шундай уйҙар тыуа. Үҙе иһә: “Мин тик ултыра белмәйем. Һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнергә, эҙләнергә, яңы, быға тиклем тотонмаған нәмәләрҙе эшләп ҡарарға яратам”, – ти ихлас йылмайып. Уның ҡәһүә емештәренән, органза туҡымаһынан эшләгән топарийҙарын; сәйләндәрҙән, яһалма емеш-еләкте ҡулланып эшләгән картиналарын; балаларҙы күҙ тейеүҙән һаҡлаусы брошкаларын, сәс һуҙмаларын, тағы ла, иҫтәлекле даталарға, байрамдарға үҙ ҡулдары менән булдырған матур-матур әйберҙәрен күргәс, беҙҙең халыҡта уның кеүектәргә ҡарата алтын ҡуллы кеше, тип маҡтауҙары һис тә шаштырыу түгеллегенә ышанаһың.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: