Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
8 Март , 14:00

Күңелендә гөл һәм наҙ ғына

Күп гүзәл заттар декрет ялын файҙалы уҙғарыр өсөн үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарауҙары билдәле. Гөлназ да шулай.

Күңелендә гөл һәм  наҙ ғына
Күңелендә гөл һәм наҙ ғына

Ҡараңғы төндө яҡтыртыусы сыраҡ һымаҡ баҙлап торған оло йөрәкле кешеләр була. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе оҫта ҡуллы замандашыбыҙ Гөлназ УРАЗОВА шундай заттарҙан.

Гөлназ иң тәү сиратта туған телен төплө белеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ни тиһәң дә, ҡалала тыуып-үҫкән ундай йәштәрҙе һирәк осратаһың. Күрәһең, ғаилә тәрбиәһе, Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында мөхиттең тәьҫире көслө булған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары борон-борондан ҡул эштәренә оҫталыҡта һынатмаған. Гөлназ да иң тәү сиратта өләсәһе Йәсминур Сәлихйән ҡыҙының ҡойоп ҡуйған кеүек итеп шәлдәр бәйләүен иҫкә төшөрөп, йылы хәтирәләргә бирелде. Утыҙ бер йәшендә тол ҡалып, яңғыҙы дүрт бала үҫтергән ҡатын колхоз эшенә йөрөү менән бергә, ҡулына энә тоторға ла өлгөрә. Гимназияла хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Асия Миңлехәсән ҡыҙының өйрәткән һәр төрлө ҡул эштәрен отоп ҡалырға тырыша. Тәүге тапҡыр ҡулына ырғаҡты шул мәлдә тота.
Күп гүзәл заттар декрет ялын файҙалы уҙғарыр өсөн үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарауҙары билдәле. Гөлназ да шулай. Тәүге балаһы Софья тыуғас, ҡул эшенә ныҡлап тотона. Фетрҙан төрлө уйынсыҡтар тегә ул. Тора-бара ырғаҡ менән эшләргә әүәҫләнеп китә. Тәү тапҡыр артыҡ ҙур булмаған, бәләкәстәр ҡосаҡлап ҡына йөрөтөрлөк ҡуяндар бәйләй. Уларҙы үҙе теләгәнсә итеп кейендерә, таҫмалар таға. Төҫтәре лә үҙенсәлекле, һәр кемде үҙенә тартып, саҡырып тора. Бер оҫтарып алғас, йомшаҡ айыу, һарыҡ, быйылғы йыл хужаһы – аждаһалар урын ала. Ниндәйҙер мөһим ваҡиғаға арнап бәйләгәндәре лә бар. Мәҫәлән, өҫ кейеме Рәсәй, Башҡортостан флагтары төҫө менән бәйләнгән айыуҙарҙы ҡайҙа күргәнегеҙ бар? Гөлназдың ҡурсаҡтары ла ҡабатланмаҫ образдарҙа һынлана. Француз ҡатын-ҡыҙҙары кейеме стилендәге, мосолман, башҡорт халыҡ милли кейемендә улар. Йәнең теләгәнен һайлап ал. Һатып алыусыларының теләктәре буйынса, башҡа стилдә лә эшләп бирә. Йәнә Гөлназдың күҙ нурҙары түгелеп эшләнелгән йөрәк, төрлө ҡоштар, кейек-януарҙар формаһындағы бәләкәс кенә брелоктар ҙа тотош республика буйлап таралған.
Эҙләнһәң, теләгең булһа, ғөмүмән, ырғаҡтар менән төрлө нәмәләр эшләргә мөмкин. Бәләкәс балаларҙың йоҡо карауатына ҡуймалы, Яңы йыл хужаһы шыршы аҫтына ултыртырлыҡ кәрзиндәр ҙә бәйләй.
Фетр менән эшләүенән дә туҡталмай. Байрамдарҙың биҙәге һаналған, матур теләктәр яҙылған асылмалар, уҡыусылар өсөн исемле закладкалар, һүрәтле магниттар эшләүсе оҫта булараҡ та танылған.
Уның булдыҡлы икәнен белеп, башҡа һорауҙар буйынса ла йыш мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, көслө заттарға бүләк эҙләй башлаһаң, күҙ тона. Бер мәл бер таныш ҡатын: “Их, яҡын-тирәлә ир-егеттәргә гөлләмә эшләүсе кеше юҡ”, – тип уфтана. Тәүәккәл кеше таш яра, тиҙәр бит. Гөлназ да был эшкә йәһәтләп тотона һәм сыр, башҡа төрлө ҡабымлыҡтар йыйылмаһынан торған гөлләмәне әҙерләп тә бирә.
Матур, ҡабатланмаҫ әйберҙәр эшләү менән бергә, оло йөрәкле кеше лә ул. “Ҡайһы саҡта үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап, тирә-яҡта нимә барғанын, башҡаларҙың нисек йәшәгәнен онотоп китәбеҙ, – ти Гөлназ, ҡасан ирекмәнлек эшенә тотоноуын иҫләп. – Бер мәл үлемесле генетик ауырыуға дусар булған Эмиль Ғайсиндың ауыр хәле тураһында интернетта күреп ҡалдым да үҙемә урын тапманым. Үҫеш яғы артта ҡала башлағас, табиптар төрлө диагноздар ҡуйып дауалап ҡарайҙар. Файҙаһы ла теймәй, бәләкәй пациенттың хәле, киреһенсә, көндән-көн ауырлаша. Израилгә операцияға әҙерләгән мәле ине. Ауыр хәлдә ҡалған ғаилә менән бәйләнешкә индем. Артабан ҡалала үткән сараларҙа һатыу эшен ойошторғанда хәйриә эше менән булыша башланым. Миңә эйәреүселәр, теләктәшлек белдереүселәр ҙә тиҙҙән табылды. Һатылған әйберҙәрҙең күпмелер өлөшөн Эмилгә ебәрә башланыҡ. Израилдә операция уңышлы үтте, мейе һөйәге күсерелеп ултыртҡан көндән алып ул хәҙер, биш йыл, икенсе тыуған көнөн үткәрә.
Ғөмүмән, тирә-яҡҡа иғтибар менән ҡараһаң, үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡайғыртып йәшәмәһәң, ауыр хәлдә ҡалған, беҙҙең иғтибарға, ярҙамға мохтаж кешеләрҙең күп булыуын тора-бара нығыраҡ аңғара башланым. Бигерәк тә саҡ йәшәй башлаған балаларҙың айҙар, йылдар дауамында ғүмере дауаханала үтеүе һиҫкәндерҙе. Мәләүез ҡалаһында ғына ундайҙар һәр ваҡытта бер нисәү була. Ә Өфө, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаларҙа уларҙың һаны тиҫтәнән, йөҙҙән артып китә. Нимә менән, нисек ярҙам итә алабыҙ һуң беҙ? Әлбиттә, һәр сабый яңы уйынсыҡҡа ҡыҙығып ҡарай. Йәнә дарыу, ҡиммәтле ҡоролмалар, улар янында тәүлек әйләнәһенә тороусы махсус ялланған бала ҡараусыларға түләү өсөн ата-әсәләренең генә хәленән килмәй. Беҙ уларҙы өҫтәренә ишелеп төшкән сир-ҡайғы менән яңғыҙ ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Йәнә, бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй, тигәндәрен дә онотмаҫҡа кәрәк”.
“Дауахана балалары” акцияһына ҡушылыу менән бергә, Өфөләге хосписҡа ла ярҙам итә. Яҙмыш ҡосағына ташланған балалар тураһында ла онотмай. Мәләүез районының Воскресенск ауылында урынлашҡан балалар йортона йә бәйләнгән уйынсыҡтар бүләк итә, йә аҡсалата бирә. Ауыр хәлдә ҡалған, яуыз сир көнләп түгел, сәғәтләп, минутлап үҙен белдергән ваҡытта, тиҙ арала аҡса йыйыу, был мәғлүмәтте таратыу ҙа ҙур ярҙам. Гөлназ быны ла яҡшы аңлай һәм үҙенең эштәре ҡуйылған төркөмдә даими ҡуйып бара. Үҙенә теркәлеүселәрҙе лә битараф ҡалмаҫҡа саҡыра.
Изгелек эшлә лә һыуға һал, тиҙәр. Гөлназ баҫалҡылығы менән дә күп замандаштарыбыҙҙан айырылып тора. Һәр аҙымын боғаҙ ярып ҡысҡырып бармай. Уның изге эштәре хаҡында туғандары, таныштары киң мәғлүмәт сараларынан, социаль селтәрҙәге яңылыҡтарҙан ғына белә.
Күптәргә өлгө булып торған Гөлназ бала тәрбиәләүҙә лә һынатмай. Ҡыҙын ирекмәнлек эшенә йәлеп итергә тырыша. Изгелек ҡылыр өсөн теләк кенә кәрәк икәнлеген яҡшы белә. Әлеге ваҡытта Софья уҡыған 4-се мәктәптә пластик шешәләрҙең ҡапҡастарын йыялар. Баш ҡалалағы махсус урынға тапшырғас, ул сумманы Өфө хосписына бирергә йыйыналар.
Күмертауҙағы тау колледжын тамамлаған Гөлназ Мәләүездә типографияла эшләй. Әле ике йәшлек улы Артур менән декрет ялында. Алған һөнәре буйынса артабан эшләргәме, юҡмы тип уйлана. Ирекмәнлек, хәйриә эштәре менән булышыу нығыраҡ оҡшай. Күңелендә гөл һәм наҙ ғына йөрөткән, исеме есеменә тура килгән оло йөрәкле, оҫта ҡуллы замандашыбыҙға был башланғыстарында ла уңыштар теләйек.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас: