Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
26 Февраль , 20:10

Һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар

Егет кешегә генә түгел, бөгөнгө заманда ҡатын-ҡыҙҙарға ла етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән фекер менән бар яҡлап та оҫта, бөтмөр гүзәл заттар менән яҡынданыраҡ танышҡан һайын нығыраҡ ышанаһың. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһы гүзәле, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе Динә ҠУЖАБАЕВА тап шундай заттарҙан.

Һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар
Һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар

Егет кешегә генә түгел, бөгөнгө заманда ҡатын-ҡыҙҙарға ла етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән фекер менән бар яҡлап та оҫта, бөтмөр гүзәл заттар менән яҡынданыраҡ танышҡан һайын нығыраҡ ышанаһың. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһы гүзәле, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәүсе Динә ҠУЖАБАЕВА тап шундай заттарҙан.

Бала тормошонда олатай менән өләсәй ҙур роль уйнай. Атаһы менән әсәһе биреп бөтмәгән иғтибарҙы, тәрбиәне тап өлкәндәрҙән алаһың. Йәнә баланың балаһы балдан да татлы, тиҙәр бит әле. Динә Ғәзиз ҡыҙы үҫкән саҡта атаһы менән әсәһенең дә күп осраҡта ваҡыттары ла, көстәре лә эшкә китә. Шуға ла, уҡыусыларҙың каникулдары башланыу менән ул яратҡан өләсәһе янына ашыға. Ун алты ғына йәшендә Баймаҡ районының Бәхтигәрәй ауылына килен булып төшөп, һигеҙ балаға ғүмер биреп, бынан бер нисә йыл элек туҡһан ике йәшендә вафат булған тыл һәм хеҙмәт ветераны Нәҙербаева Мөбинә Һиҙиәт ҡыҙынан был донъяны, тирә-яҡты күберәк танып белергә тырышҡан ейәнсәре күп нәмәләргә өйрәнә. Ул ғына ла түгел ҡатын-ҡыҙ, шәхес булараҡ та, тормоштоң әсеһен һәм сөсөһөн бала сағынан алып күп татырға тура килгән, бәләкәй сағында әсәһе ат арбаһы аҫтына ҡалып ҡулһыҙ ҡаланға күрә бөтә өйҙәге ауыр эште үҙ элкәһендә күтәргән, һуғыш осоронда колхоз эшенә бала ғына сағында сығып эшләгән, иген сәсеүҙә, торф сығарыуҙа ла йөрөгән өләсәһе күп нәмәләргә төшөндөрә. Иң матур сифаттарының береһе – барыһына ла, дәрәжәһенә лә, вазифаһына ла ҡарамайынса тигеҙ ҡарау, иғтибарлы, ихтирамлы булыу, тормошто нисек бар шулай яратыу кеүек бәхетле кешегә хас сифаттарҙы тәрбиәләй.

Дарыу – аяҡ аҫтында. Үләндәрҙе танып, йыйыу ваҡытын белеп ҡулланырға ғына кәрәк. Тәбиғәттән көс-дәрт алып йәшәгән өләсәһе тыуған ерендә үҫкән үләндәрҙең ҡайһыһы нимәгә шифалы икәнлеген биш бармағылай белә. Яйлап ейәнсәренә лә өйрәтә башлай. Дегәнәк тамыры, кесерткән, алабута, мәтрүшкәләрҙең бер нисә төрөн, баҡса артында ғына үҫкән ҡан үләнен, емеш-еләкте бергәләшеп йыялар, киптерәләр, төнәтмәләр эшләйҙәр. Олоғайып быуындары һыҙлай башлаған өләсәһенең йәйҙәрен дегәнәк япрғын тубығына бәйләп, башына сөйөлгән яулығы аҫтына һалып йөрөгәнен, тамағы ауыртһа баҡса артында үҫкән ҡан үләненең төнәтмәһен ҡалаҡлап ҡына эскәнен күреп тә, тыуған яғындағы һәр үҫемлектең оло хазина икәнлегенә инана. Хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡып йөрөгән сағында ла ялдарға өләсәһе янына ашыға. Кистәрен күңел асып йөрөр урынға, ул оло йәштәге ғәзиз кешеһе янында ниндәйҙер һөнәргә өйрәнеүҙе кәрәк тип таба һәм үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡанда быларҙың барыһы ла уға кәрәк була.

Динә Ғәзиз ҡыҙы төрлө яҡҡа барымлы һоҡланғыс гүзәл заттарҙың береһе. Балалары буй еткергәс, күңел түрендә күптән йөрөткән хыял-эштәрен тормошҡа ашыра башлай. Һабындар ҡайнатырға тотона. Уларҙы ҡаҙҙың, йылҡының эс, кокос майҙары, кәзә һөтө, ҡорт балы, көлдән эшләнгән һелте, кесерткән, артыш кеүек төрлө үләндәр ҡушып, төрлө ауырыуҙарға, тиреләргә ҡулайлаштырып эшләй. Оҙаҡламай ҡабатланмаҫ ҡаты шампундары ла барлыҡҡа килә. Бүләк итеп бирә торғандарына төрлө эфир майҙары, махсус һатылған, зыяны булмаған буяуҙар ҡуша. Өләсәһе менән урман-ҡырҙар гиҙеп үткән бала, үҫмер саҡтарын иҫенә төшөрөп үҙенсәлекле, скраб, кремдар эшләү менән дә мауыға. Мәҫәлән, әремдең емештәре менән диңгеҙ тоҙоноң ҡушылмаһын, мунсала бер тапҡыр тирләгәндән һуң, тәнгә ышҡыһаң, тире таҙарып ҡына ҡалмай, экзема, псориаз кеүек сирҙәрҙе туҡтатырға ла ярҙамы тейә икән.

Бөгөнгө көндә файҙалы, боронғо ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү модаға ҡабаттан керҙе. Тәмле, витаминдары шул килеш тиерлек ҡалған башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе ҡаҡты борон туңдырып һаҡларға һыуытҡыстар, ҡайнатма итергә шәкәр ҡомо булмағанлыҡтан, моғайын, ҡойғандарҙыр. Әлеге ваҡытта ла уға иғтибар артты. Динә Ғәзиз ҡыҙы ҡаҡ ҡойоу серҙәренә махсус рәүештә онлайндан уҡып ала. Махсус киптергестәрҙә киптерелгәненә ҡарағанда,  боронғоса туҡмас таҡталарын майлап асыҡ һауала әҙерләнгәненең тәме күпкә айырылыуын күп тапҡырҙар һынап ҡараған. Был аҙыҡты эшләп ҡарарға теләүселәр өсөн, ҡарағат, еләк кеүек емеш-еләктәргә мотлаҡ алма ҡушырға тәҡдим итә. Был осраҡта алмалағы пектин ярҙамында әҙерләнгән ҡаҡ һынмай икән. Йәнә балан, ҡара миләш, хатта кишер кеүек йәшелсәләрҙән дә эшләй. Төрлө сәртләүектәр, етен, мәк кеүек тәмләткестәр ҙә ҡуша. Ҡасандыр был милли ризыҡты үҙенә тәүләп ауыҙ иттергән өләсәһе лә ейәнсәренең үҙ ҡулдары менән эшләгән был аҙыҡты яратҡан. Хатта төндә йоҡлағанда тамағы ауыртып китһә, мендәр аҫтына һалып ҡуйған ҡаҡты әҙләп кенә имеп ятыр булған. Бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ағинәй халыҡ медицинаһын яҡшы белгән инде.

Динә Ғәзиз ҡыҙы ғаиләһе менән Өфөгә бер нисә йыл элек кенә күсеп килгәндәр. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, ғаилә башлығына эше буйынса йыш ҡына бер урындан икенсе урынға барып эшләргә тура килә. Баймаҡ ҡалаһынан Учалыға күскән мәлдә, хужабикәгә күпмелер ваҡыт уға өйҙә ултырырға тура килә. Шул мәлдә рәссам Радина Батпенованың ҡаҙаҡтарҙың милли биҙәктәрен кейемдәргә төшөргәнен күреп, был йүнәлештә ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы арта.  Елена Нечвалоданың “Башҡорттарҙың милли түшелдеректәре” тигән китабынан, артабан, башлыса боронғо Баймаҡ яғы халҡы таҡҡан милли биҙәүестәрҙең биҙәктәрҙе төшөрә башлай. Үҙ аллы өйрәнгән был мауыҡтырғыс эштә эҙләнеүҙәр мәлендә һәр биҙәккә ниндәйҙер мәғәнә һалыныуын аңлай. Йәнә башҡорт халҡының һәр яҡтағы үҙенсәлекле тәбиғәте, халҡының һөйләше кеүек үк, кейем өлгөләре лә айырылып тороуына төшөнә. Динә Ғәзиз ҡыҙының милли биҙәүестәр менән эшләнгән әйберҙәренең айырылып торған яҡтарының береһе – капюшонлы кофталарға ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме ҡашмауҙы төшөрөүендә. Бер кейемгә биҙәкте аҙналар дауамында, тәмен белеп, күңел йылыһын һалып, башҡорт йыр-моңдарын тыңлай-тыңлай эшләргә күнеккән. Уның эштәрен ҡабатлауын һораусылар ҙа табыла. Әммә ҡабат-ҡабат бер биҙәккә тотоноуҙың мәғәнәһен күрмәй. Һәр береһе ижад емеше булғанлыҡтан, улар уның хыялдары, фантазиялары аша барлыҡҡа килгәнлектән һәр береһе ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле.  

Һәр ғаилә – үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Унда һинең башланғыстарыңды хуплап, ярҙам итеп, үҙеңә-үҙең ышанмай киткән саҡтарҙа ҡанатландырыусылар булмаһа, күп нәмә башланған килеш кенә тороп ҡалыусан. Был йәһәттән Динә Ғәзиз ҡыҙы бәхетле. Миңнулла Миңлеғәле улы менән иңгә-иң терәп егерме ике йыл бергә йәшәйҙәр. Нургизә менән Ниязға үҙҙәренең матур тәрбиә өлгөләрендә тәрбиәләп үҫтергәндәр. Икенсе яртыһы ла, мәктәп уҡып йөрөгән улы менән медицина һөнәрен алыусы ҡыҙы ла уның өсөн ҙур терәк-таяныс.

– Нимәгә тотонһам да, яҡындарым мине дәртләндереп кенә тора. Һабын-шампундар эшләй башлағас, магазиндан ундай йыуыныу кәрәк-яраҡтарын бөтөнләй тиерлек алмайбыҙ. Файҙалы яҡтарын улар күптән белә. Эше буйынса күп ваҡыт ситтә эшләргә тура килгән ирем ялдарға беҙҙең янға ҡайтыу менән яңылары кәрәк, тип заказ биреп ҡуя. Ҡаҡтарҙы иһә һәр беребеҙ эш, уҡыу урынына ла алып барабыҙ. Бауыр аҫты бушап киткәндә, чипсы кеүек нәмәләргә, тиҙ әҙерләнгән ризыҡтарға ҡарағанда асығыуҙы ла баҫа, файҙалы ла. Яҡындарым мин һүрәт төшөргән милли биҙәкле кейемдәрҙе лә яратып кейәләр. Бер нимәне лә һатыуға эшләмәйем. Барыһын да күңелем ҡушыуы буйынса башҡарам һәм үҙебеҙҙән артып ҡалғанын туғандарға, дуҫтарға бүләк итәм. Ҡул эштәренә һәр осорҙа ла иғтибар ҙур һәм бындай үҙенсәлекле ризыҡты, әйберҙәрҙе шатланып ҡабул итәләр, – ти Динә Ғәзиз ҡыҙы.

Һәр үләндең файҙаһы барлығын белгән, уларҙы өйрәнеүен дауам иткән Динә Ғәзиз ҡыҙы уларҙы төрлө урындан, үҙ ваҡытын белеп кенә йыя. Тормош иптәшенең тыуған яғы Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйында, мәҫәлән, ҡырағай ҡарағат япрағы үҫә. Уның емеше лә, япрағы ла баҡсаныҡынан бөтөнләй айырылғанын Ҡужабаевтар ғаиләһе күп йылдар дауамында һынап ҡарағандар. Мәтрүшкә, туҡранбаш кеүек үләндәрҙе лә тап шул яҡтан, экологик яҡтан таҙа урындарҙан йыйырға күнеккәндәр. Баймаҡтан – Ирәндек буйҙарынан артыш алып киләләр. Ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡаптарға, туҡыманан тегелгән төйөнсөктәрҙә үләндәр киптереп һаҡлаған әсәләренә ҡарап балалары: “Һин бынан кәмендә бер быуат элек тыуырға тейеш булғанһыңдыр. Берәй төпкөлдә халыҡты ҡабул итеп, дауалар инең”, –  тип шаярталар. Әйткәндәй, ҡулдарының шифаларын үҙҙәре лә йыш тапҡырҙар һынағандар. Динә Ғәзиз ҡыҙы массаж да эшләй белә.

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигән боронғолар. “Күберәк эшләһендәр, эҙләнһендәр, эксперимент эшләүҙән ҡурҡмаһындар. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе, икәнлеген иҫтәренән сығармаһындар. Минең өсөн өләсәйемдең әйткән һүҙҙәре үҙе бер тормош һабаҡтары булып күңелдә ҡалды.  “Аллаһы Тәғәлә бәхетте иртән тарата. Ҡояш менән бергә торорға, үҙең эшләмәһәң һиңә берәү ҙә әҙерҙе килтереп бирмәй”, –  тип йыш ҡабатлар ине.  Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге роле, урыны тураһында ла үҙенең тәжрибәләре менән йыш уртаҡлашты. Өйҙәге һүҙҙе ситкә сығармау – бәхетле тормоштоң нигеҙе икәнлеген аңлатты. Бәләкәй генә ҡаршылыҡтарҙы ла бергә үткәреп ебәрә белмәүҙәре арҡаһында, бөгөнгө көндә күп ғаиләләр тарҡала, балалар ата-әсәһе бар килеш ярты етем ҡала. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын икәнлеген онотмаһындар”, – ти Динә Ғәзиз ҡыҙы йәштәргә кәңәштәрен биреп. Туҡтауһыҙ эҙләнгән, яҡындарын яңынан-яңы эшләнгән, бешерелгән, әҙерләнгән әйберҙәре менән ҡыуандырып торған һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй, шәп замандашыбыҙға ҡарап күңел һөйөнә. Үҙең дә һиҙмәҫтән, уға оҡшарға тырыша башлайһың.

Һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар
Һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас