Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Оҫта ҡулдар
12 Мая , 10:18

Ҡулынан гөлдәр тама

Баҫҡан ерендә ут сығарған, нимәгә тотонһа ла ҡулынан гөлдәр тамған гүзәл заттарыбыҙ милләттәштәребеҙ араһында күп. Шуларҙың береһе Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Сәлимә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.

Ҡулынан гөлдәр тамаҠулынан гөлдәр тама
Ҡулынан гөлдәр тама

Баҫҡан ерендә ут сығарған, нимәгә тотонһа ла ҡулынан гөлдәр тамған гүзәл заттарыбыҙ милләттәштәребеҙ араһында күп. Шуларҙың береһе Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Сәлимә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.

“Бала саҡ хәтирәләремдә ҡыҙыҡлы, йәки күңелемдә уйылып ҡалған хәл-ваҡиғалар ғына түгел, ә еҫтәр ҙә урын алған. Ҡыҙыҡ, эйеме? Бала сағымдағы әсәйемдең еҫен иҫләйем, әле лә. Уның менән бергә тыуған яғым Федоровка районының Һәйет ауылында үткән бәхетле бала сағым. Өс ағай, бер апай араһында иркәләнеп кенә үҫкән кинйә ҡыҙ бала мин.

Йәнә беренсе сентябргә әҙерләгән уҡыу кабинетының еҫен. Эйе, мәктәптең дә үҙенсәлекле, шундай тулҡынландырғыс еҫе бар. Был еҫ минең ҡаныма күптән, бәлки, әсәйемдең ҡарынында саҡта уҡ һеңгәндер. Мин - уҡытыусы. Ҡырҡ ете йыл рәттән 1 сентябрь минең өсөн йыл да ҙур байрамға әйләнә. Башта уҡыусы, һуңынан студент булып, хәҙер утыҙ дүрт йыл инде уҡытыусымын. Ғөмүмән, башҡаларҙан айырым рәүештә, белем усағына минең тарафтан һалынған һуҡмаҡ бик иртә башланды. Ғәҙәттә, мәктәпкә башҡалар алты-ете йәштәрҙә бара. Ә мин мәктәпкә тәүге сәйәхәтемде хәтерләмәйем дә. Моғайын, ике-өс йәштәр тирәһендә булғандыр, сөнки әсәйем Миңлекамал Ғәйебйән ҡыҙы Әминева ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Ул йыш ҡына мине үҙе менән эшкә, мәктәп байрамдарына ала торғайны. Унда барыһы ла оҡшай: мәктәп парталары ла, китаптар теҙелгән шкафтар, бөтә стенаға һуҙылған ҙур таҡта! Унда яҙырға, һүрәт төшөрөргә, юйырға һәм яңынан яҙырға мөмкин ине.

Әсәйем балаларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтә, мин уға ҡарап ҡурсаҡтарымды уҡытам. Шуға ла, мәктәпте тамамлағанда ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау торманы минең алдымда. Унынсыны тамамлағас та М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның физика һәм математика факультетына уҡырға керҙем. Тәүге эш урынымды ла әсәйем уҡытҡан мәктәптән башланым. Хәҙер егерме биш йыл Мәләүез ҡалаһының күп профилле һөнәри белем биреү колледжында эшләйем. Күп йылдар уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләргә тура килде, әлеге көндә тәрбиәүи эш буынса директор урынбаҫарымын. Математика фәненән студенттарға белем бирәм. Минең педагогик маҡсатымдың нигеҙе – юғары һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыу, йәш быуындың шәхси үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм үҫтереү, ныҡлы белемле, йәмғиәт алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә алырлыҡ шәхес тәрбиәләү. Был иһә тәрбиә һәм белем биреүҙең яңынан-яңы технологияларын, алымдарын эҙләү һәм өйрәнеүгә, һәр дәресте уйлап, методик талаптарға тура килтереп ойоштороуға килтерә. Улар менән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Мәҫәлән, һуңғы ваҡыт бик абруйлы "Йәш һөнәрмәндәр", Абилимпикс чемпионаттары үтә. Был ярыштарға студенттар менән йыл буйы әҙерләнәбеҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ. Мин үҙем “Эшҡыуарлыҡ өсөн һанлы мөмкинлектәр” компетенцияһы буйынса региональ майҙансығының төп экперты булып торам. Үҙем дә Рәсәйҙә эшсе һөнәр оҫталарының донъя кимәлендәге "Йәш һөнәрмәндәр" хәрәкәте сиктәрендә үткән төбәк чемпионатында “Графика дизайны” һәм “Мәктәпкәсә тәрбиә биреү” компетенциялары буйынса ярыштарҙа ҡатнашып миҙалдар яуланым. Йыл һайын гүзәл заттың абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелеп килгән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында “Ҡатын-ҡыҙ – педагог” номинацяһында ҡатнашып диплом менән бүләкләндем. “Юлдаш” радиоһы үткәргән “Уҡытыусылар династияһы” тип аталған конкурста ла еңеү яуланым. Башҡорт теленә, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән Бәйләнештәр селтәрендә тыуған ауылым Һәйеттең сәфихәһен алып барам, унда балаларға төрлө конкурстар уҙғарам.

Үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡараған, кешеләрҙе яратҡан, ярҙамсыл булған кеше генә хөрмәт ҡаҙана ала. Быны мин ғүмере буйы механизатор булып эшләгән атайымдан, балаларға белем биргән әсәйемдең миҫалында күреп үҫтем. Эшемдә иң яратҡаным – балалар. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та ҡараған үҫмерҙәр. Улар – беҙҙең киләсәк. Педагог дәрестә тема аңлатып ҡына ҡалмай, ә йәш быуындың кем булып китеүенә үҙенең тәрбиәһе менән дә нигеҙ һала. Һәр хәлдә мин үҙемдә шундай яуаплылыҡ тоям.

Ҡул эшенә килгәндә, бәләкәйҙән тегергә, бәйләргә яраттым. Күрше генә өйҙә йәшәгән өләсәйемдә йыш йоҡларға ҡала торғайным. Шул ваҡытта күрше әбейҙәр кис ултырырға йыйылалар ине. Уларҙың йыйылыуы үҙенә күрә бер айырым ваҡиға булып хәтерҙә ҡалған. Йомаҡ ҡойошоп, төрлө хикәйәттәр һөйләп, йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп матур итеп ултырырҙар ине. Кемеһе бәйләй, кемеһе тегә, тағы әллә күпме төрлө эштәр менән булышалар. Улар ыңғайына мин дә ҡул эшенә өйрәндем. Ҡунаҡҡа ла матур итеп балитәкле күлдәктәр, бәрхәт камзулдар кейеп йөрөүҙәре хәтерҙә ҡалған. Ҡулдарынан бер ваҡыт та көмөш беләҙектәр, йөҙөктәр төшмәне. Ул беләҙектәрҙе үҙебеҙҙең Федоровка районы Батыр ауылы оҫталарынан һуҡтырып алғандары хәтеремдә ҡалған. Тап шул бала саҡта күңелемә милли биҙәүестәргә һөйөү һалынғандыр, моғайын. Әлеге ваҡытта ошо йүнәлеш менән шөғөлләнгән оҫталар ҙа милли асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға ынтылалар һәм заманса итеп эшләһәләр ҙә боронғолоҡ сағылыш таба. Мин дә башта, бер нисә йыл элек, үҙемә генә биҙәүестәр эшләп ҡарағайным, артабан әхирәттәрем минән күреп, һорай башланы. Заказ биреүселәр барлыҡҡа килде. Яйлап  сулпы-алҡалар, түшкә һәм сәскә биҙәүестәр эшләй башланым. Әлеге ваҡытта колледжда йыш ҡына биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп торабыҙ. Әйткәндәй, ул беҙҙең уҡыусы ҡыҙҙарға тулыһынса бушлай. Кемгә нимә кәрәк, үҙҙәре эшләп ала, мин өйрәтеп кенә торам. Мәҫәлән, “Ете ҡыҙ”ҙы бейегән ҡыҙҙар үҙҙәренә бер иштән сәскә тағыр өсөн сулпы, алҡалар эшләнеләр. Әсәйҙәр көнөнә, яңы йыл байрамдарына теләгән биҙәүестәрен эшләп бүләк иттеләр. Улар – яҡындарын,  ә мин улар өсөн шатланам. Беренсенән, ни тиһәң дә һөнәргә өйрәнәләр, ә икенсенән, яҡындарына иғтибарлы булырға, ҡәҙерләргә өйрәнә һәм буш ваҡытты ла файҙалы итеп үткәрә. Яйлап уларҙың да ҡул эштәрен алыусылар  табылды. Күңелдәре үҫеп киткән студент ҡыҙҙар әлеге ваҡытта ла беҙҙең бергә йыйылыуҙы көтөп алалар. Түңәрәгебеҙҙең исеме лә “Һомай” тип атала. Тимәк, бында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар ҙа киләсәктә рухлы, зыялы кешеләр булырҙар, тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итерҙәр, тип ышанам. Сөнки милли стилдәге биҙәүестәр ул – кешене эстән дә биҙәй, уны таҡҡандарҙың күңеле лә матур була.

 Бөгөн – интернет заманы. Яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашыр, белгәндәребеҙ менән бүлешер өсөн уңайлы ул. Минең дә яңы шөғөлөмдө күптәр хупланы һәм “Ашҡаҙар” радиоһы ойошторған “Кәсепсе” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Хеҙмәттәштәремдең, дуҫтарымдың ярҙамы менән унда ла тәүге урынды алдым. Төрлө быуын, төрлө һөнәр вәкилдәренең боронғолоҡто тергеҙеүгә, уларҙы һаҡлап ҡалып киләсәк быуындарға тапшырыуға дәррәү тотоноуҙары маҡтауға лайыҡ.

Әлбиттә, нимәгә тотонһам да, ҡайҙа ғына барһам да минең төп терәгем – ғаиләм. Тормош иптәшем Юлай менән Азамат һәм Салауат исемле улдар үҫтерҙек. Ҙур улыбыҙ Азамат Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөй.  Ғаиләле, Айлин исемле ейәнсәребеҙ бар. Бәләкәс улыбыҙ Салауат быйыл мәктәпте тамамлай. Уның алдында инде киләсәктә яратып эшләрлек һөнәр һайлау, уҡырға кереү маҡсаты тора. Иптәшем менән балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыштыҡ, өйҙә башҡорт телендә аралашабыҙ. Үҙем уҡытыусы булараҡ, балаларға кәрәк саҡта  – дуҫ та, кәңәшсе лә. Өй йылыһын һаҡлаусы затмын. Иптәшемә – тоғро ҡатын, балаларыма яғымлы әсәймен.

Ҡулынан гөлдәр тама
Ҡулынан гөлдәр тама
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас