Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Оҫта ҡулдар
27 Мая , 17:12

Айгөл илендә

Сәмле, дәртле йәштәр донъя биҙәге. Уларға ҡарап илһамланаһың, эйәрәһең. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Айгөл НӘҮШИРБАНОВА ла тап шундай заттарҙың береһе. Ул үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға ярата. Нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә.

Айгөл илендәАйгөл илендә
Айгөл илендә

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Нисек, нимә яҙаһың, уның тормошо шул юҫыҡта дауам итә. Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙы Айгөл бәләкәс сағынан һүрәт төшөрөргә ярата. Ауыл мәктәбендә хеҙмәт һәм рәсем дәрестәренән уҡытҡан атаһының да йоғонтоһо ҙур булғандыр. Тик кемдәндер: “Рәссамдең аҡсаһы әҙ”, – тигәндәрен ишеткәс, киләсәктә был йүнәлеш менән һөнәр һайлауҙан баш тарта. Әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратҡан, телдәр менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙ Сибай педагогия колледжына инглиз теле бүлегенә уҡырға керә.

Һәләтле кеше – бар яҡлап та һәләтле, тиҙәр. Айгөл дә студент йыдарында үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарай, күрһәтә. Бала сағынан спорт менән дуҫлаша һәм еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә. Иглиз телен камил белгән ҡыҙ колледжды тамамлағас, Өфө дәүләт экономика һәм сервис университетының  туризм бүлегенә ситтән тороп уҡырға керә. Тағы бер бала саҡ хыялы – сәйәхәт итеүҙе тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Мәскәү – Соловецк утрауҙары  маршруты буйынса йөрөгән теплоходта сит ил туристары менан эшләй. Сочила үткән Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында тәржемәсе булып эшләү бәхете лә тейә. Сит мөхиттә йөрөү генә түгел, сит ил кешеләре менән аралашыу ҙа уның тормошҡа ҡарашын үҙгәртә.

– Был ваҡытта Рәсәйҙең төрлө еренән йыйылған егет һәм ҡыҙҙар менән дуҫлаштым. Тәжрибәләребеҙ менән уртаҡлаштыҡ,  – ти Айгөл. – Сит ил халҡының күбеһе ашыҡмай, йылмайып-көлөп йөрөй. Тап ошо мәлдә бәхетле булырға кәрәклеген аңлай. Уларға ҡарап үҙең дә сит ил ҡунаҡтарының яҡшы яҡтарын үҙләштерергә тырышаһың. Ғөмүмән, һәр яңы урын, яңы танышлыҡ беҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә булышлыҡ итә. Ваҡытында быны күрергә һәм ҡабул итергә генә кәрәк. Рәсәйҙә туризмды үҫтерер өсөн бөтөн шарттар ҙа бар. Һәр ерҙә тәбиғәтебеҙ үҙенсәлекле, матур, һоҡланғыс. Агротуризмды үҫтергәндә лә яҡшы.

Яҡташы Илһам исемле егет менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр Сибай ҡалаһында төпләнәләр. Туризмды ҡалдырырға тура килә. Онлайн аша инглиз теленән өйрәтеү эшен дауам итә Айгөл. Нурия менән Ислам исемле балаларға ғүмер бирәләр.

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, үҫергә тейеш үҫемлекте бер урындан йолҡоп алһаң да, икенсе яҡтан тамыр ебәреп ул шытым ебәрә. Кеше күңелендәге хыял-маҡсат, һәләт тә шулай. Ҡасандыр рәссам булыу хыялынан баш тартҡан Айгөл бәләкәс балалар үҫтергәндә ошо юҫыҡтағы ижади үҫештең икенсе төрлө юлында үҙен таба. Эпоксид ыҫмала менән шөғөлләнә башлай. Быға уны интернетта бер ҡатындың кипкән сәскәләрҙе ҡулланып матур, үҙенсәлекле сәғәт, өҫтәлдәр эшләүе этәргес бирә. Был эш Рәсәйҙә сағыштырмаса яңы ғына ныҡлап барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа, оҫталар араһында көндән-көн популярлыҡ яулай. Айгөл дә үҙен ошо өлкәлә ныҡлап һынап ҡарарға уйлап эшкә тотона.

Иң тәүҙә үҙенең туй гөлләмәһенән киптерелгән сәскәләрҙән сәғәт эшләй. Уңышлы килеп сыҡҡас, дәртләнеп китә. Яңы шөғөлгә тотонғанда мотлаҡ был өлкәлә уңышҡа ирешкән оҫталарҙың кәңәштәре кәрәк, тигән фекерҙә Айгөл. Хәҙерге заманда быныһы әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай инде. Онлайн оҫталыҡ дәрестәрен ерҙең һәр мөйөшөндә алырға мөмкин. Айгөл дә был мөмкинселекте ҡулынан ысҡындырмай. Рәсәй кимәлендәге билдәле оҫталарҙы үҙенең остазы итә. Әле лә был өлкәлә ныҡлап эҙләнеүҙән туҡтамай.

Үҫер, үҙеңдең эшеңде ныҡлап тамыр йәйҙерер өсөн йәштәргә дәүләт кимәлендә ярҙам итерҙәй төрлө программалар ҡаралған. Үткән йылы Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙнаһы менән социаль контракт төҙөп өс йөҙ илле мең һум кимәлендәге дәүләт ярҙамы ала. Быны ул оҫтахана асыр өсөн тотона. Әлеге мәлдә төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө һүрәттәге сәғәттәр, өҫтәлдәр, зауыҡлы, ҡабатланмаҫ һауыт-һабалар, биҙәүестәр, шахмат фигуралары эшләй. Өҫтәлдәрҙе йыйырға тормош иптәше Илһам ярҙам итә. Ҡорамалдар менән эшләргә Айгөл үҙе лә оҫтарып килә. Йышҡы һымаҡ әйберҙәр үҙенең ҡулында ла уйнап ҡына тора. Балалары менән бергә аҡланға сығып сәскә, үләндәр йыйып киптерәләр. Оҙон юлға йөрөп эшләгән хәләле лә ҡатынына беҙҙең яҡ өсөн ят сәскә гөлләмәләрен бүләк итә. Тәбиғәтте яратҡан кешенең ҡул эштәрендә диңгеҙ тематикаһы ла  күңеленә яҡын. Айгөл үҙенең был шөғөлөнөң эш барышын баштан уҡ видеоға төшөрөп интернетҡа һалырға ғәҙәтләнгән. Яңы эшкә тотонған һайын ҡараусылар, был шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусылар арта бара. Ул үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә гүзәл заттар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә теләп киләләр. Киләсәктә кафе, ресторандар, төрлө матурлыҡ салондары өсөн ҙур өҫтәл, көҙгө, сәғәт, люстра кеүек кәрәк-яраҡтар тәҡдим итергә хыяллана. Ныҡлы итеп, күңел биреп эшләнгән әйберҙәре киләһе быуындарға ла тапшырылып, улар ҙа тотонорона ышана ул. Рухлы кеше икәнлеге был шөғөлөндә лә сағылыш таба. Ҡурай һүрәттәре менән биҙәлгән алҡаларын да һатып алыусылар күп. Бер нисә йылдан Айгөлдөң үҙ бренды менән сыҡҡан әйберҙәрҙе лә һатыу нөктәләрендә күрә башларбыҙ әле. Үҙе һымаҡ оҫталарҙың бер урынға туплау хыялы менән дә яна бит ул.

– Эшемде күргәндәре, уны хуплағандары өсөн Сибай ҡалаһының хакимиәтенә рәхмәтемде белдерәм. Оҫтахана асыу ҙур мөмкинселектәр бирҙе, – ти Айгөл. – Беренсенән, эпоксид ыҫмала менән өйҙә булашыу тыйыла. Ул шыйыҡ саҡта һаулыҡ өсөн зарарлы. Бигерәк тә, балаларға, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға кире йоғонто яһауы бар. Икенсенән, оҫталыҡ дәрестәренә йыйылыусы халыҡ менән эшләүе лә уңайлы. Ҡайһы саҡта яртышар көн эшләргә тура килә. Өсәр тапҡыр осрашҡан саҡтар ҙа бар. Үҙ эшен асырға хыялланған йәштәр бындай мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаһындар.

Кешенең уйҙары тәртиптә булһа, тормошо ла яйға һалына, тигән фекерҙә Айгөл. Студент сағынан психология, эзотерика, энергиялар темаһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Былар тураһында даими мәғлүмәт алып тороуы уға үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға, тормошта килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итеүен күптән аңлаған. Квант физикаһының кеше аңы менән бәйләнешен өйрәнә. Ғөмүмән, ваҡиғалар тиҙ үҙгәреп торған заманда йәшәгәнлектән юғалып ҡалмаҫ, үҙ урыныңды табырға ла ярҙам иткәнлеген белә. Кеше тормошондағы үҙгәрештәр уның эске донъяһынан башланыуын да төшөнгән. Тормошта ниндәйҙер хыялдарың тормошҡа ашмай торғанда, иң тәү сиратта икенсе төрлө уйлай башларға кәрәк, тигән фекерҙә. Мәҫәлән, эшкә йөрөргә ғәҙәтләнгән юлды ташлап, икенсе яҡтан барырға. Шул ваҡытта уҡ мейелә яңы нейрондар барлыҡҡа килеп кешене икенсе төрлө уйларға, ғәҙәти, ҡанына һеңгән ғәҙәттәреңдән арындырыу өсөн ҡулай икән. Әгәр ҙә, эш урынында, өйөндә тәртип булмаһа, ул яңы эшкә тотона алмай. Минимализмды яратҡан оҫта һәр ерҙә, һәр урында тәртип булыуын төп талап итеп ҡабул итә. Шул осраҡта ғына кеше ижадҡа көйләнә ала.

 – Эпоксид ыҫмалаһы менән булышҡанда үҙемде бер ваҡытта ла шулай кәрәк, һатып алыусым көтөп тора, тип кенә тотонғаным юҡ, – ти Айгөл. – Киреһенсә, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән арынып ял итер, уйҙарымды тәртипкә һалыр өсөн ҙур теләк менән эшләй башлайым. Ниндәйҙер ҡул эше менән шөғөлләнеү үҙенә күрә бер медитация алымы ул. Күңел тынысланып ҡала, кәйеф күтәрелеп китә. Кемгәлер үҙ ҡулдарың менән булдырған матурлыҡты бүләк итеү ҙә үҙе бер бәхет.

Төрлө яҡлап үҙен һынап ҡарарға, үҫергә тырышҡан Айгөлдөң күңел донъяһы – айырым бер бәләкәс кенә утрауҙы, илде хәтерләтә. Киләсәктә лә унда сағыу мәлдәр, уңыштар менән тулыланып тороуын теләйбеҙ.

Айгөл илендә
Айгөл илендә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас