

Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ята, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙың да ҡырҡ сырағы бар. Береһе янмаһа, икенсеһе мотлаҡ осҡонон сәсә. Үҙҙәрен төрлө юҫыҡта һынап ҡарап, үҙенә тәғәйен эште табып уңыш ҡаҙанған замана гүзәл заттары ла арабыҙҙа күп. Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәүсе Гөлиә ХӨСӘЙЕНОВА тап шундай заттарҙан.
Темәс ауылы ҡыҙы ул. Бәләкәс сағында өләсәһе Менәүәрә Хөснитдин ҡыҙы бәйләм бәйләгәнен ҡыҙыҡһынып ҡарай. Ябай ғына йөн йомғағынан матур ҙа, йылы ла, уңайлы ла, башҡаларҙа булмаған кейемдәр, ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләргә мөмкин икәнлеген шул ваҡытта уҡ төшөнә. Ҡурсаҡтарын тиҙҙән үҙе лә кейендерә башлай. Ейәнсәренең был ҡыҙыҡһыныуын өләсәһе лә хуплай. Уға энә, ырғаҡ тоторға, теген машинаһы менән эш итергә өйрәтә. Хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы ла уҡыусыларын ҡул эштәренә даими өйрәтеп тора. Бер мәл: “Кәрәкмәгән, түшәк кәрәк-ярағы өсөн тәғәйенләнгән булһа ла, тауар килтерегеҙ. Күлдәктәр тегеп ҡарайбыҙ”, – ти. Өләсәһе иһә был ваҡытта теген машинаһында эшләргә апаруҡ оҫтарған ейәнсәренә һандығында ҡәҙерләп кенә һаҡланған тауарын бирә. Унан өс төрлө күлдәк тегеп кейә Гөлиә.
Йылайыр техникумында бухгалтерға уҡып йөрөгәнендә Байыш ауылы егете Булат Хизбулла улы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Килен булып төшкән еренә таш кеүек батҡан бөгөн Гөлиә ике улына хәстәрлекле әсәй, вахта ысулы менән эшләгән ире өсөн ышаныслы тыл. Донъяһын гөл-сәскәгә күмеп, үҙҙәрен белгәндәрҙе һоҡландырып йәшәй улар. Ҡыштарын да шау сәскәгә күмелгән, бейек-бейек гөлдәр уратып алған йортто күреп, уларға килгән ҡунаҡтар араһынан: “Джунглиҙағы кеүек йәшәп ятаһығыҙ”, – тип әйтеүселәр ҙә табыла. Яҙҙан алып көҙгә тиклем кәүпләп төрлө ҡош-ҡорт себештәре алып үҫтереүҙе лә ғәҙәт итеп алған уңған хужабикә.
Бер-бер артлы тыуған улдары әҙерәк үҫкәс, бала сағында өйрәнгән һөнәрҙәрен иҫкә төшөрөп, яңыларын өйрәнеп ҡул эше оҫтаһына ла әйләнә. Иң беренсе тапҡыр ырғаҡ менән йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләргә тотона. Улар араһында төрлө образдағы ҡурсаҡтары бигерәк тә популяр. Полиция формаһындағы ҡурсағы Башҡортостандың эске эштәр министрлығының, ә милли кейемдәгеһе БСТ каналындағы “Алтын тирмә” музейҙарында ултыра. Табип образындағы ҡурсаҡтарҙы был һөнәр эйәләренә бүләккә махсус заказ биреп тә бәйләтеп алалар. Бынан тыш төрлө әкиәт, йәнһүрәт геройҙарына ихтияж ҙур. Гөлиә бәйләгән, үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ образдарҙағы ҡурсаҡтары бөгөнгө көндә донъяның төрлө мөйөштәренә таралған. Бигерәк тә, Себер яҡтарында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡабат-ҡабат заказ биреп алалар. АҠШ-та йәшәгән замандаштарыбыҙға ла бүләккә алғандар.