Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йомабай Иҫәнбаев

1925 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А. В. Луначарскийҙың Парижда асыласаҡ Бөтөн донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәрергә ҡурайсы талап ителеүе хаҡындағы телеграммаһы килеп төшә. Һәм был етди сарала ҡатнашыуҙы Йомабай Иҫәнбаевҡа йөкмәтәләр. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, дәртләнеп-ҡанатланып ауылына ҡайтыуы, тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы күреп, Франция ерендә бындай мөғжизәле үҫемлек юҡтыр тип, уны тамыры менән ҡаҙып алып китеүе тураһында ла замандаштарына ихласлап һөйләй ҡурайсы.

Йомабай Мотиғулла улы Иҫәнбаев 1891 йылдың 21 сентябрендә Түңгәүер башҡорттары йәшәгән төбәктә - Ырымбур губернаһының Ырымбур өлкәһендә (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы, Үрге Смаҡ ауылында) донъяға килгән. Улар ғаиләлә өс бала үҫә: Йомабай, уның ҡустыһы Ғәлимйән, һеңлеһе Ҙөбәйлә. Атай-олатайҙары эре кәүҙәле, көслө һәм ғәйрәтле булғанғалыр күрәһең, нәҫелдәрен һыбайҙар тиеп йөрөтөләр. Йомабайҙы ла, ата-бабаларына оҡшап, бәһлеүән кәүҙәле уҙаман ине тиҙәр. Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, буласаҡ ҡурайсы күрше Әбделнасир мәҙрәсәһендә Яңыбай хәлфәнән һабаҡ алған, аҙаҡ белемен үҙ аллы камиллаштырған.

Кесе йәштән моңға әүәҫ була һәм йыр-көй тарихтарын хәтеренә һеңдереп үҫә Йомабай. Ҡурайсылыҡ һәләте лә иртә асыла. Был сихри музыка ҡоралыңда уйнау серҙәренә ул иң элек ауылдашы Һибәтулла Ҡотошовтан, Ғәббәс, Сибәғәт, Ғәниулла ағаларынан өйрәнә. Йомабайҙың 17 йәшендә үк ҡурайҙа йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн уйнауы, йәмғеһе 150 көйҙө яратып һәм илһамланып башҡарыуы хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланған. Ялсылыҡта йөрөп, йылҡы көткән мәлдәре лә була ҡурайсының. 1918 йылда, Йомабай һәм ҡустыһы Ғәлимйән аҡтар тарафынан мобилизациялана. Әммә отҡор холоҡло, баш бирмәҫ Йомабай Орскиҙан ҡасып ҡайта. Часовойҙан үтер өсөн, бер ҡаҙаҡты яллап, арбаға тиреҫ тейәтеп, шуның аҫтына ятып, Яйыҡ аша сыға. Ҡайтып еткәс ат егеп, ҡустыһы Ғәлимйәнде ҡотҡарырға ҡабат бара. Тик уныһы, һин ҡотолдоң, мин хаҡ яҙғанды күрермен, тип тороп ҡала. Аҙаҡ иһә, ағыуланған ҡотоҡтан һыу эсеп, вафат була.
Йомабай Иҫәнбаев башта аҡтарға, унан бандиттарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша. 1920 йылдан Коммунистар партияһы сафына инә, ауыл Советы рәйесе, волость башҡарма комитеты ағзаһы (2-се Түңгәүер волосы) була. Заман һулышын тойған ҡурайсы үҙенең ялҡынлы һүҙе һәм ҡурай моңо менән дә волость, кантон күләмендәге йыйылыштарҙың уртаһында ҡайнай. Халыҡ менән ихлас аралаша. Тик совет дәүере сәйәсәте уның яҙмышын үҙенсә хәл итә. Йомабай Иҫәнбаевты 1921 йылдың декабрендә “продналог йыйыуға ризаһыҙлыҡ белдереүҙә һәм советҡа ҡаршы агитация алып барыуҙа” ғәйепләйҙәр. Шулай ҙа, бәхеткә күрә, 1923 йылдың 28 ноябрендә амнистияға эләгеп аҡланып ҡала.
Иҫтәлектәрҙән күренеүенсә, Йомабай Мотиғулла улы 1919 йылда Башҡортостандың ул ваҡыттағы мәкрәзе Стәрлетамаҡҡа барып, ҡурайы менән халыҡ алдында сығыш яһап йөрөй. 1923 йылдың аҙағынан уны Өфөгә лә йыш саҡыра башлайҙар. Ҡурайсының улы Сәлихйән атаһы хаҡында һөйләгәндә, “1925 йыл Парижға, 1927 йыл Берлинға барҙы. Швециялағы фотолары бар ине”, - тип хәтерләй.
Ә инде Йомабай Иҫәнбаевтың Европа ҡалаларындағы триумфаль сығыштары тураһында матбуғатта күп яҙыла. Мәшһүр ҡурайсы үҙе бәйән итеүенсә, 1925 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А. В. Луначарскийҙың Парижда асыласаҡ Бөтөн донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәрергә ҡурайсы талап ителеүе хаҡындағы телеграммаһы килеп төшә. Һәм был етди сарала ҡатнашыуҙы Йомабай Иҫәнбаевҡа йөкмәтәләр. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, дәртләнеп-ҡанатланып ауылына ҡайтыуы, тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы күреп, Франция ерендә бындай мөғжизәле үҫемлек юҡтыр тип, уны тамыры менән ҡаҙып алып китеүе тураһында ла замандаштарына ихласлап һөйләй ҡурайсы.
Архив материалдары араһында БАССР Халыҡ мәғарифы комиссариатының 1925 йылдың 21 майында Мәскәүгә, Башҡортостандың РСФСР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Вәкәләтлегенә Й. Иҫәнбаевты Парижға ебәреү айҡанлы яҙылған хаты һаҡланған. Был документта, юл сығымдарына ҡағылған мәсьәлә менән бер рәттән, Йомабай ҡурайсының “уның үҙенең күрһәтмәһе һәм инструкцияһы буйынса, ҡоростан йәки көмөштән яңы ҡурай эшләү өсөн саралар күреү” тураһындағы үтенесе лә белдерелә. Документаль сығанаҡтарҙа, ҡурай ике данала Мәскәүҙә эшләнгән тип яҙыла. Үкенескә ҡаршы, әлеге махсус рәүештә әҙерләнгән музыка ҡоралдары хаҡында башҡа мәғлүмәттәр табылмаған. Ә инде Йомабай Иҫәнбаевҡа тәғәйенләнгән башҡорт милли кейемен Мәскәүҙә ҙур театрҙың мастерскойҙарында теккәндәр.
Мәскәүгә Париждағы концерттарҙа ҡатнашыу өсөн йәнә ҡаҙаҡ, үзбәк, әзербайжан, әрмән халыҡ йырсылары һәм музыканттары саҡырылған була. Гастроль өсөн әҙерләнгән был махсус программа ике тапҡыр Мәскәү тамашасыһына күрһәтелә. Йомабай Иҫәнбаев “Урал”, “Буранбай”,”Перовский” көйҙәрен башҡара. Уның сығышы өсөн Урал тәбиғәтен кәүҙәләндергән декорация ла эшләнгән була.
Артистар һәм халыҡ араһынан сыҡҡан башҡарыусылар делегацияһы 1925 йылдың июнь башында Мәскәүҙән Парижға юллана. Концерттарға билеттар улар килгәнгә тикем үк һатылып бөткән була. Был сәфәрҙә Совет артистары барлығы 11 концерт ҡуя. Тамашасылар менән шығырым тулы Париждың ҙур театрҙарының береһендә Йомабай тәүҙә сәхнә артында “Урал” көйөн уйнай. Әкрен генә шаршау асылыуға, башҡорт милли костюмында ҡурайһыҙ ғына халыҡ алдына сыға һәм сәхнәнең бер ситенә ултыртып ҡуйған Хәйбулла төбәгендә үҫкән тупраҡлы таҡыя башлы ҡурай үләнен тамашасы алдында ул һаҡлыҡ менән ҡырҡып ала ла шунда уҡ тишектәр уйып, “Байыҡ” көйөн уйнап та ебәрә. Тамашасы тын да алмайынса тыңлай был моңдо. Һуңынан иһә зал көслө алҡыштарға күмелә. Программа буйынса һәр музыка ҡоралында берәр тапҡыр ғына сығыш яһау күҙ уңында тотолһа ла, ҡурайсыны алҡышлап, ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар. Концерттарҙың береһендә, Йомабай Иҫәнбаевты бер нисә мәртәбә сәхнәгә саҡырғандан һуң, бер ҡатын уның янына күтәрелеп, ҡурайсыны ҡотлап, ҡулын ҡыҫа һәм үҙенең алтын балдағын музыканттың бармағына кейҙерә. Ә Сорбонналағы фонография кабинеты мөдире Перно башҡорт ҡурайсыһы менән ҡаҙаҡтың йыраусы һәм думбырасыһы Ә. Ҡамаубаевты ҡунаҡҡа саҡыра һәм уларҙың йыр-көйҙәрен фонограф таҫмаһына яҙып ала. Йомабай башҡарыуында “Урал”, “Буранбай”. “Байыҡ”, “Ҡара юрға” көйҙәре яҙҙырыла.
Париждағы концерттарҙа арҙаҡлы француз яҙыусылары Ромен Роллан, Анри Барбюс, мәшһүр урыҫ йырсыһы Федор Шаляпин да була. Улар ҙа халыҡ таланттарының сығышын йотлоғоп тыңлай һәм һоҡланыуҙарын белдерә.
Был сәфәрҙән һуң Йомабай Иҫәнбаев ике йыл самаһы башҡорт драма теартында ҡурайсы-артист булып эшләй, “Салауат батыр”, “Ашҡаҙар”, “Ҡарағол”, “Ынйыҡай менән Юлдыбай”, “Шәүрәкәй” спектаклдәрендә ҡатнаша. Мәскәү театры сәхнәһендә лә сығыш яһап ҡайта.

Йомабай Иҫәнбаевтың ижади биографияһында уның 1927 йылдағы сит илгә гастролдәре мөһим урын тота. Шул йылдың йәйендә ул, Германияның Франкфурт ҡалаһында уҙғарылған Беренсе Бөтөн донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур уңыш ҡаҙана. Бында башҡорт ҡурайсыһы “Урал”ды, “Буранбай”ҙы, “Сәлимәкәй”ҙе, “Сыңрау торна”ны уйнай, көслө ҡул сабыуҙар аҫтында йәнә өс тапҡыр сәхнәгә сығып, “Аҡмәсет”, “Байыҡ”, “Ҡара юрға” көйҙәрен башҡара. Совет артистары төркөмө Берлинға килеп, унда ла биш концерт бирә. Концерт бригадаһының биш айға һуҙылған оҙайлы гастролдәре ошо рәүешле башланып китә лә инде. Башта Гамбург, Росток, Ганновер, Кельн, Лейпциг, Шверин, Мюнхен ҡалаларында, унан Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда, йәнә Гетеборгта, Вестероста, Венерсборгта – барлығы 22 ҡалала сығыш яһай артистар. Биш ай эсендә 54 концертта ҡатнашып, төрлө милләт тамашасыһына 55 боронғо башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерә Йомабай Иҫәнбаев.
1929 йылда ҡурайсы тыуған ауылына ҡайтып, колхоз төҙөүҙә ҡатнашып, тулыһынса крәҫтиән тормошо менән йәшәүен дауам итә. Үҙе сит ерҙәргә сығып, оҙайлы гастролдәргә йөрөгәндә лә, Башҡорт драма театрында эшләгән сағында ла ғаиләһе уға тоғро ҡала. Үрге Смаҡтағы йорттоң усағын һыуытмай. Йомабаевтар ғаиләһендә кескәй генә саҡтарында уҡ донъя ҡуйған өс сабыйҙан тыш биш бала үҫә. Йәнә ҡатыны Сафия менән Йомағәле исемле етем баланы уллыҡҡа алалар, Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, ул утын-бесән әҙерләргә ярҙамлашып тора.
Ауылда колхоз ойоштороп, Йомабай башта үҙе етәкселек итә. Һуңғараҡ сельпола, колхозда ревизор вазифаһын башҡара. Өфөгә лә юлы йыш төшә. Йылына бер-ике мәртәбә төрлө концерттарҙа ҡатнашыу форсаты тыуа. 1936-1937 йылдар тирәһендә ауылдар буйлап йөрөп, ҡурайсылар йыйырға тотона.
- 1940 йыл атайымды, Зәки Вәлиди менән әшнәлектә ғәйепләп, алып киттеләр, - тиелә улы Сәлихйәндең иҫтәлектәрендә. – Омскиҙа ултырҙы. Һуғыш ваҡытында, - мин фронтта инем инде, - Омскийҙан“батальон ҡабул итеп алам, һуғышҡа китәбеҙ”, тип хат яҙҙы. 1942 йылдың июнь айҙары ине был. 1946 йыл Орел-Курск дуғаһынан яуап хаты яҙҙым. Балам, беҙ йәнәш кенә, мин Воронеж эргәһендә, тиҙҙән һөжүмгә күсәбеҙ, тип хәбәр итте атайым. Шунан һуң бәйләнеш өҙөлдө. Ул 1-се Украина фронтында, Ватунинда ине.
Һуғыш йылдарында Иҫәнбаевтарҙың Үрге Смаҡтағы йорт-ере ҡараусыһыҙ ҡала. Ғаиләнән өс кеше – Йомабай Мотиғулла улы һәм ике улы – Сәлихйән менән Сабирйән – фронтҡа китеп, бары тик Сәлихйән Иҫәнбаевҡа ғына яу яландарынан әйләнеп ҡайтыу насип була. 1944 йылда Сафия ханым да яҡты донъяларҙан китеп бара.
Шулай итеп, халҡыбыҙҙың ҡурай сәнғәтенең меңәр йылдарҙан килгән тәжрибәһен һәм серҙәрен трәндән белеп һәм тойоп ижад иткән, башҡорт иленең үҙендә генә түгел, бәлки тотош донъя кимәлендә һирәк осрай торған сағыу талантлы бөйөк халыҡ музыканты, йыр-көйҙәребеҙҙең тарихын өйрәнеп килер быуындарға еткереүҙе хәстәрләүсе һоҡланғыс шәхес Йомабай Иҫәнбаевтың ғүмер юлы иле, Ватаны өсөн изге көрәштә өҙөлөп ҡала…

“Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия”һы һәм Р. Шәкүрҙең “Сыңрау торналар иле” китабы файҙаланылды..
Читайте нас: