Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты Йәрмәкәй районының мәҙәниәте һәм тарихы буйынса ғилми-методик әсбаптарҙың исем туйын үткәрҙе.
– Башҡорт өсөн шәжәрә бик мөһим, – тине тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов. – Ул - үҙенә күрә хоҡуҡи сығанаҡ. Һәр ырыу өсөн шәжәрәһен төҙөү һәм һаҡлау мөһим һаналған. Күптәрҙең нәҫел тамырҙарын барлауға ынтылышы ярылып ятыуы, шәжәрәһен төҙөргә тырышыуы ҡыуаныслы.
Шул иғтибарға лайыҡ, башҡалар менән бер рәттән йәрмәкәйҙәр ҙә шәжәрә ағастарын төҙөүгә ныҡлап тотонған. Әле төбәктә Йылан, Ҡыр-йылан, Байлар ырыуы башҡорттары ғүмер кисерә.
Фән кандидаты Рәфил Аҫылғужин Йәрмәкәй районына арналған “Без башҡортлар” тигән брошюра тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Рәфил Рифғәт улы билдәләүенсә, төрлө райондарға бағышланған бындай бәләкәс китаптар күп нәшер ителгән, ә Йәрмәкәй районы тураһында тәүгә баҫылған.
– Йылан, Ҡыр-йылан, Байлар ерҙәре борон ҙур биләмәгә йәйелгән булған, – ти Рәфил Аҫылғужин. – Был ырыуҙарға эргә-тирә райондар ауылдары ингән, шулай уҡ ул Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер ауылдарын да үҙ эсенә алған.
Әйткәндәй, Байлар – төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо башҡорт ырыуы. Әлеге брошюрала бөгөнгө Йәрмәкәй районы халҡының теле һәм һөйләше тураһында ла белешмә алырға мөмкин.