Быйыл республика Президенты Указы менән булдырылған Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ойошторолоуға 26 йыл тулды. Тарихтан билдәле булыуынса, уны ойоштороу алдынан Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән һәм бөгөн дә уның нигеҙендә емешле хеҙмәттәшлек дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы алдынан Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов менән ике төбәкте бәйләгән үҙенсәлектәр һәм тарихи нигеҙ хаҡында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Әлфир Зөлфәр улы, даими вәкиллектең төп вәкәләттәре нимәлә?
— Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге алдына ҡуйылған беренсе сираттағы бурыс — сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм нығытыу, республика мәнфәғәттәренә ҡағылған барлыҡ мәсьәләләр буйынса дәүләт власы органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү. Беҙҙең вәкиллек вәкәләттәре Урал федераль округын һәм Пермь крайында үҙ эсенә ала. Үҙәге Силәбелә урынлашҡан. Бөгөн ойошма Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһындағы берҙән-бер төбәк вәкиллеге булып тора. Беҙҙең мәҙәни, иҡтисади, тарихи бәйләнештәрҙе иҫәпкә алып, Силәбе өлкәһендәге вәкиллегебеҙ эшмәкәрлеген һаҡлап ҡала ҡалды, сөнки Көньяҡ Урал башҡорттарҙың тарихи тыуған ере булып тора.
— Ошо урында бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ.
— Силәбе ҡәлғәһенә 1736 йылда Табын ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, арҙаҡлы милләттәшебеҙ, тархан Таймаҫ Шәимовтың тыуған ауылы урынында нигеҙ һалынған. Силәбе өлкәһендә йөҙ егерме меңдән ашыу башҡорт йәшәй, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Сыбаркүл, Наҙы-Петровск, Уй, Красноармейск райондарында, шулай уҡ өлкәнең бөтә ҡалаларында тиерлек милләттәштәребеҙ төйәкләнгән. Силәбе башҡорттары башлыса Ҡатай, Табын, Әйле ырыуҙарына ҡарай. Һөйләү теле — башҡорт теленең көнсығыш диалекты. Тарихҡа килгәндә, XVII-XVIII быуаттарҙа Силәбе башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә тау заводтарына һәм ҡәлғәләренәгә нигеҙ һалынғана, бөгөн ул тарафтарҙа Аша, Эҫем, Златоуст, Силәбе, Верхнеурал, Үрге Уфалей, Мейәс, Ҡытау-Ивановск, Минйәр, Һатҡы, Троицк, Ҡытаутамаҡ, Сыбаркүл, Йүрүҙән һәм башҡа тораҡ пункттар урынлашҡан. 1919 йылдың башында йәш Башҡортостан 13 кантондан, шул иҫәптән Арғаяш кантонынан торған. 1930 йылда Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары барлыҡҡа килгән. 1934 йылда Башҡорт АССР-ының Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары Силәбе өлкәһе составына ингән. Силәбе өлкәһе башҡорттары илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡан. Йәмғиәт, мәҙәниәт, мәғариф, халыҡ хужалығы үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән. Өлкә менән бик күп билдәле башҡорттарҙың тормошо һәм яҙмышы бәйле —Троицк ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән Зәйнулла ишан Рәсүлев, башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла (Миәс ҡалаһында ерләнгән), башҡорт мәғрифәтсеһе, күренекле дини, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев, 18-19-сы быуат дипломаттары һәм дәүләт эшмәкәрҙәре Таймас Шәимов, Мөхәмәтҡолой Күсәков, Дәүләтша Бикмәтов, 20-се быуат шәхестәре Абдулҡадир Инан, Хафиз Ҡушаев, Нуриәғзәм Таһиров, Таймаҫ Шафиҡов һәм башҡалар ошо исемлектә. Замандаштарыбыҙ араһында ла бик күп лайыҡлы, билдәле милләттәштәребеҙ бар: Ҡоншаҡ районынан сыҡҡан шағирҙар, яҙыусылар Ҡадир Даян, Хәй Мөхәмәтйәров, Кәтибә Кинйәбулатова, Сәләм Ғәлимов; ғалимдар Зәйнулла Иҡсанов, Дамир Вәлиев, Ҡадир Тимерғәзин, Наил Бикбулатов; Советтар Союзы Геройҙары Ғаяз Баймырҙин, Ғәзиз Мырҙағәлимов һәм башҡалар. Билдәле спортсыларҙы алғанда, көрәшсе, Силәбелә Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы Харис Йосоповто, Урал йәштәре араһында спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы Эльбрус Ниғмәтуллинды тотош Рәсәйҙә яҡшы беләләр.
— Башҡорт халҡы күпләп йәшәгән төбәктәрҙә этник һәм мәҙәни үҫеш йәһәтенән вәкиллек ниндәй ғәмәлдәр башҡара?
— 2015 йылда Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында фәнни-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул беҙҙең өсөн — төп документ. Даими вәкиллек эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше булып республиканан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү тора. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән берлектә 2019-2024 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла, 2018 йылдан төрлө проекттарға грант ярҙамы күрһәтелә. 2022 йылдан Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмалары алған грант проекттарының суммаһы 2 151 640 һум тәшкил иткән. 2019 йылда Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы ойошторолдо. Силәбе өлкәһенең белем биреү ойошмаларында 60 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Силәбе өлкәһендәге 24 мәктәпкәсә учреждениела 498 балаға башҡорт телен өйрәнеү ойошторолған. Силәбе өлкәһендә туған тел булараҡ башҡорт телен өйрәнеү һәм туған телдә әҙәби уҡыу 32 дөйөм белем биреү ойошмаһында ойошторолған, унда 3587 уҡыусы белем ала. Дәрестән тыш эшмәкәрлек сиктәрендә башҡорт телен 5 дөйөм белем биреү ойошмаһында 97 бала һәм 3 өҫтәмә белем биреү ойошмаһында 110 бала өйрәнә. Унан тыш, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары ярҙамында йәмәғәт башланғысында 12 йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторолдо. Ул республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы булып тора. Үҙәк булышлығында йыл һайын милли байрамдар — һабантуйҙар, «Рәсүлев уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли, «Аҡмулла уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференциялары уҙғарыла. Вәкиллек булышлығында 2023 йылда Силәбе өлкәһенең һәм Башҡортостандың Төбәк-ара ғалимдар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр Советы ойошторолдо. Структура урындағы башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 2024 йылда Төбәк-ара советтың Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында район бүлексәләре асыды. 2023 йылда Даими вәкиллек ярҙамында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары һуңғы тиҫтә йылда тәүге тапҡыр Арғаяш районында күсмә ғилми практика үтте, урындағы фольклор һәм диалекттар өлгөләрен йыйҙы. Был ғәмәлдәр. Һис шикһеҙ, Урал аръяғы башҡорттарының рухи мираҫын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
— Силәбе өлкәһендә бик күп башҡорт йәмәғәт ойошмалары ла эшләй...
— Эйе, Көньяҡ Уралда бихисап башҡорт милли-мәҙәни берләшмәләре бар. Быйыл уларҙың һаны 16-ға етте. Барыһы ла башҡорт халҡының тарихын, рухи мираҫын, йолаларын һәм туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән уңышлы эшләй, үҙ-ара хеҙмәттшек итә. Ғөмүмән, төбәк-ара йә урындағы төрлө йүнәлешле сараларҙы планлаштырғанда һәм үткәргәндә башҡорт халҡының яҙмышына битараф булмаған йәмәғәтселәрҙең, ғилми, мәҙәни берләшмәләрҙең, бизнес, иҡтисад, мәғариф, спорт вәкилдәренең, йәмәғәтселек фекере лидерҙарының фекерен иҫәпкә алабыҙ.
— Төбәк-ара сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә ниндәй эштәр алып барыла?
— Тәүге сиратта, алдыбыҙҙа Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе предприятиеларының хеҙмәттәшлеген үҫтереү миссияһы тора. Һуңғы йылда беҙ предприятиеларыбыҙ араһында 11 бизнес-осрашыу ойошторҙоҡ. Төп маҡсат — кооперация бәйләнештәрен һәм туранан-тура партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу. Башҡортостан продукцияһын таратыу өсөн «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты ҡатнашлығында сауҙа-һатып алыу конференциялары ойошторола, исемлеккә республикабыҙҙан 600-ҙән ашыу етештереүсе ингән. 2022 йылдан «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектында ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы төбәк-ара хеҙмәттәшлек ҙур ҡеүәткә эйә. Ике төбәктең уртаҡ сиге 1340 километр самаһы тәшкил итә. Күп райондар сиктәш, Өфө ҡалаһы ла Силәбе өлкәһенең тау сәнәғәте райондарына яҡын урынлашҡан. Төбәктәр араһындағы тауар әйләнеше 50 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөн Көньяҡ Урал компаниялары техника һәм ҡорамалдар, комплектлау материалдары һәм башҡа тауарҙар менән тәьмин итә.
— Советтар Союзы Геройҙарының, Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән башҡорттарҙың — Ғаяз Баймырҙиндың, Ғәзиз Мырҙағәлимовтың һәм башҡа геройҙарҙың исемдәре тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?
— Беҙ бер ҡасан да үткәнебеҙҙе онотмайбыҙ. Илһөйәрлек йүнәлешендә һәр саҡ ҙур эштәр алып барыла. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса барлыҡҡа килгән «Шайморатовсылар» халыҡ проекты Башҡортостандан ситтә лә эшләй, халыҡты берләштерә, илһөйәрлек һәм гражданлыҡ яуаплылығы тәрбиәләй. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 313-сө кавалерия полкы командиры Байғужа Сәйетғәлиндың һәм артдивизион штабы начальнигы Ниғмәт Бикмәтовтың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙеләр. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙың батырлығын раҫлаусы архив документтары ла табылған. Бынан тыш, Сосновка районының Мамай мәктәбендә иҫтәлекле стена астыҡ, дивизия хәбәрсеһе Ҡадир Даян исемендәге әҙәби премияны тергеҙҙек, Башҡортостандың баш ҡалаһының яңы урамдарына геройҙарҙың исемдәрен биреү буйынса документтар юллап ебәрҙек. 2018 йылда Арғаяш районында 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асылды, Силәбе уҡыусыларының Өфөләге 112-се кавалерия дивизияһы музейына барыу йолаһы ла барлыҡҡа килде. Силәбе өлкәһендәге белем биреү ойошмалары Советтар Союзы Геройҙары Ғаяз Баймырҙин, Ғәзиз Мырҙағәлимовтың исемдәрен йөрөтә. Илһөйәрлек йәһәтенән тәрбиәүи эш һәм уҡыусыларҙың физик әҙерлеген хәстәрләү өлкә башҡорттары ҡоролтайы тарафынан һәм «Урал батыр» өлкә конкурсы сиктәрендә лә йәштәр, уҡыусылар араһында даими алып барыла. — Силәбе башҡорттарының махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп үтегеҙ. — Тәүге көндәрҙән Силәбе өлкәһе егеттәре хәрби хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнаша, батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә. Мәҫәлән, хәрби округ зонаһында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән милләттәшебеҙ Альберт Зәйнуллинға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Зәйнуллиндар нәҫеле тамырҙары — Табын ырыуы башҡорттарының Селәй ауылында, шәжәрә ағасы 1720 йылдан башлана. Ғөмүмән, ватандаштарыбыҙ һәр саҡ — Тыуған илебеҙҙе һағында. Беҙ улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, еңеү менән көтәбеҙ!
— Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.
"Ҡоролтай"
Фото: "Ҡоролтай"