Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Февраль 2024, 11:55

Һинең исем үлемһеҙ

Кем уйлаған, беҙҙең күҙ алдында йөрөп, мәктәбебеҙҙә белем алып, артабан тормош юлын үҙенсә дауам иткән Тамерланыбыҙҙың Герой булып китерен! башҡорт ғаиләһендә тәрбиә алған ябай ғына ауыл малайы...

Һинең исем үлемһеҙ
Һинең исем үлемһеҙ

Кем уйлаған, беҙҙең күҙ алдында йөрөп, мәктәбебеҙҙә белем алып, артабан тормош юлын үҙенсә дауам иткән Тамерланыбыҙҙың Герой булып китерен! башҡорт ғаиләһендә тәрбиә алған ябай ғына ауыл малайы...

Бер кем дә герой булып тыумай. Аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡ, “Булыр бала — биләүҙән” тигәндәй, ябай ғына, күпселек оло быуын өләсәй-олатайҙарҙан торған бәләкәй генә ауыл мөхитендә, ғаиләһендә матур тәрбиә алып үҫкән малай ул. Әле мәктәпкә уҡырға бармаҫтан алда уҡ күрше генә йәшәгән Нәркәс Вафина, шулай уҡ яҡында ғына йәшәгән Илгиз Зарипов, Мөлөковалар менән бергә уйнап үҫте Тамерлан.
Ярлыҡап бәләкәй генә ауыл, ғаилә ҡорор йәштәр ҙә ҡалмаған, үрҙә һаналған балаларҙан башҡа ҡыҙ-малайҙар ҙа юҡ осор ине. Элекке мәктәп урынында шаулап үҫеп ултырған ҡайынлыҡтарҙа эшләнгән әүһәләктә эйеүме, тауға кем уҙарҙан йүгерешеп менеү, ҡай сағында тәкмәсләп ҡолай-ҡолай түбән тәгәрәп, йүгереп төшөүҙәр... Ҡышҡы һалҡындар тимәй, тауҙан-тауға сана һөйрәп шыуыуҙар — барыһы ла был ауыл балаларын сыныҡтырып үҫтергән. Уйын менән бер үк ваҡытта ауыл балаһы, ни тиклем бәләкәй булмаһын, эшкә өйрәнгән. Ҡайҙан-ҡайҙа йыл әйләнәһенә һыу ташыуҙар, утын бысып, хатта ярырға өйрәнеп алып, өйгә ташыуҙар, мал ояһын таҙалауҙар... Ана шундай эштәр бар ауыл балаһын эшсән булырға өйрәтә лә инде.
Тамерлан да, ғаиләһендә өлкән ағай булараҡ, ошондай эштәр уртаһында ҡайнап, бәләкәстәренә ярҙам итеп, хеҙмәт тәрбиәһе алып, егәрле лә, ярҙамсыл да булып үҫә. Ярлыҡап башланғыс мәктәбе күптән ябылған, сөнки уҡытыр балалар юҡ. Биш, алты, ете йәштәрен тултырған ни бары өс бала бар ауылда. Әсәйһеҙ үҫкән, күҙ ҡараһындай ғына күреп үҫтергән ете йәшлек ейәнен нисек итеп Асҡарға йә Ҡусҡарға йөрөтөп уҡытмаҡ кәрәк? Мәктәп юҡлыҡтан Иштимер ағай менән Рәсимә апай Зариповтар – Илгиздең өләсәһе менән олатаһы — иҫке өйҙәрен мәктәп итеп бирергә булалар. Һәм, Ярлыҡапта башланғыс мәктәп асылып, 2001 йылда 1-се класҡа әлеге өс бала парта артына ултыра. Барыһын да үҙ ейән-ейәнсәрендәй күргән Зариповтар балалар өсөн бар мөмкинлектәр булдырып ҡына торалар, класта ике генә парта, кәрәкһә, аунап китер йомшаҡ диван, ҡәҙимге өй шарттары инде. Өләсәй кеше ашнаҡсыға әйләнеп китә, тәмле аштары менән һыйлай. “Кемегеҙгә ашарға өҫтәмә кәрәк, өҫтәлегеҙҙе туҡылдатығыҙ тип кенә торор ине Рәсимә инәйебеҙ”, – тип хәтерләй Нәркәс.
Дүрт йыл буйына йомшаҡ һүҙле, йылмайып- көлөп торған, үҙ эшен яҡшы белгән һәм яратҡан апайҙары Рәзилә Рафиҡ ҡыҙы Фәизйәнова ошо өс балаға белем бирә. “Малайҙарым бик баҫалҡы, оялсан ғына булһа, араларында биш йәштән генә уҡырға килгән Нәркәс шуҡлығы менән айырылып торҙо”, – ти Рәзилә апайҙары. Әҙ генә булһалар ҙа, байрамдарҙа концерт әҙерләп, әкиәт персонаждары булып сығыш яһап, ауыл ололарының күңелен күтәрер булған улар. Еңеү көнөндә тауҙа урынлашҡан обелиск янында әҙәби-музыкаль монтаж менән сығыш яһауҙар, ҡаһармандарса һәләк булған бик күп ҡорбандарҙы бер минут тын ҡалып хәтергә алыуҙар уҡыусылар күңелендә эҙһеҙ үтмәгәндер...
Бына шулай ябай ғына юлдар менән, һиҙелмәһә лә, мәктәп, уҡытыусы балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тойғоһо, ҡаһарман яугирҙәр миҫалында батырлыҡ өлгөһө тәрбиәләй.
Тал Ҡусҡары урта мәктәбенең филиалы булған Ярлыҡап мәктәбен тамамлағас та 5-се класҡа Нәркәс менән Тамерлан икеһе генә уҡырға килгәйне. Етди ҡарашлы, баҫалҡы, тыңлаусан, тырыш, һылыу ғына бала булды Тамерлан Илһамов. Кластарында иҙәштәр, ҡусҡарҙар менән бөтәһе алты ҡыҙ, алты малай инеләр. Оҙаҡ йылдар уҡытыу тәжрибәһенән сығып шуны әйтеп була: йылы менән холоҡ-фиғелдәре лә, уҡыуға ҡараштары ла бер төрлөрәк балалар килә ҡайһы саҡ. Тамерландың класташтары ла нәҡ уның кеүек баҫалҡы ине. Төрлө ата балалары бер ғаиләләй бер-береһенә өйрәнеп киттеләр, татыу ҙа, берҙәм дә ине улар. Мәктәп тормошонда ла иң әүҙемдәре ине. Тамерлан иптәштәре менән шундай дуҫ-татыу булды. Бер ҡасан да насар уҡып, тәртипһеҙ­ләнеп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Бала бала бит инде, шаярмай тора алмай, тәнәфестә коридорҙа шау килгән балаларҙы тыныс ҡына күҙәтеп, йылмайып торғандары күҙ алдынан китмәй. Класының һәр сараһынан ҡалмай йырланы ла, бейене лә. Бейеү түңәрәгенә йөрөп, коллектив ҡыҙҙар, малайҙар сәхнә тулып, әртистәрҙәй сығыш яһай торғайнылар. Тамерлан кескенәнән спорт яратты, спорт секцияһына йөрөнө, уңыштарға ла өлгәште. Ярлыҡаптан яҙлы-көҙлө йәйәүләп бейек Ҡыһылан, Арҡырытау аша йөрөп уҡыу ҙа уны сыныҡтырғандыр. Ҡыш көндәре биш йыл буйы Нәркәс миндә ятып уҡыһа, Тамерлан әсәһе Айгөлдөң туғандарында йәшәп уҡыны. Шәмбе дәрес бөтөү менән үҙ ғаиләһенә ҡайтырға ашҡынып килеп етер ҙә, йәндәй дуҫына әйләнгән Нәркәстең төйөнсәген ҡулына алып, үҙ әйберен арҡаһына аҫып, икәүләшеп сөкөрләшеп, шаяра-шаяра тау үренә күтәрелеп, Ярлыҡапҡа ҡайтып китерҙәр ине. “Яҙ көндәре, тау үренә менеп еткәс, шунда үҫкән күҙ яуын алырҙай сәскәләргә, сут-сут килеп һайраған ҡоштар тауышына, бар тирә-яҡ тәбиғәтенә, бай урман-тауҙарыбыҙға, алдыбыҙҙа ғына күренеп ятҡан тыуған ауылыбыҙ матурлығына һоҡланып бөтә алмай ултырып ял итеп алыр инек”, — тип хәтерләй ауылдашы Нәркәс. Ял көнө тағы бер аҙнаға белем эстәргә килер инеләр. Ана шундай шарттарҙа йөрөп, беҙҙең күҙ алдында ғына үҫте ул Тамерлан.
Туғыҙ йыл белем алған улыбыҙ хаҡында шундай ҡурҡыу белмәҫ батыр булырын кем генә белһен, тыныс шарттарҙа хәрби кеше булып киткән Тамерланыбыҙҙың батырлыҡтарын ишетеп, наградаларға лайыҡ булыуы хаҡында ҡыуанып ҡабул итә инек. Көтмәгәндә махсус хәрби операция башланып китте, күптән көслө шәхес булып формалашҡан Тамерлан Айсар улы илен һаҡларға ла, халҡын яҡларға ла әҙер ине. Ҡапыл килеп тыуған хәлдә лә үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡалар ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн эш итеп, ошонда ҡурҡыу белмәҫ батыр башҡорт улының ғүмере өҙөлә.
Ҡаһарман уҡыусыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға, әлбиттә, бармай ҡалманыҡ. Бала саҡтан һис айырылмай бергә генә үҫкән йәндәй дуҫы, бына-бына өсөнсөгә әсәй булырға көнө еткән Нәркәс тә, әрнегән йөрәктәребеҙҙе тағы ла әрнетеп, күҙ йәштәре аша һабаҡташы менән мәңгелеккә хушлашып башын эйгәйне...
Тамерлан Илһамов хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, донъяны тағы ла матурыраҡ итергә теләй, киләсәккә аныҡ маҡсаттар менән йәшәй... Улыбыҙҙың ҡыҫҡа ғына ғүмерендә алған тәрбиәүи әхлаҡи сифаттары, биргән антына тоғролоғо, ауыр хәлдәрҙә юғалып ҡалмауы, Тыуған илен һөйөүе уны ҡыйыу аҙым яһауға этәрә лә инде. Тамерланыбыҙ — Рәсәй Геройы! Һинең исемең үлемһеҙ! Батырҙар үлмәй! Ҡусҡар – Ярлыҡап юлдары, мәктәбебеҙ һинең эҙҙәреңде һаҡлай, яҡын дуҫ-иштәрең, һабаҡташтарың, уҡытыусыларың, партаң һине юҡһына...
Туғыҙ йыл буйы Ярлыҡап, Ҡусҡар мәктәбендә белем алған уҡыусыбыҙ менән беҙ барыбыҙ ҙа хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, Геройыбыҙ исемен мәңгегә онотмаясаҡбыҙ! Тик ниңәлер Ҡусҡар мәктәбендә белем, тәрбиә алыуы хаҡында телгә алмауҙары үкенесле. Мәктәптә “Тамерлан партаһын” да, мөйөшөн дә, бәлки, музейын дә эшләр кәрәктер, һәм беҙҙең мәктәп уҡыусыһы булыуын да онотмаҫтар. Таҡтаташҡа мәктәбебеҙ хаҡлы түгел инеме икән?!



Мөнирә КИРӘЕВА, ветеран-уҡытыусы.
Әбйәлил районы.

Автор:
Читайте нас: