Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Сентябрь 2024, 15:55

Эшелон Повесть Әхиәр Хәкимов

Елдәй етеҙ ҡола бейә, бүтән аттарҙы байтаҡ артта ҡалдырып, бәйге тотҡалары янынан уҙып киткәйне инде. Тап ошо мәлдә бер иҫһеҙе, таҫтамал болғап, уның алдына йүгереп сыҡмаһынмы. Ҡола бейәнең ситкә тайпылыуы булды, бәйгесе малай һыңҡ итеп ҡаҡ ергә осоп төштө. Донъяны ҡараңғылыҡ баҫты...

Эшелон Повесть Әхиәр Хәкимов
Эшелон Повесть Әхиәр Хәкимов

Әхиәр Хәкимов

Эшелон

Повесть

Бер туған ағайым Харистың яҡты иҫтәлегенә...

Елдәй етеҙ ҡола бейә, бүтән аттарҙы байтаҡ артта ҡалдырып, бәйге тотҡалары янынан уҙып киткәйне инде. Тап ошо мәлдә бер иҫһеҙе, таҫтамал болғап, уның алдына йүгереп сыҡмаһынмы. Ҡола бейәнең ситкә тайпылыуы булды, бәйгесе малай һыңҡ итеп ҡаҡ ергә осоп төштө. Донъяны ҡараңғылыҡ баҫты...
Күпме ятҡандыр Ирназар. Иҫенә килеп, ыңғырашып ҡуйҙы. Көллө тәне һеңгәҙәп ауырта, күҙенән йәш ҡойола. Иламаҫ ине, хәрәмләште етәкселәр, беренселекте уға түгел, икенсе булып килгән малайға бирҙеләр. Йәнәһе, йығылып ҡалды Ирназар. Торорға кәрәк. Аңлатырға! Ул бит көрсөктө үткәс кенә йығылды...
– Ят, ят, торорға ярамай һиңә, – тип кемдер уны ҡулбашынан һыйпаны.
– Ай-һай, әҙәм булыр микән был байғош, – тине тағы берәү, ҡаж-ҡож йүткереп. – Минең хәл насар, минекенән дә бының эше хөрт.
– Ярай, көнэлгәре йыназа уҡырға ашыҡма. Беҙҙең ише ҡарт алаша түгел, йәп-йәш егет. Бәлки, йырып сығыр, – тип яуапланы тәүҙә өндәшкәне. – Һиңә лә арыу эләктерҙе теге яуыздар.
– Эйе, улар быға оҫта. Бер ҡәбәхәте күкрәкте иҙҙе...
Ҡайҙа ята һуң Ирназар? Йәнә нишләп бынау кешеләр русса һөйләшә? Бәйгелә урыҫтар юҡ ине лә баһа...
Аттар таһырлашып саба. “Һеү-әлә-лә!” “Һелтә ҡамсыңды!..” тип һөрәнләгән тауыштар ишетелгәндәй. Ә ниңә һуң Ирназарҙың ятҡан урыны бер туҡтауһыҙ һелкенә, бәүелә? Бәйге шау-шыуы тиер ине, ниҙер тыҡылдай, тимер сыңы башын зыңҡыта. Интегеп уйлана торғас, яҙа-йоҙа аңы асыҡлана төштө Ирназарҙың. Әһә, әллә ҡасанғы бәйгене төшөндә күреп һаташҡан икән ул. Әле иһә ҡабат вагонда китеп бара ла баһа. Ә бит ул эшелондан төшөп ҡалғайны. Йәне алҡымына килеп, аһылдап йүгереүе, машина геүләүе, автоматтар шатырлауы иҫендә...
Үҙенең ни хәлгә тарыуын ул көскә аңлай башланы. Уның һайын бөтөн ағзаларын һыҙланыу ҡаҡшатты, мейеһен, вагон тәгәрмәстәренең аяуһыҙ тыҡылдауына ҡушылып, бер үкенесле уй йәнсте: “Их, булманы, булманы... Кисер мине, Фәйрүзә...”
Баяғы кешеләр, юлдаштары, ахырыһы, уның башы аҫтына һырма ҡыҫтырғандар, өҫтөнә лә ниҙер япҡандар. Әммә барыбер өшөй Ирназар. Бигерәк тә аяҡтары туңып барғандай. Тубыҡтарын бөкләп күкрәгенә тартырға уҡталһа, тәнен, ут ялмаған һымаҡ, ауыртыу тетрәтеп уҙа.
Юлдаштары көңгөр-ҡаңғыр һөйләшә.
– Ғәжәп кеше инде һин, майор, – ти ҡажғылдыҡ. – Үҙеңде ҡайғыртаһы ерҙә теге донъяның ишек төбөнә барып терәлгән бәндәне хәстәрләйһең...
Майор тигәненең үҙ һүҙе – һүҙ:
– Һалдат бит ул! Ә беҙ – командирҙар. Тимәк, бәләгә тарыған һалдатҡа ярҙам итеү беҙҙең намыҫта...
– Командир! Намыҫ! Әйтер инем...
– Уяндың шикелле? – тип майор Ирназарҙың өҫтөн көпләп япты. – Бирешмә, туған, һауығырһың. Алдағы туҡталышта даулашып дарыуҙар һорап алам конвойҙан.
– Даулаш, әйҙә! Оноттоңмо ниңә был вагонға эләгеүеңде?..
Уларҙың сәйер һөйләшеүен аңламаны Ирназар.
– Мин ҡайҙа?.. – тип һораны, иренен саҡ яҙып. Тауышы сипылдап ҡына сыҡты.
– Ил буйлап сәйәхәт ҡылмаҡтабыҙ! Оҙаҡламай Ҡустанайға етәбеҙ, шикелле. Курортҡа! – тип ҡажғылдыҡ көлөп ебәрҙе.
– Туҡта, капитан!.. Һин уны тыңлама, һалдат. Ә хәлеңде белеп ҡуй: беҙ карцер вагонда.
Ана нисек... Дуҫы Айытбай менән төшөп ҡалған элекке вагондарына тимер мискәнән әтмәләнгән мейес ҡуйылғайны. Бында ундай нәмә юҡ. Шуға ла эт ҡышлауы кеүек һыуыҡ. Карцер булырлығы бар.
Эшелон, йөрөшөн бер тиҙләтеп, бер әкренәйтеп, үҙ юҫығы менән туҡтауһыҙ бара ла бара. Ә Ирназарҙың уй-хисе кирегә, үткәндәргә тартыла, уны бөгөнгө хәлгә килтергән тетрәткес ваҡиғаларҙың тамырын юллай...

1
Төшөнә кереп һаташтырған бәйге ваҡытында Ирназар ауылда үҙенең ят бауыр булыуын тамам аңлағайны.
...Утыҙ дүртенсе йылдың сыуаҡ йәйе ине. Замандың айҡалыш-сайҡалыштары арҡаһында онотолоп барған йоланы яңыртып, Ҡуштирәк һабантуй уҙғарырға булды, бәйгегә аттар әҙерләне. Бригадир Ғәлиәхмәт, ауылдың ҡушбоғаҙ активына ҡул һелтәп, юртаҡ ҡола дүнәженде Ирназарға беркетте. Тегеләрҙең сәйәсәткә һуҡтырып киҫәтеүенә: “Йылҡының хәлен тын алышынан тоя был малай. Бүтәне буш”, – тип яуап бирҙе.
Һынатманы малҡай. Йәш булһа ла, һыртындағы ун өс йәшлек малайҙың имән шына кеүек үксәләре ҡабырғаһына һаҡ ҡына тейеүҙән, теҙгендең еңелсә тартылыуы йә бушауынан нишләргә кәрәклеген тойҙо. Йоморас-ҡыҫҡараҡ тороҡло ғына хайуан бит инде ҡарамаҡҡа. Ә Ирназарҙың “һеү-һеү!” тип тауыш итеүе була, йомғаҡтай йомолоп алға атыла. Күрәһең, Ғәлиәхмәт әйткәнсә, ысынлап та, дөлдөл тоҡомонан яралғандыр ул. Ҡуш урайлы, суҡ-суҡ йәкәлле ине ҡола бейә...
Бәйгегә һөҙөмтә яһағанда, Ғәлиәхмәт күпме ҡарыулашмаһын, беренсе урын Ирназарҙан егерме-егерме биш сажин артта ҡалып килгән Дауытҡа бирелде. “Самалап, Ғәлиәхмәт! Кем балаһын яҡлауыңды онотма”, – тип ҡаҙалды совет рәйесе. Эш былайға киткәс, тәүҙә Ирназар тарафын алған ҡарттар ҙа телдәрен тешләне. “Һуң бит, малайҙы уйламаһағыҙ, мал хаҡы бар ҙа баһа! Шулмы ғәҙеллек? Халыҡтан оялыр инегеҙ...” – Ғәлиәхмәт, үрһәләнеп, тегеләрҙең әле береһенә өндәште, әле икенсеһенә. Юҡ, тыңламанылар. Ыҡ-мыҡ итеп, баштарын эйеп, күҙҙәрен ситкә күсерҙе ҡарттар.
Ирназарҙың ғәрләнеп илауы ла, үҙенән бигерәк, ҡола бейәне йәлләүҙән ине.
Ике йылдан һуң үткәрелгән һабантуйҙы ул ситтән генә тамаша ҡылып әйләнде, бер ярышта ла ҡатнашманы, ә бәйгелә сабыу йәшенән уҙғайны инде. Хәйер, анау ғәҙелһеҙлектән аҙаҡ, алтын-көмөшкә күмеп ташлайбыҙ, тип өгөтләһәләр ҙә, күнмәҫ ине ул. Үкенгәне йәнә шул, ҡола бейә күренмәне. Юртаҡлығына ҡыҙығып, уны совет рәйесе үҙенә еккегә алғайны.
Яңғыҙ әсәһенән башҡа бер кеме лә юҡ Ирназарҙың. Икәүҙән-икәү, үлә-ҡала тигәндәй, йәшәп ятҡан көндәре. Туған-тыумасалары бар, әлбиттә. Ләкин улар, бүтән ауылдаштарынан уҙҙырырға тырышҡандай, өлөшһөҙ ғаиләне ят күрә. Бахыр Зөлҡәғиҙә, Ирназарҙың әсәһе, йөрәк сирле. Шуға ҡарамаҫтан, көсөнә күрә колхозда ни тиклем ихлас эшләмәһен, йылы һүҙ ишетмәй. Әгәр ҙә мәрхүм ире Хаҡназарҙың йәшлек дуҫы Ғәлиәхмәт ярҙам итмәһә, сетерекле ине быларҙың хәлгенәһе.
Ә Ғәлиәхмәт, ысынлап та, ярҙамсыл, миһырбанлы кеше. Картуф ерен һөрөргә, утын йә бесән ташырға ат кәрәкме, аҙбар-ҡураны ипкә-һапҡа килтерергәме, һорағанды көтмәйенсә, үҙе килеп өндәшә, “Һин тартынма, йомошоң булһа әйт”, – тип Зөлҡәғиҙәнең йөгөнә керергә тора. Ирназарҙы иһә, мәктәптә яҡшы уҡыуын ишетеп: “Кикерегеңде төшөрмә, мырҙа. Етенсене бөтөргәс, техникумға керерһең. Минеңсә, һиңә зоотехниклыҡҡа уҡырға кәрәк, ни өсөн тигәндә, мал йәнлеһең”, – тип дәртләндерә.
– Ҡуй инде, Ғәлиәхмәт, беҙҙең арҡала үҙеңә һүҙ тейеүе бар ҙа баһа, – ти Зөлҡәғиҙә. – Бығаса үлмәгәс, артабан да йәшәр инек әле... Бисәләр әйтә, үткән көҙ ҡар аҫтында ҡалған бер гектар тары баҫыуы өсөн һине ғәйепләргә уйлайҙар икән. Ауыҫҡал йөрөргә ярамай һиңә. Бигерәк тә яуыз булып сыҡты бит анау рәйес...
– Минең өсөн борсолма, Зөлҡәғиҙә. Улай тигәс тә, граждандар һуғышында көмөш һаплы ҡылыс менән бүләкләнгән кавалерист бит әле мин. Ә Хаҡназарҙың дошманлығына барыбер ышанмайым!..
Ҡыйыу кеше Ғәлиәхмәт. Тура һүҙле. Шуның арҡаһында янды ла, шикелле, инде ул. Дөрөҫөн әйткәндә, тары баҫыуы – һыныҡҡа һылтау ине. Улайға китһә, икенсе бригаданың өс-дүрт гектар көнбағышы йыйылмай ҡалды. Йомдолар уныһын, сөнки бригадирҙары – совет рәйесенең ҡәйнеше. Ә Ғәлиәхмәт ҡулға алынды.
Әсәһенең әлдән-әле ҡымтып тороуы арҡаһында, Ирназар хирес тойғоларын, үкенеү-юҡһыныуҙарын эскә йоторға күнекте, йомоғораҡ тәбиғәтле булып үҫте. Күрәһең, бүтәнсә ярамағандыр, сөнки уның атаһы, ысынмы, бушмы, аҡтар яғында йөрөп башын һалған. Әлбиттә, үҙ ирке менән ҡушылмаған, ти, ул дошман ғәскәренә. Күкрәгенә мылтыҡ терәп, туҡмай-туҡмай алып киткәндәр. Ә шойҡаны йәшләй тол ҡалған ҡатынына, бер бөртөк кенә балаһына. Улар күгәрсен тубындағы ала ҡарға.
Бәләкәйерәк сағында Ирназар быны аңламай ине әле. Малайҙарҙың мыҫҡыл итеүенә, “аҡ гвардеец балаһы” тип, уйынға ҡатнаштырмай ыҙалауына үсегеп, һуғышып та киткеләй торғайны. Үҫә төшкәс, атаһы тураһындағы алама хәбәргә ышанырға мәжбүр булды, бәхәсләшеүен ташлап, эскә бикләнде. Берҙән-бер уйы – етенсене тамамлағас, техникумға китеү. Ауылға зоотехник дипломы алып ҡайтһын әле, күрерҙәр, йәнәһе, уның дошман ғәскәрендә йөрөгән атаһы юлынан атламауын.
Ләкин ниәте ғәмәлгә ашманы. Уны ауыл хужалығы техникумының ишек төбөнән үк тигәндәй бороп ҡайтарҙылар. “Их, Ғәлиәхмәт ағайҙың юҡлығы! – тип көйөндө Ирназар. – Ул ауылда булһа, бер яйын табыр, һис юғы, яҡшы һүҙе, аҡыллы кәңәше менән ярҙам итер ине...” Үкенескә, халыҡ дошманы тип ҡулға алынғаны бирле, бер йылға яҡын, Ғәлиәхмәттең ҡайҙалығы билдәһеҙ. Улының уҡырға инә алмауына, уның үҙенән дә былайыраҡ, әсәһе ҡара ҡайғыға ҡалды, ғәҙелһеҙлекте төҙәтергә лә тырышып ҡараны.
Барыр ерем, батыр күлем юҡ, тигәндәй, Зөлҡәғиҙә, аптырағас, мәктәп директорын күреп һөйләшкән. “Ҡыҙғаныс, ҡыҙғаныс, апай, шундай һәләтле малай. Ҡана, минең янға килһен әле, бер кәңәш бар”, – тигән икән директор. Әсәһенең ҡаҙанлыҡ яҡҡа сығып, шымып ҡалыуынан Ирназар ниҙер һиҙенһә лә, быға артыҡ әһәмиәт биреп торманы, китте. Ни эшләһен әҙәм балаһы. Батып барғанда һаламға йәбешерһең, тиҙәр түгелме.
– Хәлеңде аңлайым, ҡустым, – тип хәстәрсән төҫтә һүҙ башланы директор. – Мәктәпте яҡшы тамамланың, артабан уҡырға теләгең ҙур, ә юлыңда кәртә. Улай ҙа, ныҡлабыраҡ уйлаһаң, яйын табырға була. Эш үҙеңдә, туғанҡай...
– Мин нишләй алам, ағай? Дошман балаһы тигәстәр ни... – Ирназар уға күҙен тултырып ҡараны.
Яуап урынына остазы синфи көрәш ҡанундарының аяуһыҙлығы, революция осоронда бер ата балаларының үҙ-ара бысаҡҡа-бысаҡ килеүе, хатта хәлле ғаиләнән сыҡҡан күпме ялҡынлы инҡилабсының ата-әсәһенән ваз кисеүе тураһында һөйләргә кереште. Ирназар уның тел төбөндә ни ятҡанын аңламаны әле. “Яйы табылыр”, – тигәйне бит директор. Тиҙерәк шуны әйтһен ине.
Бына, ниһайәт, уныһына ла сират етте.
– Эш былай, Ирназар, – тине директор, һуҡ бармағын түшәмгә төртөп. – Мин генә түгел, тегендә лә шул фекерҙе хуп күрәләр... Әгәр ҙә ил алдында йөҙөм яҡты булһын тиһәң, маҡсатыңа ирешергә теләһәң, ошо ҡағыҙға ҡул ҡуяһың да, вәссәләм! Уны район гәзитендә баҫып сығарыу менән бер һүҙһеҙ техникумға ҡабул ителәһең.
Ҡағыҙға шундай һүҙҙәр яҙылғайны: “Мин, Ҡуштирәк ауылында тыуып үҫкән Исламғолов Ирназар, йәш быуындың аңлы вәкиле булараҡ, революцияға ҡаршы ҡорал күтәргән атайым Хаҡназарҙан рәсми рәүештә баш тартам”.
Үҙ күҙенә үҙе ышанмайынса, Ирназар әле бармаҡтарын өҫтәлдә бейеткән остазына, әле алдында ятҡан ҡағыҙға ҡараны, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ә яҙыуҙың мәғәнәһе һаман аңына барып етмәй. Директор иһә уға бер бит таҙа ҡағыҙ, ручка һуҙа.
– Быны һин үҙ ҡулың менән күсереп яҙырға тейешһең, шунһыҙ ярамай, – ти етмәһә.
Ниһайәт, аңланы Ирназар: әгәр ҙә ул ошо ҡағыҙға ҡул ҡуйһа, ғаиләләре әлеге хәлдән еңел генә ҡотола ла ҡуя. Әсәһенә мөнәсәбәт үҙгәрә, улы техникумға алына. Ләкин ҡот осҡос яҙыҡлыҡ та баһа был! Әллә ҡасан үлеп ҡалған атаһынан, мин уның улы түгел, тип баш тартҡас, Ирназар үҙе табылдыҡ бала булып сыға түгелме? Йәнә документтарында атаһының исеме урынына нимә яҙыласаҡ?
Тауышы ҡалтырап, Ирназар:
– Ә ниңә?.. Кәрәкмәй, ағай! – тигәйне, директор уны өгөтләргә тотондо. Имештер, гел “отлично”ға уҡыған малайһың, аңларға тейешһең, илдә ҡаты синфи көрәш бара. Йә теге яҡты, йә был яҡты алырға кәрәк, битарафлыҡҡа урын юҡ. Әгәр ҙә аяҡ аҫтында ҡалып тапалмайым тиһәң, йәш көрәшселәр сафына баҫ...
Тамам иҫен йыйып, шаҡшы ҡағыҙҙы Ирназар өҫтәл уртаһына шыуҙырҙы. Урынынан тороп өлгөрмәне, директор уны ҡулбашынан матҡып кире ултыртты.
– Алйот! – тип екерҙе, бурҙаттай ҡыҙарып. – Шуны уйла, һин бит Хаҡназарҙан йәшең дә тулмай тороп ҡалғанһың, төҫөн-башын да хәтерләмәйһең! Ниндәй игелек күрҙең унан? Һине ҡарап үҫтерҙеме? Эх, Ирназар! Етемлегең етмәгән, атайың булмыштың ҡара шәүләһе юлыңда кәртә булып ята...
Эйе, “ҡара шәүлә” тигәне раҫ та инде. Ирназар уға аҙым һайын абына. Йоғошло сире бар һымаҡ, малайҙар унан ситкә тайшана, бишенсе синыфтан башлап, етенсене бөтөргәнсе партала ул бер үҙе ултырҙы. Хатта уның яҡшы уҡыуын, тәртип боҙмауын ғәйепкә һананылар: имештер, уҡытыусылар алдында яҡшатланып, контр атаһы өсөн аҡланмаҡсы. Ә бахыр әсәһенең түгелеп илауҙарын уйлаһа, ысын, ундай атайҙың булғанынан булмағаны. Ләкин булған бит ул! Нисек һыҙып ташлайһың уны? Бер түгел, биш ҡағыҙға ҡул ҡуйһаң да, унан башҡа атайың юҡ. Шул һиңә йәшәү биргән.
Малайҙың аҫҡа ҡарап ҡомһарып ултырыуын икеләнеүгә иҫәпләне, ахырыһы, остазы. Уны яурынынан ҡағып, өгөт-нәсихәтен дауам итте:
– Туҡта әле, ҡашыңды төймәй тор һин. Бүтәнен уйламаһаң, Павлик Морозовты иҫеңә төшөр. Бына, исмаһам, йәш көрәшсе! Ул бит, һинең һымаҡ, күрмәгән-белмәгән кешене түгел, хатта үҙен тәрбиәләп үҫтергән атаһын фашлауҙан да тайшанмаған. Ни өсөн тигәндә, революция идеал­дарын шәхси яҙмышынан өҫтөн ҡуйған ул. Ә һин? Ете-ят әҙәмдең исеменә йәбешеп ятаһың. Оялмайһыңмы әҙерәк? Шулмы совет мәктәбендә уҡыған аңлы йәш үҫмерҙең ҡылығы?
Өндәшмәй Ирназар. Йөҙө ҡатып, бер нөктәгә текәлеп тик ултыра. Улай ҙа күңеленән ул үҙен Павлик Морозов урынына ҡуйып ҡарай. Әгәр ҙә атаһы иҫән булып, күрәләтә ҡоротҡослоҡ юлына баҫһа, нишләр ине икән Ирназар? Моғайын, тәүҙә уның менән аяҡ терәп һөйләшер, дошманлыҡ уйынан дүндерергә тырышыр ине. Юҡ, башы етмәй быға. Бер уйлаһа, ул да, Павлик кеүек, атаһын фашларға тейеш һымаҡ. Икенсе яҡлап иһә, нисек итеп үҙ атаһына ҡаршы күҫәк күтәреүен күҙ алдына килтерә алмай. Ә бөтөнөһөнән дә бигерәк, әсәһе һүҙенә ҡарағанда, уның революция дошманы булыуына ышанырлыҡ түгел.
Директорҙың дәлилдәре бөтмәгәйне әле, үрге ос Айратты ла килтереп ҡыҫтырҙы. Ирназар быны үҙе лә көткәйне, сөнки һуңғы мәлдә Айрат ауылдың теленән төшмәне. Берәүҙәр, совет рәйесе йәки аумаҡай актив кеүектәр: “Бына, исмаһам, егет! Ысын комсомол шулай була ул”, – тип маҡтаһа, икенселәре, аулаҡлап һөйләшкәндә, тештәрен ҡыҫып: “Ояты юҡ икән, монафиҡтың!” – тиеште.
Бригадир Ғәлиәхмәт ҡулға алынғас, улы Айрат, әллә берәйһенең кәңәше менән, әллә үҙ белдегенән, тотто ла дөйөм йыйылышта атаһын фашлап сығыш яһаны. Былтыр булды был хәл. Ул ваҡытта Айрат күрше Яҡтыкүлдә унынсы синыфта уҡып йөрөй ине әле, ә хәҙер Өфөлә пединститут студенты.
– Миҫалдарҙы йыраҡтан эҙләйһе юҡ, һин Айратты ғына ал, – тине директор, һүҙен дауам итеп. – Аҫтан киҫеп, колхозға зыян итеп ятҡан атаһын йәлләп торҙомо? Юҡ, ил алдында уның аҫтыртын ниәттәрен асып һалды! Әйтһәм әйтәйем. Шулай итмәһә, Айратыбыҙҙы комсомолдан ҡыуалар ине, туған. Институттың иһә тупһаһынан да уҙа алмаҫ ине... – Ҡағыҙ ҡабат Ирназар алдына күсте. – Ҡуй ҡулыңды, икеләнмә! – тип бойорҙо директор.
Ә шәкерте ныҡлы ҡарарға килгәйне инде. Бының өҫтөнә, директор Ғәлиәхмәттең исемен алама һүҙ менән телгә алғас, малайҙың оторо тиҫкәреһе тотто. Аҫтыртын ниәтле, имеш! Ауыл халҡы: “Төптө нахаҡтан төрмәгә оҙаттылар Ғәлиәхмәтте”, – ти ҙә баһа. Йәнә ҡатыны Миңнисаның: “Эй, Зөлҡәғиҙә, харап иттеләр баламды. Атаһының башын ашауҙары етмәгән, Айратымды ҡотортоп юлдан яҙҙырҙылар. Хәҙер хатта ике ҡустыһы менән һылыуы, ул беҙгә ағай түгел, тип татылдашып торалар. Ни ҡылайым, ҡайҙа барайым?..” – тип башын өҫтәлгә һалып илауын Ирназар онота алмай.
– Әсәйем менән һөйләшәйем әле, – тине, ҡашын төйөп.
Ул сығып китте, директор, тамам һөмөрөһө ҡасып, аптыраулы төҫтә башын сайҡай-сайҡай ултырып ҡалды.
– Йә, нишләнең? Ҡул ҡуйҙыңмы?.. – Зөлҡәғиҙә, сепрәктәй ағарынып, улының күҙенә ҡараны. Тимәк, ни хаҡта һүҙ булаһын белгән. Бәлки, ризалығын да алғандарҙыр?
– Юҡ! Мине Айрат кеүек шалтан тип беләһеңме әллә?! – тине Ирназар ҡырыҫ тауыш менән. Ҡош булып талпынып ҡаршы атлаған әсәһенән ситкә тайшанды, тағы ниҙер әйтергә, асыуланырға ауыҙын асҡайны инде, өлгөрмәне. Зөлҡәғиҙә, башын уның ҡулбашына һалып, тыйыла алмай сеңләп иларға кереште.
– Эй, балаҡайым! – тип һамаҡланы бахыр әсә. – Хоҙай һаҡлаған һине ул яҙыҡ эштән. Алданмағанһың, аҡылың еткән...
Ирназар үҙенең дорфа ҡылығынан, ут йотоп йәшәгән әсәһе тураһында насар уйлауынан оялып ыҡ-мыҡ итте, тауышы ҡалтырап, уны йыуатырға тырышты:
– Ҡуй, илама, әсәй! Башыма тай типкәнме ни минең уға ҡул ҡуйырға? Тыныслан, әйтәһең бит, йән биргәнгә йүн бирер, тип. Йәшәрбеҙ...
– Эйе, эйе, ҡолонсағым... – Зөлҡәғиҙә бер көлдө, бер иланы. – Юғиһә... шул хәйерһеҙ ҡағыҙға ҡул ҡуйып ҡайтһаң, йәшәү юҡ ине миңә. Гонаһлы булһам-булырмын, урыным Ҡаҙаяҡ соңғолонда ине...
Тамағында әсе төйөр улының. Үкереп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, ул әсәһен ипләп кенә һике ситенә ултыртты, һыҙырылып, иңенә төшкән яулығын төҙәткән булды. Бүтәнсә иркәләүгә өйрәнмәгән Ирназар. Үҙе лә бәләкәйҙән үк хатта башынан һыйпағанды яратмай. Уның ҡылығын белгәс, әсәһе лә тыйыла, “атас” тип эстән генә көлә лә ҡуя.
Үлемесле кисеүҙе үтеп, иҫән ҡалған кеше һымаҡ, Зөлҡәғиҙә, еңел тын тартып, күҙ йәше аша йылмайҙы.
– Үҫкән һайын атайың мәрхүмгә нығыраҡ оҡшап бараһың, – тине, һөйөнөсө менән көйөнөсөн бергә ҡушып. – Ул да шулай ҡауҙыр холоҡло була торғайны. Киң маңлайлы, дуғаланып торған яҫы ҡашлы ине... Ғәйепһеҙҙән ғәйепле яһалды инде бахырҡайым. Юғиһә, бөтөн ауылдың күҙ алдында, эт урынына туҡмап, санаға арҡыры ташлап алып киттеләр бит уны аҡтар. Ул нишләп дошман булһын? Инҡилаб ҡупҡас: “Хөрриәт хәҙер, Зөлҡәғиҙә, өр-яңы тормошҡа аяҡ баҫып торабыҙ!” – тип ҡыуанып йөрөнө лә баһа. Ни ҡылһын бәндә, тәҡдире шул булғас. Хаҡ яҙғанын күрә...
Ирназар, уны-быны аңлай башлағаны бирле, әсәһенең яңғыҙлыҡта заяға уҙып барған ғүмере тураһында йыш-йыш уйлана. Күңеле тартһа, ул, моғайын, әллә ҡасан үҙенә иш тапҡан булыр ине. Хәҙер ҙә ҡырҡҡа ғына етеп килә. Кисергән ҡайғыларына, кәмһенеүҙәренә ҡарамаҫтан, төҫ ташламаған, холҡо һәйбәт. Ирназар быны сәйерһенеп уйлай, әлбиттә. Нисек инде ул үҙе төптө ят кешегә “атай” тип өндәшһен? Быны күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Ә әсәһе йәл.
Улай ҙа әхирәте Миңниса менән уның бер һөйләшеүе ҡолағына салынып ҡалғайны. Ирназар ул ваҡытта бишенсе синыфта ғына уҡый ине әле. Күрәһең, бала итеп, унан тартынып торманы Миңниса. “Ҡуй инде, Зөлҡәғиҙә, булыр-булыр ҙа, һинең кеүек бер ҡатлы кеше булмаҫ! – тип һуҡранырға кереште. – Намыҫ һаҡлай, имеш, берәү. Мин һине уйнаш итергә димләйемдер! Китсе, китсе, анау Аҫылгәрәй нисәмә йылдан бирле ризалығыңды көтөп йөрөй ҙә баһа. Осраған һайын: “Тағы һөйләш әле Зөлҡәғиҙә менән”, – тип инәлә. Юрамал асыуланып: “Һиңә унан башҡа бисә бөткәнме ни?” – тигәс, йәш егеттәр һымаҡ ҡыҙарып: “Зөлҡәғиҙәнән башҡаны күҙем күрһә лә, күңелем ҡабул итмәй шул. Риза булһа, бөгөндән күсереп алыр инем”, – ти байғош”.
“Кәрәкмәй, Миңниса. Ватыҡ көршәкте күпме ямаһаң да яңырмай бит инде ул, – тип көрһөндө Зөлҡәғиҙә. – Үҫеп килгән улымдан оят. Унан килеп тороп йөрәгем насар. Ир ҡайғыһымы... Аҫылгәрәй һил холоҡло, эшсән, тернәкле кеше, әйтер хәлем юҡ. Тик Хаҡназарҙы нисек онотайым?..”
Хәҙер саҡ аңланы Ирназар. Әсәһе, ысынлап та, таҙалыҡҡа туймай. Унан берҙән-бер балаһын үгәй ата күҙенә ҡаратырға теләмәүе лә хаҡтыр, әлбиттә. Әммә ғаилә бәхетенән баш тартыуының төп сәбәбе – уның анау шомло хәбәргә ышанмауында түгелме икән? Әгәр ҙә ул: “Ҡабат кейәүгә сыҡһам, Хаҡназарҙан тамам ваз кисеүем шул булыр. Ә уның исемен бысратыусы минән башҡа ла етерлек...” – тип уйлаһа, ғәжәпме ни. Моғайын, Ғәлиәхмәт тә бер ҙә юҡтан ғына: “Әсәйең оло йәнле һинең, Ирназар. Уның иңендәге йөктө күтәреүҙәре, ай-һай!..” – тимәгәндер. Үҙе лә бит ниндәй күрекле кеше ине Ғәлиәхмәт ағаһы. Иҫән-һаумы икән? Ҡайҙарҙа йөрөй икән?
Уҡырға китә алманы Ирназар. Ун биш йәшенән колхоз ҡамытын кейҙе. Йәһәннәм аҫтындағы Ярыҡташ станцияһына элеваторға ололар ыңғайында ҡыш буйы иген ташыны, яҙлы-көҙлө тракторҙа һабансы булып йөрөнө. Йылҡы көткән дә, бесән сапҡан да ул. Әйтерһең, Ирназар эшләмәһә, колхоз арбаһы туҡтап ҡала инде. Өҫтәүенә, йорт-ер мәшәҡәте лә тотошлай тиерлек уның иңендә. Улының хужаларса өҙә баҫып йөрөүен, олпат күренергә тырышып тамаҡ ҡырыуын, тыңлауһыҙ бөҙрә сәсен, хәс тә атаһы кеүек, яй хәрәкәт менән һыйпауын күҙәтеп ултыра ла Зөлҡәғиҙә, бер ҡыуана, бер уға күрһәтмәй генә һығылып илай. Шул тиклем дә бөтмөр, асыҡ зиһенле балаһының артабан уҡыуҙан өмөтө киҫелеүе бауырын телә әсәнең.
Улай ҙа бер мәл күңел ҡошо талпына биреп ҡуйҙы Ирназарҙың. Урамда осратып, көсләп тигәндәй ҡултыҡлап, мәктәп директоры уны үҙ бүлмәһенә алып инде.
– Былтыр ипкә килмәгәйнең. Бәлки, хәйерлегә лә булғандыр, – тип алыҫтан кәртәләне директор, усын усҡа ышҡып. – Ғәҙеллек бар, ҡустым, донъяла! Уны беҙгә бөйөк юлбашсыбыҙҙың һүҙе алып килде. – Ул ҡуйын кеҫәһенән гәзит һурып сығарҙы. – Бына, күрәһеңме, ни тип яуап биргән Сталин иптәш атаһы һинеке кеүек... ыһым... яңылыш юлға баҫҡан егеткә? Мә, уҡы. “Атаһының ғәйебе өсөн улы яуаплы түгел”, тигән! Һиҙәһеңме? Бынан аҙаҡ һин дә аҡландың була, эш былайға киткәс. Уҡырға ла инә алаһың...
Ишеткән хәбәрен әсәһенә әйтергә ашыҡманы, көн буйы ҡашын төйөп уйланып йөрөнө Ирназар. Бер яҡтан ҡарағанда, уға, ысынлап та, юл асылғандай. Юлбашсының үҙе әйткәс, техникумдан да бороп ҡайтармаҫтар. Тимәк, уның ҡасандан бирле өмөтләндереп килгән хыялы тормошҡа ашырға тора. Ләкин нисек була инде был? “Атаһының ғәйебе өсөн улы яуаплы түгел...” Йәғни Ирназар үҙе һөттән аҡ, һыуҙан пак, ә мәрхүм атаһы барыбер ғәйепле булып ҡала түгелме ни? Ә бит әсәһе лә, Ғәлиәхмәт кеүек ыңғай ҡарашлы ауылдаштары ла бының киреһен һөйләйҙәр: “Хаҡназар революцияға ҡаршы ҡорал күтәрер кеше түгел ине. Ғәйепһеҙҙән яманатҡа ҡалды”, – тип торалар. Ирекһеҙҙән аҡтар яғында йөрөгән икән, бының язаһын да алған бит инде ул. Ниңә үлгән кешене эҙәрләргә?..
Эйе, ҡайһылай иткәндә лә, Ирназар файҙалана алмай ине был ташламанан. Әлбиттә, һаман ҡыҫташып йөрөгән директорға бөтөн уйлағанын асып һалманы ул. “Әсәйем ауырыу бит, ағай. Нисек уны яңғыҙын ҡалдырып китәйем...” – тип сикләнде.
Быныһы ла дөрөҫ ине. Зөлҡәғиҙә дарыу эсеп кенә тамам аяҡтан йығылмай килә. Уҡыу ҡайғыһымы улында...
Үҫмерлектән егет ҡорона аяҡ баҫҡанда Ирназар бер кем менән дә кәңәшләшергә, фекер алышырға ярамаған сетерекле нәмәләр тураһында уйлана башланы. Чкаловтар, челюскинсылар ғәжәйеп батырлыҡ ҡылған, илдә социализм төҙөлгән заманда, ҡайҙан килеп бөтөн мәмләкәтте халыҡ дошмандары баҫып алды икән? Әгәр ҙә улар Ғәлиәхмәт кеүек булһалар, яңылыштан төрмәгә ябылған булып сығалар түгелме? Йәнә гәзиттәрҙә, совет халҡы мул тормошта йәшәй, тип яҙалар. Ҡуштирәк тә сит илдә түгел бит. Ә нилектән бында, йыл әйләнәһенә иртәнән кискәсә тир түгеп, кешеләр үлә-ҡала тигәндәй көн итә? Башы етмәй Ирназарҙың был нәмәләрҙе аңларға.
Хәйер, бындай икеле-микеле уйҙарҙы, яҙғы ташҡын һымаҡ, йәшлек дәрте йыуып ташлаһа, ғәжәпме ни. Илең ниндәй – көнөң дә шулай. Тыуған ауылынан башҡа ерҙе белмәгәс, йәшәгән тормошо, күргән-кисергәне тәбиғи булып тойола торғайны Ирназарға. Ә эс бошоуы, көйөнөүҙәре әүҙем эштә онотола ине.
Ун һигеҙе тулғанда Ирназар бынамын тигән күркәм егет ине. Колхоз эшендә һынатмай, ғәҙәтсә генә булһа ла, йорт-ҡураһы ысын-яһау. Ауылдаштары ла анау утыҙ етенсе йылғы боларыштағы һымаҡ томһайып ҡарамағандай. Йәнә мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, түңәрәктә ҡатнашып, гармун тартырға өйрәнгәйне ул. Күршеһе Дауыттың иҫке генә тальяны бар. Ул үҙе рәтле генә уйнай белмәй, тейһә тейенгә, теймәһә ботаҡҡа тигәндәй, тызҡылдатып ултыра ла Ирназарҙы саҡыра. Ә тауышы көр, моңло Дауыттың. Йәйге кистәрҙә, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултырып, береһе гармун тартып, икенсеһе уға ҡушылып йырлап ебәрһә, улар янына йәш-елкенсәк йыйылып китә. Ирназарҙың кем балаһы булыуында эше юҡ уларҙың. Яйы сыҡҡанда күңел асырға атлығып торалар. Ауылда ҡурайсы, гармунсының баҙары юғары. Ирназарҙы ла йә концертта ҡатнашырға димләйҙәр, йә киске уйынға алып китәләр. Дауыттың күреге ҡырҡ ямау, ғыжылдығы әҙ инде. Әсәһе менән кәңәшләште лә Ирназар, юҡ хәлен бар итеп, тун тектерергә йыйған аҡсаһына гармун һатып алды.
Ә тормоштоң үҙ айышы. Тиҫтерҙәре хәрби хеҙмәткә алынғас, үҫмерлектән сығып ҡына килгән сөрсөктәр араһында йөрөүҙе килештермәне Ирназар. Уның башында бүтән хистәр. Йорт-ере, унан да бигерәк, әсәһе ҡараулы булһын тиһә, уға өйләнергә кәрәк. Ваҡыт та инде: ун туғыҙ йәш – олпат хужа булыр миҙгел. Бер-ике йылдан бирле күңел ҡуйып йөрөгән, ара-тирә шаян һүҙ атышҡан, күҙҙәре нурлы Фәйрүзә исемле ҡыҙ зиһенен ғауғалата етмәһә. Тотто ла аулаҡлап шул сибәргә сер систе егет.
Баҡһаң, ҡыҙыҡай үҙе лә уны ят итмәй, имеш. “Яратыуың ысын булһа, мин риза”, – тип яуап бирҙе. Ул ризалашты-ризалашыуын, ә директор әйткән “ҡара шәүлә” көтмәгәндә ғашиҡтарҙың юлына арҡыры ятты. Ҡыҙҙың атаһы: “Дошман нәҫеленә бирер балабыҙ юҡ!” – тип аяҡ терәмәһенме. Эш былайға киткәс, Ирназар нисек дәғүәләшһен. Ата-әсә һүҙе – ҡанун. Берҙән-бер сара – ҡыҙҙы урлап алып китеү. Ярай әле, Фәйрүзә сая ҡыҙ булып сыҡты, төйөнсәген күтәреп, төн йөҙөндә һөйгәненең өйөнә йүгерҙе лә килде. Атаһы ла, ысынлап ҡаршы булғанмы ҡыҙының теләгенә, рыянан ғына туҙындымы, һәр хәлдә, асыуын тиҙ үк онотто. Ауылды ҡуҙғыта биреп ҡуйған шау-шыу баҫылғас та, кейәүе менән ҡыҙын ашҡа саҡырҙы, хатта: “Тыуасаҡ улығыҙға инселәп, ала һыйырҙың быйылғы быҙауын әйтәм”, – тип йомартлыҡ күрһәтте.
Ирназарҙың ҡапҡаһына бәхет ҡошо ҡунғандай ине. Көсө-дәрте ташып бара, бригадир ни ҡушһа, еренә еткереп атҡара. Олораҡ йәштәгеләр: “Атайыңа оҡшағанһың. Ул да шулай егәрле ине”, – тип хуплап тора. Ауыл тотҡаларының ғына ҡарашы һаман үҙгәрерҙәй түгел. Ни тиклем тырышмаһын, бирелгән эш нормаһын арттырып үтәмәһен, Ирназарға уларҙан маҡтау юҡ. Билдәле, уның юлбашсы әйткән мөмкинлекте инҡар итеүен кисерә алмайҙар. Бер йыйылышта ударниктарҙы бүләкләгән саҡта, бөтөн халыҡтың, дәррәү күтәрелеп, уны яҡлап сығыуына ҡарамаҫтан, Ирназарға тейешле буҫтау костюмды эш күрһәткесе уныҡынан күпкә ҡайтыш сатан Нуриманға һондолар. Комсомол ағзаһы, сәйәси яҡтан тотороҡло, йәнәһе.
Сығышы шикле, хоҡуғы сикле булғас, бының ише кәмһетеүгә генә түҙер ине әле Ирназар. Эш бүләктәме ни?! Йә тағы ул мал тапмаҫ егетме. Бер ҡатҡа өҫтө бөтөн, унда-бында сыҡҡанда ҡәҙерлегә кейерлек костюмы ла юҡ түгел. Етәкселәрҙең күрәләтә ғәҙелһеҙлек ҡылыуы ғәрлек ине. Ярай, танауына, йәшәрҙәр нисек тә. Фәйрүзә лә: “Ҡуй, көйөнмә, йәнем, шуларҙың көнөнә ҡалмағанбыҙ әле”, – тип йыуатып тора.
Бүтәне эсен ҡыра Ирназарҙың. Типһә тимер өҙөр егет бит инде ул, әммә тиҫтерҙәре рәтендә хәрби хеҙмәткә алыу түгел, уны хатта ҡаралырға ла саҡырманылар. Күрәһең, атаһы өсөн улы яуаплы түгел, тигәндәре лә буш һүҙ булғандыр. Юғиһә, ниңә һаман дауам итә был рәүешле сикләү?
Эстән көйөнөп йөрөнө-йөрөнө лә егет бының сәбәбен ауыл советына инеп белешеп ҡарарға уйланы. Ни ишетерен һиҙенһә, ике аяғының береһен атламаҫ ине лә бит, асыҡлыҡ кәрәк ине шул уға.
Бының өҫтөнә, әллә ҡайҙағы Тамбов ҡалаһында хеҙмәт иткән Дауыттың маҡтаныбыраҡ яҙған хаты күңелен уйнатып ебәрҙе. “Үәт, малай, томана булғанбыҙ, Ҡуштирәк – донъя кендеге, тип йәшәгәнбеҙ. Юҡ, дуҫҡай, беҙҙең төшкә лә кермәгән ерҙәр бар икән. Ә армия тормошо, ауыр булһа ла, үҙе бер тамаша. Командирҙар уҫал, ебеп йөрөһәң, наряд сәпәргә торалар. Ну, мин бирешмәйем, хеҙмәттән тайшаныу юҡ. Руссаны нығыраҡ белеп алғас, полк мәктәбенә китеү ниәт...”
Ирназарҙың ни ере кәм Дауыттан? Хеҙмәткә алынһа, ул да донъя күреп, шымарып ҡайтмаҫ инеме ни? Үс иткәндәй, ҡыҙҙар: “Һалдат ашы еймәгән, һоро шинель кеймәгән егет – егет буламы?..” тип йыр сығарған. Тәғәйен Ирназарға төрттөрмәйҙәр, әлбиттә. Армиянан ҡайтҡан егеттәрҙең иғтибарын яулар өсөн йырлайҙар. Ә барыбер ғәрлек. Рәйес, ҡырҡынсаҡ-дорфа холоҡло әҙәм, уның уратыбыраҡ башлаған һүҙен ауыҙынан алып, әллә ниндәй мәрәкә тапҡандай, иренен бүлтәйтеп көлөп ебәрҙе. Сәсәй-сәсәй һаһылдап туйғас, көҙгө себештеке кеүек тап-тар күкрәген киреп, бармағын Ирназарҙың маңлайына тоҫҡаны.
– Ҡара һин уны! – тине күҙен алартып. – Үәт ниндәй уй менән килгән, ә! Ҡолағыңа киртеп ҡуй, кем: эшсе-крәҫтиән армияһында һинең ише дошман балаһына урын юҡ! Ауылдан һөрөлмәүеңә ҡыуан.
Сикәһенә сабып ебәрҙеләрме ни Ирназарҙың. Башына ут ҡапҡандай булды, йоҙроҡтары йомарланды. Яғаһынан матҡып алып, иманын уҡытырға ла бит был яуыздың, бер яғы. Бөтөн ауылды ҡан ҡалтыратып тотҡан әҙәм әллә ни күрһәтер. Ирназар үҙенән бигерәк ғаиләһен уйларға тейеш. Улай ҙа, ярһыуын баҫып:
– Иптәш Сталин, атаһы өсөн улы яуаплы түгел, тигән дә баһа. Миңә ҡағылмаймы ни был һүҙ? – тине. Ҡағылыу-ҡағылмауын үҙе лә белә, ләкин, баяғыса, асыҡлыҡ кәрәк ине уға. Ҡана, әйтеп бирһен рәйес рәсми ҡарашты.
– Әһә, иҫеңә төштөмө юлбашсының һүҙе? – тип рәйес йөҙөн йәмрәйтте. – Улай белдекле булғас, ниңә аҡыллы кәңәште кире ҡаҡтың? Кеше һүҙенә ҡолаҡ һалһаң, техникумда уҡып йөрөр инең... Ҡара һин уны, армия кәрәк уға, ә! Юҡ, кем, унда ижтимағи сығышы шишмә һыуы кеүек саф егеттәр генә хеҙмәт итә. Ҡайнар йөрәкле ватансылар! Алдынғы йәштәр!..
Уның ауыҙынан төкөрөк сәсеп һөйләгән хәбәрен тыңлап бөтөрмәне Ирназар, асыуын, ғәрлеген усҡа йомарлап сығып китте.
Ошоғаса бүтән етәкселәр аҫтан киҫһә-киҫә, ләкин бындай ҡанһыҙлыҡҡа бармай торғайны әле. Совет рәйесе иһә, битенән алып, уның юлында ҡара шәүлә генә түгел, ҡот осҡос упҡын ятыуын асып һалды. Былай булғас, Ирназар, күндәм алаша һымаҡ, кендеге өҙөлөп йығылғансы колхоз йөгөн һөйрәргә генә яраҡлы. Ышаныс та, ҡәҙер-хөрмәт тә яулай алмаясаҡ.
Үҙенә урын тапмай һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә ул, бында күҙ көйөгө булып йәшәгәнсе, берәй-ары сығып китергә кәрәк, тигән фекергә килде. Ләкин был яҡлап та юл бикле ине. Бер кемде лә ауылдан ситкә ебәрмәҫкә ҡушҡан закон бар, имеш. Башын ташҡа бәрер хәлдә ине Ирназар.
Тап ошо көйөнөслө мәлдә яҙмышы ҡырҡа боролош яһаны, ул хәрби комиссариатҡа саҡырылды. Эштең ниҙәлеген аңлатып торманылар, үҙе лә төпсөнмәне. Нисек булһа-булды, өс-дүрт көн эсендә комиссиянан уҙғарып, ҡырҡ беренсе йылдың март урталарында уны армияға оҙаттылар. Сырхау әсәһен ҡарау-тәрбиәләү ҙә, тырышып-тырмашып йыйған әҙме-күпме мал-тыуарҙы, йорт-ҡураны тәләфләмәй һаҡлау ҙа йөклө Фәйрүзәгә ҡалды.
Улының борсолоуына Зөлҡәғиҙә: “Ҡайғырма, балам, илдә сәпсек тә үлмәй. Ике йыл ғүмер үтер ҙә китер”, – тип йыуатты. Фәйрүзә лә, күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышып, ҡәйнәһенең һүҙен ҡеүәтләне: “Ысын, беҙ өйҙә лә баһа. Йәшәрбеҙ кеше ыңғайына. Атайымдар ҙа иҫән, ташламаҫтар...”

2
Ирназарҙың хеҙмәт урыны Украинала, Казатин ҡалаһы янында урынлашҡан кавалерия полкында ине. Бәләкәйҙән йылҡы тирәһендә ҡайнашып үҫкәс, бәйге еле ҡағылған башҡорт балаһына атлы ғәскәр мас та мас инде. Йәнә ул, буйға уртанан әҙ ҡалҡыу булһа ла, киң яурынлы, ныҡса егет. Күндәмлеге, ныҡышлығы ла иш янына ҡуш. Ат уйынының ҡатмарлы күнекмәләре, оҙайлы походтар тиһеңме, устав өйрәнеү, наряд атҡарыу тиһеңме – ул береһендә лә һынатмай. Ҡылыс-мылтығы, эйәр-өпсөнө ялт итеп тора, менгеһе ваҡытында ашатып-эсерелгән, таҙартылған. Командирҙары ла унан ҡәнәғәт. Бер көн хатта эскадрон политругы: “Һәйбәт хеҙмәт итәһең, Исламғолов, молодец! Был хаҡта полк исеменән ауылыңа хәбәр ителәсәк. Әйҙә ҡыуанһындар...” – тип уның һушын алды. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы. Түбәһе күктә яугир егеттең.
Йөҙө яҡты, күңеле көр булғас, уның әсәһе менән Фәйрүзәгә яҙған хаттары ла күтәренке-алсаҡ аһәңле. Ул бергә саҡта әйтелмәгән иң наҙлы, иң татлы хистәрен еткерергә тырыша, изге хыялдарын һүтә, йыуата: “Фәйрүзәкәйем, һиңә ҡыйын инде, аңлайым. Бөтөн ышанысым һиндә, төшөнкөлөккә бирелмә, йәме. Зинһар, һаҡлана күр, тыуасаҡ улыбыҙға зыян теймәһен. Риза булһаң, исемен Азамат тип ҡушырбыҙ...” Быға яуап итеп, Фәйрүзә: “Азамат тиһеңсе? Ҡәйнәм бит, үҙе Зөлҡәғиҙә булғас ни, ҡыҙыбыҙҙы Зөлхизә итербеҙ, тип тора ла баһа. Ҡаршы түгелһеңдер бит?” – тип шаярта ла, етди һүҙгә күсеп, уны тынысландырырға керешә: “Беҙҙең өсөн борсолма, хеҙмәтеңә зарар теймәһен. Яңыға етерлек картуфыбыҙ бар, һөт-ҡатыҡтан өҙөлмәйбеҙ. Атайым бер тоҡ арышыбыҙҙы мамыҡ кеүек итеп тарттырып бирҙе... Көндәр йылыға киткәне бирле, Аллаға шөкөр, ҡәйнәмдең дә хәле арыу...”
Ирназар хат һайын: “Иҙел буйлап кәмә килә, кәмә килә эҙе юҡ. Хаты килә, һүҙе килә, һөйләшергә үҙе юҡ”, тигәнгә оҡшаш йырҙар сығарып өҫтәп ебәрә. Күңелдәрҙе шомландырған донъя хәлдәре тураһында ләм-мим. Уларҙы хатҡа яҙыу түгел, уйлау ҙа ҡурҡыныс.
Командирҙар өҙөп кенә әйтмәһә лә, һалдаттар үҙҙәре генә ҡалдымы, һуғыш хәүефе хаҡында һүҙ ҡуйырта. Быға сәбәптәр ҙә юҡ түгел. Ниңә, әйтәйек, һуңғы мәлдә хеҙмәттәре уғата ҡатмарлашып китте, тәртип-интизам ҡатыланды? Нилектән ғәҙәттәге увольнениеларға сик ҡуйылды, ә ялдағы командирҙар, отпускалары бөтмәйенсә, саҡырып ҡайтарылды? Тиктәҫкәме ни инде бындай һаҡлыҡ. Өҫтәүенә, көн аша тиерлек полкка тикшереүселәр килеп тула, аттар, ҡорал-яраҡ, тачанкалар, ылауҙар барлана. Быларҙың бөтөнөһө, донъяның аҫтын-өҫкә әйләндерәсәк ғәрәсәтле ваҡиғаларҙың яҡынлығына ишара ине.
Ә Ирназар, әйтерһең, күк көмбәҙенең етенсе ҡатында. Ул ҡыуаныс ҡатыш йәберһенеү, әрнеүле кисерештәр ҡосағында. Полктағы ығы-зығы, борсоулы хәлдәр, икеле-микеле хәбәрҙәр уның аңына ҡағылып ҡына уҙғандай. Билдәле, ул хеҙмәттән тайшанмай, ни талап ителһә, һәммәһен еренә еткереп үтәй. Ә күңеле бер ҡанатланып оса, бер килеп эстән һыҙа, толҡаһыҙ һыҡтай. Бының сәбәбе Фәйрүзәнең май байрамы алдынан ғына ебәргән хатында ине. Ышанырғамы, юҡмы тигәндәй, Ирназар уны ҡат-ҡат уҡыны, яңылыш аңламаныммы тип, йәнә күҙҙән кисерҙе. “Эй, Ирназарҡайым, беҙҙең дә шатланыр көндәребеҙ бар икән! – тигән Фәйрүзә. – Атайың мәрхүмдең исеме аҡланып тора бит, Ирназар. Ниндәйҙер документтан күренеүенсә, ҡайным, бахыр, ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышмаған, аҡтар уны, фронтҡа етер-етмәҫ ҡасҡан сағында тотоп, атып үлтергәндәр. Ҡәйнәмде районға саҡырып, ошо хаҡта уға ҡағыҙ биреп ҡайтарҙылар...”
Күҙенән ҡайнар йәш атылып сыҡты Ирназарҙың. Нахаҡтан ғәйепле әсәһенең, әҙәм күтәрмәҫтәй ҡайғынан ут йотоп, һығылып илауҙары, үҙенең кәмһенеү-юҡһыныуҙары, өҙөлгән өмөттәре иҫенә төшөп, ул ҡайҙа һуғылырға белмәне. Атаһының, Рәсәй халҡы үҙ-үҙен ҡырған ҡот осҡос заманда йәшәп, шул үлемесле ваҡиғаларҙың ҡорбаны булыуын аңларға аҡылы етмәй ине улының. Аңлаған тиклеме шул: ваҡытында асылмаған хата арҡаһында әсәһе лә, үҙе лә яманат күтәргәндәр. Бында кемде лә булһа ғәйепләү уның уйында ла юҡ. Ят бауыр итеп, ситкә ҡағылғандар икән, сәбәбе анау хатала. Эйе, бөтөн эш шунда... Тик ниңә һуң уның күңелен шик ойпалай, икеләнеү, үкенеү ярһыта? Ярай, ул үҙе егермелә генә әле, алдағы тормошон ипкә һалырға, бәлки, һуң да түгелдер. Ә йәп-йәш көйө тол ҡалып, ауыр эштән, ҡайғы-хәсрәттән сиргә һабышҡан әсәһенең заяға уҙған йылдарын кире ҡайтарыр әмәл ҡайҙа? Ғәлиәхмәт менән тағы нисәмә кешенең халыҡ дошманы тип ҡамалыуы ла баяғы хата арҡаһында булманымы икән?..
Шунан артығын уйларға башы етмәне Ирназарҙың. Яҙмышы ыңғайға юҫыҡланып тора, ошоноһо мөһим. Теге “ҡара шәүлә”нең юйылыуына Фәйрүзәнең тағы бер хәбәре ишара ине, өҫтәүенә. Полк командиры исеменән ауылға ебәрелгән хатты дөйөм йыйылышта уҡығандар икән. Ауылдаштары, геү килеп, ҡул сабып, Ирназарҙың әсәһен, тәү күргәндәй, сәхнәгә мендереп баҫтырғандар, военком уның ҡулын ҡыҫҡан. Совет рәйесе, яман ҡупарынып: “Күрҙегеҙме, ниндәй аҫыл егет үҫтергәнбеҙ! Әйттем дә, беҙҙең Ирназар һынатмаҫ, илгә, партияға тоғро яугир буласаҡ, тип. Ҡуштирәк егете шул ул!..” – тигән, имеш.
Рәйестең анау саҡтағы яуызлығын хәтерләп, әсенеп мыҫҡыллы йылмайһа ла, Ирназарҙың күңелендә үс тойғоһо юҡ. Сәсрәп китһен, тине лә ҡуйҙы. Шуныһы хәйерле, хәҙер, атаһы аҡланғас, ғаиләһенә мөнәсәбәт үҙгәрер, һуңлап булһа ла, әсәһенең көнө яҡтырыр. Бүтәне буш. Ҡана, йылын тултырып, иҫән-һау ҡайтһын әле Ирназар. Нисек тә гөрләшеп йәшәрҙәр! Азамат артынан уның ҡусты-һеңлеләре донъяға килер. Тупылдашып үҫерҙәр, ваҡыттары еткәс, башлы-күҙле булырҙар. Уларҙың балалары, унан балаларының ул-ҡыҙҙары тыуыр. Өҙөлмәҫ, йылдар үткән һайын ишләнер, быуын-быуын тармаҡланыр Исламғолов Хаҡназарҙың ырыуы...
Күңел күген томалаған ҡара болоттар таралып, Ирназар бар булмышы менән йәшәү ҡомарына бирелде.
Ә ярты донъяны биләп алған ғәрәсәтле янғын ил сигенә яп-яҡын ҡалғайны инде. Шуныһы ғәжәп, һуғыш утының бына-бына гөлтләп тоҡанасағы билдәле булһа ла, фашистарҙың һөжүме һис көтмәгәндә башланған һымаҡ тәьҫир итте. Командирҙар, политруктар быны: “Германия, ике аралағы килешеүҙе боҙоп, беҙҙең илгә мәкерле рәүештә, аңғармаҫтан баҫып керҙе”, – тип аңлатты.
Нисек булһа-булды, Ирназар полкы һуғышты сигенеүҙән башланы. Рось йылғаһының уң ярында оборона тотҡан частар ҡамауҙа ҡалды, немецтарҙың танк колонналары Киевҡа ташланды. Төп көстәрҙән айырылған, улар менән элемтәһе өҙөлгән полк, ҡамауҙы йырып, Черкассы ҡалаһына табан сигенде.
Ундағы ҡанлы мәхшәрҙе хәтерләһә, Ирназар тапма тотҡандай ҡалтырана. Ут сәсеп геүләгән дошман танкыларын атлы ғәскәр туҡтата аламы ни инде. Ҡырыла полк! Тәпәш кенә кәйелеп осҡан тәреле самолеттар пулеметтарҙан ут яуҙыра, ер тетрәтеп бомбалар шартлай. Төрлө яҡтан дөрөп килгән дошманды туҡтатыр әмәл юҡ.
Ике-өс көн үтеүгә, яртылашҡа кәмегән, асылда йәйәүлегә ҡалған полкка ниндәйҙер частарҙың ҡалдыҡтары килеп ҡушылды. Артиллерия юҡ иҫәбе. Биш-алты кешегә бер граната. Бөтөн ҡорал – винтовка ла хәжәте бөткән ҡылыс. Тимер ҡоршауҙы емереп, көнсығышҡа, Днепр ярҙарына, ынтылған яугирҙәрҙең күпмеһе ҡамауҙан сыға алғандыр – быныһы Ирназарға ҡараңғы. Ул, яраланып, яу яланында ятып ҡалды.
Ҡарамаҡҡа, йәрәхәте артыҡ хәүефле лә түгел кеүек ине уның. Мина ярсығы, бер ҡабырғаһын һындырып, йоҡа иткә кереп ултырғайны. Ирназар уны соҡоп алды-алыуын, ләкин эҫе мәлендә тейешле тәрбиәне күрмәгәс, байтаҡ ҡаны юғалды. Иҫтән яҙып, йәш ҡулҡы араһында һаташып ятҡанда, уға дошман һалдаттары килеп юлыҡмаһынмы. Типкеләп аяғүрә баҫтырғас, немецтарҙың береһе уның күкрәгенә автоматын тоҫҡағайны инде. Ул яуыздарҙың ҡанһыҙ йолаһы билдәле. Яралы ҡыҙылармеецтарҙы әсир итеп маташмайҙар, шатырлатып ата ла үлтерәләр. Ярай әле, немецтарҙың икенсеһе тегеһенең автоматын ситкә этте, саҡ көскә йығылмай баҫып торған Ирназарҙың киң яурынын, гимнастерка еңен бүҫелдергән тос беләктәрен ҡапшаны ла, ауыҙын йырып: “Гут, гут!” – тип артҡа ымланы.
Ҡырсынташлы киң юлды иңләп, иҫәпһеҙ-һанһыҙ әсирҙәр колоннаһы көнбайышҡа табан ағылды. Шулай башланды Исламғолов Ирназарҙың дүрт йылға һуҙылған ғазап-михнәт сәфәре.
Батыр яраһы яуҙа ямалыр, тигәндәй, Ирназарҙың йәрәхәте лә аяғөҫтө килеш уңалырға тейеш ине. Тәүге мәлдә хәле ауыр ине әле. Башы әйләнә, күҙ алды ҡараңғыланып, саҡ йығылмай атлай. Ике яҡтан ике кеше ҡултыҡлап бармаһа, моғайын, юлда ятып ҡалған булыр ине. Бәхетенә, әсирҙәр араһында санинструкторҙар бар ине. Яралы иптәштәрен шулар, әҙме-күпме тәрбиә итеп, үлемдән һаҡланы. Ирназар ҙа, йәрәхәтен таҙартып бәйләп, ниндәйҙер дарыу эсергәс, еңел тын тартты, серәшеп кеше ярҙамынан башҡа атлар хәлгә килде.
Ҡояш ут бөркөп балҡый. Тын алғыһыҙ туҙан. Аслыҡтан йонсоған, ирендәре саңҡып ярылған әсирҙәр көскә ҡуҙғалып бара. Ярты саҡрымға һуҙылған колоннаның әле бер ерендә, әле икенсе ерендә автомат шатырлап ҡуя. Арттараҡ ҡалған йәки ситкә тайпылған кешегә аяу юҡ.
Ваҡыт иҫәбе юғалғайны инде. Бер аҙна үттеме, ун көнмө. Ирназар, тамам маҙаһы китеп, ана йығылам, бына ауам тип барғанда, колонна, ниһайәт, Рось йылғаһы бөгөлөндә ялға туҡтатылды. Ул да булманы, әллә нисәмә йөк машинаһы геүләп килеп етте. Әсирҙәргә ус аяһындай ғына икмәк өләшелде.
Иртәгәһенә колонна бүлгеләнде, төрлөһө-төрлө тарафҡа ҡыуылды. Ирназар пыран-заран емерелгән күперҙәрҙе йүнәтеүсе төркөмгә эләкте.
Быныһы үҙебеҙҙең ерҙә ине әле. Һөмөрө ҡиәфәтле һаҡсыларҙың аҡырып-баҡырып ҡыуалауына ҡарамаҫтан, тирә-яҡ ауылдарҙан украин ҡатын-ҡыҙҙары килеп сыға. Ҡулдары буш түгел. Ҡайһыһы икмәк ҡыйырсығы, ҡайһыһы яңыраҡ ҡына бешерелгән кукуруз сәкәне, һөт-ҡатыҡ, хатта киҫәкле сусҡа майы биреп китә. Шуның менән үҙәк ялғап, йән аҫрай ҙа әсирҙәр. Юғиһә, немецтарҙан уларға бәндә түгел, мал ашамаҫ бурһыған гәрәнкә өйрәһенән башҡа ризыҡ юҡ.
Эш бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем. Арманһыҙ булып арыған тотҡондар ҡапыл ғына йоҡоға китә алмай ыҙалана. Йәрәхәттәре бөтәшеп етмәгәндәргә бигерәк тә ҡыйын. Тыйылып ҡына көрһөнгән, ыңғырашҡан тауыштар ишетелеп ҡала. Кемдер төшләнеп дошман менән айҡаша, берәй ғәзиз кешеһен саҡыра, кемдер буҫығып илай йә шым ғына көлөп ҡуя.
Ә Ирназар күңеленән Фәйрүзәгә хат яҙа. “Иҫәнлегемде белдерә алмауыма аптырама, йәнем, һуғышта төрлө хәлдәр була. Йә хат яҙырға форсат табылмай, йә яҙһаң да ебәрер әмәл юҡ. Был арала мин дә шундайыраҡ хәлдәмен. Беләм, һин дә, әсәйем дә бик бошонаһығыҙҙыр. Улай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, әҙерәк баш-күҙ алғас та күргән-кисергәнемде бәйнә-бәйнә яҙып ебәрермен, һаулығым яҡшы, ас-яланғас түгелмен. Бар уй-хәстәрем һеҙҙә, һағыныуымдың сиге юҡ. Буй-һының, нурлы ҡараштарың, йылмайыуың гел күҙ алдымда, Фәйрүзәкәйем. Иҫәбемсә, Азамат та донъяға килгәндер инде. Их, күрәһе ине малайҙы! Борсолма, Фәйрүзә, юлыма тау-таш ишелһен, даръялар йәйелһен – мин барыбер ҡайтырмын...”
Асылда иһә уның инанған өмөттәре – уй етмәҫ хыял ғына. Ҡайтыу юлдары бикле. Яҙмышы яуыз көстәр ихтыярында. Уға бары тик ҡағыҙға яҙылмаған, күңелдә генә һаҡланған хаттар менән йыуанырға ҡалды.
Йәрәхәт уңалыуға табан ыңғайлаһа ла, ауыр күтәреү арҡаһында ҡабат асылды. Керләнеп бөткән сирәк аша ҡан ҡатыш һүл һарҡа. Иптәштәре Ирназарҙы еңелерәк эшкә ҡуйырға, һыуға төшөрмәҫкә тырыша-тырышыуын, ләкин ул кешегә арҡаланып өйрәнмәгән. Күреп тора, уларҙың үҙҙәренең дә хәле мөшкөл. Тимәк, уға ла бүрәнәнең йыуан башына тотонорға, күпер бағанаһын ултыртҡанда бил тиңентен һыуҙа шаптырлап йөрөргә тура килә.
Һыҙланып ята торғас, ул үҙен ошо хурлыҡҡа төшөргән ҡыйралыштың сәбәптәрен юлларға керешә. Асырғанып, тешен ҡыҫып уйлана, шым ғына ыңғыраша, ә яуап юҡ.
Бынан ни бары бер ай элек бөгөнгө хәлдәрҙе күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел ине. Һәммә полкташтары, хатта бөтөн ил кеүек, Ирназар ҙа Ҡыҙыл Армиянан ҡеүәтле көс юҡ, дошман һөжүм итә ҡалһа, үҙ ерендә тар-мар ҡылынасаҡ, тип ышана торғайны. Бының миҫалын әллә ҡайҙан эҙләргә лә кәрәкмәй ине. Учениелар ваҡытында ярһыу аттарға атланған эскадрондарҙың ташҡын булып алға атлығыуынан уҡ күрергә була ине был дәһшәтле көстө. Ә аҙағы? Тәреле самолеттар, ҡарға тубы һымаҡ, күк йөҙөн ҡаплағанда беҙҙең маҡтаулы ыласындар ҡайҙа ине? Ниңә ер тетрәтеп геүләп килгән танкыларға ҡаршы атлы ғәскәр ебәрелде?..
Тағы бер нәмәне аңламай Ирназар. Бит әҙерләнде лә баһа беҙҙең ил һуғышҡа. Германияның бына-бына баҫып керәсәге көн кеүек асыҡ ине. Ә командирҙар, фашистар аңғармаҫтан һөжүм итте, тип тылҡыны. Ни эшләп аңғармаҫтан булһын? Һәр хәлдә, Ирназар полкы әҙер ине алдағы бәрелешкә. Күрәһең, беҙҙең генералдар һуғышты бүтәнсәрәк итеп күҙ алдына килтергәндер. Шулайҙыр. Юғиһә, был хәтлем ҡыйралышҡа юл ҡуйылыр инеме ни...
Саяраҡ, биртенмәгәнерәк егеттәр тәүҙән үк ҡасыу яғын ҡараны. Бер-икеһе емерек күпер төбөндәге ҡамыш араһында кистән боҫоп ҡалып, эҙ яҙҙырғас, Ирназар ҙа тәүәккәлләргә уйланы. Ни күрһә лә, бындағынан яманы булмаҫ. Бәлки, үҙебеҙҙекеләрҙе барып табыр. Шулай фекер йөрөтөп, ул лагерҙан сыҡҡанда тирә-йүнде ентекләп күҙәтте, байҡаны, ҡайһы яҡҡа китерен самаланы. Ниәтен бер кемгә лә белдермәне. Әгәр тотола икән, язаһын үҙе генә күрер, уның арҡаһында иптәштәренә зыян теймәҫ...
Улай ҙа яҡташ итеп яҡын күреп йөрөгән Семен исемле Ырымбур егете, уның ниәтен һиҙеп:
– Ҡара уны, малай, тотола ҡалһаң, көнөң бөттө. Юҡ менән маташма, – тип кире һүрергә тырышты.
– Әллә ни һөйләйһең, – тине Ирназар, аңламағанға һалышты.
– Тайырға уйлайһың бит. Быны мин һинең йөрөш-торошоңдан тоям, – тип Семен һаман үҙенекен тылҡыны.
– Минең хәлде күреп тораһың. Инде төҙәлде тигәндә, йәрәхәтем ҡабат асылды. Сереп бара. Ҡайҙа миңә ҡасыу! – тип Ирназар әсенеп ҡул һелтәне, танды.
Семен ҡырҡ-илле әсиргә бригадир кеүегерәк баш итеп ҡуйылғайны. Бүтәндәргә ҡарағанда хәле әҙ генә еңелерәк. Әлбиттә, эштә ташлама юҡ Семенға. Бөтөн кеше нисек, ул да шулай көсәнергә мәжбүр. Уның ҡарауы, һаҡсы һалдаттар, эткә ташлаған кеүек, уға йә икмәк һынығы, йә ит консерваһының ҡалдығын ырғыта, ара-тирә бер-ике бөртөк сигарет бирә. Ул үҙенә тейгән ризыҡтан иптәштәренә лә өлөш сығара, тәмәкеһе лә уртаҡ. Тик бер ғәҙәте сәйер: тештәре насарлыҡҡа һылтанып, гел һарымһаҡ сәйнәп йөрөй. Янына яҡын барырлыҡ түгел. Ҡайҙан табалыр шул сәйнәгесен. Ә былай алсаҡ холоҡло, ярҙамсыл егет Семен. “Ну, әй, сыҙамлы икәнһең! Ләкин был йәрәхәт менән әҙәм булыуың – ай-һай... Ҡасырға кәрәк һиңә бынан”, – тип әллә һынар өсөн әйтә, әллә ысынлап хәстәрләшә. Ә ышаныу ҡыйын. Немецтарға яҡшатланып һатты ҡуйҙы. Юҡ, сер сисә алмай ине уға Ирназар. Бәлки, шик тотоп, гонаһлы булғандыр яҡташы алдында. Ләкин шунһыҙ ярамай ине...
Оҙаҡламай ҡулай форсат та килеп тыуҙы. Немец ғәскәре ниндәйҙер ҡаланы баҫып алғайны. Ошо айҡанлы лагерҙы һаҡлаусы һалдаттар байрам итергә булды. Ҡоторошоп эсеп, геү килеп, аҡырып йырлашып, һиҙгерлекте әҙерәк юғалтты, шикелле, улар. Ошонан файҙаланырға кәрәк ине.
Төн уртаһы уҙып, һағауылдар иҫерешеп йоҡлағас, Ирназар ятҡан урынынан ситкә шыуыша башланы. Ваҡытлы лагерҙы уратҡан бер рәт кенә сәнскеле сымдың һирәгерәк ерен үткән-һүткәндә самалағайны инде ул. Шунда үрмәләп барып еткәс, ҡасаҡ байтаҡ ваҡыт тирә-йүнгә ҡолаҡ һалып ятты. Шылт иткән тауыш юҡ. Киҙеүгә ҡуйылған ике немец арыраҡта тәмәке тартып тора. Үҙҙәре күренмәй, тәмәкеләренең ҡуҙы ғына бүре күҙе төҫлө баҙлап ҡуя ла тағы юғала.
Һаҡсыларҙың береһе Ирназар тәңгәленән үтеп китте, икенсеһе кире тарафҡа атланы. Улар, сым ҡойманы урап сығып, тағы баяғы урында осрашасаҡ. Быға кәмендә ун минут ваҡыт кәрәк. “Аллаға тапшырам”, – тип Ирназар сәнскеле сымды айырырға тотонғайны инде. Әллә йөрәге дөпөлдәп тибеүҙән, әллә бындағыға ҡарағанда лагерь тышында ни бар, ни юғына нығыраҡ ҡолаҡ һалыуҙан артынан шыуышып килгән кешене абайламай ҡалды.
– Туҡта! – тип бышылданы теге.
Ирназар, башына һуғып иҫәңгерәткән һымаҡ айбанып, бөтөн кәүҙәһе менән ергә һеңде, танауына күңел әйләндергес һарымһаҡ еҫе килеп бәрелде. “Семен...” – тип шыбырланы ҡасаҡ, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып. Тимәк, үҙе әйткәнсә, ысынлап та, аңдып йөрөгән наян яҡташы. Ирназар уға юҡҡа ғына шик тотмаған икән.
– Ҡабаланма, – тине Семен, тауышын баҫып, – үтеп китһен тегеләр... Эх, һин, яҡташ, ышанмаған булдың бит әле... Мә, тыҡ ҡуйыныңа, ризыҡҡа тейенгәнсе эсеңде тишмәҫ... Ҡара уны, егет, ауыҫҡал йөрөмә. Төлкө кеүек хәйләкәр, йылан кеүек йылғыр бул! Ҡабат эләкһәң, бөттөң...
– Кисер, яҡташ... – тине Ирназар, уның беләген ҡыҫып. Күҙҙәре, ялҡын һарылғандай, ҡыҙышып китте. – Мин уйлағайным...
– Юҡты... Ә һиңә, ысынлап та, шылырға кәрәк бынан, тамам өшәндең... Оҙаҡламай мин дә таям. Яҙған булһа, берәй ваҡыт, бәлки, осрашырбыҙ...
Шулай тине лә Семен, сәнскеле сымдың аҫҡы һуҙымын күтәрә төшөп, Ирназарҙы сығарып ебәрҙе.
Ҡотола алдымы Семен үҙе был ситлектән? Бүтән иптәштәре һау ҡалдымы? Әллә аслыҡтан шешенеп, ауыр эштән имгәнеп, бер-бер артлы үлеп бөттөләрме? Ирназарға быны белергә яҙманы...
Сәнскеле ҡойма аҫтынан сыҡҡас, ул йөҙ илле-ике йөҙ аҙым тигеҙ ерҙе гел шыуышып уҙҙы. Алда тәрән генә йырын бар. Шунда етеп алһа, күҙ яҙҙырҙы тигән һүҙ. Ҡараңғыла абайламайынса, соҡор ярының текәрәк еренә тап килеп, Ирназар аҫҡа тәгәрләне, һушын йыйып аяғүрә баҫты ла “ыһ” итеп бөгөлөп төштө. Аяғы ҡаймыҡҡайны уның. Бының өҫтөнә устары һыҙырылған, салбарының тубыҡтары тишелеп бөткән. Ҡабырғаһы ла ныҡ ҡына бәрелгән, ахырыһы: йәрәхәте сәнсеп ауырта.
Ләкин туҡталырға ярамай ине. Көнсығыш тарафта офоҡ сите һарғая башланы. Ҡайҙандыр эт өргән, әтәс ҡысҡырған тауыштар ишетелеп ҡала. Таң яҡын. Һулышын ипләй алмайынса байтаҡ ваҡыт шымып ятҡас, Ирназар йырын буйлап атланы. Йүгерергә кәрәк ине уға. Ләкин соҡор төбөндә йырып үткеһеҙ сәнскеле ҡыуаҡлыҡ, билдән юғары ҡуйы үлән. Ҡайҙа бында йүгереү! Ныҡышып юл яра торғас, ул манма тиргә батты. Ҡаймыҡҡан аяғы яҙылды-яҙылыуын, тик барыбер аҙымы ырамһыҙ. Әйтерһең, бынау шырлыҡ уны сығармаҫҡа һүҙ ҡуйған.
Йырындың, һайыға барып, ваҡ ҡыуаҡтарҙың һирәкләнеүе, кесерткән шырлығының бөтөүе хәтерендә Ирназарҙың. Йәнә арыраҡта, соҡорҙоң ситендә үк, аранмы, келәтме күҙенә салынғайны. Бүтәнен иҫләмәй. Еп өҙөрлөк тә хәле ҡалмағайны уның, уттай ҡыҙыу маңлайын дымһыу ергә төртөп, ул төпһөҙ упҡынға осҡандай булды. Ватылған тән-ағзаһына ял кәрәк ине.
Иҫ белмәй күпме ятҡандыр, күҙен асып ебәрһә, ҡояш төшлөккә ауалаған, ҡолаҡ төбөндә генә ниҙер сыңлай, уға бер туҡтауһыҙ туҡылдаған тауыш ҡушылып китә. Туҡта, Ирназар әле генә Фәйрүзә менән, ҡулға-ҡул тотоношоп, Ҡаҙаяҡ буйына төшөп бара ине түгелме һуң? Аҙбар осормаһына бесән ырғытып, икеһе лә бик ныҡ арығайны. Етмәһә, Ирназарҙың күлдәге лысма тир. Тиҙерәк һыуға сумып, талсыҡҡан тәнде һыуытырға кәрәк. Ләкин ни эшләптер ул үтә яй атлай, ә Фәйрүзә ашыға – уға ҡул болғаны ла йәлп-йөлп итеп алға йүгерҙе. Ҡапыл тирә-яҡты эңер ҡараңғылығы ҡапланы. Ирназар, ҡайҙа барырға белмәйенсә, алан-йолан ҡаранып: “Фәйрүзә! Ниңә мине ташлап киттең?..” – тип ҡысҡыра, тик тауышы сыҡмай...
Фәйрүзәне төшөндә генә күреүен аңлағас, ул, ауыр итеп көрһөнөп, байтаҡ ваҡыт уйланып ятты. Ҡолаҡ төбөндә сиңерткә сырлауы, йырын ярына янтайған ҡыу ағаста тумыртҡа туҡылдауы уны, төш ҡосағынан әрсәләп, ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
Ни булһа булды, ул хәҙергә иректә. Уның юғалыуын лагерь һаҡсылары һиҙмәгәндер ҙә, сөнки көн һайын бер нисә әсирҙең үлеүенә өйрәнеп бөткән улар. Бары тик был тирәнән алыҫыраҡ китеп өлгөрөргә кәрәк. Ул, үҙ-үҙен ашыҡтырып, торорға ынтылғайны инде, йәрәхәтенең сәнсеп ауыртыуынан бөгөлөп төштө. Гимнастеркаһын күтәреп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, сирәк аҫҡа шыуған, ҡабырғаһы ҡып-ҡыҙыл ҡан. Ҡайҙа был килеш юлды дауам итеү. Теләйме, теләмәйме, берәй ауылға һуғылып, осраҡлы кешеләрҙән ярҙам һорауҙан башҡа сараһы юҡ ине Ирназарҙың.
Салбар кеҫәһендә Семен биргән бәләкәс кенә төргәк бар ине. Таш кеүек ҡатҡан икмәк киҫәге икән. Ирназар уны “һә” тигәнсе ашап ҡуйҙы. Йырын ярынан һарҡып ятҡан һыуҙа ҡан һеңеп ҡаҡашып бөткән сирәкте йыуып, ҡояшҡа йәйҙе, йәрәхәтенең ситтәрен таҙартты. Көпә-көндөҙ йөрөүҙе уйларға ла ярамай. Күҙ бәйләнгәнде көтөргә кәрәк.
Йылдай тойолған йәйге оҙон көн үтте. Тонйорап барып ҡояш та йыраҡтан күгәреп күренгән урман һыҙаты аръяғына сумды. Инде ҡуҙғалырға ла мөмкин. Йәрәхәтте таҙартып бәйләгәс, башының әйләнеүе лә үтте. Аяҡ аҫтынан һәлмәк кенә таяҡ һәрмәп алып, ул бер-ике аҙым атлағайны инде, кемдеңдер:
– Эй, һалдат!.. – тип бышылдауы уға туп шартлағандай тәьҫир итте. Ҡулындағы таяҡ, үҙлегенән тигәндәй, яурын тәңгәленә күтәрелде. Йәнәһе, үләме, ҡаламы, ул аҙаҡҡы сиккәсә алышырға әҙер. Ә тауыш биргән кеше һаман күренмәй.
Тамағы ҡарлығып:
– Һин кемһең? – тип көскә өндәшә алды Ирназар. Тауышы ла кеше ҡурҡытырлыҡ түгел ине.
Ошонда ғына тарбайып үҫкән дәү имән артынан ун-ун бер йәштәрҙәге сибек кенә малай килеп сыҡты. Ҡулында сыбыҡ, күҙҙәре һағайыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныуҙан ҙур булып асылған. Улай ҙа ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк ине, ахырыһы, малайҙың. Ҡасманы, әҙерәк артҡа сигенде лә Ирназар ҡаршыһына сүкәйеп ултырҙы. Хәүеф юҡлығын тойғайны инде ул.
Күҙгә күҙ терәп бер килке ултырғас, малай, ниһайәт, ниндәйҙер ҡарарға килде, күрәһең.
– Һин ауылға барма, һалдат ағай, ошонда ултырып тор. Ауылда полицайҙар йөрөй... Оҙаҡламай әсәйем килә, – тип әүәҫләнеп һөйләшергә кереште.
– Полицайҙар тиһең. Немецтармы улар? – Ирназар иҫен йыйып, был сөрсөк менән осрашыуы яҡшығамы, яманғамы булырын самаланы.
– Әйттең һүҙ! – тип малай шым ғына көлөп ҡуйҙы. – Полицай немец булалыр... Глинище ауылыныҡылар. Әсәйем әйтә, һатлыҡтар улар, ти... Ә һин Рось буйындағы лагерҙан ҡасҡанһың, эйеме?
Яуап урынына Ирназар:
– Ауыл йыраҡмы? Теге полицай тигәндәрең нишләп йөрөй унда? – тип үҙ яғын ҡараны.
Малай уға яҡыныраҡ күсеп ултырҙы, һүҙгә әүәҫ икән биғәләш.
– Йырында һыйырҙы йәшереп тотабыҙ. Әле шуны эсерергә килдем. Ауылда аҫрап булмай, йә үткенсе немец һалдаттары, йә полицайҙар ала ла китә... Хәҙер әсәйем һауырға килә...
– Мин күрмәнемсе һыйырыңды, – тине Ирназар, һүҙгә ылығып.
– Күрмәҫһең шул. Ул бит йырындың тәрән ҡултығында тора...
– Иһи-и, бөтөн сереңде асып бирҙең дә баһа! Минән шикләнмәйһеңме ни?
– Һин үҙебеҙҙеке! – тине малай етди төҫтә. – Әйҙә, әсәйем килгәндер инде...
Унан ҡалырға ярамай ине Ирназарға. Ул сәнскеле ҡыуаҡ, кесерткән шырлығын һаҡ ҡына айырып атлаған малайға эйәрҙе. Күп тә үтмәне йырындың мәмерйә кеүегерәк өңөлөп тармаҡланған айырсаһына барып инделәр.
Ул да булманы, апаруҡ ҡараңғы ҡултыҡтан:
– Был һинме, Илько? – тигән тауыш ишетелде. – Әллә ҡайҙа йөрөйһөң. Ҡана, һыу килтер...
– Әсәй, бында үҙебеҙҙең боец бар. Ул лагерҙан ҡасҡан. Мин уны ауылға ебәрмәнем...
– Уф, Хоҙайым! Ниңә һин тейешһеҙ эшкә ҡыҫылып йөрөйһөң, ә? – тип, әсәһе мәмерйәнән килеп сыҡты ла, Ирназарҙы күреп, бармаҡтарын ауыҙына баҫты.
– Һаумыһығыҙ... – Ирназар ике ҡулын йәйеп ебәрҙе. Йәнәһе, ҡоралы юҡ, хөсөтлөк уйламай. – Илько дөрөҫөн әйтте, ярҙам кәрәк миңә. Йәрәхәтем насар... – тип ҡабаланып үҙ хәлен һөйләне.
– Ул асыҡҡандыр әле, әсәй...
Ҡатын ҡаушауын еңеп:
– Эй, Алла! Эйе, эйе... Мин хәҙер! – тип талпынып ҡараңғы мәмерйәгә ташланды ла ҙур ғына сеүәтә менән һөт алып сыҡты. – Бында ни, бүтән аҙыҡ юҡ, мә, ошоно эсә тор...
Ул арала Илько, ҡулына биҙрә тотоп, ҡыуаҡлыҡҡа инеп китте. Ирназар күҙ асып йомғансы һөттө һемереп бөтөп:
– Рәхмәт, хужабикә... Миңә юл өйрәтеп ебәрһәң, арыу булыр ине. Был тирәне аслан белмәйем, – тип килгән тарафына ымланы.
– Юл тиһеңсе. Бик тә өшәнгәнгә оҡшайһың бит. Йәрәхәтең дә алама булғас... – Ҡатын, ни эшләргә белмәй, башын сайҡаны, ҡашын төйөп уйға ҡалды. – Ярай, – тине, икеләнеүен еңеп. – Бер-ике көн ошонда торорһоң. Барынса ризыҡ хәстәрләрбеҙ, йәрәхәтеңде иртән ҡарармын.
Илько көскә күтәреп биҙрә менән һыу алып килде, һыйырҙы һуғарып, улар әсәле-уллы тамам ҡараңғылыҡҡа сумған йырынға инеп юғалғас, Ирназар, мәмерйә ауыҙын ҡаплаған ваҡ ағаслыҡты айырып, эскә инеп ултырҙы.
Ғәжәп, ул үҙен хәс тә өйҙәге һымаҡ хис итте. Тыныс, йылы. Шылт иткән тауыш юҡ. Бары тик янында ғына, ауыр тын алып, һыйыр көйшәгәне ишетелә. Был сәғәттәрҙә Ҡуштирәк тә йоҡоға әҙерләнәлер. Хәйер, әсәһе менән Фәйрүзә, ятһалар ҙа, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшәләрҙер әле. Һүҙҙәре, моғайын, Ирназар тураһында инде. Ни эшләп унан ҡош телендәй генә хат юҡ? Иҫән микән? Немецтар анау тиклем ергә баҫтырып кергәс, әллә яу яланында ятып ҡалдымы? Эй, Хоҙайым, һаҡлай күр баламды, тип әсәһе шым ғына илайҙыр. Фәйрүзә иһә, ҡуй, ҡәйнәм, көнэлгәре бөтөрөнмәй тор. Бына күрерһең, оҙаҡламай берәй хәбәре килер, тип уны йыуаталыр.
Ер йөҙөндәге иң яҡын кешеләрен иҫкә төшөрөүҙән Ирназарҙың күҙҙәренә йәш эркелде. Эх, ҡанаттары булһасы икән! Осоп ҡына ҡайтып, борсолмағыҙ, мин иҫәнмен, тиер ҙә ҡабат фронтҡа китер ине. Һуғыштың тәүге көндәрендә кисергән ҡыйралыштың, әсирлектә күргән ғазаптарҙың ҡонон ҡайтарырға тейеш бит ул. Йәрәхәте генә уңалһын...
Үҙенең ни хәлдәлеген уйлауы булды, утлы тимер телгән ҡабырғаһы сәнсешеп һыҙлай башланы. Ярай ҙа анау ҡатын бер әмәлен тапһа. Бар ышанысы шунда.
Әле малай сағында, бесән сабырға өйрәнеп кенә йөрөгәндә, салғыһы ҡыйпылып китеп, аяғы ҡырҡылғайны уның. Медпунктта эшләгән йылпы бисә, совет рәйесенең ҡатыны, ҡарап та тормайынса: “Дарыуым да, бинттарым да юҡ. Ҡаратауға китергә торам. Иртәгә килерһең”, – тип бороп сығармаһынмы. Етмәһә: “Көнөңә күрә таман, һатлыҡ тоҡомо!..” – тип мығырлап ҡалды. Быны әйткәс, Зөлҡәғиҙә ултырып иланы ла улының йәрәхәтен андыҙ һыуы менән йыуып, ниндәйҙер үләндең ҡоро ыуылмаһын һибеп бәйләп ҡуйҙы. Аҙна үттеме, юҡмы, бармаҡ һыйышлы яра үҙлегенән тигәндәй бөтәште, әйтәгүр...
Әллә ҡасанғы ошо хәлде хәтерләгәс, Ирназар уны һыйыры янында ышанып ҡалдырған ят ҡатындың да берәй дауа табырына өмөтләнде. Моғайын, был яҡтарҙа ла ауыл ҡатын-ҡыҙы төрлө им-том, үлән шифаһы кеүек нәмәләрҙе белмәй булмаҫ. Көтөргә кәрәк.
Көндөҙгө эҫетмәһе һүрелеп, Ирназар өшөй башланы. Өҫтөндә ҡыршылып-бысранып бөткән бер ҡат гимнастерка, эске күлдәге сирәккә тотолдо. Күпер һалғанда шаштырлап һыу кисеп, итектәренең табаны бер ебеп, бер таштай ҡатып, ҡөҙрәт менән генә эленеп тора. Етмәһә, былай ҙа дымһыу йырынға киске һалҡын төшкәс, ҡалтыранып ултырыуҙан файҙа юҡ ине. Ҡасаҡ, аяғүрә баҫып, тапанырға кереште. Йоҡоно уйларға ла ярамай. Хәйер, йоҡо ҡайҙа. Ҡуштирәксә әйткәндә, эсендә эттәр олой, тән-ағзаһын һалҡын һауа ҡурып бара. Ул инде, әллә төн ҡараһында баш һуҡҡан яҡҡа атларғамы, тип тә уйлай башланы. Тап ошо мәлдә ҡолағына үлән ҡыштырлауы салынды. Ул да булманы: “Эй, боец, һин бындамы?” – тигән тауыш ишетелде.
Баяғы ҡатын ине был. Малайы ла янында.
– Бына, картуф килтерҙем. Әҙерәк икмәк, сало... – тине лә шым ғына көрһөнөп ҡуйҙы. – Бөгөн Грицьконың... иремде әйтәм инде... тыуған көнө. Үҙе Ленинград өлкәһендә хеҙмәттә ине, әллә иҫән, әллә юҡ...
– Иҫәнгә юрайыҡ, ул тирәлә бындағы ише ҡыйралыш булманы, шикелле, – тине Ирназар. Ҡараңғыла һәрмәнеп, ул әле һыуынып та өлгөрмәгән ярмалы бәрәңгене алып һоғондо, әле ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ашамаған сусҡа майын ғырсылдатып сәйнәне. Үҙе шунда уҡ, был тиклем һоғаланып ашауынан оялып, башланған әңгәмәне күтәреп алды. – Эйе, төп һөжүмде немец Украинаға йүнәлтте, ә Ленинград ҡырҙараҡ...
– Миңә нисек өндәшергә белмәйһең бит әле. Исемем Одарка минең.
– Мин – Ирназар. Башҡортмон...
– Ғәжә-әп... – тип һағышланып һуҙҙы Одарка. Руссаға украин һүҙҙәрен ҡушып һүҙен дауам итте. – Башҡорттар Уралда йәшәй, тип аңлата торғайны тарих уҡытыусыбыҙ...
– Әһә! Мин беләм, башҡорттарҙың Салауат исемле батыры булған. Беҙҙең Устим Кармалюк кеүек... – тип Илько элеп алды.
Одарка, йылмайып, улының башынан һыйпаны:
– Һин дә белмәгәс, кем белһен ундайҙы! Өсөнсө синыфты тамамланың бит. Ирназар... – тип һамаҡланы, ят исемде хәтерендә ҡалдырырға тырышҡан һымаҡ. – Шул тиклем алыҫтан килеп, беҙҙең ерҙә һуғышып йөрөрһөңмө?..
– Һалдаттың билдәле, ҡайҙа ебәрелһә, хеҙмәте шунда. Рәсәй ҙә, Украина ла – үҙебеҙҙең ил.
– Эйе, эйе, Грицько ла ана ҡайҙарҙа йөрөй... Кесе лейтенант ул. Ашҡаҙаны ауыртыу арҡаһында армиянан ҡайтарылғайны, май айында ҡабат алдылар. Ике хаты килде лә шунан бирле хәбәре юҡ... Ярай, беҙ ҡайтайыҡ инде. Иртән таҙа сепрәк, табылған хәтле ул-был дарыу килтерермен, – шулай тине лә Одарка, өҫтөндәге ҡалын һырманы сисеп, Ирназарға бирҙе. – Иремдеке. Иҫке булһа ла, харап йылы.
Йылынып йоҡлағас, иртән Одарканың килеүен тоймаған да Ирназар. Саж-саж иткән тауышҡа уянып, саҡ иҫен йыйҙы. Һыйыр һауа икән Одарка. Эшен бөтөрөп, осраҡлы ҡунағының янына ултырҙы.
– Ҡана, йәрәхәтеңде ҡарайыҡ, – тине лә, бысранып бөткән сирәкте һүтеп: – Эй, Хоҙай, сыҙағас, сыҙай икән бәндә!.. – тип һамаҡлай-һамаҡлай, Ирназарҙың ҡабырғаһын әсеттереп таҙартырға кереште. Ҡулдары етеҙ, ә теле унан да шәберәк. – Спирт кәрәк тә бит, ҡайҙан алаһың уны. Ярай әле, Грицько ҡайтһа тип һаҡлаған самогоным бар ине. Бына әле файҙаһы тейҙе...
– Спирттан ҡайтыш түгел, ахырыһы. Яман әсетә, ы-ыһ!..
– Түҙ инде һин, шунһыҙ ярамай. Бик ныҡ боҙолған йәрәхәтең. Бына шулай... Хәҙер үлән ҡомо һибәм... Эй, Алла, минең дауам инде... Врачҡа күрһәтергә лә бит, ҡайҙа ул врач. Фельдшер бар ине, һуғыш сығырҙан аҙна-ун көн элек кенә күсеп китте. Ә был дауаны әсәйем өйрәтте...
Хәстәрсән аһәңдә әүәҫләнеп һөйләнә-һөйләнә, йәрәхәтте таҙа сепрәк менән ҡыҫып бәйләне лә Одарка: “Бына, башҡа төшкәс, доктор ҙа булдым”, – тип көлөмһөрәп, Ирназарҙың алдына икмәк, бер сеүәтә һөт ҡуйҙы.
Ирназар, еңел тын тартып, тәү тапҡыр тигәндәй, уға күтәрелеп ҡараны. Утыҙға ла етмәгән сибәр ҡатын ине Одарка. Һарыға тартым күперенке ҡуңыр сәсен, берҙән генә үреп, яурыны аша ҡалҡыу түшенә һалған. Ҡаштары ҡыйғас, йылмайһа, бите уйылып китә. Ә күҙҙәре моңһоу. Тауышында ла бына-бына тышҡа бәреп сығыр һымаҡ тойолған әрнеү, һағыш аһәңе. Ирназарҙың әсәһе Зөлҡәғиҙә әйткәнсә, замана елдәре бөтөн кешенән элек ҡатын-ҡыҙ йөрәген ҡурып ала икән шул...
Ҡайһы тарафҡа юл тоторон, ҡайҙа барып баш төртөрөн белмәһә лә, бынан тиҙерәк китергә кәрәк ине ҡасаҡҡа. Одарканың өҙөм-йортом һүҙенән аңлашылғанса, уның әсәһе, Ильконан башҡа тағы дүрт йәшлек ҡыҙы бар икән. Донъяның аҫты өҫкә килгән заманда Ирназарҙың уларға имгәк булып ятырға хаҡы юҡ. Кеше ҡайғыһы – төштән кире. Ләкин тиҙ генә китә алманы әле ул. Аҙна үтеүгә йәрәхәте бөтәшеүгә ыңғайлап, һыҙлауы баҫылһа ла, миктәгән тәне һаман ялға туймай. Ауыр бүрәнә күтәреп һамҫыған беләктәре, яурыны зырҡырап ауырта, килеп-килеп биле тота. Шулай итеп, Ирназар мәмерйәгә оҡшаш ошо йырын ҡултығында сараһыҙҙан ун биш көн боҫоп ятырға мәжбүр булды.
Һыйыр һауырға килгән һайын Одарка әле Ирназарҙың тыуған иле, ғаиләһе тураһында һорашты, әле тирә-яҡтағы хәлдәрҙе аңлата торҙо. Уның хәбәрҙәренә Илько ла үҙе ишеткән-күргәнде өҫтәп ебәрҙе. Хәл сетерекле ине. Бынан илле саҡрымдарҙағы Белая Церковь ҡалаһында немецтарҙың ниндәйҙер ҙур штабы урынлашҡан. Ҡайҙа ҡарама, юлдарҙы, урман буйҙарын, эреле-ваҡлы йылға үҙәндәрен танкылар, ғәскәр тейәлгән, пушкалар тағылған иҫәпһеҙ машина биләп алған. Бөтөнөһө көнсығышҡа ағыла. Днепрҙың һул ярына сыға ла башлағандар инде. Ә беҙҙең армияның еҫе-ҡоҫо ла юҡ. Быны тәүге мәлдәге һымаҡ атыштар ишетелмәүҙән үк тоҫмалларға мөмкин...
Ошоға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл Армияның тамам тар-мар ителеүенә ышанманы Ирназар. Моғайын, беҙҙекеләр, Днепр аръяғына сигенеп, көс туплайҙыр. Бер көн килеп фашистарҙы туҡтатырҙар, һөжүмгә күсерҙәр.
Хәҙергә иһә баҫып алған ерҙәрҙә немецтар үҙ тәртиптәрен урынлаштыра башлаған, ти. Элекке район үҙәктәрендә, эрерәк ауылдарҙа бургомистрҙар ҡуйыла, полиция идаралары төҙөлә, партия, совет хеҙмәткәрҙәре, күҙгә күренгәнерәк кешеләр ҡулға алына. Ул-был йомош менән ҡайҙалыр барыу хәжәте тыуһа, һәр кем ана шул идаралыҡҡа инеп, аус-вайс тигән ҡағыҙ йүнәтергә тейеш. Кешеләрҙең һәр аҙымы яңы властың күҙ алдында. Тағы шуныһы, Одарканың ишетеүенсә, Черкасс урмандарында партизандар күренгеләй башлаған икән...
Ирназарҙың аңлауынса, Днепрҙы аша сығыу тураһында уйларға ла ярамай ине уға. Иң хәйерлеһе – анау партизандарҙы эҙләп табыу. Бүтән тарафҡа юл бикле.
Одарка менән Илько килтергән хәбәрҙәрҙе күңеленән барлап, ҡасаҡ ике-өс көндән ҡуҙғалырға ҡарар итте. Йәрәхәте, уңалып уҡ бөтмәһә лә, элекке һымаҡ сейләнеп маҙаһыҙламай инде. Һынған ҡабырғаһы ла бөтәшеп, үҙ урынына ултырҙы, шикелле. Эйе, китергә кәрәк уға. Бәхетенә берәй партизан отрядына барып юлыҡһа, күрмәгәндәрен күрһәтер ине яуыз фашистарҙың...
Әммә ул үҙе тоҫмал иткәндән дә тиҙерәк ҡуҙғалырға тейеш булды. Төн уртаһында аһ-уһ итеп, сәсәп, уның янына Одарка йүгереп килде. Килде лә, тынын ипләр-ипләмәҫ, Ирназарҙы ашыҡтырырға кереште:
– Грицько ҡайтып төштө, Ирназар, һине йәшереп ятҡырыуымды белһә, эш харап! Әллә ни уйлауы бар. Һинең ҡыл ҡыбырлатырлыҡ та хәлең юҡлығы уға нисә тин. Яман көнсөл ул... – Одарка ҡулындағы төргәкте һүтте. – Бына әҙерәк аҙыҡ төйнәнем. Иҫкерәк булһа ла, ботинка, күлдәк, шырпы, һырманы ла кейеп ал. Әйҙә, юлыңды өйрәтеп ебәрәм...
Һалдаттың ни, билен быуҙымы – юлға әҙер. Ирназар Одаркаға эйәрҙе. Эйәреүен-эйәрҙе, ә күңелендә шик. Нимәһелер аңлашылмай ҡотҡарыусыһының ҡылығында. Шуға ул:
– Ирең ҡасып ҡайтҡанмы? – тип һорамай булдыра алманы.
– Ҡасҡан шул... – тине лә Одарка ҡайғылы төҫтә башын сайҡаны.
– Туҡта әле, Одарка. Миңә бит уны мотлаҡ күрергә кәрәк! Бәлки, партизандар янына бергә китербеҙ.
– Партизандар... – Одарка ауыр итеп көрһөнөп аҙымын тиҙләтте. – Янында ике иптәше бар Грицьконың. Кис буйы самогонка эсеп, иртәгә үк эшкә тотонорға тел беркеттеләр. Юҡ, Ирназар, һиңә иш түгел улар.
– Аңламайым...
– Аңламаҫһың шул... Ҡара уны, егет, яҡтыра башлау менән берәй соҡорға төшөп ят. Көндөҙ йөрөүҙе уйлама ла! – Одарка туҡтап тирә-йүнгә ҡолаҡ һалды, алыҫта ҡарайып күренгән урман һыҙатына ҡулын һуҙҙы. – Гел йырын буйлап атла анау яҡҡа.
– Ирем кесе лейтенант тигәйнең бит. Нишләп ул миңә иш булмаһын? – тип ныҡышты Ирназар, үкенеүен йәшерә алмайынса.
Одарка өндәшмәне. Байтаҡ атлағас ҡына, икеләнеүен еңеп, серҙең осон сығара бирҙе:
– Әҙәм аңлар хәлме ни... Әйтһәм, әйтәйем. Улар бит немецтарҙан түгел, үҙебеҙҙең армиянан ҡасҡандар. Миңә белдермәҫкә тырышһалар ҙа, һүҙҙәрен сала-сарпы ишетеп ҡалдым. Имештер, Украинаның азатлығы өсөн көрәшеүсе милли ғәскәр төҙөлә башлаған. Грицько төрлө яҡтан ҡасып ҡайтҡан украин егеттәрен туплап, отряд ойошторорға, уны Львов ҡалаһы яғына алып китергә тейеш икән. Ҡыҙмаса булып, советтарҙан, Мәскәү хөкөмөнән ҡотолабыҙ, үҙ аллы украин дәүләте төҙөйбөҙ, тип зыҡ ҡуптылар. Эй, Хоҙайым, тағы ниҙәр күрербеҙ!..
Ирназар хатта һыҙғырып ебәрҙе. Ысынлап та, баш етерҙәй хәл түгел ине был. Нисек инде, аҡтыҡҡы тамсы ҡаны ҡалғансы тыуған илде ҡурсырға ант иткән ҡыҙыл командир армия сафынан ҡасһын? Советтарҙан ҡотолорға иҫәп тотҡас, яуыз дошман тарафын алған түгелме һуң ул? Эйе, эйе, тап шулай булып сыға. Тимәк, Одарка дөрөҫ әйтә, Ирназарға иш түгел инде Грицько менән әшнәләре.
Днепрҙың тауҙай бейек уң ярын тәрән соҡорҙар, әллә нисәмә саҡрымлыҡ, әҙәм аяғы баҫмаҫ оҙон-оҙон йырындар йырмаслап бөткән. Уларҙың бер осо, һөҙәкләнә барып, ипкендәге урман боҫҡаҡтарына тоташа, икенсеһе, өңөлгәндән-өңөлөп, Днепрға етеп төртөлә. Одарка Ирназарҙы ана шундай йырындарҙың Черкасс урманына тартылған тармағына төшөрөп ебәрҙе.
– Яҡшылығыңды, күрһәткән ярҙамыңды мәңге онотмам, – тине Ирназар, тулҡынланыуҙан тамағы ҡарлығып. – Йәнә... ғәфү ит, Одарка, ирең анауындай яҙыҡ юлға баҫҡас, нисек йәшәргә уйлайһың?
– Ике бала әсәһе бит мин... – Одарка әҙ генә уйланғандай итте лә: – Энә ҡайҙа, еп тә шунда инде. Ни күрһәм дә, Грицько – никахлы ирем, – тип өҫтәне. – Ярай, хуш. Әсәйеңде, ҡатыныңды ҡайтып күрергә яҙһын һиңә. Иҫән-һау йөрө! Илько ла, үҙем дә һиңә өйрәнеп бөткәйнек...
Күңеленән уға рәхмәт уҡып, Ирназар, таң һыҙылып, тирә-йүнгә тоноҡ ҡына яҡтылыҡ йәйелә башлағансы, атланы ла атланы. Ҡояш сыҡҡан мәлдә ул, ҡарамаҡҡа ярты саҡрым самаһы ерҙәге ағаслыҡты тоҫмаллап, тәрән генә соҡорға төшөп ятты. Күҙ бәйләнеү менән шул урманға төбәп юлын дауам итер. Одарканың әйтеүенсә, ҙур урмандар кәмгә ҡуйғанда ла егерме биш-утыҙ саҡрымдан ғына башлана. Унда еткәнсе гел бер ағаслыҡтан икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсеп, ҡасып-боҫоп атларға тура киләсәк.
Ҡулай урын табып, серемгә киткәйне инде Ирназар. Ҡапыл донъяны ҡолаҡ тондорғос геүләү баҫты. Күтәрелеп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, бөләңгерт күк йөҙөн иңләп, көнтыуыш тарафҡа иҫәпһеҙ самолет ағыла. Ирназар ирекһеҙҙән уларҙы һанарға кереште. Иллегә еткәс, асырғанып ҡул һелтәне лә ҡасаҡ, башын дымһыу үлән араһына тыҡты. Ҡайҙа һуң беҙҙең самолеттар? Юҡтармы, ҡыйралып бөткәндәрме? Шулай булмаһа, фашист ҡоҙғондары бер тотҡарлыҡһыҙ иңләп осор инеме ни Украина күген?
Самолеттар күҙҙән юғалып өлгөрмәне, йөҙләгән машина гөрөлдәүе иртәнге тымпат һауаны сайралтып ебәрҙе. Тимәк, йылан һымаҡ таңғаса шымып ятҡан танк колонналары хәрәкәткә килде инде. Улар Днепрҙың һул ярына сығырҙар ҙа, ғәзиз еребеҙҙе тапап-йәнсеп, алға ынтылырҙар. Ысынлап та, юҡтыр, күрәһең, был тимер ташҡынды туҡтатыр көс...
Асыу, ғәрлек, үкенеү хистәре йөрәген әрнетә Ирназарҙың. Ләкин ул ниҙер ҡылырға көсһөҙ. Яңғыҙлығы өҫтөнә ҡулында хатта бысаҡ та юҡ. Нисек тә ҡорал табырға кәрәк уға. Әгәр ҙә фашистар осраһа, үләме, ҡаламы, ул инде ҡабат әсир төшмәҫ, аҙаҡҡы сиккәсә серәшеп ҡаршы һуғышыр. Тыуған иле еңелеп, дошман тарафынан баҫып алынғас, Исламғолов Ирназарҙың йәшәүенән ни файҙа?
Үҙ-үҙен ярһытып, ул ҡараңғы төшөр-төшмәҫ баяғы урман боҫҡағына табан атланы. Был тирәлә ҡаты һуғыш булған, ахырыһы. Аҙым һайын ҡорал һыныҡтары, снаряд стакандары, хәрби монаят ҡалдыҡтары осрай. Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ тигәндәй, Ирназар: “Эх, мылтыҡ йә һис юғы пистолет табылһасы!” – тип уйлай. Ләкин, үкенес, төҙөк ҡорал юҡ ине ул абынған тимер-томор араһында. Улай ҙа, буш ҡул йөрөгәнсе, был да ярап торор тип, Ирназар түтәһе янған мылтыҡ көбәген һәрмәп алды.
Ағаслыҡты “һә” тигәнсе үткәс, ул урыны-урыны менән тулҡынып ултырған, күп ере мал туплауы кеүек тапалған, янып бөткән арыш баҫыуына барып инде. Бында ла ай ярым элек кенә һуғыш геүләгәнгә оҡшай. Башняһы бәреп төшөрөлгән, пушкаһы ергә төртөлгән унлап немец танкыһы, тимер һөлдәһенәсә янған әллә күпме машина, мина соҡорҙары шул хаҡта өнһөҙ-тауышһыҙ һөйләп тора. Ә баҫыу ситендәге ҡалҡыуҙа ағас тәреләр теҙелеп ултыра. Юҡ, беҙҙекеләр генә түгел, фашистар ҙа үлемен тапҡан бында.
Яу яланын әсенеү ҡатыш ҡыҙыҡһынып күҙәтә-күҙәтә, ашығып атлаған ыңғайҙа, ҡасаҡ абайламаҫтан ниндәйҙер соҡорға йығылып төштө. Сит-ситтәре ныҡ ҡына емерелгән, әммә күмелеп бөтмәгән траншея ине был. Тимәк, беҙҙекеләр тап ошо ерҙә дошман танкыларына тоҙаҡ ҡорған. Траншея артында йәнселгән “сорокапятка”, аҫта ватыҡ “максим” пулеметы, патрон йәшниктәре, противогаз ҡумталары аунап ята. Соҡорҙоң бер боролошонда снаряд төшөп шартлауҙан бүрәнә-таҡталары сурайып сыҡҡан блиндаж.
Ниҙер уйлап, Ирназар вайран булып ятҡан блиндаж янына барҙы ла арҡыс-торҡос өйөлгән таҡта һыныҡтары аҫтына үрмәләп инеп китте. Өҫтө емерелһә лә, блиндаждың эсендә тубыҡланып йөрөрлөк ине. Ҡасаҡ шырпы һыҙып, алан-йолан ҡаранырға кереште. Бер мөйөштә һыу флягаһы, ике-өс кәтәлүк, алюмин көрөшкәләр ята. Бөтөнөһө тишелгән, йәнселгән. Төптәрәк ниндәйҙер ҡағыҙҙар, яртылаш янған командирҙар планшеты. Әле ҡасан ғына дошман яуына ҡаршы торған нығытманың аяныслы харабаһы...
Ҡапыл Ирназарҙың танауына күңел айнытҡыс алама еҫ килеп бәрелде. Бының ни икәнен ул шунда уҡ аңланы ла тупраҡ өйөмөн ҡабаланып соҡорға тотондо. Күп тә үтмәне, башы йәнселгән кеше мәйете күренде. Ытырғаныуын еңеп, Ирназар уны, бил ҡайышынан матҡып, иркенерәк ергә һөйрәне, ләкин тартып сығара алманы, сөнки мәйеттең күкрәге бүрәнә аҫтында ине. Ҡабат шырпы һыҙып ҡарау менән уның ҡап-ҡара ҡан уҡмашып ҡатҡан гимнастерка яғаһында өс ҡыҙыл шаҡмаҡ, билендәге наган һауыты ҡасаҡтың күҙенә ташланды. “Эх, өлкән лейтенант, бына ҡайҙа башыңды һалғанһың! Ҡәберең дә ошонда... һин ғәфү ит мине, командир, һиңә хәҙер наган кәрәкмәй инде, ә миңә, бәлки, файҙаһы тейер”, – тип ауыҙ эсенән әсенеп һөйләнә-һөйләнә, Ирназар саф һауаға сығырға ашыҡты.
Уҡшыуҙан арына алмайынса, арҡаһын траншея стенаһына терәп байтаҡ ултырҙы ул. Ниһайәт, иркен тын тартып, иҫенә килгәс, наган барабанын әйләндерергә кереште. Үкенескә, унда ни барыһы ике бөртөк кенә патрон ҡалғайны. Ярай, бөтөнләй ҡоралһыҙ кеүек булмаҫ әле, тине ул. Наганды һөртөп-таҙартып кеҫәһенә тыҡты.
Өс көн буйы киске шәфәҡ байыған мәлдән таңғаса атлай торғас, ул мөһабәт төҫтә тын ғына бәүелеп ултырған ҙур урманға барып керҙе. Аҙығы бөткәйне инде, ләкин асығыуҙан бигерәк, арманһыҙ булып арыны, ирендәре, тамағы саңҡап кипте.
Ят урмандың ҡайһы тарафҡа һуҙылыуы ла, төпкөлө, ҡырҙары ла билдәле түгел ине. Бығаса килгән йүнәлешен юғалтмаҫҡа тырышып, Ирназар көньяҡҡараҡ тоҫмаллап юлын дауам итте. Урман барған һайын ҡуйыланды, урыны-урыны менән йырып үткеһеҙ шырлыҡҡа әйләнде. Өҫтәүенә, бында ла тәрән-тәрән йырынтылар, соҡорҙар осрап тора. Тамам хәлдән тайҙы юлсы. Әлдә ярай, бер йырын төбөндә сылтырап ағып ятҡан шишмәгә тап булды. Туйғансы эсте, рәхәтләнеп йыуынды. Хәҙер ял итһә лә таман ине.
Урман шауына, ниндәйҙер ҡоштарҙың ара-тирә сутылдап ҡуйыуына ҡолаҡ һалып, Ирназар серемгә китте.
Байтаҡ йоҡлаған икән. Ул уянғанда ҡояш төшлөккә еткәйне инде. Тән-ағзаһы ял итһә лә, ҡасаҡ бик ныҡ асығыуын тойҙо. Бындай ҡуйы урманда емеш-еләк үҫмәй булмаҫ тип, ул ваҡ ҡыуаҡтарҙы бутарға кереште. Бер урында өрөлөп бешкән ҡурай еләге тәлгәштәре тапты, асығыраҡ ерҙә ҡырағай морот ағасына юлыҡты. Бүтән аҙыҡ юҡ саҡта былары ла ризыҡ ине. Үҙәк ялғап алғас, кәйефе күтәрелеп китте Ирназарҙың.
Машиналар геүләүе лә, бүтән шикле тауыштар ҙа ишетелмәй. Тимәк, эреле-ваҡлы юлдар урмандан ситтә ята. Әгәр ҙә Одарка әйткән партизан отрядтары ҡайҙалыр төпләнергә тейеш булһа, ошо шырлыҡтан ҡулай урынды эҙләп-эҙләп тә тапмаҫһың. Эх, тиҙерәк барып юлығаһы ине уларға, һис юғы, йәнен ойпалаған яңғыҙлыҡтан, билдәһеҙлектән ҡотолор ине ул. Ә унан...
Уйы, шул ергә еткәс, ҡапыл ситкә тайпылды. Одарканың ире тураһында көйөнөп һөйләгән хәбәре ҡылт итеп Ирназарҙың иҫенә төшкәйне. Украинаның Рәсәйҙән айырылыуы, милли азатлыҡ армияһы кеүек нәмәләрҙе аңламай ине ул. Грицьконың яуыз ниәте лә ғәмәлгә ашырҙай түгел һымаҡ. Эштең бүтән яғы борсоуға һалды Ирназарҙы.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер, тиҙәр. Бер көн килеп, Грицьконың армиянан ҡасыуы, совет иленә ҡаршы көрәшкә ылығыуы ла фашланасаҡ бит инде. Тимәк, Ирназар балалыҡ, үҫмерлек йылдарында кисергән ауыр яҙмышҡа Илько ла дусар ителәсәк... Юҡҡа рөхсәт итмәне Одарка ире менән осрашырға. Күҙгә күҙ терәп һөйләшһәләр, моғайын, уны шикле ниәтенән дүндереп булыр ине. Хәҙер, эш уҙғас, үкендең ни, үкенмәнең ни, бер ни ҙә ҡыла алмайһың шул инде. Ә Илько йәл...
Был уйҙарҙың тамырында алдағы еңеүгә, әҙәм балаларының иңенә төшкән аҡыл етмәҫ ғазаптарҙың бөтәсәгенә ышаныс ята ине. Бигүк ныҡлы түгел ине, ер ҡыртышын яңыраҡ ҡына тишеп сыҡҡан йәш үҫенте кеүек, зәғиф ине әле ул хис. Өҫтәүенә, Ирназарҙың ошо көнгәсә күргән-кисергәне лә өмөткә ҡарағанда өмөтһөҙлөккә күберәк нигеҙ бирә. Әммә барыбер йөрәге ҡабул итмәй тыуған иленең тамам ҡыйралыуын. Күҙ алдына арыш баҫыуы килә. Яна икән бит немец танкылары! Үлтереп була икән фашист һалдаттарын! Иҫте йыйып, көс тупларға форсат ҡына кәрәк беҙҙең ғәскәргә. Тимәк, Ирназарҙың да берҙән-бер теләге – ана шул көндәрҙе яҡынайтыуға хәленән килгәнсә өлөш индереү. Бары тик дошманға баш һалмаған, көрәшкә күтәрелгән ҡыйыу егеттәрҙе тиҙерәк табырға кәрәк...
Урманда тынлыҡ. Күккә олғашҡан ағас сатырҙарын аралап, ергә нур һөңгөләре һуҙылған. Йәшендәй ялтлап, ботаҡтан ботаҡҡа тейендәр һикерә. Йылы, яҡты. Тәбиғәттең һиллегенән, илаһи гүзәллегенән хозурланып, Ирназар бер мәлгә үҙенең сетерекле хәлен онота бирҙе. Одарканың шәфҡәтле ҡулынан шифа алғас, йәрәхәте лә артыҡ һыҙламай инде, хатта тәүлек буйы емеш-еләктән башҡа ризыҡ күрмәүе иҫендә юҡ. Йәшәй әле, көрәшә әле ул ҡанһыҙ дошман менән!
Ошо уйҙан әҫәрләнеп, ул тар ғына һуҡмаҡ буйлап атлауын абайламай ҡалды. Хатта әскелтем төтөн еҫенә, кемуҙарҙан ярышып осҡан һайыҫҡандарҙың борсоулы шыҡырлашыуына иғтибар итмәне. Иҫенә килгәндә Ирназар урман ауыҙына барып сыҡҡайны инде.
Алда киң аҡлан. Утыҙ-ҡырҡ аҙымдарҙа ғына усаҡ яна. Төтөнгә ҡушылып, бешкән ит, һурпа еҫе килә. Усаҡ тирәләй биш-алты кеше ултыра, арыраҡта яңғыҙ ағасҡа бәйләүле эйәрле аттар баштарын салыҡлап тора. “Партизандар”, – тип ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрә яҙҙы Ирназар, ләкин тыйылды, олпат күренергә тырышып, усаҡҡа табан атланы.
Эх, белһә икән байғош ниндәй кешеләргә тап килеүен! Уға бит, ҡабат урман шырлығына инеп, эҙ яҙҙырырға кәрәк булған. Ҡасырға, сәсәп йығылғансы йүгерергә!.. Юҡ, нисәмә көндән бирле ымһындырған өмөтөнә алданды ул. Көлөп-йылмайып тегеләр янына барып баҫты ла: “Һаумыһығыҙ!” – тип сәләм бирҙе.
Аҙаҡ аңланы-аңлауын, әммә эш уҙғайны инде. Шулай итеп, Ирназар, унда-һанда ҡасып йөрөгән ҡыҙылармеецтарҙы тоторға сыҡҡан полицайҙар тоҙағына төштө.
Уның кемлеген белгәс, ҡултығына ҡыҫтырыулы һырма тартып алынды, ә кеҫәһенән наган килеп сыҡҡас, тегеләр уғата ҡотороноп, уны уңлы-һуллы һуғып ебәрҙеләр. Күп тә үтмәне ул урман ситендә генә торған утарға алып барылды. Унда, Ирназар кеүек үк, төрлө ерҙә аҙашып йөрөп, полицайҙар тарафынан тотолған унлап ҡыҙылармеец таш келәткә бикләнгәйне.
Полицайҙарҙың, айбарлы һунарсылар һымаҡ, тирә-яҡты айҡарлығы бар икән. Тотҡондарҙың әйтеүенә ҡарағанда, ҡулға алынған һәр ҡыҙылармеец бәрәбәренә һатлыҡтарға бүләк бирелә, дәрәжәләре күтәрелә, имеш. Шуға ла улар ҡасып-боҫоп, ҡайҙа һуғылырға белмәйенсә ҡаңғырып йөрөгән һалдаттарҙы немецтарға тотоп биреүҙе төшөмлө кәсепкә әйләндергән.
Өс көн үткәс, тотҡондарҙы, һаҡ аҫтында Смела тигән станцияға алып барып, немецтарҙың хәрби комендатураһына тапшырҙылар.
Ирназар тәү тапҡыр әсирлеккә төшкән көндәрҙән бирле ике ай уҙғайны. Ошо ваҡыт эсендә тотҡондарҙы ҡарауыллау, ҡайҙа, нисек файҙаланыу ҡаты тәртипкә һалынғанға оҡшай, һис ниндәй ығы-зығы юҡ. Әсирҙәр эшлекле төҫтә ике төркөмгә айырылды. Берәүҙәре, йәрәхәтһеҙҙәре, йә иһә еңел яралылар, бикле вагондарҙа ниндәйҙер төҙөлөшкәме, заводҡамы ебәрелде. Икенселәре, Ирназар кеүек тамам миктәгәндәре, концлагерға оҙатылды. Эшелондар Германияға юл алды. Һуғыш машинаһын хәрәкәткә килтереүсе тамуҡ усаҡтарын дөрләтеү өсөн, ҡолдар хеҙмәте кәрәк ине немецтарға...

3
Бер уйлаһаң, Ирназарҙың ҡабат тоҙаҡҡа төшөүе осраҡлы хәл кеүек. Ысынлап та, әгәр ул ауыҫҡал булмаһа, аҡланда усаҡ яғып ултырған кешеләрҙе партизандар тип алданмаһа, алдағы яҙмышы бүтәнсәрәк юҫыҡланмаҫ инеме икән? Ҡарамаҡҡа үтә ябай тойолор был һорауға өҙөп кенә ыңғай яуап биреү, ай-һай, еңел түгел. Бәлки, Зөлҡәғиҙә әйткәнсә, бәндәнең хаҡ яҙғанын күрмәйенсә сараһы юҡтыр? Ләкин, иртә уңмаған кис уңмаҫ, тип Ирназарҙың бәләкәйҙән үк мөсәһеҙ үҫеүенә һылтаныу ҙа аслан урынһыҙ был тәңгәлдә. Эш тәрәнерәктә, бындағы хәлдәрҙең ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуында.
Әйтәйек, ул полицайҙар менән аймылышты ла, ти. Ә аҙағы? Ирназар эҙләгән партизандар отрядтары ул ваҡытта юҡ иҫәбе ине әле. Уның аҙаҡ ишетеүенсә, күп тигәндә, ун-ун биш кешелек төркөмдәр, ойоша ғына башлап, урман төпкөлдәрендә база ҡороу, ышаныслы активты көрәшкә ылыҡтырыу, ҡорал туплау, аҙыҡ-түлек әҙерләү менән мәшғүл булған. Партизандар хәрәкәтенең баҙыҡланыуы өсөн ваҡыт кәрәк ине. Ул ваҡ төркөмдәрҙе Ирназар түгел, ерле кешеләр ҙә таба алмағандыр тәүге мәлдә.
Бәхетһеҙгә ел ҡаршы. Ул һуғыштың иң фажиғәле урынына тап килде. Украинаның көнбайыш тарафында оборона тотҡан дивизияларҙың, тиҙ арала ҡамауҙа ҡалып, тар-мар ителеүе һис тә осраҡлы түгел, һуғыш башланған ваҡытта ғәскәрҙе ойоштороу йәһәтенән дә, хәрби техника буйынса ла өҫтөнлөк гитлерсылар яғында булды. Европа илдәрен, бер-бер артлы ҡыйратып, теҙ сүктергән, яу тәжрибәһе туплаған аяуһыҙ дошман ҡапылда туҡтатылмаған икән, бында Ирназар ише ябай һалдаттың ғәйебе юҡ. Меңләгән яуҙаштары һымаҡ, уның әсирлеккә дусар булыуы ла ҡыйыулыҡ, таҫыллыҡ етмәүҙән түгел. Эштең башы юғарыла, фронтта тотороҡло оборона ойошторолмауҙалыр.
Әлбиттә, бындай нәмәләрҙең үҙенә ҡағылған яғын ғына аңлай ине ябай һалдат. Беренсе айҙарҙағы ҡот осҡос ҡыйралыштың төп сәбәбен ул әсир төшкән командирҙарҙың ярһып-ярһып һөйләүенән ишетеп белде...
Бикле эшелон, артыҡ ашыҡмай ҙа, бигүк йыбанмай ҙа, көнбайышҡа, яуыздар ояһы Германияға табан тәгәрәй. Ә көнсығыш тарафҡа ғәскәр, хәрби техника тейәлгән иҫәпһеҙ- һанһыҙ эшелондар ағыла. Көнөнә бер тапҡыр ғына туҡтаған арала тотҡондар тынсыу вагондарҙан һөрөп сығарыла. Ауыр йәрәхәттән, сирҙән йонсоғандарҙы айырып, ҡайҙалыр алып китәләр. Ҡалғандарға берәр көрөшкә һыу, ус аяһындай ғына эрзац икмәк өләшелә.
Винница, Тернополь, Львов ҡалалары артта ҡалды. Ил сигендә әсирҙәрҙе икенсе эшелонға күсереп ултырттылар. Баҡһаң, Европаның тимер юлдары тарыраҡ булыу сәбәпле, беҙҙең поездар унда йөрөй алмай икән. Бындағы вагондар ыҡсымыраҡ, таҙараҡ булып сыҡты. Ләкин бынан ни йыуаныс сараһыҙ юлсыларға. Ҡарауыл көсәйтелде, элекке һаҡсыларҙы эсэс башкиҫәрҙәре алмаштырҙы. Кәбәк ҡатыш сейле-бешле икмәк урынына серегән кәбеҫтә һурпаһы ғына бирелә башланы. Чехословакия, Австрия сиктәрен уҙып, көньяҡ Германияның Мюнхен ҡалаһына еткәндә тотҡондар тамам өшәнгәйне инде. Күптәре ауырып йығылды, дауа булмау арҡаһында уларҙың байтағы үлемен тапты. Иҫән ҡалған биш-алты йөҙ әсирҙе иһә йәйәүләтеп Дахау тигән лагерға алып киттеләр.
Әҙәм балаһы сыҙарҙай түгел ине бындағы шарттарға. Тотҡондар таң һарыһы менән лагерь эсендәге майҙанға ҡыуып сығарыла. Уларҙы ныҡлы һаҡ аҫтында эш урынына алып китәләр. Тупаҫ командалар яңғырай, ауыҙҙарынан күбек сәсеп, бүре ҙурлыҡ уҫал эттәр лауылдашып өрә. Артта ҡалыуҙан, ә унан да яманы – абынып йығылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Шуны ғына көткән кеүек, ундайҙарҙың өҫтөнә овчаркалар ташлана. Ҡырҡ беренсе йылдың көҙөнәсә Ирназар Изар тигән йылғала батып ятҡан иҫке баржаларҙы, эреле-ваҡлы катерҙарҙы һыуҙан сығарыусы төркөмдә йөрөнө. Бер ниндәй ҙә техника юҡ. Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ауыр күтәреүҙән, аслыҡтан, йәбер-золомдан тотҡондар тиҫтәләп, йөҙләп ҡырыла. Шулар рәтендә Ирназар ҙа, эс-бауыры өҙөлөп, сит-ят ерҙә ятып ҡалған булыр ине – йәшлеге, үҫмерлектән эшләп сынығыуы ҡотҡарҙы. Әммә күпме серәшмәһен, бәндәнең көс-ҡеүәте сикһеҙ түгел. Әгәр ҙә аҙаҡҡаса Дахауҙа ҡалһа, уның да яҙмышы билдәле ине.
Тамам өмөтһөҙлөккә төшөп, был яфаларҙан ҡотолоуҙың бүтән сараһын тапмағас, Ирназар ҡасырға уйланы. Юҡ, Дахауҙан ҡасыу мөмкин түгел, әлбиттә. Ирназар быны белә. Ә иҫәбе ябай ғына: тотоп алыу менән уны иң ҡаты язаға тарттырасаҡтар. Шул кәрәк тә инде уға, сөнки эт көнөндә йәшәүгә ҡарағанда, үлгәнең артыҡ, тип иҫәпләне ул. Ошо аҙаҡҡы һәләкәтле аҙымға әҙерләнде.
Эйе, уйлаған хәтәр ниәтен үтәргә төйнәнгәйне инде ул. Ләкин, хәйерлегәме, хәйерһеҙгәме, ҡасып өлгөрмәне, яҙмышы ҡырҡа боролош яһаны. Хәлдәре арыуыраҡ бер төркөм тотҡондо яҡын-тирәләге немец утарҙарына тараттылар. Ирназар ҙа шулар ҡатарына эләкте. Баварияны американдар биләп алғанға тиклем өс йыл ярым ғүмерен батраклыҡта уҙғарҙы.
Утарға күсеү уны үлем тырнағынан тартып алды ла. Билдәле, ул бында ла ят бауыр, ағасынан өҙөлгән япраҡ, немецтар уйлағанса, киләсәктә Германияға тотошлай ҡоллоҡҡа төшәһе илдең хоҡуҡһыҙ бер вәкиле. Ашағаны һамтыҡ, өҫтөндә ылбырап бөткән иҫке-моҫҡо. Утарҙы былар форверк тиҙәр икән. Артыҡ ҙур булмаһа ла, ул үҙенә башҡа хужалыҡ. Уның ҡырылмаһа-ҡырҡ төрлө бөтөн эше батрак иңендә.
Утар хужаһы – Берта исемле утыҙ йәштәрҙәге һәпрәрәк ҡатын. Ире былтыр уҡ армияға алынғас, хужалығын яңғыҙы әмәлләп килгән, бары тик ураҡ ваҡытында ғына көнлөксөләр яллаған. Үҙенә күрә ҡылыҡһырлығы ла бар хужабикәнең. Батрак килгәс, яман ирәйеп, байбисә булып ҡылана башланы. Ирназарға уны-быны бойора ла, асыҡ верандаға сығып ултырып, баҫыуҙа ел ҡырҡҡан битенә, шырауланып бөткән ҡулдарына ниндәйҙер май һөртөргә, кейенеп-яһанып ҡупшыланырға тотона. Тупһанан түргә үткән кешенең үҙгенәһе.
Кәйефе арыу саҡта фрауҙың Ирназарға мөғәләмәһе лә йомшара төшә. Йә теш араһынан йылмайып, уның эшләгән эшен хуплап ҡуя, йә үҙ табынынан уға өлөш сығара. Ә кәйефе туранан-тура фронт хәбәрҙәренә бәйле Бертаның. Ябай бисәләргә хас хәрәкәт менән бөйөрөнә таянып, йыуан аяҡтарын айыра баҫып, ғорур ҡиәфәттә башын күтәрә лә: “Москау капут! Русланд капут!..” – тип шарҡылдап көлә, “Дейчланд, Дейчланд, юбер аллес” көйөнә ирҙәрсә һыҙғырырға керешә.
Көнсығыш фронттағы иренән хат йә күстәнәс килгән көндәрҙә, айырыуса теремекләнеп, ҡыуанысынан ҡайҙа баҫҡанын белмәй фрау. Радионан еңеү марштары ағыла, Германия башлыҡтарының ярһып-ярһып маҡтаныуы яңғырай.
Ә инде иренән хат килмәй торһа, фронт хәбәрҙәре артыҡ ҡыуанырлыҡ булмаһа, Бертаның кәйефе ынйыҡ көнгә әүерелә. Өҫ-башына иғтибары кәмей, ҡарашы ерҙә, ирендәре һытылып ҡаны сәсрәрҙәй булып ҡымтылған. Бындай саҡта Ирназар уның күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Ҡурҡҡандан түгел. Ҡурҡыуҙан үткән инде ул. Эт менән эт булғыһы килмәй.
Ләкин күп тә үтмәй фашистарҙың тағы бер-ике ҡаланы баҫып алыуы ишетелә. Фрауға ҡабат йән керә. Немец телен сала-сарпы аңлай башлағаны бирле, яйы сыҡҡан һайын, Ирназар асыҡ тәҙрәнән яңғыраған радио тауышына ҡолағын ҡарпайта. Дикторҙың харап кәпәренеп хәбәр итеүенә ҡарағанда, Ҡыҙыл армия, имеш, тамам ҡыйратылған, Германияның еңелеү белмәҫ ҡорос дивизиялары Волга буйына барып еткән. Бертаның түбәһе күктә, ә Ирназарға ҡайғы. Тимәк, ҡоллоҡтан ҡотолоу юҡ уға. Ғүмеренең һуңғы сәғәтенәсә ул ошо шыҡһыҙ утарҙа бил бөгөргә мәжбүр.
Ҡасыуҙы уйларға ла ярамай. Ихатанан сығыу менән тотоп аласаҡтар. Аҙағы билдәле: йә үлтергәнсе туҡмайҙар, йә ҡабат анау дәһшәтле Дахауға оҙаталар. Көн аша килеп еҫкәнеп йөрөгән сулаҡ полицай, һүгенеп-янап, шуны тылҡый ҙа. Иманы юҡ быларҙың. Ана ни көнгә төшөрҙөләр күрше утарҙан ҡасҡан әсирҙе тотҡас. Ҡара ҡанға туҙҙырып туҡмап, эттәрҙән талатып, байғошто яҡындағы ауыл майҙанында атып үлтерҙеләр. Етмәһә, был ҡанлы тамашаға, төрлө утарҙа батраклыҡта йөрөгән тотҡондар ҡыуып килтерелде.
Улай ҙа өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәр ҙә баһа. Немецтар Волгаға барып еткәс, һуғыш бөтөүгә ыңғайлаған булып сыға түгелме? Моғайын, аҙаҡ әсирҙәргә лә еңеллек бирелер, бәлки, ҡайтарып ебәрерҙәр. Көнө килер, Ирназар өҙөлөп һағынған әсәһен, һөйөклө Фәйрүзәһен, үҙе юҡта тыуған сабыйын бауырына баҫыр. Хәҙергә иһә ул тешен ҡыҫып түҙергә, ат урынына егелеп эшләргә мәжбүр, бүтән сараһы юҡ.
Утарҙың ике һыйыры, тана-торпоһо, ике ҡарт алашаһы, биш-алты баш сусҡаһы, иҫәпһеҙ ҡош-ҡорто – барыһы батрак өҫтөндә. Уларҙы ваҡытында ашат-эсер, аҙбар-ҡураны таҙартып, тиҙәк-тиреҫен баҫыуға сығарып түк. Көн оҙоно Ирназарҙың ҡулынан көрәк-һәнәк төшмәй. Таң һыҙылыу менән тора ла киске шәфәҡ байығас ҡына, үҙенә тәғәйен ителгән аласыҡтай ғына бүлмәгә инеп, ҡаҡ һикегә ауа. Серемгә китеп өлгөрөр-өлгөрмәҫ тағы торорға, тағы эшкә тотонорға.
Көндөҙҙәрен дә уға ял итергә форсат юҡ. Әҙ генә бил яҙып, тын алырға туҡталыуы була, хужа ҡатын, кәйефенә ҡарап, йә шелтәле төҫтә бармаҡ янарға, йә ене тотҡан ваҡыты булһа: “Sсһwein! Schmarotzer! Аrbeiten! Аrbeiten!* – тип сәңгел-тупаҫ тауыш менән сәрелдәргә тора.
Яҙ йә көҙ етеп, баҫыу эштәре башланғас, Ирназар еңел тын тартып ҡуя. Нисә әйтһәң дә, ул үҙ иркендәрәк, Берта һәр аҙымын һағалап тормай. Байғош хатта, үҙенең аяныслы хәлен онотоп, көндөң матурлығынан, баштарын салыҡлап һабан, сәскес йә урғыс һөйрәгән аттарҙың ырамлы аҙымынан зауыҡланып, шым ғына йырлап ебәрә: “Йәйгенәмде бында йәйләнем дә, ҡышҡынамды ҡайҙа ҡышлармын...” Юҡ, юҡ, бирешергә ярамай. Бынау ҡара көндәрҙең дә сиге барҙыр. Килер зарығып көткән сыуаҡ миҙгелдәр...
Шулай өмөт менән өмөтһөҙлөк араһында көйөнөп йөрөгән саҡта Ирназарҙың сос ҡолағына радионан йыш-йыш “Сталинград” тигән һүҙ салына башланы. Ҡырҡ икенсе йылдың ҡара көҙө ине. Сталинградта яман ҡаты һуғыш бара икән. Тимәк, беҙҙекеләр еңелмәгән, радионың ҡотороноп лаф ороуы ялған икән! Быны хатта фрауҙың теге полицай менән борсолоп һөйләшеүенән үк аңларға мөмкин.
Күп тә үтмәне, ҡырҡ өсөнсө йылдың февраль баштарында Германияла матәм көндәре иғлан ителде, Сталинград һуғышында иҫәпһеҙ-һанһыҙ немец ғәскәренең ҡамалыуы, тамам ҡыйратылыуы мәғлүм булды.
Бынан аҙаҡ ваҡыт та, йәйәүленән һыбайлыға әйләнгән һымаҡ, ағышын уғата тиҙләткәндәй ине. Бер фронттағы ҡаты һуғыштың шаңдауы баҫылып өлгөрмәй, уға икенсеһе, өсөнсөһө килеп ялғана. Сулаҡ полицай Ирназарға бармаҡ янап: “Оҙаҡламай капут һеҙгә! Фюрерҙың дәһшәтле йәшерен ҡоралы бар. Күрмәгәнегеҙҙе күрһәтербеҙ әле!” – тип күпме шәбәймәһен, һуғыш бизмәненең ҡайһы яҡҡа ауышыуын тойомларға мөмкин ине инде.
Бығаса Бертаның иренән аҙна һайын тиерлек хат килеп торҙо. Сталинградтағы ҡыйралыштан аҙаҡ иһә хаттар туҡтаны, хужа ҡатын ҡайғыға ҡалды. Билдәле, ире йә ана шул һуғышта башын һалған, йә әсир төшкән инде. Эйе, таяҡ ике башлы шул ул, тип уйлай Ирназар. Юҡҡамы ни, бер йыл бүҙәнә һимерһә, икенсе йыл тартай һимерер, тигәндәр. Көнөгөҙгә күрә таман...
Ул күңеленең иң тәрән төпкөлөндә һаҡланған ҡәҙерле хәтирәләр ихтыярында. Ҡарашы йыштан-йыш ҡояш сығышына тоҫҡала, күҙ алдына ҡоштар осоп етмәҫ ерҙә ҡалған Уралтау армыттары, терегөмөштәй яҡты һыулы Ҡаҙаяҡ бөгәлдәре, ғәзиз ғаиләһе килеп баҫа.
Нисегерәк ҡаршылар икән уны тыуған ауылы? Үҙгәргәндер Ҡуштирәк, тотҡан ерҙән һындырыу ғәҙәтен ташлағандыр. Ил хеҙмәтендә йөрөп ҡазаға тарыған ауылдашына ла элекке һымаҡ ҡаш аҫтынан ҡарамаҫ, бәғерһеҙлек ҡылмаҫ, моғайын. Шулай йыуана Ирназар. Балалыҡ, йәшлек йылдарының сыуаҡ миҙгелдәрен генә уйларға тырыша. Ләкин хәтерҙе йүгәнләп булмай икән шул. Уның үҙ иҫәбе, үҙ заңы. Ул һалҡын ҡол аҫтындағы тере ҡуҙ. Һинең үткенсе ҡыуаныстарыңа ҡарағанда, яҙмыш туҫтағын тамсыһынаса эсеүең, кисергән ғазаптарың нығыраҡ баҙлата хәтер усағын. Яңы йәрәхәттәр ни тиклем әрнеп һыҙламаһын, иҫкеләре лә онотолмай, һулҡылдай икән.
Хәйер, был нәмәләрҙе уйларға иртә ине әле уға. Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа, иреккә сығыу көндәре томан эсендә, һәр хәлдә, иҫән-һау ҡайтырға яҙһа, Ирназар үҙен нисек тоторға белер ине әле. Табыр ине уртаҡ тел тилбер холоҡло ауылдаштары менән...
Утар тормошо үҙ айышы менән бара. Батрактың хәле билдәле: ул бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем алһыҙ-ялһыҙ эшләргә мәжбүр. Улай ҙа фронт һыҙығы көнбайышҡа табан күсә башлағаны бирле, Ирназарҙың тын алышы иркенәйеп киткәндәй булды. Хужа ҡатын да тәүге йылдағы һымаҡ ҡаҙалып бармай, батрактың эшенә ҡыҫылмай. Ҡайғылы төҫтә башын эйеп, унда-бында һуғылып йөрөй-йөрөй ҙә, бүтән йыуаныс тапмағас, алҡынғансы эсә. Иҫергәс, ул йә ауыҙ эсенән мөңрәп йырлай, йә үкһеп илай. Кейенеп-яһанып көйәҙләнеү ҡайҙа. Өҫ-башы ҡарауһыҙ, өй йыйыштырыу, аш-һыу әҙерләү уйында ла юҡ, асығыуы иҫенә төшһә, ҡоро-һары менән хушһына.
Ике-өс ай буйы толҡа тапмай һуғылғас, Берта ҡапыл баҫлыҡтырғыс йоҡонан уянып киткәндәй булды. Иҫереп боларыуын ташланы, бауырын өйкәгән хәсрәтен эскә йотоп, харап эшлеклегә әйләнде. Бығаса арҡыры ятҡанды буйға алып һалмаҫ бисә, төрлө ергә тоҡлап-тоҡлап ашлыҡ йәшерергә, тәпән-тәпән ит тоҙларға тотондо.
Уның Ирназарға мөғәмәләһе лә үҙгәрҙе: йә иренең иҫкерәк кейем-һалымын, итектәрен сығарып бирә, йә һирәкләп уны хатта үҙ табынына саҡыра. Украинаның уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙәренән имение алып, байбисә булып ирәүәнлектә йәшәү хыялы емерелгәс, ул теше-тырнағы менән үҙенең ғәҙәтсә генә ҡәҙимге утарын бөлгөнлөктән һаҡларға тырышты. Билдәле, яңғыҙ бисә ҡулынан килер эш түгел ине был. Бәхетенә, крәҫтиән хеҙмәтен яҡшы белгән, баҫымсаҡ холоҡло, тос беләкле батрагы бар. Мал һуйыу, аҙыҡ-түлекте йәшерен баҙҙарға күмеү – бөтөнөһөн Ирназар ипләй.
Эш араһында Берта, күҙен кәпесләп йылмайып, Ирназарҙы йыуатырға, өгөтләргә кереште: “Һуғыш бөтөүгә ыңғайланы. Совет ғәскәре бында килеп етеү менән илеңә ҡайтып китерһең. Хәҙергә түҙ инде һин...” Өндәшмәй Ирназар. Ул көндәргә етәһе бар әле, тип уйлап, күңелендә ҡош булып талпынған өмөтөн көнэлгәре өркөтөп ҡуйыуҙан хәүефләнә. Уның өндәшмәүен икеләнеүгә һанай, ахырыһы, фрау. Һаман бер нөктәгә сүкей: “Теләһәң, бында ҡалырһың, ғаилә ҡорорһоң. Күрше утарҙағы батрак үҙенең хужаһы Клараға өйләнде... Мине ҡарт тиһәң, тирә-яҡта йәшерәк тол бисәләр ҙә, ҡыҙҙар ҙа тулып ята. Ысын, вайран булып ятҡан Рәсәйеңдә ни күререң билдәһеҙ...”
Күрше утар батрагы Петрҙы Ирназар күптән белә. Дахауҙан бергә оҙатылғайнылар. Бер мәл аҙаҡ Петр үҙе, уның янына килеп, өйләнеүен әйтте. Йәнә, башын сайҡай-сайҡай, бер ғәжәпләнеп, бер һоҡланып һөйләгәне Ирназарҙың хәтерендә. “Аптырау, әй, ни етмәгәндер был немецтарға. Вәт, исмаһам, йәшәгәндәр! Минең хужаның... эйе... беҙҙең утарҙа ике ат, биш-алты баш һыйыр йәнлеге, унлап сусҡа. Сәскес-урғыс машиналар, һабан-тырмалар кирбес һарайҙа. Мал аҙбарҙары минең тыуған ауылдың өйҙәренән яҡшыраҡ... Булмай, туған, ҡайтыу юҡ Рәсәйгә! Кем көтә мине унда... Эше, төрлө мәшәҡәте күп булһа ла, бында колхоздағы һымаҡ асҡа интекмәйһең, бушҡа көсәнмәйһең...”
Шулай аңлатты Петр үҙенең Германияла ҡалырға ҡарар итеүен. Ирназарҙың: “Германия тар-мар ителәсәк, һуғыштан һуң үҙебеҙҙә лә тормош арыуланыр”, – тип икеләнеүенә Петр ҡул һелтәне. “Әйттең һүҙ. Немец эште ҡоро тота. Волгаға барып етте. Быларҙы еңер көс ҡайҙа!..” – тип яуапланы.
Ҡырҡ өсөнсө йылдың ҡышы ғына ине шул әле...
Бертаның бер ҡатлы, тоҡан тәҡдименән, Петрҙың ҡылмышын хуплауынан көлөмһөрәп, Ирназар хыялында тыуған-үҫкән илендә гиҙә. Аңлаймы ни ирһенеүҙән ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгән немец бисәһе уның эс серҙәрен, кемде, кемдәрҙе һағынып һыҡтауын. Үҙен ҡоллоҡҡа дусар иткән яуыздар илендә ҡалыу үлемгә тиң фажиғә булыр ине Ирназар өсөн. Быны уйлау ҙа яҙыҡ. Тыуған ауылы, бауырмал әсәһе, һөйөклө Фәйрүзәһе бар уның. Иң ауыр мәлдәрҙә йәненә йыуаныс биргән иманы ла, бәпләгән өмөтө лә шулар. Юҡ, Петр юлынан бармаясаҡ ул.
Бер көн Ирназар, Бертанан бер бит ҡағыҙ, ҡәләм һорап алып, хат яҙырға ултырҙы. Ул хатты ебәрә алмаясағын аңлай, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, һис юғы, тулышҡан күңелен бушатырға, хыялында ғына булһа ла, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәһе, һөйөклө ҡатыны менән һөйләшергә кәрәк ине уға.
Уның яҙышып ултырыуын күргәс, Бертаның күҙе дүрт булды.
– Һин уҡый-яҙа беләһеңме ни? – тине ышаныр-ышанмаҫ, иренен бүлтәйтеп. – Һеҙҙең халыҡты тотошлай тома наҙан тиҙәр ҙә баһа. Бына ғәжәп!..
Ирназар яуап биреп торманы, яурынын йыйырып ҡына көлөмһөрәне лә яҙыуын дауам итте. Фашистар ҡотҡоһонан аңы буталып, үҙҙәренән башҡа халыҡтар – мәҙәниәтһеҙ ҡырағайҙар, улар Германияға ҡол булырға ғына яраҡлы, баш бирмәгәндәре юҡ ителергә тейеш, тип күнеккән торпай бисә менән был хаҡта һөйләштең ни, һөйләшмәнең ни. Буш хыялдарынан, яуыз маҡсаттарынан төңөлдөрөү өсөн, Ирназарҙың уйлауынса, немецтарҙы ҡаҙанға һалып ҡайнатһаң да хәләл ине.
Хаттың башында ул, үҙ яҡындарынан тыш, хатта заманында уның ғаиләһенә бәғерһеҙлек күрһәткән туған-тыумасаһына, күрше-күләндәренә суҡ-суҡ сәләмдәрен теҙҙе, унан ауыл хәлдәренә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Барыбер эйәһенә барып юлыҡмаясаҡ хатта рыяланып тормаҫҡа, ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡтан-асыҡ яҙырға булды Ирназар. “Эй, әсәй, эй, Фәйрүзә, ирекле көнөмдәнме ни һеҙгә һис ниндәй хәбәр ебәрә алмауым! Тәүге һуғыштарҙағы буталыш арҡаһында, яралы килеш әсир төшөп, әҙәм күтәрмәҫ ғазаптарға дусар булдым, хәҙерге көндә Германияла бер немец утарында батракмын. Бынан иҫән-аман ҡотолормонмо, юҡмы, әйтеүе ҡыйын. Улай ҙа тыуған илгә ҡайтып, һеҙҙе күрергә өмөтләнәм әле. Һағыныуҙарым сикһеҙ. Фәйрүзәкәйем, онотма мине! Азаматтың ике йәше тулғандыр инде. Кемгә оҡшаған? Ауырымаймы, илаҡ түгелме? Әсәйем ни хәлдә, артыҡ өшәнмәнеме? Их, илгә ҡайтып, ҡолас киреп бесән сапҡым килә. Йәнә Ҡаҙаяҡ буйҙарын шыңғыратып гармун тартаһы ине. Һин ҡушылып йырлар инең. Күрербеҙме икән ул көндәрҙе?..”
Хатты, яҙып бөтөрөп, түш кеҫәһенә тыҡҡас, Ирназар эсен айҡаған һағыштан әҙ генә арынған кеүек булды. “Эйе, туғарылып төшөргә ярамай, тине үҙенә, сыҙарға, өмөт менән йәшәргә кәрәк...”
Йыл буйы иренән бер хәбәр ҙә булмағас, Берта уны юллап юғары хәрби ойошмаларға хат ебәргәйне. Байтаҡ көттөрөп, ниһайәт, яуап та килеп төштө. Утар хужаһы, ысынлап та, Сталинград һуғышында үлтерелгән булып сыҡты.
Түгеләһе йәштәрен түгеп бөтөрөп, күрәсәгенә алдан уҡ әҙерләнә килде, шикелле, Берта. Аяуһыҙ хәбәрҙән эскә бикләнеп, аҙна буйы өндәшмәй-тынмай һыҡтап йөрөнө лә кистәрен ҡайҙалыр китеп юғала торған булды. Ирназарҙың унда эше юҡ. Көлгә аунаһын, көнөн күрһен тип, уның ниндәй юлға баҫыуын һиҙенһә лә, белмәмешкә һалышты. Шуныһы яман, ул бәйҙән ысҡынған фрауҙың ҡайтҡанын көтөп ултырырға тейеш. Ә, дөйөм алғанда, был Ирназар файҙаһына, һис юғы, киске сәғәттәрҙә уның һәр аҙымын аңдып тороусы юҡ. Эшен бөтөрә лә иркенләп ял итә.
Һуғыш Германия сиктәренә яҡынлаған һайын, Берта аҙғынлана барҙы. Төн йөҙөндә уны ниндәйҙер ир-ат, башлыса, яраланып ҡыҫҡа ғына ялға йәки бөтөнләйгә ҡайтҡан хәрбиҙәр, ахырыһы, оҙата килә, ҡайһылары йыш ҡына ҡунып ҡала. Берәүһе хатта ике аҙна буйы һыйланып ятты. Берта уны өрмәгән ергә ултыртманы, һәр теләгенең алдын алып, орсоҡтай өйөрөлдө, йомғаҡтай тәгәрәне. “Ирем ошо инде хәҙер, – тине Ирназарға, бармаҡ янап. – Ҡара уны, итәғәтле бул уға, герр Пауль тип өндәш, бойорғанын үтә!..”
Ләкин һемәйтте уны герр Пауль. Бер кистә, күрше ауылдағы камрадым янына барып киләм, тип сығып китте лә, ер йотҡандай, ғәйеп булды.
Фрауҙың туҙыныуы! “Үҙенең ҡасып олағыуы етмәгән, ҡыйбатлы йөҙөк-беләҙектәремде, байтаҡ аҡсамды урлаған, яуыз. Эх, ҡулыма килеп эләкһә, белер инем нишләтергә!..” – тип бер иланы, бер күҙенән ут сәсеп, тегенең тетмәһен тетте.
Терһәген тешләрҙәй хәлгә төшкәс, Берта әҙерәк баҫылғандай булды, унда-бында йөрөүҙән тыйыла башланы. Уның ҡарауы, аҙна һайын утарға Бертаның үҙе кеүек үк яңғыҙ бисәләр килеп тула. Кис буйы патефон уйнатып, йырлашып-бейешеп, кәйеф-сафа ҡора немкалар. Табындары йыш ҡына илаш-һыҡташ менән барып тамамлана. Германия халҡын алдағы бай, ирәүән тормошҡа ымһындырып, һуғыш башлаған, ҡатындарҙы ирһеҙ, балаларҙы етем ҡалдырған Гитлер башына ҡарғыштар яуа.
Сулаҡ полицай ҙа әүәлге кеүек ҡупарынмай инде. Утарға һуғылып, батракты киҫәтеүе лә ғәҙәт буйынса ғына. Туҡмалған эт һымаҡ, башы эйеүле, күҙе ерҙә.
Немецтарҙың үҙгәрерлеге бар ине. Ҡырҡ бишенсе йыл башланғайны. Германияны уратып алған утлы ҡулса ҡыҫылғандан-ҡыҫыла. Көнсығыш фронтта уларҙы Ҡыҙыл армия ҡыйрата, көнбайыштан союзниктар баҫтырып килә. Нисәмә илде буйһондороп, бөтөн Европаны ҡанға батырған яуыз Германия бына-бына тар-мар ителәсәк.
Кистәрен, ярты күкте биләп, утар өҫтөнән самолеттар осоп уҙа. Донъяны геүләү баҫа. Күп тә үтмәй Мюнхен яғынан гөрһөлдәп бомбалар шартлауы ишетелә башлай, һауаға ғәрәсәтле янғын шаңдағы күтәрелә. “Америка самолеттары...” – тип аңлата Берта. Ул көн һайын, велосипедҡа атланып, өс-дүрт саҡрымдағы ауылға барып ҡайта ла унда ишеткән хәбәрҙәрен Ирназарға һөйләй. Имештер, идара етәкселәре, үтеп сыҡҡан фашистар, эш еңелеүгә киткәс, был тирәгә Ҡыҙыл армияға ҡарағанда американдар килеүен артығыраҡ күрә икән. Йәнә ун алты йәштән алтмышҡаса бөтөн ир-атҡа ҡорал таратыла, фюрер армияһына ярҙамға фольксштурм тигән халыҡ ғәскәре төҙөлә. Утар хужаларына йөк арбаһына егеүле ат, аҙыҡ-түлек тапшырыу бойоролған.
Берта, ҡарғана-ҡарғана, бойороҡто үтәргә мәжбүр булды. Ике алашаның береһен арбаға егеп, уға бер тоҡ арпа, ҡаҡлаған сусҡа түшкәһе һалып, фольксштурм отрядына тапшырып ҡайтты.
Ирназар йоҡонан яҙҙы. Ҡарашы менән Мюнхен яғына осҡан самолеттарҙы оҙата ла, бомбалар шартлауы баҫылғас, сосайып, көнсығыш тарафҡа ҡолаҡ һала. Туптар гөрһөлдәүе, танкылар геүләүе ишетелмәҫме? Ул, әлбиттә, үҙебеҙҙең ғәскәрҙе күҙ ҙә ҡаш көттө. Азатлыҡ көнбайыштан түгел, көнсығыштан килергә тейеш, һағындырған, төштәренә кереп һаташтырған ғәзиз тыуған иленән. Ә аҙаҡ бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ Ҡуштирәккә юлланыр Ирназар. Тиҙерәк килеп етһә ине ул көндәр.
Апрель урталарында ике тәүлек буйы утар эргәһенән, оло юлды биләп, сигенеүсе немец частары уҙҙы. Тимәк, бына-бына беҙҙекеләр ҙә күренер. Ләкин Ирназарҙың ҡотолоуы бөтөнләй икенсе төрлө булды. Май башында бер ниндәй һуғышһыҙ көньяҡ Германияны американдар биләп алды. Бүтән форверктарҙағы батрактар менән бергә Ирназарҙы, Дахауҙан азат ителгән тотҡондарға ҡушып, ҙур-ҙур машиналарҙа ҡайҙалыр алып киттеләр. Кисерәһе мажаралары бөтмәгәйне әле уның.
Утарҙан киткән саҡта Берта бер яҡшылыҡ ҡылды улай ҙа. Ирназарҙың таушалып, бысранып бөткән кейемен һалдырып, уға арыу ғына пинжәк-салбар, өр-яңы тиерлек итек бирҙе, арҡаһына аҙыҡ-түлек тултырылған ҙур ҡумта биштәрләтеп аҫты. Күпме кәрәк әҙәм балаһының күңелен табырға. Ирназар утарҙа тамаҡ ялына өс йылдан артыҡ көнө-төнө эшләүен, кәмһенеү-юҡһыныуҙарын онотоп, ҡылтым холоҡло фрауға рәхмәт уҡып китте. Нисә әйтһәң дә, ошонда йәшәүе арҡаһында үлем менән аймылышты бит ул.
Карлсруэ тигән ҡала янында совет армияһынан әсирлеккә төшкән тотҡондарҙы, бүтән илдәрҙекенән айырып, үҙҙәренә башҡа лагерға тупланылар. Унда-бында сығып йөрөргә рөхсәт ителмәй, бер ниндәй эш юҡ. Ашау-эсеү юлға һалынған, көн һайын тиерлек кино күрһәтәләр, ә тыуған илгә ҡайтарыу тураһында ләм-мим. Тотҡонлоҡтан ҡотолған әсирҙәрҙең яҙмышын нисек хәл итеү тураһында американдар менән беҙҙекеләр араһында бәхәс барыуын лагерҙағылар белмәй ине.
Һуғыш туҡтағандан аҙаҡ өс ай буйы улар ошо билдәһеҙлектә йәшәне. Хәйер, зыялы ҡиәфәттәге рус кешеләре килеп, бигүк баҫым яһамай ғына, әсирҙәрҙе Америкаға китергә өндәп йөрөнө-йөрөүен. Ризалыҡ биргәндәр шунда уҡ ҡалаға оҙатылды. Унда тейешле документ, юллыҡ аҡса, паек алғас, уларҙы пароходҡа ултыртырға тейештәр икән. Ләкин күпселек был тәҡдимде кире ҡаҡты, тиҙерәк ҡайтарып ебәреүҙе талап итте.
Ниһайәт, сентябрь баштарында, биш-алты совет офицеры килеп, әсирҙәрҙең Рәсәйгә ҡайтарыласағын хәбәр итте. Аҙна үтеүгә улар тәүҙә йөк машиналарында, унан поезда көнсығышҡа табан юлланды.

4
Тыуған илгә ҡайтарыу көндәрен зарығып көткән тотҡондарҙың ҡыуанысы эстәренә һыймай. Әле бер ерҙә, әле икенсе ерҙә күмәк йыр күтәрелә, шатлыҡ ауаздары яңғырай. Өмөт-хыялдар көнсығышҡа, һағындырған Рәсәй тарафтарына ҡанатланып оса. Хатта Дахауҙа имгәнеп, ҡоро һөйәккә ҡалып, һаман мандый алмаған бисараларҙың йөҙөндә һүрән генә йылмайыу, күҙҙәрендә нур. Улай ҙа үлемесле ҡоллоҡ ғазабынан ҡотолоуҙарына ышаныр-ышанмаҫ, улар бүтәндәргә бигүк ҡушылып бармай, үҙҙәренә башҡараҡ төркөмдәргә тупланып, айырыуса ныҡ миктәгән иптәштәренә ярҙам итергә тырыша.
Ирназарҙы әйтергә лә түгел. Уйы менән әллә ҡасан Ҡуштирәктә инде. Алдан хәбәр итмәйенсә ҡайтып төшөр ҙә, ишектән атылып кереп, иң тәүҙә Фәйрүзәне ҡосаҡлап бәғеренә баҫыр, унан иҙәнгә сүкәйеп, башын әсәһенең тубығына һалыр. Ҡайнар күҙ йәштәрен тыйып тормаҫ, туйғансы, йөрәге урынына ултырғансы илар. Ә атаһы юҡта тыуған Азамат – дүрт йәшлек малай бит инде хәҙер. Ул, моғайын, тәүҙә ятһыныр әле. Уға күҙен түңәрәкләндереп, томһайып ҡарар. Өйрәнә төшкәс иһә атаһының алдынан төшмәҫ, артынан тотамлап йөрөр.
Дүрт йылға һуҙылған һәләкәтле юлдан ҡайтһа ла, оҙон-оҙаҡ ял итеп, наҙланып ятырға йыйынмай Ирназар. Үҙе юҡта, ир-ат ҡулы теймәгәс, йорт-еренең, ҡаралты-ҡураһының ҡылҡаһы ҡалмағандыр. Ватыҡ-емеректе төҙәтергә, хужалыҡты ипкә-һапҡа килтерергә, бер һүҙ менән әйткәндә, тормошто ҡәҙимге тәбиғи көйгә һалырға кәрәк буласаҡ. Юҡ, юҡ, арыу-йонсоуға һылтаныр ваҡыт түгел. Өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе бөтөрөргә лә тиҙерәк колхоз эшенә тотонорға, Фәйрүзәне донъя хәстәренән ҡотҡарырға...
Уның сыуаҡ кәйефен бары тик янында бөршәйеп ултырған Петрҙың интегеп көрһөнөүе һүрелтеп ҡуя. Йәл Петр. Байғош, немец бисәһенә өйләнеп, Германияла ирәүән-һирәүән тормошта йәшәргә иҫәп тотҡайны. Яҙманы уға был бәхет. Ирекһеҙҙән ул да Рәсәйгә ҡайтып бара.
...Төрлөһө-төрлө утарҙа батраклыҡта йөрөгән әсирҙәргә ауылда тупланырға ҡушылғас, Ирназар Америка һалдаттарының килгәнен көтөп торманы, йыйылыу урынына үҙ ихтыяры менән китте. Иреккә сыҡҡан иллеләп кеше араһында Петр юҡ ине. Уны Карлсруэ лагерына аҙаҡ, әсирҙәр совет офицерҙары ҡулына тапшырылғас, үҙебеҙҙең һалдаттар тотоп килтерҙе.
Петрҙың ҡайтыу юлы үҙе бер фажиғәле тамаша булды.
Әсирҙәр егермеләп “студебеккер” машинаһына ултырған мәлдә, шау-шыуҙы баҫып: “Петер, Петер!” – тигән сәңгел тауыш яңғыраны. Ул да булманы, Петр машинанан һикереп төштө лә, һаҡсы һалдаттарҙы ситкә этеп, шул тауышҡа ташланды, “Клара, мин бында!” – тип ҡысҡырып, абына-һөрлөгә йүгергән ҡатынын ҡосаҡлап алды.
Клара йөклө икән. Иренең муйынына һарылып, үкһей-үкһей, ниҙер һөйләй, әлдән-әле ҡабарынҡы ҡорһағын һыйпап ҡуя. Петр уны ниҙер әйтеп йыуата, бер туҡтауһыҙ битенән, йәшле күҙҙәренән үбә. Клара уның һайын тыйыла алмай үкереп илай.
Ул арала машиналар гөрөлдәй башланы, ҡуҙғалырға команда бирелде. Ә ир-ҡатын һаман айырыла алмай. Кабинанан башын тышҡа һоноп, офицер тупаҫ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе, һалдаттар Петрҙы, беләктәрен шаҡарып, машинаға табан һөйрәкләй, тағы береһе сәсрәп илаған Клараны уның ҡосағынан айырырға тырыша.
Сысҡанға – үлем, бесәйгә – мәрәкә, тигәндәй, ҡайһы бер әсирҙәр, әҙәпһеҙерәк иҫкәрмә өҫтәп, һаһылдашып көлә. “Ал үҙең менән немкаңды, бәлки, беҙгә лә өлөш сығарыр!” – ти бер йүнһеҙе, күҙен йылтыратып. Икенсеһе: “Ай-һай, сос икән егетең! Немецтың үҙенә көсө етмәгәс, ҡатынын ауҙарған!” – тип башын сайҡай. Улар эштең асылын белмәй, әлбиттә. Петр менән Клараның мөнәсәбәтен үткенсе ғишыҡ-ғишрәт уйыны итеп күрә. Ир танһыҡлап аҙған немец бисәһе өсөн ошо тиклем көйөнөрһөңмө, төкөр, йәнәһе.
Һалдаттар Петрҙы елтерәтеп машина янына килтерҙе, төрткөсләп кузовҡа мендерҙе. Клара бетон юлда ятып ҡалды.
Машинала барғанда ла, поезға ултырғас та Ирназар гел Петр янында булды. Уны йомшаҡ һүҙ менән йыуатты, ҡайғыһынан арындырырға тырышты. Петр иһә, әйтерһең, телдән яҙғайны. Ирендәрен ҡымтып, өндәшмәй-тынмай, артҡа, күкһел тауҙар артында тороп ҡалған Изар яҡтарына ҡарап бара. Ирназарҙың һиҙеүенсә, ул Клараның ярайһы уҡ мул тормошло, ыҡсым утарына ғына ҡыҙмаған, ошонда һөйөүен тапҡан. Элек бер осрашҡанда һөйләүенә ҡарағанда, Петр һуғыш башланыуҙан байтаҡ элгәре, хәрби хеҙмәтен тамамлағас, үҙ теләге менән армия сафында тороп ҡала, Киевтағы хәрби училищела рота старшинаһы итеп ҡуйыла. Йәше утыҙҙан ашып китһә лә, өйләнергә мәйеле лә, форсаты ла булмай Петрҙың. Ә инде әсирлеккә төшөп, осраҡлы рәүештә батраклыҡ яҙмышына тарығас, көтмәгәндә генә Клараға ғишҡы уяна, тора-бара был хис ысын мөхәббәткә әйләнә.
Һөйөү һис ниндәй кәртәләрҙе һанламай, күрәһең, тип уйлай Ирназар. Бит заманында Фәйрүзә лә унан дошман балаһы тип тайшанманы, ил-йортто аптырауға һалып, тотто ла һөйгәненең ғаиләһенә төн йөҙөндә ҡасып килде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙе лә, иңбашына ҡунырға торған мөхәббәт ҡошон ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, Фәйрүзәне урлап алып китәйемме әллә, тип яндырайланып йөрөмәнеме ни? Ярай әле, һөйгәне ҡыйыуыраҡ булып сыҡты. Эх, иҫән-һау ҡайтып етелһә, Ирназар уны өрмәгән ергә ултыртмаҫ, һәр теләгенең алдын алып ҡәҙерләр, һаҡлар ине...
Клараһынан алыҫлашҡан һайын Петрҙың ҡылыҡ-фиғеле, ҡиәфәте үҙгәрә барҙы. Бәһлеүәндәй ир-егет, тамаҡтан яҙып, ябығып, ҡара-һарыға һабышты, күҙҙәре генә ҡәһәрләнеп янды. Бер көн машиналарҙан төшөрөп, әсирҙәрҙе ялға туҡтатҡанда, ул Ирназарҙың ҡолағына: “Барыбер ҡасам, миңә Кларанан башҡа йәшәү юҡ!” – тип шыбырланы. Ирназарҙың: “Юҡты...” – тип һүҙ башлауы булды, Петр усы менән уның ауыҙын баҫты. “Беләм, һин дә бүтәндәргә оҡшап, мине кире һүрергә теләйһең. Булмай, Германияла ҡалам. Клара янында, оҙаҡламай тыуаһы балам эргәһендә...”
Ниһайәт, Германияның Польша сигендәге Форст ҡалаһында машиналар колоннаһы туҡтаны, әсирҙәргә өс көнлөк ял бирелде. Уларҙы элек немецтарҙың хәрби госпитале хеҙмәтен үтәгән, әйләнә-тирәһен бейек тимер рәшәткә уратҡан өс ҡатлы ҙур бинаға урынлаштырҙылар. Карауаттарға ап-аҡ япмалар йәйелгән, бүлмәләр таҙа, яҡты. Рәхәтләнеп йыуынып, эҫе һурпа, ҡалъя-ҡалъя һимеҙ ит менән һыйланғас, әсирҙәрҙең кәйефе уғата күтәрелеп китте.
Ҡалаға сығып йөрөргә рөхсәт итмәһәләр ҙә, һаҡсы һалдаттарҙың мөғәмәләһе яҡшы, бер ниндәй ҡыҫым, тупаҫлыҡ юҡ. Ашау-эсеү буйтым. Күпме теләһәң, шул саҡлы йоҡла йәки иптәштәреңә ҡушылып йырла, кәрт уйна, уларҙың башынан үткән мажараларҙы тыңла...
Машинанан төшкәс, шау-гөр килеп, кем ҡайһы бүлмәне хуш күрһә, шунда таралышҡан арала Ирназар Петрҙан күҙ яҙҙырғайны. Ярай, аҙаҡ эҙләп табырмын әле тип, икенсе ҡаттағы бүлмәгә инде лә, тоҡсайын карауатҡа ырғытып, йыуынырға китте. Аҙаҡ киске ашҡа саҡырҙылар. Петр унда ла күренмәне. Үҙе менән бер машинала килгән таныштарынан һорашыуы ла бушҡа булды. Юғалды Петр. “Үҙ һүҙен һүҙ иткән, ҡасҡан барыбер”, – тип уйларға ҡалды.
Юлда саҡта Ирназар Айытбай исемле ҡаҙаҡ егете менән танышҡайны. Уның менән икәүләп бөтөн бүлмәләрҙе ҡыҙырып сыҡтылар, ләкин Петрҙы тапманылар. Ниһайәт, һораша-белешә торғас, уның машинанан төшкәндә үк ике һалдат һағында ҡайҙалыр алып кителеүе билдәле булды.
Ирназар ҡурҡыуға төштө. Күңеленең иң тәрән бер мөйөшөндә шомло тауыш менән нескә ҡыл сыңлағандай булды. Ниндәй хәбәр бирә ул? Ниҙән иҫкәртә?..
Ләкин уны-быны уйларға форсат ҡайҙа. Өс көнлөк ял үтте лә китте. Әсирҙәр поезға ултыртылды. Вагондар тамаша. Шуныһы яйһыҙ, улар арҡа терәп, ултырып ҡына йөрөмәле. Хәйер, ятыр урын булһа ла, күҙгә йоҡо ҡуйырлыҡмы. Тыуған ил яҡынайғандан-яҡыная. Польшаны үтеп китерҙәр ҙә үҙебеҙҙең ергә аяҡ баҫырҙар.
Эшелон артыҡ ашыҡмай. Етеҙ генә алға елгәндә, йөрөшөн ҡапыл әкренәйтә лә ҡола ялан уртаһында туҡтап ҡала. Юлда ремонт бара икән. Эреле-ваҡлы ҡалалар, станциялар бик ныҡ емерелгән, завод-фабрикалар, йорттар һаман ҡап-ҡара ҡоромға биләнеп ята. Аямаған һуғыш Польша ерен.
Үҙебеҙҙең ил сигенә дүрт тәүлек уҙғанда ғына еттеләр. Әсирҙәргә вагондарҙан сығырға, колонна-колонна булып теҙелергә ҡушылды. Эшелонды һаҡлап килгән алсаҡ фронтовиктарҙы НКВД һалдаттары алмаштырҙы. Һөмөрө сырайлы, сағыр күҙле подполковник илгә ҡайтҡан әсирҙәрҙең тикшереүҙән үтергә тейешлеген иғлан итте. “Күпме дауам итәсәк ул тикшереү?” “Ҡасан ҡайтарып ебәрәһегеҙ?” – тигән һорауҙарға: “Күҙ күрер...” – тип томанлы ғына яуап ҡайтарҙы ла ҡуҙғалырға бойорҙо.
Тотош вайран булып ятҡан Брест ҡалаһынан үткәс, әсирҙәр тирә-яғы ике рәт сәнскеле сым менән уратылған уйһыулыҡта тупланды. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡойоп ямғыр яуа, ышыҡланыр урын юҡ. Яума таң алдынан ғына тымды, шунда уҡ һыуытып ебәрҙе. Теше тешкә теймәй ҡалтыранған, өҫ-баштары лысма еүеш әсирҙәргә төш етеп килгәндә генә алюмин сеүәтәләрҙә йылымыс кәбеҫтә һурпаһы, шырпы ҡабы дәүмәлендәге икмәк бирелде.
Тикшереү аҙна буйы дауам итте. Билдәле, дүрт йыл тотҡонлоҡта зарыҡҡан әсирҙәрҙең бер ниндәй документы юҡ. Тикшереүсе офицерҙарҙың ҡәтғи һорауҙарына улар аныҡ яуап бирергә тейеш, һәр кемдең исем-фамилияһы, тыуған йылы, йорт адресы, ҡасан, ниндәй шарттарҙа, ҡайһы фронтта дошман ғәскәренә әсир төшөүе ҡағыҙға теркәлде. Бынан аҙаҡ уларҙы тикшереүселәрҙең үҙҙәренә генә билдәле тәртип менән икешәр йөҙ кешелек өс төркөмгә бүлделәр.
Иреккә сығыу урынына ҡамауға эләгеүҙән, аслы-туҡлы йәшәүҙән ризаһыҙлыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе. Әсирҙәрҙе айырыуса ныҡ шомландырған бер ваҡиға хәтерендә Ирназарҙың.
Бындағы аяуһыҙ мөғәмәләгә ҡаршылыҡ йөҙөнән бер төркөм әсир ашау-эсеүҙән баш тартҡайны. Осҡондан үрсер янғын һымаҡ, ризаһыҙлыҡ бөтөн лагерға йәйелә башланы. Былай ҙа ныҡлап һауығып етмәгән Дахау тотҡондарынан бер нисәһе тамам аяҡтан йығылғас, әсирҙәрҙең түҙеме бөттө. Улар, сым текмәгә ябырылып, уның бағаналарын ҡаҡшатырға, яман шаулашып, лагерь башлыҡтарының килеүен талап итергә керештеләр. Яуап урынына һаҡсы һалдаттар, автоматтарын үргә ҡаратып, шатыр-шотор ут асты. Был да ярҙам итмәгәс, бер офицер: “Арағыҙҙан ике кешене подполковник ҡабул ҡылырға риза. Дәғүәләрегеҙҙе тыңлар, иҫәпкә алыр. Йәгеҙ, ҡайһығыҙ бара?!” – тип ҡысҡырҙы. Шунда уҡ ике әсир ҡапҡанан сығып китте.
Ярты сәғәт үттеме, юҡмы, лагерҙы ҡораллы һалдаттар уратып алды. Баяғы офицер, ауыҙына тауыш көсәйткес терәп: “Тәртипһеҙлек дауам итһә, шау-шыуҙы туҡтатмаһағыҙ, ут асырға бойороҡ бирелде. Ҡойма янынан китегеҙ! Ултырығыҙ!” – тип һөрән һалды. “Беҙҙең вәкилдәр ҡайҙа? Ниңә уларҙы ебәрмәнегеҙ?” – тип ҡысҡырҙы әсирҙәр. “Бола ҡотҡоһо таратыуҙары өсөн, улар хөкөмгә тартыласаҡ”, – тине офицер.
Сараһыҙҙан дөрләп күтәрелгән янғын һүнде. Көтөлгән еңеллек килмәне. Бары тик аслыҡтан хәлһеҙләнгән биш-алты сырхау әсирҙе лагерҙан алып сыҡтылар.
Ирназарҙың дуҫы Айытбай уны: “Эштәр яман, ғуй, ҡарағым, ау! Ҡасырға кәрәк тиҙерәк”, – тип ҡурсыта. “Ҡасырһың быларҙан...” – ти бер әсир, ҡайғылы төҫтә баш сайҡап. Уны икенсеһе ҡеүәтләй: “Һөйләмә инде, бүре ауыҙынан ҡотолоп, айыу тырнағына ҡаптыҡ...”
Улай ҙа өмөтһөҙ – шайтан. Бөгөнгө хәлдәрен ыңғайға юраусылар ҙа бар. Йәнәһе, дошман ерендә булған кешеләргә шик тотолоуы тәбиғи ҙә инде, бының өсөн үпкәләргә ярамай: төҙөлгән исемлек буйынса юллап, һәр кемдең немецтар ҡулына нисек эләгеүен асыҡлағас, ғәйепһеҙҙәр ҡайтарып ебәрелер.
– Эйе лә баһа! – ти мөһабәт һынлы украин егете Микола, килешле дуға мыйығын һыйпап.– Әйтегеҙ, минең ни ғәйебем? Ике йыл буйы концлагерҙа ыҙа сиктем, унан мең бәлә менән ҡасып ҡотолғас, Словакияла партизандар отрядында һуғышып йөрөнөм. Был хаҡта документым, миҙалым бар. Теге подполковник уларҙы делоға теркәп ҡуйҙы...
– Эй, брадарлар, бер худоға сығынайлыҡ! Нә ки ағырлыҡмы, бәхту-саодатмы курсә, одамның тәҡдире уның ҡулындалыр. Ҡисмәт бу... – тип оло ғына йәштәге үзбәк һүҙ ҡыҫтырҙы ла ауыҙ эсенән доға уҡырға кереште.
– Нимә һөйләй, ә? – тине украин егете, Айытбайҙың еңенән тартып. – Аңлаһаң, беҙгә лә тәржемә итеп бир.
– Ни тиһен? Аллаға һыйынырға өндәй. Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та уның ихтыярында, ти.
– Эшебеҙ көйлө икән улайһа! – тине лә Микола, үзбәктең ҡулбашына шапылдатып һуғып ҡуйҙы.
Иптәштәренең икеле-микеле һүҙенә сәйерһенеп ҡолаҡ һалып, Ирназар үҙенсә фекер йөрөттө. Уйлауынса, әсирҙәрҙең тикшереүҙән үткәрелеүе һис тә ғәйре тәбиғи хәл түгел һымаҡ. Әйҙә, тикшерһендәр. Белһендәр бынау тотҡондарҙың күбеһенең дошманға үҙ ихтыярҙары менән баш һалмауын. Бит, дөрөҫөн әйткәндә, бөтөн ғәйеп генералдарҙа. Тәүҙән үк фашистарға ныҡлы ҡаршылыҡ ойошторолһа, ҡот осҡос ҡыйралышҡа юл ҡуйылыр инеме лә бынау тиклем кеше әсир төшөр инеме? Эш тикшереүгә ҡалғас, быныһы ла фашланыр, ябай һалдаттар менән түбәндәге командирҙарҙың ғәйепһеҙлеге лә асыҡланыр. Ә хәҙергә теште ҡыҫып түҙергә тура килә. Яҙмыштарының төптө бүтән юҫыҡта хәл ителеүен ул белмәй ине әле. Ғәҙеллектең еңәсәгенә ышана ине.
Ҡарауылдағы һалдаттарҙың үҙ-ара һөйләшеүенән Брестҡа тағы бер эшелон әсирҙәр килеүе, уларға урын кәрәклеге ишетелде. Бындағыларҙы иһә, ашыҡтырып, станцияға ҡыуҙылар.
Көн һыуыҡ. Үҙәктәргә үтеп ҡырҡыу ел иҫә, ҡар ҡатыш ямғыр һибәләй. Әсирҙәрҙең өҫтөндә бер ҡат йәйге кейем. Уларҙы иҫке генә йөк вагондарынан төҙөлгән эшелон алдында туҡтатып, исемлек буйынса барларға керештеләр. Йылы һырма өҫтөнән көләпәле плащ-палатка кейгән һаҡсылар артыҡ ҡабаланмай. Үҙ исем-фамилияһын ишетеп алға сығып баҫҡан һәр әсирҙе күнегелгән таҫыл хәрәкәт менән тентейҙәр ҙә вагонға индереп ебәрәләр, ә сафтағылар дер-дер ҡалтырап, күшегеп, үҙ нәүбәтен көтә.
Ниһайәт, бер нисек тә йыһазланмаған вагондарҙың һәр ҡайһыһына ҡырҡлап кеше тултырып, ишектәрҙе шаҡ-шоҡ бикләп алдылар. Ярай әле, вагон уртаһында бәләкәсерәк тимер мискәнән яһалған мейес йораты бар икән. Эргәһендә бер биҙрә ташкүмер тора, ҡоро сыра ла ҡуйылған. Мейес шунда уҡ яғып ебәрелде.
Эшелон яй ғына ҡуҙғалып китте, йөрөшөн бер шәбәйтеп, бер әкренәйтеп, көнсығышҡа табан юлланды.
Әсирҙәр ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған мейесте һырып алдылар. Этешеп-төртөшөп, уға яҡыныраҡ барырға тырышҡан бер-икеһе абайламаҫтан ҡулдарын бешергәс, вагонға староста итеп ҡуйылған Микола араға төштө. Йылынырға, еүеш кейемдәрҙе киптерергә сират урынлаштырылды.
Биҙрәләге күмерҙең яртыһы “һә” тигәнсе янып бөттө. “Иртәгәһе көндө лә уйлағыҙ”, – тип Микола яғыуҙы туҡтатты. Тимер мейес нисек ҡыҙһа, шулай уҡ бик тиҙ һыуынды. Таҡта стеналары ҡөҙрәт менән тигәндәй таралып төшмәйенсә, туҡтауһыҙ шығырлаған вагон эсендә ел уйнай, түбәнән һыу тамсылай. Ирназар тамағын ҡыҫып көрһөнә, уға арҡаһын терәп, һыуыҡтан бөршәйеп ятҡан Айытбайҙы уятып ҡуймағайым тип, көҙән йыйырған беләген ҡуҙғатыуҙан да тыйылып бара.
Зиһенен береһенән-береһе хәүефлерәк уйҙар ҡайната уның. Петрҙың ҡулға алыныуын ишеткән мәлдә күңеленә ҡағылып уҙған борсоулы аяныс моң туҡтауһыҙ сыңлай, ниҙер әшкәртә. Тикшереү һөҙөмтәһен юлда хәбәр итербеҙ, тигәйне һаҡсылар. Тәүге туҡталышта уҡ әсирҙәр был хаҡта һорашып тауыш күтәргәс, эшелон начальнигы, теш араһынан сыртлатып төкөрөп: “Даулашырға хаҡығыҙ юҡ, көтөгөҙ!” – тип екерҙе.
Юлдаштарының уфтанышып һөйләшеүенән дә, үҙенең тойомлауынан да иреккә сығыу көндәренең ҡабат кисегеүен аңлағайны инде Ирназар. Аңлағайны, ләкин ышанғыһы килмәне быға, сөнки улай булырға тейеш түгел. Ҡайһылай уйлағанда ла, әсирҙәрҙе был рәүешле ыҙалатыу – аҡылға һыймаҫ мәғәнәһеҙлек, хатта енәйәт. Бит уларҙың күпселеге – өйҙәренә ҡайтып әҙерәк ял иткәс тә, ил хеҙмәтенә тотонорҙай йәп-йәш кешеләр. Кәрәкмәйме ни һуғыштан йонсоған Рәсәйгә эшсе ҡулдар?..
Уйланып ята торғас, Ирназар серемгә талды. Күпме йоҡлағандыр, төшөндә Фәйрүзәне күреп, уның һағышлы тауышына айбанып уянып китте. Имеш, улар ҡулға-ҡул тотоноп, Ҡаҙаяҡ буйына төшөп баралар икән. “Мин көнөнә генә ҡайттым, хәҙер үк кире китәм”, – ти, имеш, Ирназар. “Эй, Хоҙайым! Күргәндәй ҙә булманымсы. Тағы ҡасан күрешербеҙ?” – тип көйөнә Фәйрүзә. “Тиҙ ҡайта алмам, Фәйрүзәкәйем, һин көтмәҫһең инде мине, шуға эсем өҙөлә...” “Юҡты... – ти Фәйрүзә, күҙ йәше аша йылмайып. – Башҡорт бисәһе лә баһа мин. Түҙермен, көтөрмөн...”
Төштә генә әйтелһә лә, был һүҙҙәр Ирназарҙың ғазаптарҙан йонсоған йәненә шифалы дауа ине. Шуныһы үкенес, ул Фәйрүзәнең төҫөн-ҡиәфәтен шәйләй алмай уянды. Ә тауышы йөрәгенә майҙай яғылып бара.
Ул шунда уҡ Фәйрүзәгә яҙаһы хатын күңеленән барларға кереште, “Һөйөклөм Фәйрүзә, – тип өндәште уға. – Ниндәй генә яфалар күрһәм дә, бөтөнөһөнә түҙермен, тик һағыныуға сыҙар хәлдәрем ҡалманы. Ҡасан ҡайтып, күкрәгемә ҡыҫам инде һине. Ни гонаһтарым өсөн миңә был ғазаптар...”
Күп тә үтмәне, әсирҙәрҙе борсоған билдәһеҙлек юғалды. Уларға һуғыш ҡорбандары тип түгел, енәйәтселәр итеп ҡарауҙары асыҡланды. Бығаса битарафыраҡ күренгән офицерҙар көндән-көн ҡырҡыуыраҡ өндәшә башланы, һирәк кенә туҡталыштарҙа, тотҡондар тышҡа һөрөп сығарылыу менән, уларҙы автоматсылар уратып баҫа. “Бер аҙым – уңға, бер аҙым һулға атлаған кеше ҡасҡанға һанала, һаҡсылар иҫкәртеүһеҙ ут аса! Тубыҡланырға! Һөйләшмәҫкә!” – тигән ҡырыҫ командалар яңғырай, йөрәктәргә дәһшәт һалып, уҫал эттәр лауылдаша. Бәйҙән ысҡынһалар, күр ҙә тор, бисара әсирҙәрҙең өҫтөнә ырғырҙар.
Йәнә баш бирмәгән, ризаһыҙлыҡ белдереп шаулашҡан тотҡондар шунда уҡ сафтан йолҡоп алына. “Карцерға!..” – тип бойороҡ бирә нәҙек сыйылдыҡ тауышлы офицер. Тегеләр мейесһеҙ һыуыҡ вагонға бикләнә. Ҡаштары төйөүле, уҫал ҡиәфәтле һаҡсылар: “У-у, ҡәбәхәт һатлыҡтар! Һеҙҙе пулеметтан ҡырырға кәрәк ине әле, бәхетегеҙ...” – тип, бәләкәс кенә ҡаршылыҡты ла яралғыһынан уҡ баҫырға, быуып ташларға әҙер тора.
Айытбай үҙенә урын тапмай һуғылды.
– Эй, Ирназар! Эй, яҡташ! Тыңламаның мине. Беҙгә бит Бреста саҡта уҡ ҡасырға кәрәк булған! – тине, дуҫының унһыҙ ҙа толҡаһыҙ әрнегән йөрәгенә ут һалып.
– Ярай, әмәлен табып ҡастыҡ та, ти. – Ирназар сырайын һытты. – Документһыҙ, бер ҡабым ризыҡһыҙ ҡайҙа барып баш төртөрбөҙ?
– Рәте табылыр ине әле. Үҙ еремә ҡайтып етһәм, Ҡаҙағстан иркен, бер түгел, мең кеше боҫоп ятыр урындар бар...
– Юҡ, Айытбай, беҙгә йәшерен-батырын ҡайтырға ярамай. Ғәйебебеҙ юҡлығын иҫбат итеп, аҡланып ҡайтырға кәрәк.
– Аҡланып!.. – тип үсекләне ҡыҙыу ҡанлы Айытбай. – Нимәнән аҡланырға миңә? Үҙем теләп әсир төштөммө? Совет иленә хыянат ҡылып, яҙыҡ юлда йөрөнөммө?..
– Һеҙ йәшһегеҙ, ни күрһәгеҙ ҙә сыҙарһығыҙ... – тип һүҙгә ҡушылды үзбәк ағай, ҡаж-ҡож йүткереп. – Рур тигән ҡәһәрле ерҙә емерек күмер шахтаһының һыуын сығарҙыҡ. Эй, унда эшләгән әсирҙәрҙең ҡырылыуы... Билдән һыу кисеп, үпкәләремде һыуыҡ ҡыуырҙы. Илгә ҡайтып, дауа табырмын тигәйнем. Беҙҙең Фирғәнәлә йылы ул. Ҡайтып йығыла алмам, үлермен, ахырыһы...
Вагондағыларҙың өнһөҙ килешеүе буйынса, уға мейес эргәһенән урын биргәйнеләр. Шуға ҡарамаҫтан, ул йылыға туймай, арыҡ тәнен ҡаҡшатып, йүтәл быуып бара. Көнө һанаулы ине инде байғоштоң.
Ирназарҙың күҙенә йоҡо ҡунмай. Ниңә былай интектерәләр унһыҙ ҙа дүрт йыл буйы тотҡонлоҡта зарыҡҡан, йәшәү менән үлем ыҙанын уҙған һалдаттарҙы? Ҡайҙа алып баралар уларҙы? “Тикшереүҙән үтәһегеҙ ҙә ҡайтып китәһегеҙ”, – тигәйнеләр бит Брест лагерында. Асылда иһә һаҡсылар уларға, хас дошманға ҡараған һымаҡ, аяуһыҙлыҡ күрһәтә.
Яй ғына тыҡылдап барған эшелондың ҡайҙа юл тотоуын да, үтелгән ҡала йәки станцияларҙың исемдәрен дә белерлек түгел, һирәк-һаяҡ туҡталғанда поезды станцияның кеше-ҡара йөрөмәҫ алыҫ көрсөгөнә индереп текәйҙәр. Быныһы ҙур тикшереү икән. Ниндәйҙер ҡырҡа тәртип буйынса, ундай туҡталыш гел төнгө сәғәттәрҙә яһала. Вагондан төшөүгә әсирҙәрҙең күҙен тиҫтәләгән машина фаралары сағылдырып ебәрә, даими һаҡсыларҙан тыш, эшелонды әллә ни арала килеп еткән һалдаттар уратып ала. Исемлекте барлап сыҡҡас, тотҡондарға әҙәм ашамаҫ шыйыҡ һурпа, бысыҡ икмәк йораты таратыла. Бөтөн эш алдан уйланылған, ҡәтғи ҡанунға буйһондоролған. Айытбай кеүек сая егеттәр, алан-йолан ҡаранып, тирә-йүнде күпме байҡамаһын, ҡасырҙай тишек-тошоҡ юҡ. Ҡасыу ҡайҙа! Был ҡоршауҙан кеше түгел, ҡанатлы ҡош осоп сыға алмаҫ.
Вагон тышында һөйләшкән тимер юлсыларҙың өҙөм-йортом һүҙенән шундай төнгө туҡталыштарҙың береһе Харьков ҡалаһында булыуы билдәле ине. Тимәк, бикле эшелон һаман көнсығышҡа ҡыуыла, ләкин юлдың аҙағы мәғлүм түгел, һаҡсыларҙан һораның ни, һораманың ни, яуап урынына, һатлыҡтан һалдырып, әшәке һүгенергә, киҙәнергә торалар.
Эш былайға киткәс, үҙебеҙҙең иҫәнлекте нисек тә ғаиләгә хәбәр итергә кәрәк, тигән фекергә килде әсирҙәр. Ләкин был мөмкин түгел ине. Ҡәләм-ҡағыҙ ҙа, хат яҙырға рөхсәт тә юҡ. Улай ҙа, һалдат төтөн менән йылыныр, беҙ менән ҡырыныр, тигән һүҙ уйынын раҫлағандай, бының да яйын тапты бер-икеһе. Улар туҡталыш ваҡытында аяҡ аҫтына ел осороп килтергән ҡағыҙ боҫҡаҡтарын эләктергәйне. Кемдеңдер кейем аҫтарында йәшереп һаҡлаған ҡәләм остоғо ла бар икән. Тегеләр шунда уҡ, бысранып бөткән ҡағыҙҙы таҙартып, шымартҡылап, эшкә тотондо. Хаттар өсмөйөшләп бөкләнде, адрестары яҙылды, бары тик, һаҡсыларға һиҙҙермәйенсә, берәй станцияла ишек ярығынан тышҡа ырғытаһы ҡалды. Арыу кеше табып алһа, почта йәшнигенә һалмай булмаҫ, тип өмөтләнде улар. Кем белә, ысынлап та, ул хаттар тейешле кешеләренә барып юлыҡҡандыр.
Ирназар быны хупламаны, юлдаштары биргән ҡағыҙҙы алманы. Уның хаттары күңелендә генә яҙылып килде. Хәҙер, дүрт йыл буйы зым-зыя юғалып торған кешенән анауындай ташландыҡ ҡағыҙ битенә сыймаҡлаған хат барып төшһә, әсәһе менән Фәйрүзәнең ҡоттары осмаҫ тимә. Ул үҙенең йәрәхәтле килеш әсир ителеүен, бәндә сыҙамаҫ яфалар кисереп, бер тотҡонлоҡтан икенсеһенә эләгеүен аҙаҡ ҡына, өйгә ҡайтып уй-хисе, йөрәге урынына ултырғас ҡына һөйләп бирер. Унда ла иң үлемесле хәлдәрҙе артыҡ сурытмаҫ, әҙләп-әҙләп осон сығарыр. Эйе, хат яҙып, былай ҙа ут йотоп йәшәгән ғәзиздәренә көнэлгәре ҡайғы өҫтәргә ярамай ине, уйлауынса. Ҡасан да булһа ҡайтыр бит инде ул. Ғәҙеллек барҙыр ҙа баһа донъяла...
Брестан ҡуҙғалып китеүгә аҙна үткәндә вагондағы өс кеше вафат булды. Уларҙың береһе үзбәк ағай ине. Бахыр аҙаҡҡы һулышынаса йәмәғәтен, балаларын хәтерләп иланы, йәйгелектә ут бөркөп ятҡан Фирғәнәһе менән һаташты. Яҡты донъянан ясинһыҙ китеүенә айырыуса эсе өҙөлдө байғоштоң. Үкенескә, юлдаштары араһында изге мосолман доғаһын белгән бер кем дә юҡ ине.
Былай ҙа яй барған эшелондың йөрөшө, ни сәбәптәндер, Харьковтан һуң тағы ла әкренәйә төштө. Вагондар, бер-береһенә туҡышып, стрелкаларҙан шалтыр-шолтор итеп уҙа ла станция сигендәге запас юлда туҡтай. Эшелон менән бергә ваҡыт та туҡтағандай була. Тышта хәрәкәт тә, тауыш-тын да юҡ. Тормоштоң тәбиғи айышынан йолҡоп алынған кешеләр, әйтерһең, әҙәми зат йәшәмәҫ ҡырағай утрауға килтереп ташланған да улар тураһында онотҡандар.
Оҙаҡ тора эшелон. Ярты көн үтә, бер көн. Етәһе ергә еттек, ахырыһы, ошонда туҡталабыҙ, күрәһең, тип уйлағанда, башлыса төнгө сәғәттәрҙә, вагондар һиҙелер-һиҙелмәҫ хәрәкәткә килә. Йөрөш тиҙләшә. Эшелон, ел ҡыуалағандай, таһырлап алға ынтыла. Бәлки, сираттағы туҡталыш аҙаҡҡыһы булыр, тип өмөтләнә тотҡондар. Ләкин анау ялҡытҡыс тәртип ҡабатлана ғына. Бикле ишектәр асылмай, төшөргә команда юҡ.
Ирназарҙың ятыр ере мөйөштә ине. Ҡолаҡ төбөндә ниҙер сыҡылдай, ҡайҙандыр ел өрә. Ҡараңғыла һәрмәнеп ҡараһа, бер-ике таҡта урынынан ҡупҡан икән. Ярай, көндөҙ йүнәтермен әле тип, ул ҡаҡшаған таҡталарҙы арҡаһы менән терәберәк ятты ла серемгә талды.
Күпме йоҡлағандыр, күргән төшөнән айбанып, уянып китһә, эшелон тағы туҡтап тора. Ҡайҙалыр зәғиф кенә сипылдап паровоз ҡысҡыртып ҡуя, алыҫлаша барып, тәгәрмәстәр тыҡылдай. Таң яҡын, ахырыһы. Ирназарҙың сос ҡолағына тоноҡ ҡына булып әтәс тауыштары салынып ҡала.
Төшөнә Одарка кергәйне уның. Имештер, билтәк һынын һығылдырып, көлөп-йылмайып, Ирназарға мөлдөрәмә тулы тәгәс менән һөт бирә икән ул. Ә Ирназар һыуһаған, уға һөт түгел, һыу кәрәк. “Ниңә ҡыҫтайһың уны? Бына бит, бер биҙрә һыу килтерҙем. Эсһен туйғансы”, – ти, имеш, Илько... Ул да булманы, Ирназарҙың күкрәгенә автомат килеп терәлде. Фашистың ниҙер ҡысҡырыуына һиҫкәнеп уянды ла инде ул. Ә һыуһауын, ысынлап та, бик ныҡ һыуһаған икән. Тамағы ярылып бара, башы ут ҡапҡандай ҡыҙа, ҡабырғаһындағы йәрәхәт йөйө һулҡылдап һыҙлай. Әйтерһең, унда бәләкәс кенә уҫал януар кереп ултырған да, йәтешләп ята алмайынса, улай-былай борғолана. “Шул ғына етмәгәйне миңә. Бынау билдәһеҙлек өҫтөнә, ауырып та йығылһам, яңынан аяҡҡа баҫыуҙары, ай-һай...” – тип уйлап өлгөрмәне Ирназар, вагон тышында сыртлатып шырпы һыҙған, шым ғына һөйләшкән ауаздар ишетелде.
“Власовсылар эшелоны, ахырыһы”, – ти тыштағыларҙың йәш тауышлыһы, шаҡ-шоҡ итеп вагон тормозын тикшергән ыңғайҙа. Тимер юлсылар икән. Икенсеһе: “Юҡтыр, ҡустым, власовсыларҙы былай оҙаҡ тотмайҙар. Поезд туҡтар-туҡтамаҫ, паровозды алмаштыралар ҙа, ашыҡтырып, ары оҙаталар...” – тип яуапланы. “Кем булһалар ҙа, бәхетһеҙ йәндәр инде”, – тине тәүгеһе.
Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, Ирназар ҡысҡырып ебәрә яҙҙы: тыштағы тимер юлсылар башҡортса һөйләшәләр ҙә баһа! Тимәк, эшелон уның тыуған яҡтарына килеп туҡтаған. Эх, беләһе ине, ниндәй станцияла тора икән ул? Быны белеүҙең файҙағамы, зыянғамы булырын уйларға ваҡыт ҡайҙа. Теге кешеләр тәмәкеләрен тартып бөтөрҙәр ҙә бүтән вагондар янына китерҙәр. Юҡ, ысҡындырырға ярамай ҡулай форсатты...
Ирназар, ҡулы ҡалтырап, урынынан ҡупҡан таҡтаны ситкә шыуҙыра һалды ла, ауыҙын ярыҡҡа терәп: “Эй, тыштағылар! Ниндәй станция был, ә?” – тип бышылданы.
Тегеләр, ер аҫтынан ишетелгәндәй тауышҡа һиҫкәнеп, шып туҡтаны. Өндәшерҙәрме? Шымтайып ары китерҙәрме? Бер-ике аҙым атлап та ҡуйҙылар, шикелле, инде. Юҡ, туҡтанылар, ә яуап бирергә ашыҡмайҙар. Беләләрҙер, әлбиттә, тотҡондар менән һөйләшергә ярамауын. Баш ҡәҙерле. Һаҡсылар һиҙеп ҡалһа, эш харап.
“Туҡта әле, ағай, беҙҙеңсә өндәште түгелме һуң был әҙәм?” – тине, ниһайәт, тимер юлсыларҙың береһе, “Һөрәнләмә! Кем булһа ла, беҙҙең унда эшебеҙ юҡ, – тип бышылданы икенсеһе. Улай ҙа яҡыныраҡ килеп: – Башҡортмо ни һин? Ә туҡтаған ерегеҙ – Ярыҡташ станцияһы...” – тине лә, ҡабат өндәшкәнде көтмәйенсә, аяҡ аҫтындағы ҡырсынташты шағыр-шығыр килтереп, китеп тә барҙы ике тимер юлсы.
Ирназарҙың күҙенән йәш атылып сыҡты. Үҙ телендә әйтелгән өҙөм-йортом ғына һүҙҙәр ҡолағында моңло көй һымаҡ яңғырай, йөрәге күкрәген ярып сығырҙай булып ярһып тибә, ирек даулап тулғана.
Һуңғы көндәрҙә Ирназар, күрәсәгем шулдыр тип, яҙмышҡа баш эйеп, вайымһыҙ торғонлоҡҡа бирелә башлағайны. Аслыҡ, билдәһеҙлек, шәфҡәтһеҙ мөғәмәлә артабан да дауам итһә, юлдаштарының байтағы кеүек, ул да һынасаҡ ине. Тимер юлсы яҡташтары менән һөйләшкәс, ул баҫлыҡтырғыс йоҡонан уянып киткәндәй булды, ауыртыу-һыҙланыуҙары онотолдо. Айыҡ аҡыл дәлилдәрен ситкә атып, йөрәгендә бола сатҡыһы көйрәне уның.
Ярыҡташ... Үҫмерлегендә ҡыш буйы, сатлама һыуыҡтарға, күҙ асҡыһыҙ ыжғыр бурандарға ҡарамай, элеваторға ашлыҡ ташыған саҡтарҙа, был станция, ер сигендәге һымаҡ, алыҫ күренә торғайны Ирназарға. Ат ҡойроғона төртөлөп, санала көжөрәйеп бараһың-бараһың да, һыуыҡ електәргә үтә башлағас, йөктән төшөп, юл иңкеүгә тартылған урындарҙа тыз-тыз йүгерәһең. Шунһыҙ ярамай. Йүгерергә иренһәң, шыҡырайып туңыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Ә юлдың аҙағы күренмәй, һепертмә буран һыҙғырыуына, ҡайҙалыр бүреләр олоуына ҡолаҡ һалып бара торғас, ҡараңғы төшә, алда Ярыҡташтың уттары йымылдай башлай. Ялҡытҡыс оҙон сәфәрҙең сиге яҡынлаша...
Ә хәҙер был ара Ирназарға “һә” тигәнсе йүгереп уҙырлыҡ яҡын тойолдо. Нисә әйтһәң дә, әле ҡыш түгел, көҙ генә. Бураны-һыуығы юҡ, ямғыр ҙа яуып тормай. Моңмо ни аяҡтары һау кешегә илле саҡрымлыҡ юл. Елкенеп атлаһаң, күҙ бәйләнеүгә Орловкаға етәһең. Берәй кәбән аҫтына боҫоп хәл алғас, таң алдынан ары китәһең. Ни барыһы ун ике саҡрым юл үтәһең ҡала...
Шулай уйлай, күңеленән иҫәп ҡора Ирназар, ә ҡулдары, гүйә, уның ихтыярынан тыш, ҡаҡшаған таҡталарҙы бер-бер артлы ҡайыра. Ысынлап та, башындағы аҡылы ҡулына күскәйне, ахырыһы, уның. Таҡталарҙың аҫтағы ҡаҙаҡтары ғына һурыла, тотошлай йолҡоп алынмай. Аҙаҡ уларҙы урындарына ҡағып ҡуйырҙар.
Тишекте баш һыйышлы итеп киңәйткәс, үҙ ҡылмышынан ҡурҡып, иҫенә килде лә Ирназар, таҡталарҙы ҡабаланып урындарына беркетергә тотондо. Ҡулы бармай быға. Кемдер уны: “Бына бит һиңә азатлыҡ юлы. Иҫәүән булма, эшелон туҡтап тороуҙан файҙаланып, тышҡа һонолоп сыҡ та йүгер ауылыңа ҡарап!” – тип ҡотортҡандай. Дөрөҫ, бөтөнләй ҡасырға йыйынмай ул. Әсәһен, Фәйрүзәһе менән Азаматты күреп, иҫәнлеген белдерер ҙә, артыҡ йыбанмайынса, кире китер. Әлбиттә, ул ваҡытта эшелон әлеге урында булмаҫ инде. Поездан поезға күсә-күсә, уны ҡыуып етергә тура килер. Ә аҙаҡ, аҫалармы, аталармы, уға барыбер. Иң мөһиме – үҙенең барлығын, һуғыш дауылынан аман-һау ҡотолоуын яҡындарына хәбәр итеү. Тәүәккәлләргә кәрәк!..
Ошо мәлдә Айытбай, йоҡоһонан уянып: “Ҡасабыҙмы?” – тип шыбырлап дуҫының ҡотон алды. “Юҡ, – тине Ирназар, сырайын һытып, – мин сыҡҡас, һин бынау таҡталарҙы урындарына ҡағып ҡуйырһың”. “Аҡылың алтын икән! Әйҙә мыҙылма, таң яҡын, шикелле”, – тип Айытбай уны ҡабаландырырға кереште.
Бәхәсләшергә ваҡыт юҡ ине. Микола уянһа, ҡасыуҙы уйларға ла ярамай, “һеҙҙең арҡала бүтәндәр ни күрер?” тип тауыш күтәрәсәк староста. Дөрөҫө лә шулай инде. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә. Ләкин ике дуҫты туҡтатыр көс юҡ ине был мәлдә.
Таҡта ситенә ҡулдарын һыҙыртып, кейемдәре йыртылып, ергә төштө лә ике ҡасаҡ, яҡында ғына күренгән шпал өйөмө артына барып боҫто. Таң алды. Тирә-яҡта ҡәбер тынлығы. Сос януар һымаҡ, шым ғына баҫып, эшелон эргәһенән төнгө һаҡсылар үтеп китте. Яҡындағы өйҙәр янында йоҡо аралаш эт өрөп ҡуйҙы. Кемуҙарҙан һөрәнләп бер нисә әтәс хәбәрләште лә тағы тынлыҡ урынлашты.
Алан-йолан ҡаранып, тирә-йүнде әҙерәк сырамытып өлгөргәйне инде Ирназар. Күп булһа ярты саҡрымда, яҡтыра башлаған күккә һонолоп, элеватор бинаһы һерәйеп ултыра. Арыраҡта вокзал булырға тейеш. Тимәк, эшелонды станцияның көнсығыш ситенә килтереп туҡтатҡандар. Ирназар быны яҡшыға юраны, сөнки тимер юл аша атлауҙың кәрәге юҡ, йөҙ-йөҙ илле аҙымдан далаға барып сығаһың.
Был араны ҡасаҡтар аһ-уһ килеп йүгереп уҙҙылар. Ян-яғына һыҙағайым тирәктәр ултыртылған оло юлға төшкәс, Айытбай үҙҙәренең ҡайҙалығын һорашырға кереште. “Бәхет бар икән улай ҙа! Ауылыма яп-яҡын бит бынан. Күп булһа өс йөҙ саҡрым юл ҡалған!” – тип ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне, һорашып танһығын ҡандырғас.
Ҡосаҡлашып, донъялар имен булғас мотлаҡ осрашырға һүҙ ҡуйышып, бер-береһенең адрестарын күңелдәренә беркетеп, асамай юлда айырылышты ике дуҫ. Айытбай уңға, ҡаҙаҡ далаларына табан китте, Ирназар таң шаңдағы йәйелә башлаған көнтыуыш тарафҡа ҡарап йүнәлде.
Ни тиклем ярһып атламаһын, аҙымын артыҡ ырата алманы ул. Әллә күпме ваҡыттан бирле бикле вагонда ятып, аяҡтары тамам ҡатҡан икән. Ә бит ашығырға кәрәк уға. Яҡтырғансы мөмкин тиклем алыҫыраҡ китеп, эҙ яҙҙырыу бер хәл әле. Уның кире әйләнәһе, эшелонды ҡыуып етәһе бар. Шуныһы мөһим. Ваҡыты сикле ҡасаҡтың.
Елкенеп йүгерә-атлай бара-бара, аяҡтары яҙылды-яҙылыуын, ләкин бына ҡасан ике аҙнаға яҡын аслы-туҡлы йәшәүҙең шойҡаны килтереп һуҡты. Күпме генә серәшеп алға ынтылмаһын, быуындары йомшап, тигеҙ ерҙә абына ла китә Ирназар. Берәйһе ситтән ҡарап торһа, уны егерме дүрт йәшлек кенә егет тип түгел, кәре бөткән ҡарт тип уйлар ине.
Ҡояш билбау буйы күтәрелгәндә юлының сиреген дә үтмәгәйне әле ул. Ризыҡ кәрәк ине уға. Шунһыҙ ҡайтып етә алмаҫ. Берәй ауылға һуғылыуҙы уйларға ла ярамай. Өҫ-башы ҡарағыһыҙ булып бысранып бөткән, яңаҡтарын нисәмә көнлөк шырт баҫҡан кешенән һәр кем шикләнеп ситкә тайшаныр. Бигерәк тә алдағы урыҫ менән муҡшы аралаш Покровка яман. Ирназарҙың хәтерендә, ылау йөрөгән саҡта, күпме инәлмә, йылынып сығырға ла индермәй торғайнылар был ауылда. Әле иһә, ярҙам итәһе урында, тотоп милицияға тапшырмаҫтар тимә. Юҡ, юҡ, алыҫтан урап уҙырға кәрәк Покровканы. Унан биш-алты саҡрымда бәләкәс кенә Вешняки ауылы. Ана шунда бәхетте һынап ҡарарға мөмкин. Унда ла булмаһа, Ереклегәсә атларға ҡала. Элек ул ауылда Ирназарҙың сыбыҡ осо нәҫел-ырыуы бар ине. Бәлки, иҫәндәрҙер. Һәр хәлдә, ереклеләр уның үҙ ҡыпсаҡтары...
Улай ҙа тыуған яҡтары бигүк мәрхәмәтһеҙ түгел икән әле. Юл ситендә йөктән төшөп ҡалған бойҙай көлтәһе табып, Ирназар, башаҡтарҙы ыуып, кәбәген өрөп осороп, тос орлоҡтарҙы услап-услап ауыҙына оҙатты. Шулай үҙәк ялғап алғас, әйтәгүр, хәл кергәндәй булды уға. Аҙымын тиҙләтә төшөп, ул әрәмәлек аша туғай юлынан атланы. Ниәте – Покровкаға инмәйенсә, тураға һуҡтырыу, Ерекле үренә сығыу ине. Унда барып етһә, юлдың яртыһынан күберәге уҙыла.
Ҡояш байығанда ул, Вешняки менән Ереклелә туҡталмайынса, Ҡуштирәктән ун ике саҡрымдағы Орловкаға етте. Был ауылды ла урап үтеп, һалам эҫкерте төбөнә барып йығылғанда уның еп өҙөрлөк тә хәле ҡалмағайны инде. Аяҡ тарамыштары тартышып һыҙлай, йәрәхәт йөйө сәнсешеп ауырта, тамағы саңҡап ярылып бара. Эҫкертте өңөп, һаламға күмелеп ятыуы булды, Ирназар иҫһеҙ йоҡоға талды.
Эшелондың үҙ тормошо. Ҡайһы саҡта бөтөн тотҡондар ҙа тышҡа һөрөп сығарылмай, һайлап ҡына бер-ике вагон барлауҙан үткәрелә. Быныһы кесе тикшереү тип атала ине. Ирназар менән Айытбай ҡасҡан төндө, яҙмыштарының осраҡлы уйыны арҡаһындамы, эшелон начальнигының үҙенә генә билдәле наян тәртибенә буйһонопмо, сираттағы тикшереү тап ҡасаҡтар вагонына төштө. Юлда саҡта бер түгел, өс кешеһе үлгән вагондың айырым иҫәптә тотолоуы ла, моғайын, быға сәбәп булғандыр.
Билдәле, тотҡондарҙы ҡыуып төшөрөп, барлай башлағас та, икәүһенең юғалыуы асыҡланды. Тикшереүсе офицер: “Исламғолов! Сарсынбаев!” – тип күпме тамаҡ ярып, сыйылдап ҡысҡырмаһын, тегеләр юҡ. Ҡасҡандар! Бикле вагондан нисек сығыуҙары ла тиҙ үк беленде, һорау-яуап башланды, ләкин вагондағыларҙың береһе лә һис ни һиҙмәгән. Йоҡлағандар. Теге икәүҙең быш-быш һөйләшеүен, таҡталарҙы ҡайырыуын ишеткәндәре лә ләм-мим.
Шунда уҡ эҙәрләү, ҡасаҡтарҙы ҡыуып тотоу машинаһы хәрәкәткә килде. Икеһенең дә адрестары билдәле. Улар эшелондың үҙ ауылдарына яҡын станцияла тороуын нисектер белгәндәр ҙә, шунан файҙаланып, енәйәт юлына баҫҡандар. Әгәр ҙә өйҙәренә ҡайтып етеп, ниндәй эшелондан ҡасыуҙарын һөйләп бирһәләр, дәүләт-хөкүмәт кимәлендә һаҡланырға тейешле сер фашланасаҡ. Юл ҡуймаҫҡа быға! Тоторға, бүтәндәренә ғибрәт булырлыҡ язаға тарттырырға!
НКВД бүлеге аша һәр ике ҡасаҡтың районына йәшерен телеграмма һуғылды, ике машинаға тейәлеп, эшелон һаҡсылары тегеләрҙең эҙенән ташланды...
Артынан ҡыуа сығасаҡтарын Ирназар аңлай ине. Юҡҡамы ни Брестта саҡта уҡ әсирҙәрҙең адрестары ҡағыҙға теркәлде. Шуның буйынса эҙләп табасаҡтар ҙа уны. Ашығырға кәрәк... Һалам аҫтында йылынып ятып, тән-ағзаһына ял биргәс, хәле арыулана төшкәйне уның.
Яҡтыра башлағайны инде. Алыҫтағы тау армыттары алһыу нурға мансылған, Ҡуштирәк өйҙәренең мөрйәләренән төтөн күтәрелә. Ара яп-яҡын. Тағы бер сәғәттән Ирназар йәненә ғәзиз әсәһен, һөйөклө ҡатынын, улын күкрәгенә ҡыҫыр.
Үҙенең сетерекле хәлен, асығыуын, аяҡтарының тартышып ауыртыуын онотоп, ул алға ынтылды. Күҙ алдында таныш киңлектәр. Бәләкәйҙән һулап үҫкән саф һауа тулҡын-тулҡын булып күкрәгенә ағыла. “Эй, тыуған илем, һағындырған изге төйәгем!” – тип һулҡылдап, Ирназар Ҡасҡынтауҙы яғалап үтте лә күп тигәндә бер саҡрым ҡалған ауылға ҡарап йүгерҙе.
Ярһыулы хистәрҙән аҙаланып, ул машина гөрөлдәүенә иғтибар итмәне. Ике күҙе үҙҙәренең өй артында ултырған яңғыҙ ҡарама ағасында ине уның. Юлдан сығырға ла, урамға инмәйенсә, ихатаға ырҙын ҡапҡаһынан барып керергә. Тәүҙә тынысланырға кәрәк. Олпат күренергә. Бер ни булмағандай, өйгә көлөп-йылмайып ҡайтып инергә.
Ошо ваҡыт, иртәнге тымпат һауаны селпәрәмә сайралтып, яҡында ғына автоматтан атып ебәрҙеләр. Ул да булманы, ҡасаҡтың юлын ҡыйып, ҡаршыһына йөк машинаһы килеп сыҡты. “Туҡта, ҡәбәхәт!” – тигән сыйылдыҡ тауыш яңғыраны. Туҡтау ҡайҙа, ырҙын ҡапҡаһына етергә йөҙ-йөҙ илле аҙым ара ҡалғанда! Эштең ниҙәлеген аңлаһа ла, ул тотолоуына ышанырға теләмәне, йәне алҡымына килеп йүгерҙе лә йүгерҙе. Тиҙерәк, тиҙерәк!
Ҡапҡа бағанаһына тотондом тигәндә, ул абынып китте. Шунда уҡ машинанан ырғып төшкән офицер уны яғаһынан матҡып, һөйрәкләп аяғүрә баҫтырҙы ла, бар көсөнә киҙәнеп, пистолет һабы менән яңағына һуғып ебәрҙе. Ҡырҡҡан ағас кеүек ергә ауған ҡасаҡты, иҫенән яҙғансы ҡотороноп типкеләп, машина кузовына ырғыттылар.
Ярыҡташ юлының, яртыһын уҙғанда дала яҡтан тағы бер машинаның геүләп килеп сығыуын да, уның әрйәһендә Айытбайҙың үле кәүҙәһе ҡайтыуын да Ирназар белмәне. Бөтөн тәне иҙелеп-йәнселеп, хәл эсендә ятҡан килеш уны карцер хеҙмәтен үтәүсе һалҡын вагонға ташланылар...

Эпилог
...Илле дүртенсе йылдың май баштары.
Өҫтөнә иҫке генә бушлат, башына ҡыршылып бөткән һоро ҡолаҡсын кейгән йонсоу ҡиәфәтле кеше, Ҡасҡынтау итәгендә туҡтап, йәйпәк ташҡа ултырҙы ла ҡарашын күп тигәндә бер саҡрымдағы ауылға төбәне. “Ҡуштирәк... – тип шыбырланы йәйәүле юлсы, тамағына килеп тығылған төйөрҙө йотоп. – Ҡайтып күрер көндәр бар икән һине”.
Ирназар ине был. Ҡырҡ бишенсе йылдың ҡышҡа тартым миҙгелһеҙ ҡара көҙөндә, эшелондан ҡасып, ул тыуған ауылын күрер-күрмәҫ киткәйне. Артынан баҫтырып килеп еткән айбарлы һағауылдар уны, ҡанға туҙҙырып, һуштан яҙғансы туҡмап, һыуыҡ карцер вагонға ырғыттылар. Янындағы ике офицер, уның кеүек үк тотҡондар ярҙамында, аяҡҡа баҫыр-баҫмаҫ, Ирназар бүтән тотҡондарға ғибрәт өсөн атырға хөкөм ителде. Аҙаҡ – миһырбанлыҡ күрһәтәләр, йәнәһе – яза йомшартылды, ҡасаҡ ун биш йылға лагерға оҙатылды.
Лагерь әҙәмзат йәшәгән ерҙәрҙән, тимер юлдарҙан әллә нисә мең саҡрымдағы тайга төпкөлөндә ине. Туғыҙ йылға яҡын ағас ауҙарҙы Ирназар. Ошо ваҡыт эсендә үҙенең иҫәнлеген дә, ҡайҙалығын да ғаиләһенә белдерә алманы. Берәүҙәре иртәрәк, икенселәре һуңыраҡ аслыҡтан, төрлө сир-сырхауҙан, ауыр эштән миктәп үләһе тотҡондар баштан уҡ тереләр исемлегенән һыҙып ташланғайны. Шунлыҡтан улар хат яҙышыу хоҡуғынан да мәхрүм ине.
Тотҡондар тиҫтәләп, йөҙләп ҡырылды. Үлгәндәр урынына яңылары килтерелә торҙо. Туғыҙ йыл үткәндә тәүгеләренән бик аҙҙары ғына, аяҡлы ҡарасҡы һымаҡ, ауа-түнә йөрөй ине. Ирназар үҙенең дә оҙаҡламай яҡты донъянан китәсәген белә ине, сөнки хөкөм срогының яртыһын ғына уҙғайны әле. Алда башланмаған алты йыл. Уны еңерлек көс ҡайҙа, сыҙам ҡайҙа...
Улай ҙа мөғжизәләр бар икән был ҡәһәрле донъяла, һүнмәгән икән әле өмөт йондоҙҙары. Ирназар, тамам вайымһыҙлыҡҡа бирелеп, ауырып йығыламмы, аңғармаҫтан ағас баҫып үлтерәме тип йөрөгәндә, амнистия иғлан ҡылынды...
Әйләнә-тирәне сырамытыр-сырамытмаҫ күҙҙән кисереп, ул ваҡыттың аяуһыҙлығын хайран итте. Ҡасҡынтауҙы уратып үҫкән элгәреге йырып үткеһеҙ ҡуйы урмандың берәм-һәрәм ағастары ғына моңайып ултыра. Ҡаҙаяҡтың дыуамал ҡушылдығы Ҡыҙбатҡан Ирназар йәш саҡта июнь баштары еткәнсе ҡотороп таша торғайны. Хәҙер иһә әлегәстән үк төбө күренеп ята. Хатта тау итәгендәге эре-эре һарыҡташтар, ел-ямғырҙа, ҡояшта онталып, бәләкәсәйеп ҡалғандай. Үҙгәргән, ныҡ бөтөрөнгән Ҡуштирәктең тәбиғәте. Ирназарҙың һыныҡ яҙмышына ишара ла баһа был.
Ләкин ул быларҙы иғтибарын ситкә бороу өсөн уйлай. Алдағы осрашыу сәғәтен кисектереү өсөн. Аҡылың етерме, юҡмы, һуңлап булһа ла хәрби хеҙмәткә алынғас, ауылдан ҡанатланып сығып китеүенә теүәл ун өс йыл. Өйҙәгеләр онотоп бөтһә лә, ул үпкәләй алмай. Башы иҫән кеше шул замандан бирле ҡайтмай буламы ла, һис юғы, ҡош телендәй генә хәбәр ебәрмәйме. Нисек аңлатырға быны әсәһе менән Фәйрүзәгә. Бигерәк тә Фәйрүзәгә. Әгәр ҙә ул, ни тиклем яратмаһын, өҙөлөп һағынмаһын, көтә-көтә көтөк булып, сараһыҙҙан ҡабат кейәүгә сыҡһа, хаҡлы ла инде. Ләкин Ирназар нисек күтәрер быны? Аҙаҡҡы өмөтө емерелһә, йәшәүенең бәҫе ҡалырмы?..
Уйы ошо ергә еткәс, ул: “Алйот!..” – тип үҙ-үҙен ҡымтыны ла, сапсан баҫып, ауылға ҡарап китте. Фәйрүзә бит: “Сыҙармын, көтөрмөн”, – тине. Төштә әйтелһә ни, өҙөлөп өндәшкән һүҙе уның йөрәк тауышы ине лә баһа.
Ирназар урамға кермәне, анау саҡтағы һымаҡ, һырттан атланы. Ырҙын артындағы кәртә лә, ҡапҡа ла юҡ ине. Армияға китер яҙҙа тырышып-тырмашып һалған аҙбарҙың яртыһы ғына ҡалған, аласыҡ торған урында ярыҡ киле, сыбыҡ-сабыҡ бәйләме ята. Бының өҫтөнә, өйҙөң башы ла һалам менән ябылған. Ә бит Ирназар уны ҡырҡынсы йылдың көҙөндә таҡта менән көпләгәйне. Әллә яңылыш бүтән берәйһенең ихатаһына килеп индемме, тип икеләнеп торғанда уны:
– Кемде эҙләйһегеҙ, ағай? – тигән шишмә сылтырауындай саф тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе.
Ун ике-ун өс йәшлек кенә ҡыҙ бала икән.
– Исламғоловтарҙы... – тип яуапланы ла Ирназар, таҡталары ҡубып, бәүелсәкләнеп торған болдорға барып ултырҙы, кәпәсен сисеп, ҡыҫҡа ғына сәсен һыйпаны.
Ә ҡыҙыҡай артыҡ ятһынманы ла. Күбәләктәй талпынып уның ҡаршыһына килеп баҫты.
– Айран эсәһегеҙме? Хәҙер алып сығам! – тип йылт итеп өйгә кереп китте.
Ирназар ҡымыҙҙай татлы айранды эскән арала теге остоҡай, киле өҫтөнә ултырып, ололарса яңағына таянған килеш, унан күҙен дә алманы.
– Кем ҡыҙы һин? – тине Ирназар уның теремеклегенән, ят кешенән оялмай-ҡурҡмай, алсаҡ өндәшеүенән кәйефе күтәрелеп. – Был Исламғоловтар өйөмө?
– Эйе, уларҙыҡы... беҙҙеке. Әсәйем ҡайтыр инде. Фермала һауынсы ул. Ә мин Зөлхизә.
– Ә өләсәйең? Ә Азамат?.. – тип икеләнеберәк һорашты ла Ирназар, ниҙер һиҙенеп, ҡыҙыҡайға текләберәк ҡараны. Ҡыйғас ҡашлы, уймаҡ иренле Зөлхизәнең төҫө үтә лә таныш кеүек ине. Йәнә, күҙҙәрен ҙур итеп асып, туп-тура ҡарауы, сәс толомон бер һүтеп, бер үреп тороуы – бәләкәй сағындағы Фәйрүзәнең үҙгенәһе!
– Ә өләсәйең? Ә Азамат? – тине Ирназар, ҡарлығып.
– Өләсәйем үлде шул ул... – Зөлхизә, ҡапыл бойоғоп, күҙен ергә төрттө. – Өс... юҡ, дүрт йыл була инде. Ә Азаматты белмәйем. Уларҙың өйө үрге оста бит.
– Азаматтың ата-әсәһе кемдәр һуң?
Ят кешенең ҡылығына, сәйер һорауҙарына ниңәлер күҙенә йәш эркелеүенә аптырап, ҡыҙыҡай ҡашын төйҙө.
– Кемдәр тип... Сабирйән ағай менән Фатима еңгә инде. Азаматтары бәләкәс әле, биш-алты йәштә генә...
Ирназар, тамағын ҡыҫып, үҙ алдына һөйләнгәндәй:
– Алай икән... Элек өйҙөң түбәһе таҡта ине... – тип ҡуйҙы.
Быға ла Зөлхизәнең яуабы әҙер:
– Әсәйем ул таҡталарҙы былтыр күрше Дауыт ағайға бирҙе. Бер тоҡ картуф менән ун ҡаҙаҡ тары ярмаһына... – Шулай тине лә Зөлхизә, һикереп тороп, асыҡ ҡапҡанан урамға йүгереп сыҡты. – Әсәй! – тип тәүҙә сәңгел тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе, унан болдорҙа ултырған кешегә ымлай-ымлай ҡабаланып ниҙер бышылдарға кереште.
Ирназар аяғүрә баҫты. Өҫтөнә иҫке генә зәңгәр халат кейгән, беләгенә күнәк элгән, һурыңҡы йөҙлө ҡатын Фәйрүзә ине. “Тыныслан, сабыр бул!” – тине Ирназар үҙенә, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы, өҫ-башын һыпырғыланы.
Фәйрүзә ҡапҡа бағанаһына һөйәлде лә: “Уф, Хоҙайым...” – тип ергә сүгә башланы. Биҙрәһе шылтырап төшөп китте.
– Фәйрүзә, йәнем!.. – Ирназар ҡатыны янына атылып барып етте лә, уны ҡосаҡлап, ҡояшта янған, елдә ҡырҡылған битенән, күҙҙәренән үпте, бер туҡтауһыҙ: – Фәйрүзәм, Фәйрүзәкәйем... – тип ҡабатланы.
– Туҡта әле, ағай... – тине Зөлхизә, улар янына сүкәйеп. – Һин кемһең, ә? Илама инде, әйҙә, әсәйемде өйгә индерәйек...
Фәйрүзә үҙе лә иҫенә килгәйне инде. Күкрәгенән зарлы иңрәү атылып сыҡты. Башын Ирназарҙың яурынына һалып, тыйыла алмай үкһеп-үкһеп иланы бисара ҡатын. Бер ҡулы ғәйептән бар булған иренең яртылаш ағарған шырт сәсен, яңаҡтарын һыйпаны, икенсеһе Зөлхизәне ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Ниңә был тиклем оҙаҡ көттөрҙөң? Ҡайҙарҙа аҙашып йөрөнөң? Эй, йәнекәйем... – тип һулҡылданы Фәйрүзә. – Ҡара әле, балаҡайым, атайың ҡайтты бит. Атайың бит был... Самауыр ҡуйып ебәр, асыҡҡандыр, һыуһағандыр...
Әсәһенең һүҙе бөтөр-бөтмәҫ, бала ырғып торҙо. Әйтерһең, ҡушһалар, был мәлдә ул утҡа керергә лә әҙер ине. “Атай... Атайым...” – тип ҡабатлап, татлы күҙ йәштәрен һөртөп, болдорҙан әллә йүгереп, әллә осоп ҡына менеп китте Зөлхизә.
– Ҡыҙым. Балам... – тип уны ҡарашы менән оҙатып ҡалды атаһы.
– Ҡәйнәм мәрхүмәнең юрауы юш килде, Ирназар, һин көткән Азамат урынына Зөлхизә тыуҙы. Шул бала булмаһа, нисек йәшәр инем... – Фәйрүзә, күҙ йәше аша йылмайҙы. – Йыуанысым да, ярҙамсым да ҡыҙыбыҙ инде, – тип һамаҡланы.
Әсәһенең ҡулына эш тейҙермәй, оса-ҡалҡа йөрөп, Зөлхизә табын әҙерләне. Шәшкеләргә сәй яһап ултыртҡас, оялыңҡырап ҡына атаһы янына баҫып, уны муйынынан ҡосаҡланы.
– Ҡырҡ өсөнсө йылда уҡ, “Исламғолов Ирназар хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килгәйне. Шунан бирле хатың булмағас, беҙ һине үлгәнгә һанағайныҡ инде. Ә Зөлхизә ышанманы, атайым ҡайта ул, тип ныҡышты. Бала – әүлиә, ти торғайны ҡәйнәм. Дөрөҫ икән. Үҙем дә бөгәсә төн төшөмдә Ҡасҡынтау түбәһенә мендем. Унда бөркөт оялаған, имеш. Йәнә оя янында һин баҫып тораһың...
– Ябыҡҡанһың... – тине Ирназар ҡарашы менән әле ҡатынын, әле ҡыҙын иркәләп.
– Ҡартайғанһың тиһәңсе. Эй, беҙҙең күргәндәр... – Фәйрүзә ҡайғылы төҫтә башын сайҡаны, ләкин шунда уҡ, тап элеккесә күҙенән нур бөркөп йылмайып, Ирназарҙың шырауланып бөткән ҡулын һыйпаны. – Йә, һөйлә инде, ниңә ошо хәтлем ҡайтмай торҙоң? Хат та яҙманың...
– Аҙаҡ, аҙаҡ, – тине Ирназар. – Тәүҙә һеҙҙе күреп күҙҙәрем туйһын. – Үҙ алдына иһә: “Хаттарҙы күңелемдән генә яҙҙым шул мин, ә ебәрә алманым”, – тип уйланы.
Иҫән-аман ҡайтыуына һаман ышаныр-ышанмаҫ ине ул. Ә Фәйрүзәнең төшөндә бөркөт күреүен яҡшыға, именлеккә юраны.
Алда үҙҙәрен тағы ниҙәр көтөүен дә, тормош даръяһының ниндәй хәтәр шаршыларын кисергә тура киләсәген дә белмәй ине әле ир менән ҡатын. Был сәғәттәрҙә уларҙан бәхетле кеше юҡ ине...
1994. Мәскәү.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: