+24 °С
Дождь


Кисә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Советтар Союзы Геройы Семен Егорович Авдошкин иҫтәлегенә, үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашлығында, самбо турниры уҙғарылған. Был сара 1975 йылдан башлап, йыл һайын Еңеү көнө алдынан, була. Быйыл республиканың төрлө тарафтарынан килгән 120 үҫмер үҙен ошо спорт өлкәһендә һынап ҡараған.
Бындай саралар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исемен мәңгеләштереү, йәш быуынға илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәһен биреү өсөн әһәмиәтле.
Фото интернет селтәренән алынды.
#Победа80