Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Май 2025, 09:08

Һалдатҡа урлап кейәүгә бирәләр

"Эш менән көнө үтә лә китә, әммә кис еттеме үлтереп өйгә ҡайтҡы, туғандарым янында булғым килә. Күңелем тулышҡан саҡта тәгәрәп-тәгәрәп ятып илайым да, тик: “Әйҙә кире ҡайт,” - тип әйтеүсе генә юҡ. Етмәһә “әбейгә кейәүгә сыҡҡан” тип, эштә шаярталар. Шулай итеп, һуғыш бөткәс тә һалдатка булып ултырҙым әле, 1947 йылда саҡ ҡайтып төштө Шәфиғуллам...". Туҡһан туғыҙынсы йәше менән барған Мәүлиҙә әбей Зәйнуллинаның тормошо тураһында китап яҙырлыҡ. 

Һалдатҡа урлап кейәүгә бирәләр
Һалдатҡа урлап кейәүгә бирәләр

Өйгә бураңды күтәрер алдынан башта күршеңде ҡара, тиҙәр. Кемгә нисектер, был йәһәттән мин уңдым. Мәктәпкә төшкәнсе балалар баҡсаһына “йоҡлаталар” тип бармай ҡалғанда, йә ағай-апайҙарым “башың йәш” тип эйәртмәгән саҡтарында күрше әбейҙәр һәр саҡ үҙҙәре янына алып ҡалырҙар ине. Араларында буталып, улар ыңғайына емеш-еләккә йөрөп, төрлө һөйләгән әкиәттәр, легенда-риүәйәттәр, тормоштағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғалар тыңлап әсәйемдәр ҡайтҡансы ваҡытты үткәрәм. Бала сағым шулай матур хәтирәләр менән үтте. Бөгөн шул әбейҙәремдең береһе лайыҡлы, матур ғүмер юлы үткән, революциянан һуңғы боролош ҡыйынлыҡтарын ғаиләләре менән үҙ елкәһендә татыған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ауырлыҡтарын күргән Герой-әсә, элекке күршем Зәйнуллина Мәүлиҙә Хәйбулла ҡыҙы үҙенең тормош юлы хаҡында бәйән итә.

Бала сағым.

Мин, 1927 йылдың 10 февралендә Юлыҡ ауылында тыуғанмын. Атайымдың ике ҡатыны булған: минең әсәйем – Кәримә һәм Аҡташ ауылынан килен булып төшкән Хәйерниса апайым. Илдә буталыштар булып, ике ҡатын менән йәшәргә ярамай башлағас Хәйерниса апайым Аҡташҡа ҡайтып китә. Атайымды кулак мөһөрө аҫтында өс тапҡыр төрмәгә ултырталар, өсөнсө тапҡыр төрмәнән сыҡҡанда ауылға ҡайтып тормай, беҙҙе һәм әсәйемде үҙе янына алып китергә бер танышын ғына ебәрә, ауылға ҡайтһам, кире берәй сәбәп менән тағы ла ултырҙар тип ҡурҡҡандыр инде. Шулай итеп, беҙ, әсәйем, өс балаһын санала һөрәп теге кешегә эйәреп, атайым янына китә.

Өфө ситендә йәшәйбеҙ, атайым менән әсәйем эшләп йөрөйҙәр. Әммә, бәлә аяҡ аҫтында бит, инде донъябыҙ түңәрәкләнде, тип шатланышып ҡына йөрөгән сағыбыҙҙа әсәйем ҡапыл ауырып китте. Дауаханала оҙаҡ та ятып дауаланманы, үлде. Өфөгә яҡын урынлашҡан Һарыһаҙ ауылы зыяратына “сит кеше мәйете керһә, иген уңмай,” тигән һылтау менән әсәйемдең мәйетен күмдермәнеләр, шул ауылға яҡын бер урман ситенә әсәйемде ерләнек.

Әсәйем үлгәс, атайым Хәйерниса апайымды кире ҡайтып ала. Тик Өфөлә оҙаҡ торманыҡ, кире ауылға күсендек. Юлда ял итергә тип таныштарында туҡтаған сағында атайым мине ҡалдырып китеп ҡуймаһын тип ҡурҡып, төндәрен кешелә йоҡламайым. Ауылға күсенә башлағас та атайымдың ҡалала эше тиҙ генә бөтмәгәндер инде, мине Һабай ауылындағы Раҡыя исемле апайымдарҙа йәшәргә ҡалдырып торҙо, һуңынан элекке ат һарайы урынына атайым ҡайтып йорт төҙөгәс кире ғаиләм менән йәшәнем. Аслыҡ йыылдарында ла мине ҡатыны менән генә йәшәгән, үҙ балалары булмаған Ниғмәтулла исемле кешеләргә аҫрау итеп бирҙеләр. Уларҙа оҙаҡ торманым, атайым кире килеп алды, әммә “өйөбөҙҙең йәменә әйләнгән ине бит” тип, оҙаҡ ҡына кире беҙгә килеп, мине үҙҙәренә алырға, мине үҙҙәрендә йәшәтергә уйлап йөрөнөләр, тик атайым ебәрмәне.

Ҡыҙ урлау

Күп тә үтмәне һуғыш башланды. Мине Хәйерниса апайым: “Бер ҡалаҡ ондан, исмаһам, ике ҡалаҡ булыр,” – тип үҙе менән колхоз эшенә эйәртеп йөрөтә. Мәрүә апайымды Белоретҡа эшкә алып киттеләр. “Һыуыҡ, бейәләйҙе баш аҫтына һалып йоҡлайбыҙ,” – тип хаттар яҙа. Хаттары килгән һайын апайымды йәлләп өйҙә илашабыҙ.

Беҙҙең мунса урамыбыҙҙан ситтәрәк урынлашҡан ине. Хәйерниса апайым бер кис шунда, мунса инергә ебәрҙе. Йыуынырға тип барып керһәм, ике апай йыуынып ултыралар. Мине күргәс, тиҙ-тиҙ генә йыуындылар ҙа, икеһе ике яғымдан ҡултыҡлап ауыл буйлап алдылар ҙа киттеләр. Яңыраҡ һуғыштан отпускыға ғына ҡайтҡан Шәфиғуллаларға килтерҙеләр былар. Шунда ғына үҙемдең урланғанымды белдем. Артымдан илай-илай Бәйтулла менән Ғәзиз туғандарым килеп инделәр, ҡасып маташтыҡ, Ғәзиз менән мин ҡасам, Бәйтулла Шәфиғулланы тотоп маташа. Ҡасып булманы, шулай итеп, мин килен булып тороп ҡалдым.

Һалдатка

Был хәл 1943 йылдың 12 декабрендә булды. Ә биш көндән, йәғни 17 декабрендә Шәфиғулла кире һуғышҡа китеп барҙы, мин ҡәйнәм менән генә ҡалдым. Ҡәйнәмдең һаулығы насар булыу сәбәпле колхоз эшенә йөрөмәй, мин һалдаткалар Кужина Зөһрә, Дәүләтбаева Саралар менән колхоз эшенә йөрөйбеҙ. Ат егеп ер һөрәбеҙ, бесән сабабыҙ. Эш менән көнө үтә лә китә, әммә кис еттеме үлтереп өйгә ҡайтҡы, туғандарым янында булғым килә. Күңелем тулышҡан саҡта тәгәрәп-тәгәрәп ятып илайым да, тик: “Әйҙә кире ҡайт,” - тип әйтеүсе генә юҡ, етмәһә “әбейгә кейәүгә сыҡҡан” тип, эштә шаярталар. Шулай итеп, һуғыш бөткәс тә һалдатка булып ултырҙым әле, 1947 йылда саҡ ҡайтып төштө Шәфиғуллам.

Балаларым – таянысым

Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булһа ла, тормош йомғағыбыҙ ыңғай яҡҡа тәрәгәрәне, арыштан бойҙай икмәгенә күстек, рәхәтләнеп сөгөлдөрөн эшләп шәкәренә лә туйындыҡ. Хоҙайға шөкөр, ун ике балаға ғүмер биреп, әлеге көндә уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем. Тик утыҙ йылға яҡын “Мағаш” колхозында механизатор булып эшләгән Шәфиғуллам ғына тормош рәхәтен, балалар хөрмәтен ныҡлап күрә алманы, 1990 йылда бауыр сиренән ҡапыл вафат булды.

2011 йылда яугир ҡатыны булараҡ торлаҡ сертификатына Красноусолдан фатир бирҙеләр. Йылы, яҡты, уңайлы. Айҙыҡын айында пенсияһын алып торабыҙ. Һуғыш ветерандары ғына түгел, уларҙың тол ҡалған ҡатындары хаҡында ла оло хәстәрлек күргәндәре өсөн ресбуплика, район етәкселәренә иртә-кисен рәхмәт уҡыйым, донъялар именлегенә доға ҡылам. Ауылдан китеп, Красноусолда нимә эшләрмен, көндәр буйы яңғыҙ ултырырмынмы, сит ергә нисек өйрәнермен тип борсолғайным. Өйрәндем. Көн дә балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем шылтыратып хәлемде белешеп торалар, Красноусолда йәшәгән Камила ҡыҙым төп таянысым, терәгем. Килеп-китеп йөрөй, йортта ярҙамлаша. Ғүмер көҙөмдөң сыуаҡ, яҡты, ҡояшлы булғанына һөйөнөп бөтә алмайым, балаларым, дүрт тиҫтәгә яҡын ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәләрем: “өләсәй!” – тип өҙөлөп торалар. Ошонан ҙурыраҡ тағы ниндәй бәхет бар икән донъяла!?

Һалдатҡа урлап кейәүгә бирәләр
Һалдатҡа урлап кейәүгә бирәләр
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас