Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Сентябрь 2025, 13:06

Иң мөһиме - яугирҙарҙы яҡлау

Белоретта тыуған Илнур Ғәлин ҡаланың иң олпат белем усағының береһе булған 1-се мәктәпте тамамлай. Ҡәҙерле кешеләренең һүҙен йыҡмай, урта белем алғандан һуң Белореттағы Башҡорт иҡтисад-юридик колледжында  бер аҙ уҡығас, хәрби хеҙмәткә китә. Бер нисә йыл дауамында Ҡораллы Көстәр сафында хәрби бурысын үтәй.  Ата-әсәһе теләгенә ҡаршы килеп, улар улдарын башҡа туғандары кеүек үк хоҡуҡ һаҡлау системаһында күрергә теләй, 2017 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәренең юғары хәрби уҡыу йорто - инженер ғәскәрҙәре маршалы А.И. Прошляков исемендәге Төмән юғары хәрби-инженер команда училищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Илебеҙҙә дөйөм мобилизация иғлан ителеү менән, хәрби булараҡ, тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция зонаһына юлланыуҙы бурысы тип һанай офицер. Хәҙер инде өс йыл дауамында ярайһы уҡ тәжрибә лә туплаған йәш офицер командирҙар, яугирҙар араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән.     

Иң мөһиме - яугирҙарҙы яҡлау
Иң мөһиме - яугирҙарҙы яҡлау

Хәрби-сәйәси часть урынлашҡан, шәхси составтың дәрестәр үткәреү бүлмәләре, теҙелеп киткән блиндаждар һәм башҡа нығытма-ҡоролмалар. Барыһы ла еренә еткереп эшләнелгән һәм төҙөлгән. Блиндаж эсендә лә плакаттарҙан алып балаларҙың хаттарына,  фронт һыҙығы, махсус хәрби операция геройҙарына тиклем мәғлүмәттәр бар. Бында яугирҙар фильмдар ҡарай, күнекмәләр үтә, аралаша, тәжрибә уртаҡлаша...

 Быларҙың бөтәһе лә һалдаттарҙың үҙ ҡулдары менән булдырылған. Әлбиттә, был яугирҙы нисек дәртләндереүгә лә бәйле. Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн иң мөһиме - ышаныслы тыл, йәғни яңы бурыстарҙы үтәү өсөн көс туплау һәм ял итеү урыны. Быларҙың барыһын да тәьмин итергә тейешле замполиттың эше лә мөһим.  Һәр хәрбиҙең махсус хәрби операция зонаһына килеүе, ниндәй база райондарына булыуына ҡарамаҫтан, шәхси составты өйрәнгән подразделение командиры һәм хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары менән танышыуынан башлана.

Геройым - батырлыҡ һәм хәрби бурысына тоғролоҡ өлгөһө булған яугир. 2022 йылдың сентябрендә, дөйөм мобилизация башланыу менән, махсус хәрби операция зонаһына киткән Илнур Ғәлин бөгөн мотоуҡсылар ротаһы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары. "Батырлыҡ өсөн", II дәрәжә “Ҡыйыулыҡ өсөн” дәүләт миҙалдары, республиканың генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы менән бүләкләнгән офицерҙың теләге Рәсәй яугирҙарына ярҙам итеүгә нигеҙләнгән. 2014 йылдан 2017 йылға тиклем контракт буйынса Төньяҡ Кавказдағы хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙенең бай тормош тәжрибәһе менән командирҙың хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһында Ватанды һаҡлауға, Рәсәй Ҡораллы Көстәрен тулыландырған яугирҙарҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индерә аласағын аңлай.

“Башка” позывнойлы өлкән лейтенант Ғәлингә 29 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан үҙ хеҙмәтен, бурыстарын яҡшы белә. Әйткәндәй, “Башка” позывнойы башлы һүҙенән түгел, ә армия сафын башҡорт милләтенән беренсе йәш тулыландырыусы булғаны өсөн ҡыҫҡартып шулай атағандар уны. Белоретта тыуған Илнур Ғәлин ҡаланың иң олпат белем усағының береһе булған 1-се мәктәпте тамамлай. Ҡәҙерле кешеләренең һүҙен йыҡмай, урта белем алғандан һуң Белореттағы Башҡорт иҡтисад-юридик колледжында  бер аҙ уҡығас, хәрби хеҙмәткә китә. Бер нисә йыл дауамында Ҡораллы Көстәр сафында хәрби бурысын үтәй.  Ата-әсәһе теләгенә ҡаршы килеп, улар улдарын башҡа туғандары кеүек үк хоҡуҡ һаҡлау системаһында күрергә теләй, 2017 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәренең юғары хәрби уҡыу йорто - инженер ғәскәрҙәре маршалы А.И. Прошляков исемендәге Төмән юғары хәрби-инженер команда училищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Илебеҙҙә дөйөм мобилизация иғлан ителеү менән, хәрби булараҡ, тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция зонаһына юлланыуҙы бурысы тип һанай офицер. Хәҙер инде өс йыл дауамында ярайһы уҡ тәжрибә лә туплаған йәш офицер командирҙар, яугирҙар араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән.     

Яуҙағы тәртип, дисциплина һәм ғәскәрҙәрҙең әхлаҡи рухы хәрби-сәйәси эш буйынса командир урынбаҫарҙарынан тора. Бигерәк тә, махсус хәрби операцияның иң ҡыҙыу Красноармейское йүнәлешендә.  

- Күптәр  командирҙың хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫарын тик отчет яҙып, лекциялар уҡыған кеше тип иҫәпләй. Ысынлап та, был беҙҙең бөтә шөғөлдәр ҙә түгел. Әгәр һалдатыңдың нимә менән йәшәүен белмәһәң, уның әхлаҡи-психологик, шулай уҡ социаль-көнкүреш проблемаларын хәл итмәһәң, иртәме-һуңмы подразделениела дисциплина тарҡаласаҡ. Подразделениела хәрби рухты мораль-психологик яҡтан нығытыу, шәхси составта патриотик кәйеф һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләү, социаль проблемаларҙы хәл итеү, хәрбиҙәрҙең социаль гарантияларын тормошҡа ашырыу кеүек бурыстар беҙҙең иңдә, - ти өлкән лейтенант. 

Хәрби һәм сәйәси эштәр буйынса командир урынбаҫары мотлаҡ идеолог, хатта дәүләт идеяларын еткереүсе лә булырға тейеш. Ниндәйҙер тәрбиәсе түгел, ә өлгө алырлыҡ, оло ир-уҙамандарға, кисәге егеттәргә лә илһам биреүсе, хәрби тормоштоң һәр аспектында, иртәнге тороуҙан алып ғәскәрҙәрҙе йәйелдереүгә тиклем, дәүләт ихтыярын тапшырыусы ышаныслы иптәш,  илдең эске һәм тышҡы сәйәсәтен аңлаусы һәм уртаҡлашыусы, хәрби идеологияны аңлаусы, яугирҙарҙың әхлаҡи-психологик торошон анализлай белеүсе генә түгел, ә уларға дөрөҫ йүнәлеш биреп,  кем, нимә һәм ниндәй маҡсат менән эшләгәндәрен аңлата белеүсе лә булырға тейеш. Махсус хәрби операция зонаһында булғандарҙың яҡындары мөрәжәғәттәре, шулай уҡ яугирҙарға даими ярҙам иткән гуманитар ойошмалар менән эшләү процесы ла бында яйға һалынған. Шул уҡ ваҡытта тәүгеләрҙән булып һөжүмгә күтәрелергә һәм яуҙан һуңғы булып сығырға ла кәрәк бит әле.

- Рәсәй Ҡораллы Көстәрен яңы тулыландырған яугирҙар полигондарҙа әҙерлек үтә. Ҡағиҙә булараҡ, хәрби бәйләнеш һыҙығына китеү алдынан подразделениеларҙы комплектлағанда яугирҙың социаль портретын, күнекмәләрҙәге уңыштарын да иҫәпкә алабыҙ. Һәр подразделение бер бөтөн булырға тейеш. Шулай уҡ, психофизик үҙенсәлектәренән сығып, замполит яңы килгән яугирҙың мөмкинлегенә ҡарап, береһен штурмлаусыға, икенсеһен разведкаға, өсөнсөһөн эвакуация хеҙмәтенә билдәләй, - тип аңлата “Башка” эшенең бер нисә нес-кәлеген. 

Шулай итеп, дөйөм мобилизация башланыу менән күпселеге Башҡортостан яугирҙарынан торған мотоуҡсылар батальоны командир урынбаҫарының роле - мәғлүмәт биреү генә түгел, ә илде, уның ҡиммәттәрен иң ауыр ваҡытта яҡлаусыларҙы илһамландырыу, ҡурсалау һәм алға әйҙәү. Уның етәкселеге һәм хеҙмәт үрнәге ҡул аҫтындағыларға стимул булып хеҙмәт итә. Аныҡ дисциплина, ҡабул ителгән һәр ҡарар өсөн яуаплылыҡ һәм тирә-йүндәгеләргә ҡарата иғтибарлылыҡ - бына нимә подразделение составын аныҡ бурыстар шарттарында һөҙөмтәле итә. Өлкән лейтенант еңеүҙең яу яланында ғына түгел, ә яугирҙарҙың иртәгеһе көнгә һәм командирҙарына ышаныуҙарында булыуын аңлай. Шулай уҡ, Еңеү ышаныслы тыл, һинең иҫән-һау ҡайтыуыңды көткән яҡындарындың булыуында ла. Ә Илнур Ғәлиндең бындай ныҡлы тылы бар. Тыуған ҡалаһында яугирҙы тормош иптәше, ҡурсаҡтай ҡыҙҙары, туғандары һәм яҡындары түҙемһеҙлек менән көтә. Бигерәк тә, бәләкәй ҡыҙҙар атайҙарын һағынған. Ныҡлы тыл, ышаныслы терәк, көслө ҡулдар - атайҙар барыһына ла кәрәк бит. 

...Биш йыл элек Рәсәй Ҡораллы Көстәренә, 90-сы йылдар башында барлыҡҡа килгән тәрбиәселәрҙе алмаштырып, замполиттар ҡайтты. “Комиссарҙың өҫтөнлөгө - һәр ваҡыт һөжүмгә тәүгеләрҙән булып күтәрелеүҙә”. Өлкән быуын вәкилдәре совет йырының ошо һүҙҙәрен хәтерләй. Бөйөк Ватан һуғышында шулай булған. Махсус хәрби операцияла ла шулай... 

Фото: шәхси архивтан. 

Эльвира Хамзина

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас