2022 йылдың майында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм ике аҙналыҡ әҙерлек үтә. Артабан хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәрелә. “Аждаһа 22” танкында хеҙмәт итә. 2023 йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренә күсеп, ике айлыҡ әҙерлек үтә һәм пехота хәрби машинаһының оператор-тоҫҡаусыһы була. “Аждаһа” шартлы исеме тороп ҡала.
Махсус хәрби операцияға тиклем ир 2011–2016 йылдарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. Һуңынан дүрт йыл файҙалы ҡаҙылмалар һатыуҙа махсуслашып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
МХО зонаһына барыу ҡарары уның ғаиләһендә төрлөсә ҡабул ителә. Әсәһе уның өсөн борсола, ә атаһы улының үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын таный. Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хәрби ғаиләһе менән көн һайын бәйләнештә ҡалырға тырыша, сөнки уның иҫән һәм сәләмәт булыуын белеп тороу ата-әсәһе өсөн ни тиклем мөһим икәнен аңлай.
Хеҙмәт осоронда “Аждаһа” үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, ҡаҙаныштары юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнә – “Батырлыҡ ордены” бирелә. Бынан тыш, ул Юғары Баш командующийҙан иҫтәлекле миҙалға һәм Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Күптән түгел яҡташыбыҙ “Янғантау” шифаханаһында ял итте, һаулығын нығытты. Шулай уҡ отпускыла ваҡытын балалары менән үткәрә, алғы һыҙыҡҡа юлланыр алдынан яҡындары янында көс йыя. Ул Ватанды һәм ватандаштарын һаҡлау үҙенең бурысы икәнен яҡшы аңлай һәм артабан да уны намыҫ менән үтәргә әҙер.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.