Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Октябрь 2025, 23:45

Һуңғы алыш көтә мине, һуңғы алыш...

Тарих уҡытыусыһы, Имәндәш мәктәбе директоры булып эшләгән Расих Ишмырҙа улы күп яҡлы шәхес булды - төплө белемле тыуған яҡты өйрәнеүсе лә, оҫта шахматсы ла, талантлы шағир ҙа, ҡыйыу яугир ҙа... Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. 

Һуңғы алыш көтә мине, һуңғы алыш...
Һуңғы алыш көтә мине, һуңғы алыш...

 Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән батыр яугиры, Ғафури егете Расих Муллашев вафат... Был хаҡта райондың "Табын" гәзите яҙа. "Тарих уҡытыусыһы, Имәндәш мәктәбе директоры булып эшләгән Расих Ишмырҙа улы күп яҡлы шәхес булды - төплө белемле тыуған яҡты өйрәнеүсе лә, оҫта шахматсы ла, талантлы шағир ҙа, ҡыйыу яугир ҙа... Ауылдаштарының ихтирамын яулаған Расих Муллашев ауыл советы депутаты , "Табын" район гәзите ҡарамағында эшләп килгән "Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһе ағзаһы ине". Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, яугир! Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Яугир һүҙе
Һуңғы алыш көтә мине, һуңғы алыш.
Тыныслыҡҡа килтереүсе ҙур бәрелеш.
Күкрәгемә һыймайынса ярһый йөрәк:
Шул алышта ҡатнаштыра мине яҙмыш.
Йәшермәйем тормошомда хаталарым
Кәрәгенән артығыраҡ булды минең...
Тик...яңынан үтә алһам ғүмер юлын,
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем.

 

Расих Муллашев.

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас