Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Октябрь 2025, 17:35

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә

– Беҙ герой тигәндә кемделер алыҫ  үткәндәрҙән күҙ алдында баҫтырабыҙ. Ә Тамерлан ошо урамдарҙа уйнап үҫте, Асҡар гимназияһында белем алды, тиҫтерҙәре кеүек матур киләсәк тураһында хыялланды. Юридик белем алып йөрөгән еренән үҙ теләге менән ил һағынап баҫты һәм бурысын үтәгәндән һуң хәрби юлдан китергә ҡарар итте.

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә
Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә

Республика көнөнә арналған саралар сиктәрендә Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында Рәсәй Геройы Тамерлан Айсар улы Илһамовҡа бюст асылды.

Тантаналы митингыны район башлығы А. З. Әминев асты.

– Беҙ герой тигәндә кемделер алыҫ  үткәндәрҙән күҙ алдында баҫтырабыҙ. Ә Тамерлан ошо урамдарҙа уйнап үҫте, Асҡар гимназияһында белем алды, тиҫтерҙәре кеүек матур киләсәк тураһында хыялланды. Юридик белем алып йөрөгән еренән үҙ теләге менән ил һағынап баҫты һәм бурысын үтәгәндән һуң хәрби юлдан китергә ҡарар итте. Дан-шөһрәт өсөн түгел, намыҫ ҡушыуы, күңел талабы буйынса. Ул хәрби расчет командиры булды. Тыуған өйҙән йыраҡта күк йөҙөн һаҡланы. Сүриәлә, Тажикстанда, аҙаҡ махсус хәрби операцияла һуңғы һулышынаса хәрби бурысын намыҫ менән үтәне. Ғүмерҙәре хаҡы менән ул үҙенең хәрби иптәштәре менән туғыҙ дошман ракетаһын тар-мар итте, йөҙәрләгән башҡа ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалды, – тине Айрат Зиннәт улы. – Батырыбыҙға һәйкәл асҡан көндә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен уның ата-әсәһенә – Айгөл Милләт ҡыҙына һәм Айсар Әнүәр улына еткерәм. Һеҙ ысын кеше, патриот һәм Герой үҫтергәнһегеҙ, намыҫлы, ҡыйыу итеп тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең улығыҙ беҙҙең дөйөм ғорурлыҡ.

Рәсәй Геройы Т. А. Илһамовтың ата-әсәһе район хакимиәте, “Боевое братство” ойошмаһы ир-егеттәренә, скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуровҡа  рәхмәт белдерҙе.

Бюст өҫтөндәге  япманы асыу хоҡуғы Айгөл Милләт ҡыҙына һәм Айсар Әнүәр улына бирелде.

Сарала ҡатнашыусылар – етәкселәр, МХО ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Геройҙың туғандары сәскәләр һалды.

 

Гөлнара Күсәрбаева,

“Осҡон” гәзите хәбәрсеһе, автор фотолары

 

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә
Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә
Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас