Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Октябрь 2025, 20:20

“Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем”

 Махсус хәрби операция башланғас, Айҙар унда китергә теләй. Ул саҡта егеткә ни бары 19 йәш була. Бер нисә тапҡыр барып, үҙен хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорай, әммә уны, әле йәшһең тип, ебәрмәйҙәр. Ике йыл үткәс, тағы ла МХО тураһында һөйләй башлай.

“Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем”
“Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем”

Гөлназ Шәйәхмәтова – Ватанды һаҡлаусы, батыр яугирҙең әсәһе. Ул моңһоу йылмая, үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша, ә күңелендә тәрән һәм йыуатып булмаҫлыҡ һағыш.
    Осрашыу алдынан көслө тулҡынланыу кисерҙем. Һәр әсә үҙ ҡайғыһын уртаҡлашырға һәм таныш булмаған кеше алдында күңелен асырға әҙер түгел. Был ҙур батырлыҡ талап итә, сөнки һәр ваҡиға артында хис-тойғолар һәм кисерештәр менән тулы шәхси тәжрибә йәшеренгән. Гөлназ Ҡазихан ҡыҙына уның эске донъяһына күҙ һалырға рөхсәт иткәне өсөн ихлас рәхмәтлемен.
    Уның улы Айҙар Шәйәхмәтов Малаяҙ ауылында бәхетле ғаиләлә тыуған. Балалыҡ йылдары 1-се Малаяҙ урта мәктәбендә үтә. Ул өлгөлө уҡыусы, активист, спортсы була. Бокс менән мауыға, призлы урындар яулай. 2018 йылда Малаяҙ урта мәктәбен тамамлағас, Дыуан күп профилле колледжының урындағы филиалына уҡырға инә. “Ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь, тракторсы-машинист, автомобиль водителе” белгеслеге буйынса диплом ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “ЭнергоМонтажСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә башлай. Һуңынан Амур газ эшкәртеү заводы төҙөлөшөндә электромонтажлаусы була. Намыҫлы эшләй, үҙ эшен ярата.
Яуаплы ҡарар

 Махсус хәрби операция башланғас, Айҙар унда китергә теләй. Ул саҡта егеткә ни бары 19 йәш була. Бер нисә тапҡыр барып, үҙен хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорай, әммә уны, әле йәшһең тип, ебәрмәйҙәр. Ике йыл үткәс, тағы ла МХО тураһында һөйләй башлай.

– Бер ваҡыт ул, минең ҡулдарымды тотоп: “Әсәй, мин унда егеттәргә кәрәк, китергә тейешмен, һин мине зинһар өсөн ебәр”, – тине. Уны бер кем дә, бер нәмә лә туҡтата алмаҫ ине, – тип һөйләй Гөлназ Ҡазихан ҡыҙы.

2024 йылдың 15 ғинуарында егет Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Ул ысын илһөйәр була. Өлкән уҡсы булып штурмлау төркөмөндә хеҙмәт итә. Айҙар штурмлау төркөмдәре подразделениелары, штаб араһында бәйләнеш булдырыу буйынса бурыстарҙы үтәй. Спорт мотобайкында подразделениелар араһындағы элемтә нөктәһенә барып етеп, оператив мәғлүмәт тапшыра, яралы хәрбиҙәрҙе эвакуация урынына алып бара, шулай уҡ провизия ла ташый.

 – Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанына бик ғорурланды, – тип хәтерләй Гөлназ Ҡазихан ҡыҙы. – Мин улым киткәс тә: “МХО-ға барғаныңа үкенмәйһеңме?” – тип яҙғанымды хәтерләйем. Улым: “Юҡ, үкенмәйем. Мин үҙ илемде яратам һәм уны яҡлаясаҡмын”,  тип яуап бирҙе.
“Һинең улың ҡурҡаҡ түгел, әсәй!”
Июлдә Гөлназ Шәйәхмәтова улынан бер аҙ аҡса ебәреү үтенесе менән хәбәр ала. Ул әсәһен егеттәргә тәмәке һатып алырға теләүе тураһында, алда мөһим хәрби бурыс торғанын, яҡын арала бәйләнешкә сыға алмаясағын иҫкәртә. Әсәһе, ғәҙәттәгесә, көн һайын уға яҙыуын дауам итә, яратҡан улының тиҙҙән мотлаҡ яуап биреүен көтә. Тик өмөттәре аҡланмай. 27 июлдә Айҙар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
– Һуңғы ваҡытта ул шулай буласағын белә кеүек ине,  тип дауам итә Гөлназ Ҡазихан ҡыҙы. – Ул: “Әсәй, һин һәр ваҡыт бел, улың ҡурҡаҡ түгел. Әгәр, минең менән берәй хәл булһа, сит ерҙә ҡалдырма, мотлаҡ өйгә алып ҡайт. Һин илама, ныҡ бул, тегендә атайға ла иптәш кәрәк бит”, – тине.
    Айҙарҙы эҙләүҙә Оборона министрлығы вәкилдәре ярҙам итә. Улар һәр ваҡыт бәйләнештә була. Яугирҙе атаһы янында ерләйҙәр.
– МХО-ла булғанда, мин уның тиҙҙән ҡайтасағына ышандым. Хәҙер ҙә ышанып булмай, мин әле лә уны көтәм. Тәүҙә, һәр осраған кешелә таныш һыҙаттар эҙләй инем. Бына шул уҡ буйлы малай, минең Айҙарҙыҡы кеүек үк куртка кейгән, – күҙ йәштәрен һөртөп, Гөлназ Ҡазихан ҡыҙы һөйләүен дауам итә.
      Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Айҙар Альберт улы Шәйәхмәтов үлгәндән һуң Генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы, Жуков миҙалы, Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Гөлназ Ҡазихан ҡыҙы яратҡан улы хаҡына бирешмәҫкә тырыша. Бөгөн ул МХО яугирҙәренә ярҙам итә, даими рәүештә фронтҡа аҡса ебәрә, шулай уҡ улының исемен мәңгеләштерергә теләй.
– Ирҙәрҙе, улдарҙы, яҡындарыбыҙҙы юғалтыу бик ауыр. Әммә артабан йәшәргә, балаларыбыҙҙың хәтерен һаҡлау өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Эйе, был һыҙланыу, юғалтыу әселеге мәңгегә минең менән буласаҡ,  ти ул.

 Бөгөн әсәгә улы Әлфир, килене Гөлназ, ейәндәре, ҡыҙы Алина (ул финанс-иҡтисад колледжында юрист һөнәренә уҡый) ярҙам итә. Гөлназ Ҡазихан ҡыҙы шулай уҡ республика һәм район етәкселегенә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ирекмәндәре ҡатынға төрлө эштәрҙә ярҙам итеп тора: баҡса ҡаҙыйҙар, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләйҙәр.
– Хәҙер минең берҙән-бер теләгем – улым хөрмәтенә ул уҡыған мәктәптә һәм колледжда Герой партаһын булдырыу. Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем, тип иҫәпләйем. Уның кеүектәр беҙҙең өсөн һәм илебеҙ хаҡына ғүмерҙәрен бирҙе. Уларҙың батырлығы онотолмаҫ, тип ышанам.

Лиана Валиуллина

 

“Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем”
“Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем”
“Мин лайыҡлы ул үҫтерҙем”
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас