Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Ноябрь 2025, 16:05

28 йәшендә Илназ ысын Герой булып танылды

Әйткәндәй, әрме хеҙмәтен Рәсәй диңгеҙ сиктәренә яҡын Көньяҡ Сахалинда БПЛА (пилотһыҙ осоу аппараттары) отделениеһы командиры булып үткән Илназ был аппараттар тураһында әҙ белмәй.

28 йәшендә Илназ ысын Герой булып танылды
28 йәшендә Илназ ысын Герой булып танылды

Ғүмер дауам итә...

Ғафури районы Бурлы егете Илназ Ғәзизов махсус хәрби операция зонаһына иң беренсе мобилизацияланғандар араһында килеп эләгә. Яҡташыбыҙҙы мотоуҡсылар батальонына тәғәйенләйҙәр, ул ваҡытта батальон Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге һуғыш эсендә була. 

Күп тә үтмәй, И. Ғәзизовты отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр, быға тиклем ул шунда гусеницалы МТЛБ-ның (күп маҡсатлы еңел бронялы тартҡыс) тоҫҡаусыһы (наводчик) була. Ундай ҡоралдар менән эш итеү нигеҙҙәрен уларға Ҡазанда һәм Ростов өлкәһендәге уҡыу курстарында өйрәткәндәр, улар махсус рәүештә ойошторолған һәм ике айға яҡын дауам иткән. Ошо ваҡыт эсендә егеттәр танышып, дуҫлашып өлгөрәләр, ә айырылышҡанда телефондары һәм адрестары менән алмашалар. Ул ваҡытта барыһында ла бер уй була: тиҙерәк дошманды ҡыйратып, еңеү менән өйгә ҡайтыу. Ләкин һуғыш - һуғыш инде: юғалтыуҙар ҙа була.  Илназ өйгә уң ҡулының суғын юғалтып ҡайта, уны хәрби-табип комиссияһы ҡарары буйынса 2023 йылдың ноябрендә комиссиялайҙар. 

- Был төнгө дежурство ваҡытында булды. Бер нәмә лә бәлә киләсәген белдермәй ине, тирә-яҡта тынлыҡ һәм тыныс ине. Көтмәгәндә камикадзе дрондары килеп, һөжүмгә әҙерләнеп, беҙҙең янда әйләнә башланы...Мин ныҡ ауыртыуҙарҙан аңымды юғалтҡанмын, ә аңыма килгәндә, беҙҙе, яраланғандарҙы, хәрби-ялан госпиталенә алып киттеләр, унда беренсе медицина ярҙамы күрһәттеләр һәм һуңынан Белгородҡа ебәрҙеләр. Мәскәүҙә дауаландым. 9 ай үткәс, II группа инвалидлыҡ бирҙеләр һәм комиссияланылар. Мин өйгә ҡайттым.

Башта ауыр булды... - тип дауам итә Илназ. - Ләкин тора-бара мин ҡулһыҙ ҙа йәшәргә мөмкин, яраланып ҡайтыусы мин генә түгел икәнен аңланым. Кемдер аяҡһыҙ - уларға бит тағы ла ауырыраҡ, ҡыйын. Һул ҡул менән эшләргә өйрәнеүе ауыр булманы. 2024 йыл буйы өйҙә булдым, компьютерҙа эшләнем. Быйыл яҙ "Урожай" КХ ЯСЙ-енә эшкә саҡырҙылар, директор Нәжип Мәжит улы үҙе килде. Был мине аптыратты ла, ҡыуандырҙы ла. Икенсе һулышым асылғандай булды. Шатланып риза булдым һәм шунда уҡ эшкә сыҡтым. Миңә ышанып трактор тапшырҙылар, һәм мин башҡалар менән бер рәттән баҫыуҙа эшләй башланым. Шулай итеп, әйтергә мөмкин, үҙемдең яратҡан эшемә ҡайттым. Ниңә шулай тим? Сөнки армияға тиклем дә хужалыҡта эшләп өлгөргәйнем, демобилизациянан һуң да бында ҡайттым. 2017 йылда Красноусолда механизаторға уҡып, киң профилле тракторсы-машинист таныҡлығы алғайным. Яҙғы сәсеүҙе лә уңышлы үткәрҙек, бесән әҙерләүҙе, уңыш йыйыуҙы ла, ә хәҙер баҫыуҙарҙан һаламды йыйып ферма биләмәһенә ташыйбыҙ. Бесән әҙерләгәндә лә төргәкләнгән бесәнде шунда уҡ илттек. Әйтеүҙәренсә, тормош дауам итә... – тип йомғаҡлай ул һүҙен.

Тыныс тормошта үҙенә урын тапҡан Илназ Ринат улы көсһөҙҙәргә һәм эшләргә, хеҙмәт итергә теләмәгәндәргә өлгө була ала. Ул сит яҡта ла пуляларҙан, снарядтарҙан һәм дрондарҙан ҡасып йөрөмәгән, Ватанға тоғролоҡҡа ант биргәс, уға аҙағына тиклем тоғро булырға тейешлеген белгән. Һәм тыуған илде, хатта үҙ ғүмереңде ҡорбан итеп тә, һаҡларға кәрәк.

Әйткәндәй, әрме хеҙмәтен Рәсәй диңгеҙ сиктәренә яҡын Көньяҡ Сахалинда БПЛА (пилотһыҙ осоу аппараттары) отделениеһы командиры булып үткән Илназ был аппараттар тураһында әҙ белмәй.

– Ул БПЛА-лар һәм бөгөнгөләр ныҡ айырыла. Беҙ ул ваҡытта идара иткәндәре әкрен осоусы, әҙ манёврлы, хатта дәүмәле менән ҙурыраҡ та ине. Ә хәҙергеләре – бөтә яҡтан да камиллашҡан, төрлө модификациялы һәм тәғәйенләнешле. Улар менән ябай һалдат идара итә алмай. Шулай ҙа беҙҙең армияла ла дошман дрондарына ҡаршы тороусылар бар. Хәҙер уларҙың ҡайһы берҙәре хатта уларҙан өҫтөнөрәк тә. Был өмөтләндерә, – тип һөйләй махсус хәрби операция геройы И.Ғәзизов, уның күкрәген Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов миҙалы биҙәй. Ул ике ҡустыһына өлгө булып тора һәм улар ағайҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Әсәһе – элек мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән Гөлнара Абдразиҡ ҡыҙы, хәҙер һеңлеһен ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы мәрхүм булған. Үгәй атаһы "Урожай" КХ ЯСЙ-ендә эшләй.

Үҙенең 28 йәшендә Илназ ысын Герой булып танылды.

Гөлдәр Кинйәбаева.

"Табын" гәзитенән. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас