Шоңҡар
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
13 Ноябрь 2025, 20:40

Аяғын юғалтһа ла

Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Азамат Муллашев Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителгән.

Аяғын юғалтһа ла
Аяғын юғалтһа ла

"Дөрөҫөн әйткәндә, уйланырға ваҡыт булманы, шунда уҡ йүгереп, һалдатты кәүҙәм менән ҡапланым. Бах! Шартлау тауышы ҡолаҡты ярҙы",– тип хәл иткес мәлде иҫкә төшөрә "Вирус"...

– Күреп ҡалдым, бер “ҡарсыға” яралы яугир өҫтөндә “эленеп тора”. Дөрөҫөн әйткәндә, уйланырға ваҡыт булманы, шунда уҡ йүгереп барып, һалдат өҫтөнә һикерҙем. Бах!– тип ул хәл иткес мәлде иҫкә төшөрә Азамат Муллашев.

Салауат ҡалаһында йәшәгән “Вирус” позывнойлы яугир бынан бер йыл элек  дрондар һөжүменән кәүҙәһе менән ҡаплап, хәрби хеҙмәттәше Ирек Ғилмийәровтың (позывнойы “Мосолман”) ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Яңыраҡ улар  Азаматтың өйөндә осрашты, тип яҙа “Выбор”.

Был ваҡиға 2024 йылдың 25 октябрендә була.

– Беҙ яңы нөктәгә индек. Уға 100 метр тирәһе генә ҡалғанда, миномет уты башланды. Дрондар ҡаты һөжүм итә. Мин яраландым, тубыҡ йәрәхәтләнде. Егеттәр мине окопҡа сығарып, эвакуация төркөмөн саҡыртты, –тип хәтерләй Ирек Ғилмийәров.

Яугирҙәрҙең икеһе лә  31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының 3-сө батальонына эләгә. Ирек – 9-сы рота штурмовигы,  ә Азамат – 8-се рота фельдшеры.

– “Мосолман”ға ярҙамды шунда уҡ бик тиҙ күрһәтергә кәрәклекте аңланым, беренсенән, күп ҡан юғалтҡан, икенсенән, окопта аҙыҡһыҙ, һыуһыҙ  оҙаҡ ятҡан, бик ныҡ арыған. Урманға илтеп еткергәс тә, ауыртыуҙы баҫыусы укол эшләргә, шина һалырға кәрәк, тип уйланым. Беҙ яралы эргәһенә тиҙ килеп еттек, тик кире сығыуы ауыр булды,  – ти Азамат.

 Дрон һөжүменән һуң Азамат ҡаты яралана. Үҙенә ярҙам итерлек хәле булмай. Егеттәрҙең береһе уға ярҙам күрһәтә.

–Мин уның ғүмере өсөн бик борсолдом, үҙемде ғәйепле тойҙом. Иҫән-һау ҡалһа ғына ярар ине, тип теләнем, – тип хәтерләй Ирек.

Азамат аяғын юғалтһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй. Хәрби хеҙмәттәше менән осрашыуҙарына ул бик шат.Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Азамат Муллашев Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителгән.

Хәрби хеҙмәттәштәр иптәштәрен иҫкә алып, бер-береһе менән киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Фото: “Выбор” гәзите сайты.

Автор:Дина Арсланова

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас