Буласаҡ тормош юлдашы менән ул 2006 йылда Ҡариҙел ауылында таныша һәм ике йылдан өйләнешәләр. Бер аҙҙан Мәсетле районында йорт һалып сығалар һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылында төпләнәләр. Ире мәктәптә физкультура дәрестәрен алып бара һәм балаларҙы күнекмәләргә өйрәтә башлай. Рина 10 йыл “Ҡарағай” шифаханаһында маркетинг бүлеге начальнигы була, һуңынан мәғариф бүлегендә эшләй, ә хәҙер район Мәҙәниәт һарайында методист булараҡ белеме һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 2016 йылда икеләтә бәхет кисерә йәштәр – игеҙәк малай-ҙары Самир менән Әмир донъяға килә.
2024 йылдың 21 мартында Ринаның ире үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуя һәм МХО зонаһына юллана, мотоуҡсылар ғәскәрендә “Сима” позывнойы менән хеҙмәт итә. Уның Чечняның ҡыҙыу нөктәләрендә хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар.
– Ул был ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итте. Мин тәүҙә ҡарарына күнеп кенә йөрөһәм, һуңынан уны ҡабул иттем һәм иремә һәр яҡлап ярҙам итә башланым. Иремдә ватансыллыҡ тойғоһо көслө, – ти Рина Ринат ҡыҙы.
Ғаилә башлығы һәм уның һайлаған юлы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ҡатынына хәлде ҡабул итергә мөмкинлек бирә, әммә улдарына аталарының позицияһын аңлатырға ла кәрәк бит әле.
– Балаларға хәлде һәм ни өсөн атайҙары өйҙә оҙаҡ булмаясағын аңлатыу ҡыйынға тура килде. Ә хәҙер улар өсөн аталары герой, өлгө булып тора. Улар атайҙарын һағына, ҡасан ҡайтырын көн һайын һорайҙар, осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәләр. Ул яныбыҙҙа булмаһа ла, балаларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тырыша, уларҙың тормошо, эштәре менән ҡыҙыҡһына, кәңәштәрен бирә. Уның инициативаһы менән улдарыбыҙ саңғы һәм футбол менән шөғөлләнә башланы, һәм был аҙымдың дөрөҫ булғанын хәҙер яҡшы аңлайым.
Ауыр ваҡыттарҙа Рина Ринат ҡыҙына ата-әсәһе ҙур ярҙам күрһәтә, улар ейәндәрен тәрбиәләүҙә һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша. Балалар хаҡында хәстәрлек күреү, башҡа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары менән аралашыу уға борсолоуҙарын еңеп сығырға мөмкинлек бирә.
– Иң ауыры – шылтыратыуҙы көтөү. Ҡайһы берҙә ирем тәүлек буйына бәйләнешкә сыҡмай, был бик тә ауыр, ихтыярыңа ҡаршы насар уйҙар килә башлай. Шул саҡта мин быларҙың барыһы ла беҙҙең именлек, тыныслыҡ, Ватаныбыҙ өсөн кәрәк икәнен уйлайым, һәм шуның менән еңелерәк булып ҡала.
Хәҙер Ринаның ире госпиталдә нығына, бөгөн уларҙың йышыраҡ аралашыу мөмкинлеге бар. Һуңғы тапҡыр ул былтыр октябрҙә ялға ҡайт-ҡан һәм ғаилә быйыл ошо арала осрашыуға өмөтләнә.
Рина иренә генә түгел, башҡа хәрбиҙәргә лә ярҙам итергә тырыша, кәрәкле әйберҙәр-ҙе “Ышаныслы тыл” ойошмаһы ирекмәндәре аша тапшыра.
– Бөгөнгө ауыр ваҡытта көслө булып ҡалыу мөһим, – ти хәрбиҙең ҡатыны. – Ирҙәребеҙ, атайҙарыбыҙ, уландар һәм яҡындар иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөргә кәрәк. Һәм был хәлдең тиҙҙән тамамланырына өмөт итергә. Беҙҙең тыныс шарттарҙа килеп тыуған проблемаларыбыҙ улар унда кисергән ауырлыҡтар, михнәттәр менән сағыштырырлыҡ түгел. Үҙҙәре кисергән күп ауырлыҡтарҙы улар беҙгә һөйләп тә бармай. Иң мөһиме – кеше булып ҡалырға: яратырға, өмөтләнергә һәм балаларҙы Ватанға һөйөү һәм хөрмәт өлгөһөндә тәрбиәләргә.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.
"Мәсетле тормошо"