Благовещен районының Бедеева Поляна ауылынан өс бер туған махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Анна Карабанова социаль селтәрҙә һөйләгән.
Туғандарҙың иң кесеһе хәрби авиацияла хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәт зонаһында бурыстарын үтәгәндән һуң Ҡырымда хеҙмәтен дауам итә. Ә “Дикий” һәм “Бурый” тигән ағалары 2022 йылдың көҙөндә мобилизациялана. Тәүҙә бергә хеҙмәт итәләр, тик яраланғандан һуң яҙмыш уларҙы айыра. Лейтенант “Бурый” Донецкиҙа ҡала, ә өлкән сержант “Дикий” Запорожье йүнәлешенә күсерелә.
– Яҡшы хеҙмәт итәбеҙ. Дошман дрондары көн һайын һөжүм итә, беҙгә ойошҡан һәм тактик яҡтан тулы әҙерлектә булыуҙан тыш, бик һиҙгер һәм һаҡ булырға тура килә. Беҙгә һалдаттарҙы юғалтырға ярамай, еңеүгә өлгәшергә һәм бергәләп өйгә ҡайтырға ниәтләйбеҙ. Беҙҙе өйҙә көтәләр, беҙ ғаиләбеҙгә лә, яҡташтарыбыҙға ла кәрәкбеҙ, – тип уртаҡлашты “Дикий”.
Район хакимиәте башлығы “Дикий” менән осрашҡанда яугирҙәргә гуманитар ярҙам тапшырҙы. Яугир ҡыҫҡа ялдан һуң йәнә туғандары янына йүнәләсәк. Анна Карабанова ошондай лайыҡлы улдар үҫтергән ата-әсәгә рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, өйгә ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Бөгөн “Бер туғандарҙан” тигән яҙыу менән сәскә гөлләмәһе алыу бик күңелле булды. Тулҡынландым, – тигән Анна Карабанова.
Фото:Анна Карабанова / телеграм
Дина Арсланова