Яугир Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Лицейҙы, Дыуан күп профилле колледжы филиалын, ә 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Бер нисә йыл элек ҡатыны менән бьюти-хеҙмәтләндереү өлкәһендә үҙ бизнесын ойоштора. Предприятиенан тотороҡло килем алһа ла, МХО-ға барыуҙы үҙенең бурысы тип һанай. Хәҙер ғаилә бизнесын тулыһынса уның ҡатыны алып бара.
2024 йылда ир контрактҡа ҡул ҡуя һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана. Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеү өсөн ул үҙенә “Любимый” позывнойын һайлай, яу яланында водитель булып хеҙмәт итә. 2008 йылда Мәскәүҙә армия хеҙмәтендә алған тәжрибәһе бик тә ярҙам итә.
– Контракт төҙөү тураһында ҡарарым яҡындарым өсөн көтөлмәгән хәл булды, әммә ваҡыт үтеү менән күнделәр һәм бөгөн уларҙың ярҙамын ныҡ тоям, – ти яугир. – Дуҫтарым – алғы һыҙыҡта, мин дә уларға ҡушылырға булдым. Ватанға хеҙмәт итеүҙе ирҙәр бурысы, тип иҫәпләйем.
Әле яугир тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Был көндәрҙе ул ҡатыны һәм өс балаһы менән үткәрергә, туғандарына ба-рырға һәм хәрби бурысын үтәргә яңынан юлланыр алдынан көс тупларға ниәтләй.
"Мәсетле тормошо" гәзитенән