

Юлыҡ ауылында заманында дүрт кешене кулак яһайҙар. Шуларҙың береһе Сөнәғәт Ҡужин да була. Улар йәшәгән йортто тартып алалар, ғаилә башлығын күпмелер ваҡыт Телмәйгә (Белорет районындағы леспромхозға) һөрҙөрәләр. Шулай булһа ла, бирешмәйҙәр. Хәләл көстәре менән ҡабаттан донъя көтә башлайҙар. Кәшфулла Сөнәғәт улы бәләкәйҙән зирәк, белем алыуға теләге ҙур була. Шуға ла, башҡа тиңдәштәре кеүек беренсе класта уҡып, хәреф өйрәнеп ултырмай. Уҡырға төшөү менән икенсе класҡа ултырталар. “Кулак” мөһөрө балаларына ла ҡағыла. Уларҙы комсомолға алмайҙар.
Хеҙмәт юлын Биштар тигән леспромхозда, махсус белеме булмаһа ла, математиканы яҡшы белгәс хисапсы булып башлай. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында иһә колхозда ошо эшен дауам итә. 1942 йылда, Стәрлетамаҡ педтехникумында уҡып йөрөгән сағында, яуға саҡыралар.
Кәшфулла Сөнәғәт улы башта разведчик булып хеҙмәт итә. Йәйге эҫе бер көндө разведкаға китә ҡыйыу һалдат. Тирә-яҡ тып-тын. Ул көтмәгәндә фашистарҙың траншеяһына барып сыға. Фрицтар кәйеф-сафа ҡороп ултырған була. Хәлде аңлап алған оло йөрәкле Совет һалдаты юғалып ҡалмай. Тиҙ генә арыш баҫыуы араһына кереп йәшенә. Иҫтәренә килгән гитлерсылар автоматтан ут яуҙыра башлай. Тик етеҙ егет уларҙан имен-аман ҡотола ала. Полкташтары янына көс-хәл менән ҡайтып етә.
Артабан Кәшфулла Сөнәғәт улы фронтта 227-се дивизияның 239-сы батальонында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ул катушкаларын, тимер сыбыҡтарын һөйрәп, алғы һыҙыҡ менән командование араһындағы бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәҫкә тейеш була. Һуғыштың тәүге сирҡанысын Воронеж янында, Дон йылғаһы буйындағы көслө һөжүм ваҡытында ала. 1943 йылда Курск-Орлов дуғаһындағы ҡаты алышта яралана. Уның түшендә телефон аппараты, уның өҫтөндә пистолеты була. Пистолетты уртағалай ярып, миномет ярсығы аяғын яралай. Госпиталдә дауаланғандан һуң, уны һауа-десант ғәскәренә алалар. Ун ете тапҡыр парашюттан һикерергә тура килә уға. Сталинград өсөн барған алыштарҙа, Финляндия, Польша, Венгрия, Австрияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Венгрияның баш ҡалаһы – Будапештта ҡаршы ала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Кәшфулла Сөнәғәт улы III дәжәрә Дан ордены, ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Юғары баш командующий И. Сталиндың өс тапҡыр Рәхмәт хаты бирелә, бынан тыш бихисап миҙалдар менән наградалана.
Юлыҡ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында Ватаныбыҙ азатлығын һаҡлап йөҙ ҙә туҡһан дүрт ир-егет ҡатнаша. Шуларҙың һикһән етеһенә генә имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була. Яуҙа башын һалғандар араһында Кәшфулла Сөнәғәт улының бер туғандары ла була. Үҙенән алда киткән Лотфулла менән ҡустыһы, яуға юлланғанда бер йылға йәшен ҙурайтып күрһәткән Шәһитулла тыуған ерен һаҡлап шәһит китә. Кәшфулла иһә 1947 йылдың 15-се мартында, биш йыл дауамында һалдат бутҡаһын ашағандан һуң, яугир тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Кәшфулла Сөнәғәт улы ғүмерен иҡтисад өлкәһенә бағышлай. 1949 йылда гәзиттә иғлан күреп ҡалып, Ҡырмаҫҡылылағы бухгалтерҙар курсына уҡырға китә. Икенсе йылға тамамлай. Архангель районында практика үткәндә шунда эшкә тороп ҡалырға өгөтләйҙәр. Тик әсәһе уларҙы ебәрмәй. Улы менән килененең ауылда төпләнеп ҡалыуын теләй. Ҡырҡ биш йыл ғүмерен тыуған “Мағаш” колхозында иҡтисадсы, баш бухгалтер вазифаларын намыҫлы башҡара. Ипле һүҙле, кешелекле кеше итеп белә уны ауылдаштары.
Кәшфулла Сөнәғәт улын бала ҡайғыһы аяҡтан йыға. 1995 йылда, ҡырҡ биш кенә йәшендә, өс балаһын етем ҡалдырып оло ҡыҙы Рәшиҙә баҡыйлыҡҡа күсә. Оло юғалтыуҙы атай кеше ауыр кисерә. Һуғышта алған яралары ла үҙен көндән-көн һиҙҙертә. Ике йылдан һуң үҙе гүр эйәһе була.