Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
9 Май 2017, 11:34

Василий Песков: «Маршал Жуков менән нисек әңгәмәләштем»

Маршал Жуков менән осрашыу айырыуса хәтеремә уйылып ҡалған. 1970 йылда уның «Хәтирәләр һәм уйланыуҙар» тигән китабын уҡығас, көтмәгәндә, исеме илебеҙҙә бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ кеше менән һуғыш тураһында, ундағы еңеү хаҡында әңгәмәләшергә нимә ҡамасаулай, тип уйланым...


50 йыллыҡ журналист эшемдә мин бихисап кешеләр менән аралаштым. Маршал Жуков менән осрашыу айырыуса хәтеремә уйылып ҡалған. 1970 йылда уның «Хәтирәләр һәм уйланыуҙар» тигән китабын уҡығас, көтмәгәндә, исеме илебеҙҙә бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ кеше менән һуғыш тураһында, ундағы еңеү хаҡында әңгәмәләшергә нимә ҡамасаулай, тип уйланым. Үҙемдең ниәтемде ҡыҫҡаса ғына яҙып, уны маршалға тапшырғас, икенсе көнгә үк саҡырыу алдым: «Иртәгә төшкә килегеҙ».

Жуков ул ваҡытта һуғыштан һуң Сталин бүләк иткән Мәскәү ҡалаһы ситендәге йортта йәшәй ине. Ҡунаҡты ул өйгө аяҡ кейемендә һәм бәйләнгән йомшаҡ кофтала ҡаршы алды. Танышҡас, эшкә тотонор алдынан, бер-беребеҙгә ҡарашып, һөйләшә-һөйләшә сәй эстек. Ауыр сир кисергән Георгий Константинович ҡатылығы тураһында бик күп легендалар йөрөгән Жуков түгел ине инде. Миңә ул йомшаҡ күңелле, иғтибарлы һәм түҙемле булып күренде. Сираттағы һәр хакимдың йәберенә нахаҡҡа һәм урынһыҙға эләккән кешене халыҡҡа ентекле күрһәтеү ҙур бурыс булып тора ине. Әлбиттә, Жуковтың ҡот осҡос һуғыш тураһында ни уйлауын да бик белге килде. Һорауҙарҙың бер өлөшөн маршалға яҙып бирҙем, ә ябайыраҡтары ике сәғәт самаһы һуҙылған әңгәмә барышында бирелде.

Ул көндә өйҙә ғәҙәти тормош барҙы. Жуковтың ҡайҙалыр сит илдә нәшер ителгән китабын килтерҙеләр, Калуга өлкәһендәге тыуған районынан хаттар һәм гәзит тапшырҙылар. Кесе ҡыҙҙары мәктәптән ҡайтты. Фотоға төштөк, яңылыҡтарҙы тикшерҙек.

Шунан ике көн буйына әңгәмә яҙмаларын эшкәрттем. Барыһынан элек, данлыҡлы кешенең нимә менән булһа ла дәрәжәһен төшөрөүҙән ҡурҡтым. Бөтәһен дә әҙерләп бөткәс, беҙ дуҫым менән «Комсомолка» мөхәрриренән күләмле әңгәмәне «юғарылағы» берәйһенә күрһәтеүен үтендек, сөнки һуңғы сиктә уны «тунарға» йәки нимәлер төҙәтергә мәжбүр итеүҙәренән ҡурҡтыҡ. Юҡһа Жуковҡа тағы ла бер яра һалыуҙары ихтимал ине.

Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, күләмле әңгәмәлә бер нәмә лә ҡаршылыҡ тыуҙырманы. Һәйбәт ҡағыҙҙа гәзит бите оттискыһы яһап, ҡала ситендәге өйгә ҡанатланып остом.

Жуков, һүрәтле оттискыны күргәс (ул өйҙә ҡыҙы менән төшөрөлгәйне), ғәжәпләнеп ҡашын йыйырҙы: «Быларҙың барыһы ла баҫылыуы ихтималмы?..» – «Эйе, – тим, – әгәр һеҙ хәҙер үк бөтәһен дә уҡып сығып, ҡултамғағыҙҙы һалырға ризалыҡ бирһәгеҙ».

Жуков танауына күҙлек элеп, гәзит оттискыһын ҡулына алып, атлаған ыңғайға уҡып, шығырлап торған ағас баҫҡыстар буйлап икенсе ҡатҡа, кабинетына күтәрелде.

Ул сәғәткә яҡын уҡыны. Йылмая-йылмая әйләнеп килде, мин быны хеҙмәтем өсөн миҙал булараҡ баһаланым.

Әңгәмәнең уңышы шаҡ ҡатырғыс булды. Ғәҙәти булмаған форма, әңгәмәнең күләме һәм характеры, Жуковтың көтмәгәндә «кешеләргә» сығыуы ваҡиғаға әйләнде. Гәзитте ҡулдан ҡулға йөрөттөләр, Мәскәү ихаталарында ҡысҡырып уҡынылар, сит ил гәзиттәре әңгәмәне тулыһынса йәки йөкмәткеһен күсереп баҫты. Шул аҙнала Воронеж янындағы атай-әсәйем йортона ҡайтҡас, атайым миңә яҡты сырай күрһәтте. Һуғышта ҡатнашҡанлыҡтан, ул Жуковты Аллаһы Тәғәлә урынына күрә ине. Ул көндө атайым күршеһе итексе Федорҙы (ул да һуғышта ҡатнашҡан) саҡырып, айырыуса бер күтәренкелек менән күңелен бушатты. Стакандарға «боевой йөҙ грамм» ҡойоп, атайым былай тине: «Федор, һин күҙ алдына килтерәһеңме, Вася әле мин һинең менән һөйләшеп ултырған кеүек, Жуков менән әңгәмәләшеп ултырған. Һин аңлайһыңмы?!»

Әңгәмә Жуковҡа оло ҡыуаныс килтерҙе. Георгий Константинович меңдәрсә хат алды. Был халыҡтың уны хәтерләүен, яратыуын, һуғыштағы ролен аңлауын, уның менән ғорурланыуын раҫланы.

Миңә Жуков тулҡынландырғыс рәхмәт һәм ғорурланырлыҡ ышаныс белдерҙе: китабының яңы баҫмаһы өсөн йомғаҡлау бүлеген яҙыуҙа ярҙамлашыуымды үтенде. Бер нисә тапҡыр үҙҙәренә килергә саҡырҙы. Аңлауымса, үҙен тулҡынландырған яңылыҡтарҙы кем менәндер уртаҡлашҡыһы килеүгә бәйле ине был.

«Өсөнсө көн Чаковский ғәфү үтенергә килде. Бына ошонда ултырып, һаҫыҡ сигараһын төтәтте». Чаковский романында Жуковты 1941 йылда Ленинград өсөн киҫкен көндәрҙә үтә ҡанһыҙ итеп һүрәтләп, рәнйеткән. Жуков «юғарыға» ялыу яҙған: «Ни өсөн минән монстр яһарға? Ленинградтың яҙмышы ҡыл өҫтөндә торҙо, ҡаланың яҙмышын хәл иткән кешеләрҙең башынан һыйпай алмай инем». Яҙыусы татыулашырға килгән. «Ул миңә былай тине: «Георгий Константинович, Толстой Филиҙағы советты һүрәтләгәндә, Кутузов совет ваҡытында йоҡомһорап ултырҙы, тип яҙған». Ә мин уға: «Мин үлгәс, намыҫың ни ҡуша, шуны яҙығыҙ. Тере сағымда үҙемде үҙем яҡлай алам әле», – тинем».

Шул көндәрҙә Жуковтың маршал Конев менән тағы ла бер осрашыуы була. «Шылтыратып, Георгий, беҙгә осрашырға кәрәк, тине». Ә мин уға: ни өсөн?! – «Ғәйебемде танырға теләйем, мин һине бик ныҡ үпкәләттем». – «Кил һуң...» Коневтың ғәйебе шунда: Жуковтың Мәскәүҙә булмауынан файҙаланып, күрәһең, Хрущевтың үтенесе буйынсалыр, «Правда»ға маршалдың «Наполеон ғәҙәттәре» тураһында мәҡәлә яҙып, маршалды сираттағы тапҡыр мыҫҡыллауға булышлыҡ иткән. Жуков, әлбиттә, быны онота алмаған. 41-се йылда Коневты ул ҡотҡарған да баһа! Вязьма янында һәләкәтле еңелгәс, Коневҡа атып үлтереү янаған. Жуков «ғәйеплене» аҡларлыҡ һүҙҙәр тапҡан. Бынан тыш, Сталиндан Коневты үҙенең ҡарамағына ебәреүҙе һораған, Мәскәү өсөн һуғыш ваҡытында Калинин фронты командующийы итеп тәғәйенләгән. «Беҙ осраштыҡ. Берәр рюмка тотҡас, һөйләшеп, мөнәсәбәттәребеҙҙәге үпкәне оноторға һүҙ ҡуйыштыҡ».

Жуковты Сталин ваҡытында ла, Хрущев заманында ла, Брежнев осоронда ла йәберләгәндәр. Элекке дуҫтары өйөнә һирәк шылтыратыуҙан да ғазапланған. Ләкин барыһы ла шунда уҡ Жуковты онотоп бөтөрмәгән. Үҙенеке кеүек ҡаты холоҡло кешеләр ҙә булған. Бер мәл мин маршалдың күңеленә хуш килгән ун минутлыҡ әңгәмәнең шаһиты булдым. Трубканы һалғас, ул ике генә һүҙ әйтте: «Косыгин шылтыратты».

Һуңғы тапҡыр Жуковты вафатына бер нисә көн ҡалғас күрҙем. Иртән шылтыратты: «Һин килһәң икән...» Жуковтың саҡырыуы миңә нимә булһа ла бүләк итергә теләүе менән бәйле булып сыҡты. Мин башымды сайҡаным: «Алмаясаҡмын! Бөтәһен дә – музейға». Жуков ауыр һуланы: «Минең һымаҡ, үҙ һүҙле икәнһең. Ярай, соланға сығайыҡ». Соланда лампочка яҡтыһында ҡыш көнө балыҡ тотоу өсөн йәшник-ултырғыс күрҙем. Уны асҡас, Жуков: «Бында төрлө ваҡ-төйәк. Берәй нәмә һайлап ал», – тине. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡармаҡ ептәрен, ҡармаҡтарҙы, ҡалҡыуыстарҙы, йылтырмаларҙы, батырғыстарҙы ҡараным. Ҡарашымды шәйләп, Жуков йәшниктә үҙе аҡтарынырға тотондо һәм миңә тупаҫыраҡ, ваҡыт үтеүҙән йәшелләнеп бөткән йылтырманы һуҙҙы: «Офицер ҡайышы айылынан үҙем ҡырып яһаным...» Жуков бүлмәнән бүләктәрҙе һалыу өсөн йәшел төҫтәге бәләкәй ҡалай тартма алып килде. Мин бөтәһен дә рәхмәт әйтеп ҡабул иттем, сөнки Жуковтың ҡомарлы һунарсы һәм балыҡсы икәнен белә инем. Ябай мауығыуҙар уға һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы кисерергә ярҙам иткән. Маршал менән һуңғы осрашыуҙы хәтергә төшөргәс, йәшел ҡалай тартманы астым. Унда бөтәһе лә урынында: ҡармаҡтар, ҡалҡыуыстар, йылтырмалар, тутыҡҡан винтовка патроны. Мин уны Ельна ҡалаһы янындағы ҡалҡыулыҡтан алдым, ундағы һуғышта беҙҙең беренсе еңеү яуланған, алыштарға Жуков етәкселек иткән.

Хәҙер 1970 йылғы әңгәмәне хәтергә төшөрәйек. Ул бәләкәй ҡыҫҡартыуҙар менән генә баҫыла.


«Еңеүгә юл оҙон һәм ауыр булды»

Советтар Союзы Геройы Г. К. Жуков менән әңгәмә


Песков. Георгий Константинович, һуғышты иҫкә төшөрөп, теләһәк-теләмәһәк тә, һәр ваҡыт уның башланған сағына әйләнеп ҡайтабыҙ. Һеҙ Генераль штаб начальнигы булғанһығыҙ. Һуғыштың яҡынлашып килеүе тураһында нимә белә инегеҙ? Һеҙҙең өсөн 22 июнь иртәһе нисек булды?

Жуков. Германияның беҙҙең менән һуғышырға әҙерләнеүе хаҡында июнь уртаһына бик күп мәғлүмәт тупланды. Аңлауығыҙса, быларҙың барыһы тураһында ла Сталинға еткерелде, ләкин ул был мәғлүмәттәргә үтә ныҡ һаҡ ҡараны.

21 июндә миңә Киев округынан шылтыраттылар: «Пограничниктарға һатлыҡ йән – немец фельдфебеле ҡасып сыҡҡан. Ул немец ғәскәрҙәре эргәләге райондарға һөжүм итеп, һуғышты 22 июндә иртән башлай, тип раҫланы». Беҙ маршал Тимошенко һәм генерал-лейтенант Ватунин менән кисекмәҫтән ғәскәрҙәрҙе хәрби әҙерлеккә килтереү зарурлығына ышандырыу маҡсатында Сталинға юлландыҡ. Ул ныҡ борсолдо.

– Бәлки, һатлыҡ йәнде беҙгә бәрелешкә ҡотҡо һалырға ебәргәндәрҙер?..

Армияларҙы хәрби әҙерлеккә килтереү тураһында приказ ғәскәрҙәргә 22 июндә төндә тапшырылды. Төнгө сәғәт 12-лә Киев округынан, беҙҙең частарға тағы ла бер немец һалдаты килде, тип хәбәр иттеләр. Ул йылғаны кисеп сығып: «Сәғәт дүрттә немец ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә...» – тигән.

3 сәғәт 17 минутта Ҡара диңгеҙ флоты командующийы шылтыратты. «Диңгеҙ яғынан бик күп билдәһеҙ самолеттар килә...»

Һуғыш... Мин кисекмәҫтән Сталинға шылтыраттым, хәлде аңлатып, яуап хәрби хәрәкәттәре башларға рөхсәт һораным. Ул бик оҙаҡ яуап бирмәне. Ниһайәт: «Кремлгә килегеҙ...» – тине.

4 сәғәт 30 минутта беҙ Тимошенко менән Сталин кабинетына индек. Унда бөтә Политбюро ағзалары йыйылғайны. Ағарынған Сталин тоҡандырылмаған төрөпкә ҡабып өҫтәле артында ултыра. Ул: «Герман илселегенә шылтыратырға кәрәк...» – тине. Илселектә, илсе граф фон Шуленберг ашығыс хәбәр еткереү өсөн үҙен ҡабул итеүҙәрен үтенә, тип яуап бирҙеләр...

Песков. Шулай итеп, һуғыштың яҡынлашыуы алдан билдәле булған. Илде хәрби әҙерлеккә килтереүҙе тотҡарлау сәбәбе нимәлә һуң?

Жуков. Иң мөһим сәбәптәрҙең береһе – Сталиндың һуғышты кисектереүгә, үҙгәртеп ҡороуҙы һәм армияны ҡоралландырыуҙы тамамларға өлгәшеүенә ышаныуында. Ул беҙҙең эш-ҡылыҡтар һөжүм итеүгә сәбәп булыуҙан ҡурҡа ине.

Һуғыш алдынан барлыҡҡа килгән мәл хаҡында уйлағанда ул осорҙағы халыҡ-ара хәлде лә иҫәпкә алырға кәрәк. Күп нәмә асыҡ түгел ине. Англия менән Франция ике төрлө эш итте. Улар барлыҡ көстәрен туплап Гитлерҙы көнсығышҡа этәрҙе. Ғөмүмән, беҙгә бик күп ҡорбандар килтергән, ҙур көсөргәнешкә эйә һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуын алдан билдәләүсе тәрән ғәҙел сәбәптәре бар.

Песков. Ул сәбәптәр ниндәй һуң?

Жуков. Бында бер-ике һүҙ менән генә яуап биреүе ҡыйын. Күбеһен хәл-тороштоң тарихи ҡотолғоһоҙлоғо аңлата.

Хәҙер, артҡа боролоп ҡарап һәм барыһын да ентекләп тикшергәс, мин шуны ышаныслы әйтә алам: илде обороналау эше үҙенең төп, мөһим һыҙаттарында дөрөҫ алып барылған. Оҙаҡ йылдар дауамында иҡтисади һәм социаль йүнәлештә бөтәһе лә йәки мөмкин булғандың бөтәһе лә эшләнде. Ә 1939 йылдан алып 1941 йылдың уртаһына тиклем халыҡ һәм партия тарафынан оборонаны нығытыу өсөн айырыуса тырышлыҡ һалынды, ул бөтә көстәрҙе һәм сараларҙы туплауҙы талап итте.

Ул йылдарҙы хәтерләп, үҙебеҙҙең күп нәмә эшләүебеҙгә хайран ҡалам. Үҫешкән индустрия, колхоздар төҙөү, бөтә халыҡҡа белем биреү, милләттәр берҙәмлеге, халыҡтың юғары патриотизмы, фронт менән тылды бер бөтөн итеп тупларға әҙер партия етәкселеге...

Был бөйөк илдең оборона һәләтенең бына тигән нигеҙе ине. Ләкин тарих барыһын да үҙ урынына ҡуйырға тыныс ваҡытты бик аҙ бирҙе. Беҙ күбеһен дөрөҫ башланыҡ, әммә бөтәһен дә теүәлләй алманыҡ.

Асылда, армия өсөн дә күп эшләнде. Граждандар һуғышынан һуң беҙҙә танкылар, самолеттар, элемтә саралары етештереүсе заводтар юҡ ине. Һуғыш армияны тамырынан үҙгәртеп ҡорған мәлдә башланды. Беҙ өр-яңы ҡоралдар алдыҡ. Әммә данлыҡлы «катюшалар», «Т-34» танкылары, һөжүм итеүсе самолеттар һ. б. яңы үҙләштерелә генә ине әле. Армияны уҡытыу системаһы ла үҙгәртеп ҡоролдо. Быларҙы белгән Гитлер ныҡ ҡабаланды...

Ә хәҙер беҙҙең дошманды күҙҙән үткәрәйек. Был мәлгә немец армияһы беҙҙекенә ҡарағанда яҡшыраҡ йыһазландырылғайны, тупланғайны, хәрби тәжрибәгә эйә, еңеүҙәрҙән иҫергәйне.

Көтмәгәндә һөжүм итеүҙең дә, әлбиттә, әһәмиәте ҙур ине. Фашист армияһының ҡулына шунда уҡ стратегик инициатива эләкте, уны тартып алыу бик еңелдән булманы.

Ләкин барлыҡ күҙгә ташланған еңеүҙәрҙә лә фашистың көслө һуғыш машинаһы бата башланы. Гитлер штабтарында быны шунда уҡ һиҙҙеләр. Мәҫәлән, генерал Курт Типпельскирх бына нимә тип яҙҙы: «Рустар көтөлмәгән сыҙамлылыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән һуғышты, ҡаршылыҡҡа тиңдәшһеҙ һәләт күрһәтте...»

Аҡылллы әйтелгәнме? Аҡыллы һәм теүәл.

Песков. Юғары командование һеҙҙе һуғыштың иң көсөргәнешле һәм яуаплы участкаларына ебәргән. Ошоға бәйле ниндәй алыштарҙы атап үтер инегеҙ?

Жуков. Ленинград оборонаһы. Мәскәү өсөн алыш. Сталинград һуғышы. Курск дуғаһындағы алыш. 1944 йылдағы Белоруссия операцияһы. Һәм, әлбиттә, Берлин өсөн көрәш. Был операцияларға мин йә етәкселек иттем, йә Ставка ҡушыуы буйынса фронт командующийҙары менән берлектә уларҙы әҙерләнем.

Песков. Был операцияларҙың ҡайһыһы хәтерегеҙҙә нығыраҡ ҡалды?

Жуков. Был һорауҙы миңә йыш бирәләр, мин һәр ваҡыт бер төрлө яуап бирәм: Мәскәү өсөн алыш. Иң әһәмиәтле һынау көндәре булды улар. Баш ҡалаға янаған хәүеф ҙур ине. Мөһим заводтарҙы, ҡайһы бер дәүләт учреждениеларын, дипломатик корпустарҙы Себергә, Волга аръяғына эвакуацияларға тура килде. Ләкин ҡалала партия етәкселеге, Дәүләт Оборона Комитеты, Юғары баш командующийҙың Ставкаһы ҡалды. Кем ҡулына винтовка, көрәк тота ала, кем хәрби кәрәк-яраҡ етештереүсе станоктар артына баҫа ала – барыһы ла Мәскәүҙе яҡларға баҫты.

Ҡайһы көндә булғандыр, иҫемдә ҡалмаған, фронт штабына Сталин шылтыратты.

– Һеҙ беҙҙең Мәскәүҙе һаҡлап ҡала алыуыбыҙға ышанаһығыҙмы? Мин быны йөрәгем әрнеп һорайым. Коммунист булараҡ, дөрөҫөн әйтегеҙ.

Минең яуап:

– Мәскәүҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.

Песков. Һуғыштың ауыр икәнлеге билдәле. Георгий Константинович, әйтегеҙ әле, фронт командующийы булараҡ, Мәскәү өсөн алышта шәхсән һеҙҙең өсөн хәл-торош физик яҡтан ҡыйын булдымы?

Жуков. 45-се йылда Эйзенхауэрға нисек яуап бирһәм, әле лә шулай яуап бирәм. Мәскәү өсөн алыш һалдат өсөн дә, командующий өсөн дә бер тиң ауыр булды. Иң ҡаты һуғыштар мәлендә (16 ноябрҙән 8 декабргә тиклем) миңә тәүлегенә ике сәғәттән артыҡ йоҡларға тура килмәне. Һуғышта һынылыш башланғас, шул тиклем ҡаты йоҡлағанмын, мине хатта уята алмағандар. Сталин ике мәртәбә шылтыратҡан, уға: «Жуков йоҡлай, уята алмайбыҙ», – тип яуап биргәндәр.

Песков. Һуғыштағы һынылыш осоро – Сталинград. Әһәмиәтле операцияның ниәте нисек барлыҡҡа килде?

Жуков. Паулюс армияһын ҡамау ниәте 42-се йылда барлыҡҡа килгән хәл-торош һөҙөмтәһендә тыуҙы. Сталинград иң ҡаты һуғыш урынына әйләнде. Минең фекеремсә, уны Мәскәү өсөн алыш менән генә сағыштырырға мөмкин. Армиябыҙҙың батырҙарса сыҙамлылығы тупланған резервтарҙы Волгаға килтерергә мөмкинлек бирҙе. Был районда немец төркөмдәренә һөжүм итеү өлгөрөп еткәйне инде. Ул ваҡытҡа беҙҙең командирҙар һуғыштың ҡырыҫ мәктәбен үтеп, күп нәмәгә өйрәнгәйне. Улар араһынан талантлы кешеләр сыҡты. «Ҡаҙан» идеяһы күптәрҙең башына килеүе бик ихтимал. Ғәмәлдә иһә эш былай торҙо. Ставкала контрһөжүм планын тикшергәндә беҙ Александр Михайлович Василевский менән Юғары баш командующийҙың иғтибарын немецтарҙы Сталинград янында ҡамауға алыу мөмкинлегенә йүнәлттек. Был стратегик хәл-торошто беҙҙең файҙаға ҡырҡа үҙгәртер ине. Сталин барыһын да иғтибар менән тыңлағас: «Көстәребеҙ етерме һуң?» – тип һораны.

Бер нисә көндән яһалған иҫәп-хисаптарҙан һуң, был Сталинград янындағы һуғышты тамамлауҙың иң һәйбәт алымы, тип иҫбат ителде. Ниәт шунда уҡ тормошҡа ашырыла башланы. Бөтә был эштәргә Ставка һәм Генераль штаб етәкселек итте.

Песков. Сталинград һуғышынан һуң армияла яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелдеме?

Жуков. Әлбиттә. Сталинградтан һуң армия теләһә ниндәй көстө ҡыйратырға һәләтле сыныҡҡан хәнйәргә әйләнде. Курск дуғаһындағы алыш быны ныҡлы раҫланы.

Песков. Курск янындағы алыш бынан алдағыларынан нимәһе менән айырылды?

Жуков. Алдан уйлап эш итеү менән, тип әйтер инем мин. Ике яҡ та һуғышҡа көн элгәре һәм оҙаҡ әҙерләнде. Немецтар, беҙ уларҙың планын белмәйбеҙ, тип уйланы. Яңылышты улар. Стратегик хәл-торошто һәм фронт, агентура разведкаһы тапҡан күп мәғлүмәттәрҙе ентекле анализлағандан һуң, беҙ берҙәм фекергә килдек: немецтар Курск дуғаһында Сталинградтағы еңелеүҙәре өсөн реванш алырға – ҡон ҡайтарырға теләй. Ләкин немец командованиеһының пландарын белгәс, уларға һуғыш өсөн һайланған урындан ситкә тайпылманыҡ. Беҙҙә бер пункт буйынса ғына ҡайһы бер килешмәүсәнлек булды: оборона тоторғамы, әллә, ваҡытты самалап, иҫкәртеү һөжүме яһарғамы? Барыһын да ентекләп тикшергәс, ныҡлы, тәрән (300 километрға тиклем) оборона отошлораҡ булыр, тип хәл иттек. Дошманды ҡанһыратҡас, бөтә көстө туплап һөжүмгә күсергә.

Яу илле көн дауам итте. Һуғыштар тарихында был, һис шикһеҙ, иң оло алыш ине.

Песков. Георгий Константинович, Баш командование Ставкаһы, Ставкалағы эш мөхите тураһында һөйләгеҙ әле.

Жуков. Ставка... Ул һуғыштың төп етәкселек үҙәге ине. Һалдат фронттың бәләкәй генә участкаһын күрҙе һәм хәрби эшен атҡарҙы. Ставка барыһын да тотош күрҙе. Ставкала әйтелгән һүҙ ҙур армияларҙы хәрәкәткә килтерҙе. Ставкала ҡабул ителгән теләһә ниндәй ҡарарҙың ниндәй бөйөк аҡыллы булырға тейешлеген аңлау ҡыйын түгел.

Зарурлыҡ тыуһа, Ставкаға фронт командующийҙары саҡырылды. Бөтә ҙур операциялар ҙа уларҙың ҡатнашлығында эшләнде. Үҙ сиратында Ставка вәкилдәрен, юғары вәкәләттәр йөкмәтеп, һуғыштың хәл иткес участкаларына ебәрҙе. Шулай итеп, Ставка үҙен фронтҡа мөмкин тиклем нығыраҡ яҡынлаштырҙы.

Ставкала һуңғы һүҙ, әлбиттә, Юғары баш командующийҙа ине.

Ул барыһына ла берҙәй талапсан булды. Ләкин эште белеп доклад яһағанда иғтибар менән тыңлай ҙа белде.

Мин Сталиндың һәр ваҡыт тип әйтерлек тыныс һәм төптән уйлап эш итеүен күрҙем. Әммә ҡайһы берҙә ҡыҙып та киткеләне. Бындай мәлдәрҙә ысынбарлыҡ уға хыянат итте. Сталиндың асыуына түҙгән һәм уға ҡаршы төшкән кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Ләкин күп йылдар эсендә шуға инандым: Сталин менән бәхәсләшергә, хатта үҙ һүҙеңде яҡларға мөмкин ине.

Песков. Сталиндың берәй ваҡыт һеҙҙең менән Гитлер тураһында һөйләшкәне булдымы?

Жуков. Бер һөйләшеү хәтеремдә. 1945 йылдың 1 майында булды ул. Берлин янынан шылтыратып, Юғары баш командующийға, Гитлер үҙенә ҡул һалған, тинем. Сталиндың яуабы: «Бәләгә тарыны, ҡәбәхәт. Тере килеш ҡулға төшөрә алмауыбыҙ ҡыҙғаныс...»

Песков. Георгий Константинович, һеҙ һуғышта партияның етәксе ролен нисек тойҙоғоҙ?

Жуков. Әгәр беҙҙә ныҡлы көс – партия булмаһа, һуғышта еңә алмаҫ һәм Ватаныбыҙҙың яҙмышы бөтөнләй икенсе төрлө булыр ине. Һуғыштағы иң ауыр, иң яуаплы нәмәләр тәүге сиратта коммунистар иңенә төштө. Ә тылдағы эш, сәнәғәтте ойоштороу! Мин иң ауыр көндәрҙә башҡарылған ғәйәт ҙур эш тураһында һоҡланмайынса һөйләй алмайым. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә – 41-се йылдың июненән алып ноябргә тиклем – оккупация янаған территорияларҙан 1 мең ярымдан ашыу предприятие көнсығышҡа күсерелде, улар яңынан эшләй башланы.

Хәҙерге йәштәр төҙөлөштәр һәм ҙур заводтарҙың ни икәнен белә. Күҙ алдына килтерегеҙ: авиация заводы бер-ике айҙа күсеп, яңы урында продукция бирә башлай. Йыһаз тейәлгән эшелондар көн-төн көнсығышҡа ағылды. Илебеҙҙең көнсығышынан ҡоралдар һәм ғәскәрҙәр тейәгән эшелондар килде. Бөтә был ғәйәт ҙур оло әйләнеш көстәрҙең ҙур көсөргәнешлеге, бихисап тәртипһеҙлек, буталсыҡлыҡ һәм бәрелештәр менән барҙы, әммә етәкселек һәм ойоштороу көсөнә буйһоноп, туҡтаманы, артҡандан-артты.

Песков. Һәр һуғыш – ҡотолғоһоҙ аҡылдар һуғышы ул. Был йәһәттән һеҙ немец штабтарындағы дошмандарығыҙ тураһында ни әйтә алыр инегеҙ? Операцияны планлаштырғанда, берәй билдәле шәхестең хәрби фекерләү ҡеүәһен иҫәпкә алдығыҙмы?

Жуков. Немецтар беҙҙең командующийҙарҙың почергын белгәндерме, юҡмы – уныһы миңә билдәһеҙ. Беҙгә килгәндә иһә, һуғыш башланғанда бындай нескәлектәр хаҡында һүҙҙең булыуы мөмкин түгел ине. Һуғыштың икенсе этабында бер-береһенә ҡаршы тороусы яҡтарҙың хәрби сәнғәт нисбәте тигеҙләшә башланы. Беҙҙең ғәскәрҙәр тейешле тәжрибә туплағас, совет командованиеһы етерлек көскә һәм ҡоралға эйә булғас, ул немец командованиеһынан бер аҙ өҫтөнлөк алды, бигерәк тә стратегик бурыстарҙы хәл иткәндә.

Беҙ сираттағы операцияны планлаштырғанда дошмандың билдәле шәхесен иҫәпкә алдыҡмы? Быны иҫәпкә алыу ҡыйын, сөнки теләһә ҡайһы операцияны бер генә кеше әҙерләмәй. Әлбиттә, беҙ, мәҫәлән, Манштейндың – ҡыйыу, тәүәккәл кеше, Модельдың – һаҡсыл, ә Коктейльдың авантюрист кеше икәнен белә инек. Һуғыш аҙағына немец армияһында стратегик сәнғәттең дөйөм кимәле ҡырҡа төштө. Йыш ҡына шулай булды: дошмандан уның өсөн көслө, файҙалы алым көтәһең, ә ул иң йомшаҡ алым яһай.

Ғөмүмән, үткән һуғыштағы беҙҙең дошман тураһында һөйләгәндә, мин Германия ҡораллы көстәренең оператив-стратегик һәм тактик сәнғәте кәмселекле ине, тип әйтеүселәргә ҡушыла алмайым. Беҙ көслө дошман менән эш иттек.

Песков. Георгий Константинович, һуғышҡа ҡағылмаған һорау. Һеҙҙеңсә, һуғыш кеше тойғоларының ниндәйҙәрен нығыраҡ уятты?

Жуков. Һуғышта кеше тойғоларының береһе лә һүнмәне.

Мин һуғыш ваҡытында Ватаныбыҙға һөйөү тойғоһоноң айырыуса артыуын телгә алыр инем. Һәр кешегә хас был тойғо халыҡтарыбыҙ тарихына тәрән тамырҙар ебәргән. Һынылыш сәғәттәрендә Ватаныбыҙ нимә менән ғорурлана ала, шуны хәтергә төшөрөүебеҙ тулыһынса аңлашыла. Рәсәйҙең бөйөк кешеләренең исемдәрен, үткәндең бөйөк эштәрен һәм хәрби батырлыҡтарын иҫкә төшөрҙөк.

Песков. Халыҡ йөрәгенә йүнәлтелгән дәүләт акттарының ҡайһылары айырыуса әһәмиәткә эйә булды, тип иҫәпләйһегеҙ?

Жуков. Мин һуғыштың өс этабы символына әйләнгән өс мәлде атар инем.

Сталиндың 1941 йылдың 3 июлендәге телмәре, халыҡҡа илебеҙгә ябырылған ҡурҡыныс тураһында дөрөҫө әйтелде;

1941 йылдың 7 ноябрендәге Мәскәүҙәге парад ышанысты арттырҙы: ниндәй генә ҡыйынлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҡаршы тора аласаҡбыҙ;

Орел һәм Белгородты азат итеү хөрмәтенә 1943 йылдың 5 авгусындағы Мәскәүҙәге беренсе салют. Берлинға алыҫ ине әле, ләкин ошо уттарҙа тулы еңеү күренә ине инде.

Песков. Союздаштарҙың ярҙамы хаҡында фекерегеҙ?

Жуков. Был ярҙамды иҫәптән сығарып ташларға ярамай. Ул, һис шикһеҙ, үҙ ролен уйнаны. Англиянан һәм Американан беҙ дары, юғары октанлы бензин, төрлө маркалы ҡорос, паровоздар, самолеттар, автомобилдәр, аҙыҡ-түлек алдыҡ. Ләкин был һуғыш талап иткәндең бәләкәй генә өлөшө ине.

Песков. Һалдатта барыһынан элек ниндәй сифаттарҙы баһалайһығыҙ?

Жуков. Ҡыйыулыҡ. Ватанға бирелгәнлек.

Песков. Георгий Константинович, һеҙҙән йәштәргә атайҙар һүҙе ишетеү мөһим.

Жуков. Йәштәр һуғыштың төп ҡорбаны булды, тип иҫәпләйем. Бына тигән күпме йәш кешеләрҙе юғалттыҡ! Күпме әсә һуғыштан балаларын көтөп ала алманы! Мин команда пунктынан йәш һалдаттарҙың нисек һөжүмгә күтәрелеүен күп тапҡыр күрҙем. Үлемесле металл менән туп-тулы һауала баҫып тороу – ҡурҡыныс минут. Һәм улар тороп баҫты. Уларҙың күбеһе тормош тәмен татырға ла өлгөрмәгәйне. Ун туғыҙ-егерме йәш – ғәҙәти кеше тормошонда иң һәйбәт осор. Бөтәһе лә алда... Ә улар өсөн йыш ҡына алда пулемет уты бөркөүсе немец блиндажы торҙо. Беҙ, өлкән быуын кешеләре, быны онотмаясаҡбыҙ. Йәштәрҙең дә онотмауы мөһим.

Йәш кешеләргә тағы ла шуны әйтер инем: ерҙәребеҙгә һәм ҡаҙаныштарыбыҙға ҡыҙығыусылар бөтмәгән әле, киләсәктә лә булыр, тип уйлайым. Шуға күрә, теләһә ҡайһы мәлдә лә ауыр сәғәткә әҙер булырға кәрәк.

Ватанды һаҡлаусы хәҙерге йәштәрҙе мин нисек күрергә теләр инем? Белемле һәм сыҙамлы. Армия хәҙер ҡатмарлы техника менән ҡоралланған. Уны өйрәнеү, әлбиттә, минең йәш саҡтағы ат менән идара итеүгә һәм ҡылыс тоторға өйрәнеүгә ҡарағанда, ҡыйыныраҡ. Ләкин һәр осор һалдат алдына үҙ бурыстарын ҡуя. Үткән һуғышта һеҙҙең йәштәштәрегеҙ танкылар һәм самолеттар менән оҫта идара итте. Әлеге техника ла йәш көстәргә, зирәк аҡылға буйһона ала. Өйрәнегеҙ! Дошмандарыбыҙҙың ҡул ҡаушырып ултырмауын белегеҙ.

Песков. Һуғыш 1418 көнгә һуҙылды. Ошо көндәрҙең ҡайһыһы һеҙҙең өсөн иң хәүефлеһе, иң ауыры, иң бәхетлеһе булды?

Жуков. Иң хәүефлеһе, моғайын, һуғыш алды көнө, 1941 йылдың 21 июне булғандыр. Мәскәү янында 41-се йылдың ноябрендә бер нисә көн үтә ауыр булды. Иң бәхетле көн – әлбиттә, минең армия һәм халҡыбыҙ исеменән Берлин ситендәге Карлсхорстта фашист Германияһынан капитуляция ҡабул итеү.

Песков. Георгий Константинович, хәҙер һуғыштағы иң сағыу, иң иҫтәлекле мәл тураһында ике һүҙ.

Жуков. Был, моғайын, 16 апрелдә Берлинға һөжүм башлауҙыр... Ғүмеремдең аҙағына тиклем яҙғы томан ҡаплаған Одер янындағы ерҙе онотмаясаҡмын. Барыһы ла теүәл сәғәт биштә башланды. «Катюшалар» һөжүм итте, егерме меңдән ашыу туп эшләне, йөҙҙәрсә бомбардировщиктың геүләүе ишетелде... Ә утыҙ минутлыҡ ҡеүәтле бомбаға тотоуҙан һуң, һәр ике йөҙ метр һайын сылбырлап урынлаштырылған йөҙ ҡырҡ зенит прожекторы ҡабынды. Яҡтылыҡ диңгеҙе дошманға ябырылды, уны һуҡырайтты, объекттарҙы беҙҙең пехоталар һәм танкылар һөжүме өсөн ҡараңғылыҡтан тартып сығарҙы. Күренеш ныҡ тәьҫирләндерҙе. Бөтә ғүмерем буйы бындай тойғоно башҡа кисермәнем...

Тағы ла бер мәл: Берлинда рейхстаг өҫтөндәге төтөн араһында ҡыҙыл әләмдең елберҙәүен күреү. Мин хискә бирелеп барыусан кеше түгелмен, ләкин тулҡынланыуҙан тамағыма төйөр тығылды...

Песков. Ял иткәндә ни менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?

Жуков. Мин ҡомар һунарсы һәм балыҡсы.

Песков. Георгий Константинович, хәҙер, моғайын, һеҙгә «Комсомольская правда»лағы иптәштәремдән дуҫтарса бүләк тапшырыу ваҡыты еткәндер. Был – пластинкалар. Бер ҡапта – Мәскәү янындағы ҡоштар тауышы яҙылған пластинкалар. Икенсеһендә – һуғыш осоро йырҙары. Ошо уңай менән үҙегеҙҙең яратҡан бер нисә йырҙы атап үтә алмаҫһығыҙмы?

Жуков. Миңә оҡшаған йырҙар башҡа кешеләргә лә оҡшайҙыр, тип уйлайым: «Вставай, страна огромная...», «Дороги», «Соловьи...» Былар үлемһеҙ йырҙар! Ни өсөн? Сөнки уларҙа халыҡтың киң күңеле сағылыш тапҡан.

Песков. Һеҙҙең фекерегеҙсә, ҡайһы халыҡ һуғышта бик күп ҡорбан бирҙе?

Жуков. Һуғыш донъялағы бөтә халыҡтан бик күп ҡорбан талап итте. Мин үҙемдең бөйөк илдә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Үткән һуғышта халҡым менән бик күп юғалтыуҙар әсеһен һәм Еңеү бәхетен татыным.

Песков. Георгий Константинович, беҙ һеҙҙең менән Еңеү байрамы алдынан һөйләшәбеҙ...

Жуков. Ватаныбыҙ өсөн 9 Май һәр ваҡыт изге көн буласаҡ, кешеләр һәр ваҡыт уйҙары менән 1945 йылдың майына әйләнеп ҡайтасаҡ. Ул яҙғы көндәрҙә бик күп ҡорбандар менән билдәләнгән бөйөк юл тамамланды. Беҙҙең кешелек бурысы – бер-беребеҙҙе байрам менән ҡотлағанда, яныбыҙҙа булмағандарҙы, һуғышта башын һалғандарҙы һәр ваҡыт хәтерләү.

Еңеүҙе байрам иткәндә, дошманды еңергә халҡыбыҙҙың ниндәй сифаттары ярҙам итеүен һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ. Түҙемлек. Ҡаһарманлыҡ. Ватанға һөйөү. Һуғыш уты менән һыналған ошо сифаттар беҙгә һәр ваҡыт юлдаш булһын.

Российская газета. 2007 йыл, 22 июнь.