Тарихи тергеҙеү эше менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм шѳғѳлләнә башлауым башҡорт яугирҙарының Бородино-Париж яу юлын ҡабатлау ғына түгел, ҡорал-кейемдәр, легенда-риүәйәттәр тергеҙеү, онотолоуға дусар булған әйтемдәрҙең ысын мәғәнәһен асыҡлау бурысын да йѳкмәтә икән.
Элегерәк иғтибар ҙа бирмәгән ҡайһы бер мәҡәл-әйтемдәргә, ҡулланыштан тѳшѳп ҡалған кәсеп-һѳнәр әйберҙәренә, яу-һунар ҡоралдары элементтарына ҡарата ҡараштарымды үҙгәртте. Мәҫәлән, «балдаҡ аша уҡ атыу» әйтемен, туранан-тура балдаҡ түңәрәге аша уҡ атыу тип күҙ алдыма килтереүем бер миндә генә булмағандыр, сѳнки боронғо донъя тарихынан билдәле булған грек батыры Одиссейҙың Троя яуынан һуң, аллалар рәхимһеҙлегенә дусар булып, ун йыл үткәс кенә тыуған утрауы – Итакаға ҡайтыуы хрестоматия ѳлгѳһѳнә әүерелгән тарихи эпизод. Одиссей тураһындағы фильмда Одиссейҙың ҡатыны Пенелопаның, кейәүгә һоратып ирекһеҙләүсе «кейәү егеттәре» араһында уҡ атыу ярышы ойоштороуы һәм тѳп ҡағиҙә булып атылған уҡтың балдаҡ аша үтеү шарты минең иғтибарымды йәлеп итте. Тәү ҡарамаҡҡа ғәжәпләнергә урын юҡ та кеүек, ә бына шәхсән үҙемә уҡ атыу менән шѳғѳлләнә башлап, уҡ юнырға, башаҡ-ҡауырһын ҡуйырға тура килгәс, уҡтың балдаҡ аша үтеүе, йылмайыу аша ғына, бәлки, осраҡлы булалыр, тигән фекер тыуҙырҙы. Беренсенән, уҡ башағының яҫылығы балдаҡ әйләнәһенән ҙур булыуы ла мѳмкин, икенсенән, уҡтың ҡауырһын-балансы үтә алыу-алмауы икенләнеү тыуҙыра, ѳсѳнсѳнән, балдаҡ аша сыҡҡан хәлдә лә, уҡ ҡауырһындары ѳҙѳлѳп, артабан ҡулланыуҙан сығасаҡ. Уҡ яһау мәшәҡәт эш, шуға күрә уҡсы мѳмкин тиклем уғын һаҡларға тырышҡан. Кинофильмдарҙағы эффектлы күренеш – ҡаты сәпкә уҡ атыу ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сѳнки ҡаты сәпкә тейгән уҡ башағы ҡуйылған урындан һынасаҡ, йә башағы тороп ҡаласаҡ, йә уҡ үҙәге буйлап оҙонлоғо буйына ярыласаҡ. Шуға күрә лә элек-электән уҡсылар һалам-бесәнде ҡаты итеп тѳрѳп түңәрәк әйләһе формаһында йомшаҡ сәп эшләгәндәр, тик иген икмәгән халыҡта һалам буламы, тип һораусылар булыр. Яуабым шул: башҡорттар йүкә һалабашынан сәпте ҡаты итеп үреп эшләгән. Йүкәнән үрелгән, аттарҙы ҡышҡы сатлама һыуыҡтан һаҡлаусы япма-сәптә (септә) һүҙе лә, уҡ атыу түңәрәген сәп тип аталыуы ла “сәп”-“септә” һүҙҙәренең бер тамырҙан булыуын күрһәтә түгелме? Ҡыҙыҡлы хәл тураһында һѳйләмәй булдыра алмайым. Сираттағы уҡты юнып бѳткәс атып ҡарағы килә бит, атырға сәп тапмай, яҡындағы бесән кәбәненә аттым һәм уҡ юғалды, вәссәләм? Бәлки, малдарға бесән һалған ваҡытта килеп сығыр, тип үҙ-үҙемде йыуаттым. Әйткәндәй, Сибай педагогия училищеһында белем алған саҡта хеҙмәт уҡытыусыһы Роберт Ғариф улының ѳйрәткәне иҫкә тѳштѳ: “Эш ҡоралы уңайлы, үткер булырға тейеш, тик матур түгел! Юғиһә урларҙар”. Кәбән араһына инеп киткән уҡ матур ине шул, йәл!
“Балдаҡ аша уҡ атыу“ әйтеменең онотолған мәғәнәһе «1-се Башҡорт атлы полкы. Любизар», халыҡта – «Тѳньяҡ амурҙары», хәрби-тарихи клубы командиры урынбаҫары Юлай Ғәлиуллин ойошторған «Мәргән уҡсы» хәрәкәте барышында асыҡланды тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «мәргәндәр» хәрәкәте республиканың тѳрлѳ тѳбәктәрендә киң ҡолас һәм танылыу алды, халыҡ араһында башҡорт милли уҡ-йәйәһен тергеҙеүсе оҫта ир-егеттәр, Барсынбикәгә торошло уҡсы ҡатын-ҡыҙҙар, балалар араһында үткәрелгән «Уғатар» бәйгеләре барлыҡҡа килеүе – илһѳйәрлек тойғоһоноң яңы баҫҡысҡа күтәрелеүе түгелме? Уҡсылар араһында тѳрлѳ алымдар менән атыусы мәргәндәрҙең булыуына аптырарға кәрәкмәйҙер, сѳнки һәр ырыуҙың үҙ алым-ысулы булған: кемдер уҡты ике-ѳс бармаҡ менән ҡыҫып тарта, икенселәре башбармаҡ һәм һуҡ бармаҡ араһында уҡты ҡымтый… Былар барыһы ла беҙҙең ҡаныбыҙҙа уҡсы ата-бабаларҙың гендары йоҡлап ятыуына ғына ишара.
Сураш, Күсәрбай Аҡсулпанов кеүек мәргән уҡсылар рәсми документтарҙа теркәлеү алған шәхестәр, был даланға эйә кешеләр халыҡ араһында сәсән-йыраусы, бил бирмәҫ кѳрәшсе йәки һѳнәр оҫтаһы кеүек хѳрмәткә эйә булған. Тѳрки халыҡтар араһында мәргәндәр айырым бер дәрәжәгә (статус) эйә булараҡ, халыҡ уларға ѳйрәнсек итеп балаларын килтергән, сѳнки уҡ атыу яу һѳнәре генә түгел, ә ау-һунар кәсебе булып, ғаиләне туйҙырыусы һѳнәр булараҡ мѳһим урында торған. Шуға күрә лә оҫтаны уҡ атыусы-уҡытыусы, атылған уҡты йыйып килтереүсе бала-сағаны уҡ йыйыусы-уҡыусы тип атағандар. Уҡытыусы-уҡыусы мѳнәсәбәте барлыҡҡа килеп, беҙҙең осорға килеп еткән. Был фараз дѳрѳҫлѳккә тап килә, сѳнки уҡ-яндың барлыҡҡа килеүен боҙлоҡ дәүеренең иреү осорона бәйләһәк, ул осорҙа хәреф-яҙманың булмауы кѳн кеүек асыҡ. “Балдаҡ аша уҡ атыу” әйтеменә килгәндә инде, ҡаты кереште тартыу ѳсѳн оҫталар баш бармаҡтарына махсус уйҙырмаһы булған балдаҡ кейгәндәр. Ысынлап та, кереш тартып уҡ атыу ҙур физик кѳс талап итә, керештең тартылыу кѳсѳ 28–30 кг тип шартлы ғына иҫәпләһәк, ике-ѳс бармаҡ менән ошо ауырлыҡтағы гирҙе горизонталь тартыуға тиң!
Бына ҡайҙан килә – балдаҡ аша уҡ атыу. Ҡыҙғанысҡа күрә, уҡсы балдаҡтары халыҡ хәтерендә йә булмаһа музей ҡомартҡылары булараҡ һаҡланмаған. Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбенең тарих уҡытыусыһы С. Әлибаевтың әйтеүе буйынса, ҡасандыр мәктәп музейында уҡсы балдағына оҡшаған ҡомартҡы булған, тик балдаҡ юҡҡа сыҡҡан. Тарихсы-тергеҙеүсе булараҡ, уҡбалдаҡ (автор атамаһы) эшләргә тырышып ҡараным, тиҫтәләгән уҡбалдаҡ ѳлгѳһѳ эшләп аҙапланғандан һуң ғына, ниһайәт, теләгем ҡабул булып, мѳгѳҙлѳ малдың сандыр һѳйәгенән уҡбалдаҡ эшләй алыуыма ҡыуандым. Бѳгѳн иһә ошо уҡбалдаҡ аша уҡ атам, был һѳнәргә уҡыусыларҙы ла ѳйрәтәм, уҡ атыусы–уҡ йыйыусы бәйләнешен тергеҙәм тип әйтһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Тулы мәғлүмәт ѳсѳн: башҡорт казактары Наполеон яуы осоронда һаҙаҡтарында 15–18 уҡ йѳрѳткән, тәү ҡарамаҡҡа уҡтар аҙ кеүек күренә. Тик быға аңлатма бар: шәп сабып барған атта йәнтәслим яурын киреп уҡ атыу физик кѳстѳ күп сарыф итә, шуға күрә бер туҡтауһыҙ уҡ атыу кинорежиссерҙар фантазияһы. Башҡорт яугиры кавалерия атака ваҡытында, үҙенә генә хас алым ҡулланған: уҡты күкрәгенә ҡыҫып тотоп, йәйәне икенсе ҡулы менән үҙенән этәргән һәм атып ебәргән. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, ат сабыуы яугирҙы сайҡай, йәйә тотҡан һуҙылған ҡулдар сайҡала, был ваҡытта мәргән атыу мѳмкинселеге бермә-бер кәмейәсәк. Башҡорттарҙың йәйәнән күкрәктән атыу алымын америка ковбойҙары кольтын кобураһынан алыу менән билдән атыуҙарына ѳлгѳ булараҡ ҡабул иткәндәр тип атауым – минең шәхси фекерем.
Тарихи сығанаҡтарҙа уҡбалдаҡ тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланған, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар яратып ҡараған «Күркәм быуат» (“Великолепный век”) тарихи кинофильмында Сѳләймән солтан, Ибраһим паша кеүек геройҙарҙың баш бармаҡтарында балдаҡ кейеп йѳрѳүҙәрен тамашасы кѳнсығыш илдәренең модаһы тип ҡабул итһә лә, ғүмерен илен һаҡлауға арнаған солтан-яугирҙарҙың мода-кѳйәҙлек ҡыуып аҡыҡ ташлы балдаҡ түгел, ә уҡбалдаҡ кейгәндәр тип атау тарихи ысынбарлыҡҡа тап киләлер.
Хатта яҙмыштарын, ғүмерҙәрен бергә бәйләгән пар йѳрәктәрҙең, бер-береһенә ышаныс белдереп, тоғролоҡ балдағы тағыуҙары ла уҡбалдаҡ кейгән ышыныслы Ватан һаҡсылары ѳлгѳһѳнән һәм атрибутынан башланған, тигән фекерҙәмен.
«Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе Юлай уҙамандың тырышлығы һәм шәхси ѳлгѳһѳндә уҡсылар араһында уҡбалдаҡлы мәргәндәр барлыҡка килеүе, башҡорт халҡына онотолоуға дусар булған уҡбалдаҡтың әйләнеп ҡайтыуы, тарихыбыҙ, телебеҙ юғала тип, тәү сиратта үҙҙәрен ҡурҡытып, һуңынан башҡаларға шом һалып йѳрѳүсе бәғзе бер кешеләргә ишара. Әйткәндәй, был юҫыҡта «1-се Башҡорт атлы полкы. Любизар» (“Тѳньяҡ амурҙары”) клубы тарафынан байтаҡ эштәр эшләнә: Германияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ – “Звуки курая над Сеной” фильмы авторы Нәсүр Йѳрѳшбаевтың европалыларҙы башҡорттарҙың мәҙәниәте, тарихы менән таныштырыу эше алып барыуы, Ирек Байышов тырышлығы менән Шварца ҡалаһы Изге Лауренция кирхаһы кѳмбәҙенә алтын мансылған башҡорт уғы беркетелеүе, Польшала йәшәүсе рәссам А. Ҡужин менән немец ҡалалары йорттары стеналарына башҡорт яугирҙары һүрәттәрен тѳшѳрѳү, тарихи алыш урынында хәтер-стелалар асыу эштәре, клуб етәксеһе Илдар Шәйәхмәтовтың Бородино яланында, Ғафури районында башҡорт яугирҙарына һәйкәл эшләтеүе, Баймаҡ ҡалаһында Алдар батырға һәйкәл асыу, полковник Мәхмүт Сәлимов ағайҙың Ростов тарафтарында 112-се дивизия яугирҙарының туғандар ҡәберлектәрендә исемдәрен асыҡлау эштәре – тарих тергеҙеүсе клубтың тулы булмаған эштәр исемлеге.
Донъя глобалләштереү процесы осоронда бәләкәй генә булһа ла тарихи тергеҙеү йәки тарихи асыш халҡыбыҙҙы үлемһеҙлеккә әйҙәй, һүҙҙәремә дәлил – Бородино алышы яланында башҡорт яугирҙары стелаһы янында май шәмдәре, һәйкәлдең нигеҙенә һалынған иконалар, тәүрәт китаптары башҡорт яугирына ҡарата хѳрмәт һәм хәтер билдәһе.