Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
10 Сентябрь 2018, 09:14

Башҡорт йәштәре хәрәкәтенең әсе яҙмышы (№5, 2018)

Йәш быуындың ижтимағи-сәйәси хәрәкәткә килеүе кешелек донъяһының тәрәҡҡи үҫеүе, индустриализацияланыуы, мәҙәни яҡтылыҡҡа һәм азатлыҡҡа ынтылыуы, ғөмүмән, модернизацияланыуы-яңырыуы менән бәйлелер.

Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл

Башҡорт йәштәре иттифағына – 100 йыл



Йәштәр хәрәкәте һәм йәштәр ойошмалары


Йәш быуындың ижтимағи-сәйәси хәрәкәткә килеүе кешелек донъяһының тәрәҡҡи үҫеүе, индустриализацияланыуы, мәҙәни яҡтылыҡҡа һәм азатлыҡҡа ынтылыуы, ғөмүмән, модернизацияланыуы-яңырыуы менән бәйлелер. Йәмғиәт феодаль золамәттән һәм дини ҡоллоҡтан яйлап сыға барған ыңғайы, йәштәр ҙә атай-олатай деспотизмынан һәм реакцион руханиҙар хакимлығынан эҙмә-эҙ ҡотола барған. Мәғариф, фән, мәҙәниәт үҫеүе, заманса иҡтисад һәм техниканың күтәрелеүе йәштәрҙең күпләп уҡыу йорттарына инеүенә, завод-фабрикаларға эшкә урынлашыуына килтерә. Йәштәр, шулай итеп, яйлап үҙ аллы тормошҡа күсә, артабан уларҙың махсус ихтыяждарын, мәнфәғәттәрен яҡлаусы ойошмалар ҙа тәбиғи-тарихи рәүештә хасил булалар. Тарих күрһәтеүенсә, йәштәр хәрәкәтендә иң тәүге ойошмаларҙы нәҡ шул уҡыусы һәм уҡытыусы йәштәр, йәғни прогрессив фекерләүгә һәләтле, үҙаңы ныҡ үҫешкән йәш инсандар төҙөгәндәр, унан һуң ғына эшсе-юҡһыл йәштәр үҙ союздарын ойоштора алғандар.

“Йәштәр хәрәкәте” тигән төшөнсә “йәштәр ойошмаһы” (“йәштәр союзы”, башҡортса “йәштәр иттифағы” тип тә йөрөтөлә) төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнештә тора. “Йәштәр союзы” төшөнсәһе ХХ быуат башында Европа илдәрендәге йәштәр хәрәкәтендә нығына. Революцияға тиклем Рәсәйҙә “союз” (“иттифаҡ”) төшөнсәһе өлкәндәрҙең ойошмаларына, фирҡәләренә ҡарата киң ҡулланылған. Мәҫәлән, “Союз русского народа” – бөйөк урыҫ монархистар фирҡәһе (1906–1919), “Союз 17 октября” – Рәсәй уң либераль буржуазияһы һәм алпауыттары фирҡәһе (1905–1918), “Иттифаҡ әл-мөслимин” – “Союз мусульман” – татар буржуазияһы һәм руханиҙары фирҡәһе (1906–1918), “Марий Ушем” (“Мари Ойошмаһы”) – мари милли союзы (1917–1919) һ.б. Әйткәндәй, Беренсе Бөтөн Рәсәй мосолмандар съезында (1917 йылдың май баштары) башҡорт вәкилдәре айырым үҙ аллы милли “Башҡорт халҡы союзы” төҙөү зарурлығын алға ҡуя. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң “союз” тигән төшөнсә Рәсәйҙә лә бөтөнләй йәштәр хәрәкәтенә күсә.

“Йәштәр союзы” (“йәштәр иттифағы”, “йәштәр ойошмаһы”) – тарихи төшөнсә, йәғни уның мәғәнәһе тарихи үҙгәреүсән. Нимә һуң ул, ысынлап та, “йәштәр союзы”? 1918-1919 йылдарға, Комсомол (коммунистический союз молодёжи) барлыҡҡа килеп Башҡортостанға үтеп инә башлауына тиклем “союз” төшөнсәһе башҡортса-татарса “берлек”, “берләшмә”, “берек” формаларында ҡулланылған. Мәҫәлән, 1917 йылдың апрель-май айҙарында Ырымбур ҡалаһында төҙөлгән ойошма “Башҡорт йәштәре берлеге” тип аталған. Ошо уҡ йылда Ҡаҙанда ойошторолған татар йәштәре союзы “Берек” тип исемләнгән. Был раҫ, сөнки ғәмәлдә “союз” – ойошмаларҙың берлеге, берегеүе. Заманында үҙем, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағанда, йәштәр союзына ошондай аңлатма биргәйнем (ул фән йәмәғәтселеге тарафынан күптән ҡабул ителде һәм ғәҙәти дөйөм ҡулланышта инде): “Йәштәр союзы – ул тейешле рәүештә ҡоролған, милләттең йәиһә синыфтың, йә ниндәйҙер бер ижтимағи таифәнең йәштәрен ойошторған берләшмә” (Ҡара: Йәшлек. 1996, 14 март. № 29. 7-се бит). Был ябай ғына ойошма түгел, ә халыҡтың йәш быуынын ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеккә ылыҡтырыуҙы, яраҡлы синыфтың, фирҡәнең, таифәне, милләттең ихтыяждарын яҡлауҙы күҙаллаған берлек, иттифаҡ ул. Ғөмүмән, “союз” төшөнсәһе, нигеҙҙә, йәштәрҙең үҙҙәренә генә хас булған, үҙенсәлекле ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн көрәше һәм хәрәкәте менән бәйләнгән.

“Тейешле рәүештә ҡоролған” союз тигән һүҙҙәр аҫтында уның программаһы, уставы, мәркәз (үҙәк) идара итеү органдары, урындарҙағы беренсел, башланғыс ойошмалары, шөғбәләре тиәйекме (первичные организации), ҡағиҙә булараҡ, баҫма органы (гәзите, йә журналы/бюллетене) булған берләшмәне төҫмөрләйҙәр. Бына ошо мәҙкүр компоненттары булғанда ғына, йәштәр берләшмәһе “йәштәр союзы” тип аталырға хаҡлы булған. Был критерийҙар хәҙерге заман йәштәр иттифаҡтары өсөн дә өлөшләтә әһәмиәтен юғалтмаған, минеңсә, ифрат тәрән тарихи үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан.

Ләкин бына Башҡортостанда сыҡҡан фундаменталь тарихи хеҙмәттәрҙә лә һаман йәштәр тарихын инҡар итеү йә булмаһа уны элеккесә боҙоп күрһәтеү дауам итә. Бына миҫалдар. Күп томлы “Башҡорт халҡы тарихы”ның 1900-1940 йылдар тарихын үҙ эсенә алған бишенсе томына бағайыҡ. Башҡорт йәштәре хәрәкәте тураһында бер һөйләм дә юҡ унда! Тимәк, алдан иғлан ителгән башҡорт халҡының тулы тарихын яҙабыҙ тигән һүҙҙәр буш булып сыҡты. Был томды төҙөүселәргә, әлбиттә, тарихтың барса өлкәләрен дә тикшереүсе бихисап авторҙарҙы йәлеп итеүе, аңлайым, мөмкин түгел. Әммә матбуғат биттәрендә, фәнни йыйынтыҡтарҙа, айырым китап-брошюраларҙа йәштәр тарихына арналған материалдар тулып ята бит. Ниңә һуң уларҙы был томға индерергә ҡыйманылар икән? Аңлашылмай. 2005 йылдың октябрендә, Башҡортостан комсомол ойошмаһы төҙөлөүгә 85 йыл тулыу айҡанлы, нәҡ коммунистар заманындағы кеүек талапсан административ күҙәтеү аҫтында (үҙем тере шаһитмын), “Молодёжное движение в Башкортостане: ХХ век” тигән документтар йыйынтығы сығарылды. Бында ла Башҡорт йәштәре иттифағы тураһында бер документ та юҡ. Мин бит йыйынтыҡты төҙөүселәргә Ырымбур йәштәре ойошмаһы программаһының 1918 йылдың 12 мартында “Туплан” гәзитенең беренсе һанында баҫылып сыҡҡан иң тәүге проектын биргәйнем, Зәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр”енән башҡорт йәштәре тормошона һәм хәрәкәтенә ҡағылышлы өҙөктәр тәҡдим иткәйнем; юҡ, индермәнеләр. Гүйә башҡорт йәштәре тарихы был әфәнделәр һәм ханымдар өсөн тарихта булмаған нәмә! Ә бына башлыса рус һәм татар милләтенән генә булған ағзаларҙан торған РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты тураһында документтар күпләп индерелде. Мәҫәлән, “…документ № 2. Резолюции I Всебашкирского съезда РКСМ. “Выбранными в президиум обкома Российского Коммунистического Союза молодёжи оказались: тт. Гиззатуллин Нигмадьян, Фролов Александр, Емалетдинов Нуфат, Ахметов Абдулла, Нуркаева Мархаба, Галин Габбас, Бурганов Сафа и кандидатами к ним: тт. Опарин, Князев и Соколова” (Молодёжное движение в Башкортостане: ХХ век: Сб. док. и мат. Уфа, 2005. С. 15); һ.б.ш. (Ғәббәс Ғәлин рус һәм татарҙар араһында берҙән-бер башҡорт! Был бит башҡорттарҙан көлөү?!).

Башҡортостан тарихы историографияһында башҡорт йәштәре хәрәкәте өйрәнелмәне тип әйтерлек. Советтар осоронда милли йәштәр хәрәкәте тарихына урын булманы, сөнки тарихсылар һәм яҙыусылар бар көстәрен комсомол тарихын яҡтыртыуға, комсомолдың ысын һәм уйлап сығарылған “подвигтар”ын шаштырып маҡтауға бағышланы. Хөрмәтле Зәки Әлибаев әйтмешләй, “Совет осорона тиклемге әҙәбиәткә еңел-елпе ҡараш етәкселеген түгел, барыһын да биләп алғайны был осорҙа” (Башҡортостан. 2011, 23 июль. № 150. 3-сө бит). Комсомолға тиклемге ойошмаларҙы күрәләтә инҡар иттеләр. Бына һиңә иң алдынғы “социалистик реализм”! “Битарафлыҡ, тамырҙарыңды тәрәндән белмәү үҙе үк киләсәккә өмөттәрҙе юҡҡа сығара”, – тип ифрат раҫ һүҙҙәр яҙҙы Зәки туған Әлибаев.

Шул уҡ ваҡытта мин, профессор Миҙхәт Саҙрыевтан айырмалы, “бөгөн йәштәр Рәсәйҙең киләсәген билдәләүҙә төп урын биләүсе социаль көс булып тора” (Кызыл таң. 2011, 11 август. № 160, 2-се бит), тип ҡәтғи раҫлай алмайым. Сөнки бындай абстракт фекерләү тарих фәнендә яңы тыуған методологик алымға – быуындар тарихы ысулына, “генерацион” алымға – тура килмәй, бигерәк тә тарихи ысынбарлыҡты инҡар итә. Тарихта йәштәрҙең ролен юғарыға күтәреү һәм уларҙы яһалма рәүештә йәмғиәттең авангарды, “йәш гвардия”һы итеп иғлан итеү билдәле сәйәси көстәрҙең тактик алымы, йәш быуындарҙы үҙҙәренең мәнфәғәттәрендә файҙаланыу сараһы ғына икәнен мөхтәрәм профессор белергә тейеш. Быны Ленин һәм уның партияһы шиғары (“Киләсәк – йәштәрҙеке”/“Будущее принадлежит молодёжи”), Гитлер һәм уның партияһы лозунгыһы (“Кем йәштәрҙе етәкләй, киләсәк – шуныҡы”/“Будущее принадлежит тому, кто привлечёт на свою сторону молодёжь”), шулай уҡ Мао, Ким, Пол Пот, Пиночет, Саддам Хөсәйен, Усама ибн-Ладин һ.б. эре һәм ваҡ юлбашсыларҙың пландары һәм эштәре кире ҡаҡҡыһыҙ иҫбатланы һәм иҫбатлай. Тарих тәжрибәһе һәм хәҙерге заман феноменологияһы йәштәрҙең ижтимағи тарихи-тәбиғи демографик ҡатлам ғына булыуын күрһәтә. Йәштәр кешелек йәмғиәтендә, ижтимағи демографик таифә булараҡ, авангард та түгел, ҡара көс тә түгел. Йәш быуын – йәмғиәттең йәшерен ресурсы, асылмаған байлығы ғына.


Башҡорт йәштәре хәрәкәтенең рухи-сәйәси тамырҙары

һәм тарихының башланғыс осоро

Ғөмүмән алғанда, Башҡортостан тарихы биттәрендә “аҡ таптар” (дөрөҫөрәге, “ҡара таптар”) аҙ түгел. Илһөйәр, милләтенә тоғро, тынғыһыҙ тарихсылар һәм төбәк өйрәнеүселәр тарихтың был ҡараңғы биттәрен асыҡлауға күпме көс һалды ла күпме ваҡыт сарыф итте. Раҫ, байтаҡ “ҡара таптар” юйылды ла, онотоуға дусар иттерелгән күпме милли шәхестәребеҙҙең данлы исемдәре үҙ халҡына ҡайтарылды. Ләкин бына башҡорт йәштәре хәрәкәте тарихы хаҡында улай итеп әйтеп булмай. Раҫ ки, башҡорт йәштәр хәрәкәте тарихы Башҡортостандың Яңы һәм Иң яңы тарихында бер ваҡытта ла тотошлай өйрәнелмәгән мөһим бер ҙур өлөшөн тәшкил итәлер.

Башҡорт йәштәренең рухи-әхлаҡи тәрбиәләнеүе, уларҙың ижтимағи тормошҡа уяныуы һәм ойоша башлауы нигеҙҙәрендә милли гуманист-мәғрифәтселәребеҙең инсани идеялары һәм ғәмәли эш нәтижәләре яталыр. Шартлы рәүештә, башҡорт мәғрифәтселәрен өс быуынға бүлергә була. Беренсе – оло – быуынды Шәмсетдин Зәки, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлев, Шафиҡ Әминев Тамъяниҙар тәшкил итәлер. Икенсе – урта – быуын мәғрифәтселәр иҫәбенә йәҙитсе күренекле эшмәкәрҙәр Зияитдин Камали, Ризаитдин Фәхретдинов, Сафуан Яҡшығолов, Сәғит Мерәҫов һ.б. индерергә булалыр. Ифрат мөһим һәм бик үҙенсәлекле урынды өсөнсө – иң йәш, Октябрь революцияһына тиклемге иң һуңғы, кесе быуын мәғрифәтселәре алып торған. Улар – Аллабирҙе Йәғәфәров, Әхмәтзәки Вәлидов, Абдулҡадир Инан, Ғәли Рафиҡи, Нуриәғзәм Таһиров, Ғабдрахман Рәсүлев һ.б.

Башҡорт халҡының атаҡлы улы, шул осор йәш быуын юлбашсыларының береһе һәм идеологы, мөхтәри Башҡортостан өсөн көрәшеүсе, һуңынан бөтә донъяға танылған шәрҡиәтсе ғалим Әхмәтзәки Әхмәтша улы Вәлидов (Зәки Вәлиди Туған) революцион үҙгәрештәр һәм яңырыу осоро менән рухланыусы башҡорт мәғрифәтселәренең ошо һуңғы, кесе быуынына ҡарай. Был хаҡта Ә. Ә. Вәлидовтың тормош йылъяҙмаһы, бигерәк тә уның революцияға тиклемге эшмәкәрлеге дәлилләй.

Шуныһы бик үҙенсәлекле, Әхмәтзәки уҡымышлы ата-әсәле ғаиләлә тыуған. Башланғыс белем уға бер нисә тел белгән әсәһе һәм указлы мулла булған атаһы тарафынан бирелә. Әхмәтзәкиҙең атаһы Әхмәтша хәҙрәт, уны йәҙитсе тип атап булмаһа ла, алдынғы ҡарашлы дин әһелдәренең береһе булған. Ул шул замандың абруйлы һәм күренекле ғалимдары менән тығыҙ аралаша. Зәки Вәлиди Туған улар тураһында: “Ғаиләбеҙҙең иң күп аралашып йәшәгән даирәһе муллалар булды. Уларҙан Стәрлетамаҡта йәшәүсе Нуғай улдары Шәрәфетдин һәм Камал, Һайран ауылынан Әбсәләм һәм улы Бикбулат мулла, Йомағужа ауылынан Солтангәрәй, Ҡоншаҡ ауылынан Ғәлләм, Стәрлебаштан Ниғмәтулла һәм Зәйнулла, Уралдың көнсығышы Муллаҡай ауылынан Сәйет улы Ғабдулла, Ҡулбаҡтынан Ханнан һәм Троицкиҙан мәшһүр шәйех Зәйнулла ишан иң башта иҫкә төшә. Уларҙың барыһы ла ғәрәпсә, фарсыса белгән, дини белемдәре камил, Бохараның Нәҡшбәнд (Нәҡшбәнд Мөхәммәт XIV быуат аҙағында, XV быуат башында йәшәгән исламиәт фәйләсуфы) исемле дин әһеле йоғонтоһо аҫтында булған, мәҙрәсә тотҡан, китап уҡыр заттар ине. Вәли мулла ла, атайым да яһил, фанатик муллалар менән артыҡ аралашырға тырышманы. Был шәйехтәрҙең иң ғалимы Троицкиҙан Зәйнулла менән Муллаҡайҙан Ғабдулла ине… Әммә улар Ҡазан тарафтарындағы Ҡышҡар һәм Төнтәр муллалары кеүек, шулай уҡ башҡорт илендәге бик күп ишандар кеүек фанатик кешеләр түгел ине. Барыһы ла сәйәсәт хаҡында фекер йөрөтөрлөк аңлы кешеләр булды”, – тип иҫкә ала үҙенең “Хәтирәләр” китабында (Тоган Заки Валиди. Воспоминания: Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. Кн. 1.Уфа, 1994. С. 17-18).

Әхмәтзәки атаһының һәм күрше ауылдағы ағаһының мәҙрәсәләрендә һабаҡ ала. Рус, фарсы, ғәрәп, төрөк телдәрен яҡшы итеп үҙләштереүгә өлгәшә. Бала саҡтан уҡ шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың, өлкән быуын мәғрифәтселәренең һәм йәҙитселәрҙең, cуфыйҙарҙың ҡарашы менән яҡындан таныш була.

Мемуарҙарында иҫкә алғанса, Әхмәтзәки мәҙрәсәлә яңы йүнәлешле уҡыу предметтары менән ҡыҙыҡһына башлай, бигерәк тә физиканы оҡшата. Шулай бер саҡ, ул Троицкиҙан физика приборҙарын алып ҡайта һәм атаһы тотҡан мәҙрәсәнең бер бүлмәһе “физика лабораторияһы”на әйләнә. Шәкерттәр, электр ҡулланып, мәҙрәсә менән йорт араһында “морзе” телеграф бәйләнешен булдырырға тырышып ҡарай. 1907 йылда Әхмәтзәки Өфөнәнме, Троицкиҙанмы глобус яҙҙыртып ала. Уның артынан, һыбай утыҙ саҡрым ара үтеп, Стәрлетамаҡ почтаһына барып ҡайта. Атаһы был хәл тураһында, әлбиттә, белмәй ҡала. Ун ете йәшлек мөғәллим шәкерттәргә астрономия фәне буйынса һабаҡ бирә башлай. Дәрестәрен ул, француз астрономы Камиль Фламмарион һәм Сүриә ғалимы Хөсәйен әл-Джисра хеҙмәттәрен файҙаланып, Әхмәт менән Сәйет араһында әңгәмә формаһында ҡора. Был – уның беренсе ижади тәжрибәһе. Әммә ошо рәүешле ҡоролған дәрестәр уның атаһына оҡшамай, сөнки Әхмәтша хәҙрәт ерҙең әйләнешенә ышанмаған була. Шулай, дини хөрәфәт һәр ваҡыт йәштәрҙең белемгә ынтылыуына ҡаршы ул!

Йәш мәғрифәтсегә донъяны яҡшыраҡ танып белер һәм ғүмерен фәнгә бағышлар өсөн атай йорто ҡыҫынҡы булып күренә. 1908 йылдың йәйендә ул атаһы йортонан ҡасып тигәндәй сығып китә. Ҡаҙан ҡалаһына килеп, “Ҡасимиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра, рус теле, әҙәбиәте һәм тарихы буйынса дәрестәр ала, шул уҡ ваҡытта университетта ирекле тыңлаусы сифатында лекциялар тыңлай. Ошонда ул билдәле шәрҡиәтселәр Н.И. Ашмарин, Н.Ф. Катанов һ.б. менән таныша. 1909 йылда уға шул уҡ мәҙрәсәлә төрки халыҡтары һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡытырға тәҡдим итәләр. Бер үк ваҡытта Әхмәтзәки латин, немец, француз телдәрен өйрәнә. Университет уҡытыусыларының береһе уны Г.В. Плехановтың хеҙмәттәре менән таныштыра. Ә. Ә. Вәлидов һуңғараҡ әйтеүенсә, “рус социал-демократияһы атаһы”ның әҫәрҙәре уның иғтибарын “социалистик тәғлимәт”кә йүнәлткән була. “Был әҫәрҙәрҙә Плехановтың П. Струве йәки Киреев кеүек рус ғалимдарының идеяһын тәнҡитләүе бик оҡшаны, – тип билдәләй ул. – Һуңынан да… тарихи прогреста иҡтисади үҫештең әһәмиәте хаҡындағы ҡараштарға тоғро ҡалдым” (Тоган Заки Валиди. Воспоминания. Кн. 1. С. 96, 97).

Шуныһы бигерәк иғтибарға лайыҡтыр, Ҡаҙанға килер алдынан уҡ Әхмәтзәки күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, атаһының яҡшы танышы булған Ризаитдин Фәхретдинов менән Ырымбурҙа осрашып, унан хәйер-фатиха ала (73-сө б.). Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлидов эсер Н. Мошковтың, Һамарҙан Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыу ниәте менән килгән инженерҙың, йоғонтоһон кисерә. Мошков аҙ-маҙ татарса һөйләшә белгән була; үҙе атеист булһа ла, Әхмәтзәкигә исламда “ыңғай фекерҙәр” булыуын әйтә (108-109-сы бб.).

Әхмәтзәки Вәлидовтың кадеттар менән дә бәйләнеше була. Шуларҙың береһе, Сембер татары Ибраһим Аҡсурин, уны батша Рәсәйендә тыйылған әҙәбиәт менән тәьмин итә. Шулай ҙа Вәлидов татар либералдарына ҡушылып китмәй. Үҙе әйтеүенсә, ул Н. Г. Чернышевскийҙың романынан “милләте буйынса татар, идеалистик ҡарашта торған революционер Рахметов”ҡа оҡшарға теләр ине (122-се б). 1911 йылдан башлап, Әхмәтзәки социалистик идеяларҙы бер ни тиклем хуплай, К. Маркс, Г. В. Плеханов, В. И. Ленин, В. М. Чернов кеүек социализм идеологтарының әҫәрҙәрен ентекле өйрәнә. Шул осорҙа Ҡаҙанда Плехановтың, академик В. В. Бартольдтың тарихи-иҡтисади ҡараштарын ҡабул итә, уларҙың материалистик методологияһына таянып, төрки халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың, тарихын яҙырға керешә.

Ниһайәт, Ҡаҙанда 1912 йылда “төрки” (иҫке татар) телендә Ә. Ә. Вәлидовтың беренсе китабы баҫтырыла: “Төрөк үә татар тарихы”. Йәш мәғрифәтсенең был хеҙмәте Рәсәйҙәге күренекле шәрҡиәтселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. А. Н. Самойлович 1916 йылда: “Вәлидов – туған халҡына һөйөү һәм ата-бабаларының инанысына тоғролоҡ һаҡлау менән бер йәһәттән рус мәҙәниәтен ихтирам иткән һәм европалыларҙың фекере алдында баш эйгән хәҙерге татар мәғрифәтселәренең береһе”, тип билдәләй (Масалимов Р.Н., Кулбакова Л.А. Ахметзаки Валидов как просветитель//Гуманистическое наследие просветителей в культуре и образовании: Материалы Международной научно-практической конференции 11 декабря 2009 г. – Уфа, 2009. С. 312). Күреүебеҙсә, Европа һәм Рәсәй күҙәтеүселәре мосолман мәғрифәтселегендә татарҙар менән башҡорттарҙы айырып ҡарай белмәгәндәр әле, уларҙы “төрки-татар” массаһына берләштергәндәр. Китаптың исемендә лә ошо уҡ хәл сағылыш тапҡан. Әлбиттә, Әхмәтзәки Вәлидов үҙе башҡорттарҙы һәр ваҡыт дөйөм төрки өйкөмөнән айырып күрһәткән, быны ул үҙенең бөтә донъяла билдәле ғалим булараҡ яҙған хеҙмәттәрендә ап-асыҡ тасуир итә.

Беренсе китабы баҫылып сыҡҡандан һуң, Әхмәтзәки Вәлидов Ҡаҙан университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография ойошмаһының ағзаһы итеп һайлана һәм 1913 йылда Фирғәнәгә фәнни командировкаға ебәрелә. Рәсәй фәндәр академияһы һәм Урта Азия һәм Алыҫ Көнсығышты өйрәнеү буйынса Халыҡ-ара ойошма йәш ғалимды 1914 йылда Бохара әмирлегенә ебәрә. 1914 йылдың аҙағында Вәлидов Өфөлә “Ғосманиә” мәҙрәсәһендә төрки халыҡтары тарихынан һәм әҙәбиәтенән дәрес бирә, шул уҡ ваҡытта университетҡа инеү өсөн имтихандарҙы экстерн рәүештә тапшырырға әҙерләнә. Өфөлә ул урындағы социал-демократтар (шул иҫәптән, А. Д. Цюрупа), эсерҙар менән таныша, әммә ул ваҡытта бер фирҡәғә лә инмәй, сәйәсәттән ситтә тора. Шулай итеп, йәш ғалим һәм йәҙитсе мәғрифәтсе Әхмәтзәки Вәлидов, шул осор мосолман мәғрифәтселегенең һәм йәҙитселегенең башҡа вәкилдәре кеүек үк, марксизмдан һәм буржуаз либерализмдан алыҫ тора. Был тарихи факт. Хатта ки йәҙитселекте большевизм менән дә, кадеттар фирҡәһе тәғлимәте менән дә бер рәткә ҡуйыу мөмкин түгелдер. Сөнки большевизм һәм либерализм – Көнбайыш класс ҡатламдарының, синыфтарының идеялары продукцияһы, ә йәҙитселек – ул үҫеш һәм яңырыу юлына баҫҡан Көнсығыш мосолман йәмғиәтенең ағымы.

Башҡорт йәштәре хәрәкәтен иң тәүге ойоштороусыларының береһе, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, һуңынан Башҡорт АССР-ының күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Нурлыағзам Таһиров (1888–1937), Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған ваҡытында уҡ (1906 йылдан башлап) башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, типтәр шәкерттәрен мәҙәни-әҙәби ағартыу түңәрәгенә ойоштороп, әүҙем эш алып барған. Бер йылдан һуң, ошонда уҡ, буласаҡ шағир һәм фәйләсуф, башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле йәш эшмәкәре Fәбделхәй Иркәбаев (1893-1919) шәкерттәр ойошмаһының эшендә ҡатнаша башлай. 1917 йылдың Башҡортостан өсөн тарихи хәл иткес декабрь айы көндәре ул, әле генә үҙе менән дуҫлашып алған Шәйехзада Бабичҡа, Троицкиҙа уҡып йөрөгән заманда, Нурлыағзам яҡташы менән түңәрәктәр ойоштороп йөрөүҙәре, «ихтилал ене ҡағылып, хөрриәт талап итеп» йөрөүҙәре хаҡында, мәҙрәсәнең тәрәҡҡи ҡарашлы мөғәллимдәре – Fабдрахман Рәсүлев, Һибәтулла Тереғоловтарҙың уларға булышлыҡ иткәндәре тураһында тәфсилләп хикәйәт ҡылған. Был факт шағир Бабичтың яҡындары хәтирәләрендә теркәлгән.

1908 йылда 17 йәшлек Әхмәтзәки – Вәлидов та, Ҡаҙанда уҡып йөрөгән осорҙа, мосолман йәштәре ойошмаһы эшен күҙәтә. Ул үҙенең «Хәтирәләр» китабында был ойошманың, яҡшы ойошҡанлығына һәм эшлеклелегенә ҡарамаҫтан, сәйәси сикләнгәнлеген, тар ҡарашлығын, баҙнатһыҙлығын ҡәтғи тәнҡит ҡыла. Мәшһүр татар-башҡорт революционеры, Бөтә донъя «Ислам социализм»ына һәм Рәсәй «мосолман коммунизм»ына нигеҙ һалыусы, Башҡортостанда тыуған даһи инсан Мирсәйет Солтанғәлиев (1892–1940) үҙенең яҙмаларында 1912–1913 йылдарҙа Өфө губернияһында ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән мәлендә йәш уҡытыусылар һәм шәкерттәрҙе берләштергән «Татар социалистары хәрби ойошмаһы»н төҙөүе хаҡында бәйән иткән. Был ойошмала иң әүҙемдәре һәм ҡыйыуҙары – башҡорт егеттәре булды, тип яҙа Мирсәйет Хәйҙәрғәле улы. Бигерәк тә үҙенең зирәклеге һәм ойоштороусы һәләте менән бөтөн губерния масштабында йәш уҡытыусы башҡорт Гәрәй Ҡыҙрасов айырылып торҙо, тип билдәләп үтә мемуарист. Бойондороҡһоҙ, мөхтәри Башҡортостан Йөмһүриәте милли хөкүмәтенең иң тәүге премьер-министры Йонос Бикбов (1889–1943) Ҡаҙан университеты юридик факультетында уҡып йөрөгән ваҡытта (1911–1912) күренекле татар йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Өфө губернияһынан 4-се Дәүләт Думаһы депутаты Ибниәмин Әхтәмов етәкләгән мосолман йәштәр союзы эшендә ҡатнашлыҡ итә. Ундай факттар бихисап, уларҙы һанап сығырға бында мөмкин түгел.

Күренеүенсә, хатта Февраль революцияһына саҡлы уҡ башҡорт йәштәре дөйөм мосолман-төрки хәрәкәтендә ҡатнаша башлаған.




Читайте нас: