Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
16 Ғинуар 2019, 18:57

Башҡорттарҙа шүрәле булғанмы?

Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың ”Шүрәле” тигән поэмаһын белмәгән кеше һирәктер. Татар даһийының ошо гүзәл әҫәре аша шүрәле тигән мифологик зат татар ғына түгел, башҡорт араһында ла киң таралып, популяр персонажға әйләнгән, тигәнерәк фекерҙе ишетергә тура килгәне бар.Ә был ысынбарлыҡҡа тап киләме икән?

Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың ”Шүрәле” тигән поэмаһын белмәгән кеше һирәктер. Татар даһийының ошо гүзәл әҫәре аша шүрәле тигән мифологик зат татар ғына түгел, башҡорт араһында ла киң таралып, популяр персонажға әйләнгән, тигәнерәк фекерҙе ишетергә тура килгәне бар.

Ә был ысынбарлыҡҡа тап киләме икән?


Татарстандың ҡайһы бер ғалимдары, башҡортта шүрәле тигән мифик персонаж булмаған, башҡорт мәҙәниәтенә был персонаж Туҡайҙың баяғы поэмаһы, йәғни матур әҙәбиәт аша һәм татар халҡы менән ныҡлап аралашыуҙан инеп, таралып киткән, тигән фекерҙе алға этәреп маташа.

Мәҫәлән, Татарстан ғалимы Р. Г. Әхмәтйәнов башҡорттар араһында шүрәленең таралыуын бер ниндәй дәлилдәр, факттар килтереп тормайынса татар тәьҫире тип аңлата. С. Шәмси тигән икенсе бер Ҡазан ғалимы ла шүрәленең башҡорттар араһында ныҡ таралыуын, популяр персонаж булыуын татар йоғонтоһона ҡайтарып ҡалдыра. Был автор шүрәлене тик татарҙар ғына белә, уның иң таралған ере – Татарстан, ул тик Урта Иҙелдә генә таралған, улай ғына ла түгел, шүрәле Болгар дәүләтенә ингән йәки мәҙәниәттәренә шул дәүләттең тәьҫире ныҡ булған халыҡтарҙа ғына таралған, тигән фекерҙә тора.

Күрәһең, был авторҙар башҡорттарҙа шүрәле тураһындағы таралған ҡараштар тураһында төрлө ваҡыттарҙа яҙылған С. И. Руденко, Фәнүзә Нәҙершина, Әхмәт Сөләймәнов, Зәйтүнә Шәрипова, Фирҙәүес Хисаметдинова, М. З. Крижевский, Маргарита Сөләймәнова, А. Нуриева һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәре менән таныш түгелдәрҙер. Башҡорттар араһында төрлө ваҡытта, төрлө авторҙар тарафынан яҙып алынған, баҫтырылған шүрәле тураһындағы материалдар ҡайһы бер татар ғалимдары уйҙырмаларының дөрөҫлөктән йыраҡ икәнлеген, ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәүен күрһәтә.

Революцияға тиклем үҡ шүрәле тураһында яҙған урыҫ ғалимдарының, шулай уҡ башҡорт ғалимдарының һәм шул иҫәптән үҙем йыйған материалдарға ҡарағанда, шүрәленең башҡорт ерлегендә формалашҡан, башҡорттоң исламға тиклемге мәжүси донъяуи ҡараштарын сағылдырған бик борондан килгән үҙ мифик персонажы икәнен күрергә була.

Башҡорттарҙа шүрәле тураһындағы иң тәүге мәғлүмәтте беҙ И. Гмелиндың немец телендә сыҡҡан юлъяҙмаларынан таптыҡ. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында башҡорт ерҙәрендә төҙөлә башлаған эреле-ваҡлы металлургия заводтарының хәлен тикшерергә ебәрелгән И. Гмелин өпәй ырыуы башҡорттарынан алдаҡ юл менән тартып алынған Шүрәле тауы һәм уға терәлеп ағып ятҡан Шүрәле йылғаһы ярҙарында төҙөлә башлаған Шүрәле заводын тикшерергә бара һәм шулай итеп үҙенең юлъяҙмаларында башҡорттарҙың Шүрәлегә бәйле атамаһын теркәп ҡалдыра.

Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районында Урал тауҙарының бер армыты булған Ирәндек тауында XVIII быуат аҙағында телгә алынған Шүрәле йылғаһы әле булһа ағып ята. Ошо йылға буйында шул уҡ Шүрәле атамаһындағы башҡорттоң бөрйән ырыуы кешеләре йәшәгән ауыл уҙған ХХ быуаттың 60-сы йылдарына тиклем булды. Совет власы Баймаҡ ҡалаһына яҡын ғына, терәлеп тиерлек ятҡан был ҙур башҡорт ауылын, ниндәйҙер беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында перспективаһыҙҙар рәтенә индереп, бөтөрөүгә дусар итте. Ауылдың рәсми атамаһы Фәйзулла тип теркәлһә лә, урындағы башҡорттар ауылды әле булһа Шүрәле тип кенә атай. Хәҙерге ваҡытта ауылда дүрт өй генә йәтимһерәп ултыра. Был Шүрәле ауылынан сыҡҡан кешеләр, төрлө ерҙәрҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, әле булһа ваҡыт-ваҡыт тыуған ауылдары ерендә осрашып алалар.

Йәғни бөйөк Туҡайҙы XVIII быуат ваҡиғаларына бер нисек тә бәйләп булмайҙыр.


Ярымтыҡ менән шүрәле – икеһе ике төрлө персонаж

Икенсенән, бөйөк татар шағиры Туҡайҙың сығышы ғәйнә башҡорттары менән бәйле икәнен дә оноторға ярамай. Әсәһе яғынан ҡартатаһының ғәйнә ырыуы башҡорто булыуын Пермь крайында йәшәгән ғәйнәләр хатта интернет селтәрендә яҙып та сыҡты, үҙҙәренең район музейында был турала мәғлүмәт элеп ҡуйғандар. Татар менән башҡорттоң ҡоҙа булышыуҙары күптән килгән, бөтәһенә лә билдәле ғәҙәти бер хәл. Шулай булғас, Туҡайҙың шүрәле тураһында поэма яҙыуына бер нисек тә аптырарға кәрәкмәйҙер. Шүрәле уға бала саҡтан тоҡомдаштары ғәйнәләрҙән ишетеп үҫкән таныш бер мифик персонаж булғандыр, тип уйларға була.

Ҡазан ғалимы С. Шәмси шүрәлене урман заты тип яҙа. Эйе, татар ғалимы шүрәленең был үҙенсәлеген дөрөҫ тотоп алған. Әммә башҡорт тик ярымтыҡты ғына белгән, ә шүрәлене белмәгән тигәне менән ул ныҡ хаталана. Сөнки беҙҙең халыҡтың бөтә мәҙәниәтендә Урал тауҙарының төп үҙенсәлеге – тау-урман, йылға-күлдәр кеүек тәбиғәт күренештәре үҙенең сағылышын таба. Тарихсылар башҡорттарҙы Урал тауҙары һәм уға яҡын терәлеп ятҡан урман-таулы ерҙәрҙә формалашҡандар, ти. Әле XVII быуатта йәшәгән урыҫ чиновниктары, Урал тауҙарының ике яғында ла (көнбайыш һәм көнсығыш һырттарында) тик башҡорттар ғына йәшәй, тип яҙып ҡалдырған. Тимәк, С. Шәмсиҙең шүрәлене урман эйәһе тигәне менән башҡорттоң тау-урман балаһы булыуы бер-береһенә бер нисек тә ҡаршы килмәй. Киреһенсә, башҡорт өсөн шүрәле тигән мифик заттың үҙ персонажы икәненә бер дәлилдер. Беҙҙә, башҡортта, ярымтыҡ тигән мифик персонаж да, шүрәле тигәне лә бар. Улар икеһе ике төрлө персонаж.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында башҡорттан тыш урыҫ, татар, мари, мордва, удмурт һәм башҡа (йәмғеһе 136) халыҡтар йәшәй, тиҙәр. Был халыҡтарҙың береһендә лә Урал тауҙары менән бәйле мифтар юҡ, сөнки улар бөтәһе лә халыҡ булараҡ Уралдан йыраҡ ерҙәрҙә формалашҡан һәм Уралға мифтар юғалып, онотолған дәүерҙәрҙә күсеп киләләр. Был ваҡытта башҡорт үҙ ерендәге бөтә эреле-ваҡлы тәбиғәт объекттарына ла атамалар биреп, улар тураһында легендалар, риүәйәттәр тыуҙырып, эйәләштереп бөткән була. Мифтар тик ошо ерҙә бик боронғо дәүерҙәрҙә формалашып, аҙаҡтан бер ергә лә китмәйенсә, тарихта булған бөтә этаптарҙы ла шул үҙ ерендә үткәргән, кисергән халыҡта ғына һаҡлана. Башҡорт хас шундай Урал халҡы булып һанала. Улар үҙенең мифтарында Урал тауҙарының бөтә үҙенсәлектәрен дә сағылдырған.

Шуға күрә, икенсе ерҙәрҙә халыҡ булараҡ ныҡлы формалашып күсенеп килгән халыҡтарҙа Уралға бәйле мифтарҙың булыуы ла мөмкин түгел.

Урал тауҙарының көнсығыш итәгендәге ерҙәрҙә хатта хәҙерге ваҡытта ла татар тәьҫирен белмәгән боронғо башҡорт ырыуҙары кешеләре йәшәй, тип юл ыңғайы әйтеп китергә кәрәктер. Уларҙың бөтәһенә лә шүрәле тигән мифик персонаж таныш.

Шүрәле тураһындағы риүәйәттәр, легендалар башҡорттар йәшәгән бөтә ерҙәрҙә лә (Һарытау, Һамар, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Пермь, Екатеринбург яҡтарында) яҙып алынған. Әгәр шүрәле тураһындағы риүәйәттәрҙе картала билдәләп сыҡһаҡ, улар Тарихи Башҡортостан ерҙәрен үҙ эсенә алғанын күрәсәкбеҙ. Ҡазанда 1987 йылда сыҡҡан «Татар халыҡ ижады”ның “Риүәйәтләр һәм легендалар” томындағы мәғлүмәттәргә иғтибарлыраҡ ҡараһаң, бик ҡыҙыҡ бер нәмәне күрергә була. Баҡтиһәң, шүрәле тураһындағы был китапта баҫылған легендалар хәҙерге Татарстан Республикаһының татар халҡы формалашҡан Ҡазан яғы ерҙәрендә түгел, ә элекке тарихи башҡорт ерҙәре булған, әммә Октябрь революцияһынан һуң Мәскәү тарафынан күрше республикаға ҡушылған байлар, бүләр, сарайлы мең кеүек боронғо башҡорт ырыуҙарының вариҫтарынан яҙып алынғанын күрергә була. Татар халҡының тарихын яҡшы белгән, уның формалашыуын ентекле тикшергән Воробьев фамилиялы билдәле тарихсының 1947 йылда “Совет этнографияһы” тигән академик журналда баҫылған мәҡәләһенән күренеүенсә, Татарстандың был көньяҡ-көнсығыш төбәге бер ҡасан да татар ере булмаған, был ерҙәр бик боронғо дәүерҙәрҙә үк башҡорттар төйәге булған. Шулай булғас, әлеге “Татар халыҡ ижады”нда донъя күргән мәғлүмәттәргә генә таянып, “башҡортта шүрәле тигән мифик персонаж булмаған, ул башҡортҡа татар туғандарҙан мәҙәни бәйләнештәр арҡылы килеп ингән” тип әйтеү бер ниндәй дөрөҫлөккә тап килмәй. Шүрәле башҡорттоң бик боронғо мифик персонажы, уны башҡорттоң ата-бабалары үҙ ерҙәрен бик боронғо дәүерҙәрҙә үҙләштергән, эйәләштергән саҡта формалаштырған һәм беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған.

Үрҙә яҙып киткәнемсә, шүрәле тураһындағы мәғлүмәттәр башҡорттар йәшәгән бөтә төбәктәрҙә лә билдәле һәм улар ғалимдар тарафынан фәнгә күптән индерелгән. Легенда, риүәйәттәрҙән тыш, башҡорттар йәшәгән бөтә төбәктәрҙә лә шүрәлегә бәйле әллә күпме ер-һыу атамалары теркәлгән. Бындай атамалар бөтә тарихи башҡорт ерҙәрендә лә билдәле. Тап ошо топонимдар “был ерҙәрҙә башҡорттар йәшәгән, йәшәйҙәр” тип үҙҙәре үк ҡысҡырып торалыр һәм халҡыбыҙҙың таралыу ареалының бер маркеры булып тораларҙыр.

Шүрәле тураһында минең үҙемә бала саҡтан уҡ күршебеҙ Сабит олатай Сәйетҡоловтан (1906 йылғы) ишетергә тура килә торғайны. Сабит олатай бик шаян, йор һүҙле, мәрәкәсел кеше булды һәм боронғоно бик күп белә ине. Башҡорттоң боронғо риүәйәттәрен, мифтарын, әкиәттәрен беҙгә, бала-сағаға, бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс итеп һөйләй ине. Юл ыңғайы әйтеп китергә кәрәк, Сабит олатай бик шәп думбырасы һәм ҡурайсы булды. Ул думбыраһын сиртә-сиртә беҙгә төрлө боронғоно һамаҡлар ине. Унан ишеткән ошо боронғо нәмәләр араһында шүрәле тураһындағылары ла була торғайны. Олатайҙың һөйләүенә ҡарағанда, шүрәленең иң яратҡан уйыны – урман-тауҙар араһында берәй кешене осратһа, ҡытыҡлашырға тәҡдим итер булып, уны ҡытыҡлап көлдөрөп, һынын ҡатырып үлтереү була. Әгәр шүрәле осраһа, ҡурҡҡаныңды күрһәтергә ярамай. Уны нисек булһа ла алдап, отоп, ҡулын ағас ярығына тыҡтырып, шунда ҡыҫтырып ҡалдырырға кәрәк. Быны булдыра алмаһаң инде, нисек булһа ла берәй йылғаның икенсе ярына сығып ҡотолорға була. Сөнки шүрәле һыуҙан ҡурҡа һәм икенсе яҡҡа сыға алмай. Икенсе ярҙа торған кешенең нисек итеп теге ярға сығырға тигән һорауына – йылғаның ағымы ыңғайына күрһәтергә кәрәк юлды. Яңылыш йылғаның үр яғына күрһәтһәң, ул тиҙ генә йылға башына барып, кеше торған ярға сығып, алдаған кешене тотоп алыуы бар, имеш, тип аңлата торғайны Сабит олатай. Олатай һөйләүенсә, шүрәленең һул яҡ ҡултыҡ аҫтында тишеге була һәм ул ҡытыҡлай башлаһа, әмәлен табып, шул тишеккә ҡулды тыға һалып уның йөрәген һурып алып, үлтереп ҡотолорға ла була, имеш. «Ә нисек итеп шүрәле ҡытыҡлаған саҡта ул тишеккә ҡулды тығырға һуң?” – тигән беҙҙең һорауға: “Уныһы, улым, үҙегеҙҙең сослоҡтан тора инде”, - тип көлөмһөрәй торғайны.

1986 йылда Баймаҡ районының бая үрҙә телгә алған Шүрәле (Фәйзулла) ауылында 1910 йылғы Маһира инәй Хәлитованан һәм башҡа бер нисә кешенән шүрәле тураһында күп кенә мәғлүмәттәр яҙып алдым. Был мәғлүмәттәр бала саҡта күршебеҙ Сабит олатай Сәйетҡоловтан ишеткәндәр менән яҡынса тап киләләр. Маһира инәйҙән: “Ни өсөн ауылды Шүрәле тип атайҙар?” – тип һорағас, – “Элек был ерҙәрҙә, Ирәндектә ҡарурмандар шаулаған замандарҙа, шүрәлеләр күпләп йәшәгән. Бер егет атын кисен утлауға ебәрһә, уныһы иртәнгә манма һыу була ла ҡуя икән, ти. Егет бының сәбәбен белер өсөн атының һыртына дегет һөртөп ебәргән. Иртәнсәк ат һыртына бер шүрәлене йәбештереп ҡайтып ингән. Ат хужаһы шүрәлене ҡамсыһы менән яра башлағас, тегенеһе һылыу бер ҡыҙға әйләнеп, егет, мине туҡмама, мин һиңә кәләш булырмын”, - тип ялбарған. Шунан былар өйләнешеп, баяғы атты утлауға ебәргән ерҙә өй һалып йәшәй башлағандар һәм шуларҙан таралған тоҡом ишәйеп, ауыл барлыҡҡа килә. Тирә-яҡ халҡы шуға ауылды “Шүрәле ауылы”, ә кешеләрен “шүрәлеләр араһы” тип атай башлаған”, - тип аңлатты Маһира инәй Хәлитова. Был инәй 1936 йылда Шүрәле йылғаһы буйында бесән сабып йөрөгәндә шүрәлене үҙ күҙҙәре менән күреүен һәм йылғаның икенсе ярына сығып ҡотолоп ҡалыуын һөйләне. “Шүрәле йылға ярына килеп: “Нисек һинең яғыңа сығырға?” – тип һорағас, ололар өйрәткәнсә, йылғаның аҫ яғына ҡарай юллаттым тегене”, - тип хәтерләп ултырҙы.

Маһира инәйҙең һөйләүенсә, ауыл һыйынып ултырған Ирәндек тауҙары Бөйөк Ватан һуғышына тиклем бик ҡуйы ҡарағас урманы менән ҡапланған һәм унда шүрәле кеүек төрлө урман заттарына һыйыныр урын етерлек булған. Улар унда үҙҙәрен бик иркен тотҡандар. “Хәҙер шүрәлеләр бармы һуң?” - тип һорағас, инәй, әйтерһең, берәй туған-тыумасаһын йәлләгәндәй итеп: “Эйе, улар әле лә бар, тик урман бөткәс, улар ныҡ ваҡланды шул”, - тип үкенеп тә ҡуйҙы.


Бөтә һорашҡан кешеләрҙең һөйләүҙәренән сығып мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштергәндә, шүрәленең оҙон ҡулдары тубыҡтан түбән һәленеп төшөп торған, йөнтәҫ оҙон буйлы, килбәтһеҙ, маңлайында мөгөҙө лә булған бер нәмә, тигәнерәк ҡиәфәттә күҙ алдына килтерергә булалыр.

Маһира инәй Хәлитованың хәтере бик шәп булып, ул үҙ яғы башҡорттарының бик күп боронғо риүәйәттәрен, ауылының тирә-яғындағы ер-һыу атамаларын белә ине. Мин унан бик күп боронғоно яҙып алып ҡалдым. Бер нисә йыл элек шул яҡтарҙа фәнни экспедицияла тағын булырға тура килде. Шүрәле ауылына яҡын ерҙә генә урынлашҡан һауынсылар лагерына барып, боронғо нәмәләр, ер-һыу атамалары тураһында һораша башлағас, улар: “Эй-й, һуңланығыҙ, бына беҙҙә элегерәк Маһира инәй булды. Ул тирә-йүндәге бөтә нәмәләрҙе лә белә ине, беҙ йүнләп бер нәмә лә белмәйбеҙ шул”, - тип Маһира инәй Хәлитованы маҡтап иҫтәренә төшөрөп ултырҙылар. Маһира инәйҙе белеүемде, унан бик күп боронғоно яҙып алып ҡалыуымды әйткәс, һауынсылар: “Беҙ Маһира инәйҙән арттырып бер нәмә лә һөйләй алмайбыҙ”, - тип инәйгә оло баһа бирҙеләр.

Халҡыбыҙҙың боронғоһон яратҡан, уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған Маһира инәйҙәр, Сабит олатайҙар кеүек кешеләр яйлап ҡына арабыҙҙан китеп бөтөп баралар шул. Быны ябай халыҡ үҙе лә аңлай һәм быға ныҡ үкенес белдерә.

Шул уҡ Шүрәле (Фәйзулла) ауылында 1907 йылғы Батыршин Һатыбалды олатайҙан да шүрәле тураһында һәм бүтән боронғо риүәйәттәрҙе яҙып алырға тура килде. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында был олатай тыуған нигеҙен ташлап китергә теләмәйенсә ауылында йәшәп ята ине. Һатыбалды олатай шүрәлеләрҙең барлығына ысынлап ышана ине. Шүрәле тураһында һораша башлағас, урман йәнлектәре (айыу, бүре һ.б.) тураһында һөйләгән кеүек: “Элек, урман ҡуйы саҡта, улар эре була торғайнылар, хәҙер ни ваҡландылар, кисен эңерҙән һуң өй янына килеп сыуылдашалар, өйгә үтеп инергә теләйҙәр. Тик мин аяттар уҡығанға, тәҙрә янына килеп тауышланып китәләр. Ҡөрьән сүрәләренән ҡурҡа улар”, - тип ғәҙәти бер нәмә кеүек һөйләп ултырҙы был олатай.

Шүрәле менән бәйле легендаларҙы, уларға бәйле ер-һыу атамаларын Ейәнсура районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Түлебаевтың китабынан да табырға була.

Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Заря Миңлебаева Ҡурған өлкәһе башҡорттарынан шүрәле тураһында бик күп риүәйәттәр яҙып алған. Ул яҡ башҡорттарының легендаларында ла шүрәленең холоҡ-фиғеле, ҡиәфәте башҡа яҡ башҡорттарында яҙып алынған мәғлүмәттәрҙән бигүк айырылмай. Шүрәлеләр урманда ғаилә-ғаилә булып йәшәйҙәр, кисен юлға сығып яңғыҙ кешеләрҙе ҡарауыллайҙар һәм улар менән ҡытыҡлашып уйнарға маташалар, тик бигүк аҡыллы булмағастар, уларҙы алдап, отоп була, имеш.

Этнографик материалдар йыйып йөрөгәндә, күпселек ерҙәре дала булған Хәйбулла районында ла шүрәле менән бәйле ер-һыу атамалары теркәлде. Иң боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе булған түңгәүер башҡорттары ауылы Вәлит эргәһендәге бәләкәй генә һаҙлыҡлы урманды, элегерәк шүрәлеләр йәшәгән тип, халыҡ әле булһа “Шүрәле һаҙлығы” тип йөрөтә.

Үрҙәрәк Татарстан ғалимы С. Шәмси шүрәлене урман менән бәйле зат тип иҫәпләй, тигәйнек һәм башҡорттоң тау-урман менән бәйле халыҡ икәнен дә телгә алғайныҡ. Быға өҫтәп шуны ла әйтеп китергә кәрәк: С. Шәмси шүрәлене татарҙың ата-бабаһы булған болғарҙарҙан ҡалған мираҫ, тигән уйҙа. Әгәр был фекерен дөрөҫ тип уйлаһаҡ, болғарҙарҙың формалашҡан еренең Азов, Ҡара диңгеҙ буйҙары далаһы икәнен оноторға ярамайҙыр. Тимәк, далала формалашып, Иҙел буйына һуңынан килеп төпләнгән болғарҙарҙа шүрәле кеүек урман заты формалаша алмаған, тиергә була. Шүрәлене болғарҙар яңы урынға күсенеп ултырғас, урындағы ерле халыҡтан үҙләштергәндәр һәм был халыҡ башҡорттарҙың ата-бабалары булған, тиергә урын бар. Бының шулай икәненә тағы бер дәлил: башҡортта ғына шүрәле тураһында мифтар һаҡланған. Ут күршеләребеҙ – татарҙарҙың мәҙәниәтендә шүрәле тигән мифик персонаж ныҡлы урын алһа ла, уларҙа шүрәле тураһындағы мифтар юҡ. Ундай мифтар тик башҡортта ғына бар. Был башҡорттарҙың шүрәле тураһындағы ҡараштарының боронғолоғон күрһәтә һәм был персонаждың бер кемдән дә үҙләштерелмәйенсә, боронғо ата-бабаларынан ҡалған рухи мираҫ икәнлегенә бик тә тос дәлил.

Башҡортта шүрәле тураһындағы легендаларҙың төп үҙенеке икәненә быға тиклем бер ғалим да иғтибар итмәгән тағы бер иҫбатлау бар. Башҡорт еренән бик алыҫта, Пакистан, Афғанстан ерҙәрендә ятҡан Гиндукуш тауҙарында йәшәгән дард халҡында ла “шурала” тип аталған персонаж барлығын немец ғалимдары яҙып алған. Был “шурала” атамалы персонаж да беҙҙең башҡорт шүрәлеһе кеүек үк, ахмаҡлыҡтар ҡылып, бармағын ағас ярығына ҡыҫтыртып, аҡырып ултыралыр, имеш. Был дардтарҙың легендаһын башҡорттоҡо менән бәйләргә урын бар. Сөнки дардтар һинд-иран (йәғни арий) сығышлы халыҡ һанала. Арийҙарҙың сығышын иһә күпселек ғалимдар Көньяҡ Урал менән бәйле, ти. Тимәк, шүрәлене башҡорттарҙы формалашыуҙа ҡатнашҡан, уның нигеҙ ташын тәшкил иткән арийҙарҙан ҡалған бик боронғо бер субстрат персонаж тип ҡараһаҡ, татар халҡының башҡортта формалашҡан шүрәле тураһындағы риүәйәттәргә бер ниндәй ҡыҫылышы ла юҡ икәнен дә күрергә тейешбеҙ. Башҡортта арийҙарҙан ҡалған мираҫ бер шүрәле генә түгелдер. Беҙҙең телебеҙҙә лә уларҙан һаҡланып ҡалған бик күп һүҙҙәрҙе табырға мөмкин. Быныһы иһә киләсәк быуын телселәре эше.


Шулай итеп, ныҡлап төпсөнә башлаһаң, шүрәле тигән мифик заттың беҙҙе бик боронғо дәүерҙәргә алып барып тоташтырғанын күрергә була. Беҙ, башҡорттар, Уралда бик боронғо дәүерҙәрҙә үк формалашҡан боронғо халыҡбыҙ һәм ошо ерҙең төп хужалары булып торабыҙ. Быны объектив ҡарашлы күпселек тарихсылар күрә, танырға мәжбүр. Беҙҙең үҙебеҙгә лә үткәндәребеҙгә иғтибарлыраҡ булып, Уралдың төп халҡы икәнебеҙҙе бер ҡасан онотмаҫҡа, киләсәк быуынға ошо фекерҙе эстафета кеүек быуындар сылбырын өҙмәйенсә тапшырып торорға кәрәк, тигән теләктәр менән тамамлағы килә был шүрәле тураһындағы мәҡәләмде.

Закирйән Әминев.



Читайте нас: