Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
29 Ғинуар 2019, 18:57

Бәғзе арҡадаштарыма яҙылған хушлашыу хаты

Һәр хәлдә беҙҙең мәмләкәтебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сөләймән Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөнгө көндә милләтебеҙгә зыян ғына. Был хосуста мин уға Бохаранан хәбәр ебәргәйнем. Бәхеткә күрә, ҙур юғалтыуҙар булманы шикелле. Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр:

“Милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен яҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем. Хәрәкәтебеҙ, Башҡортостандағы кеүек үк, Төркөстанда ла бихисап ватандаштарыбыҙҙы көрәшкә дәртләндерҙе. Был эштә Төркиәнән, Дағстандан, Әзербайжандан, хатта Афғанстандан байтаҡ кеше ҡатнашты, ниһәйәт, ул Әнүәр Пашаны ла йәлеп итте. Үкенескә ҡаршы, Польша менән һуғыш Мәскәү файҙаһына тамамланды. Әгәр был һуғыш һис юғында тағы бер ай дауам иткән булһа, Әнүәр Паша Байсун - Ғузарҙан, ә Сәмәрҡәнд вилайәте баҫмасылары Жизак – Нуратанан килеп, Сәмәрҡәнд менән Бохараны яулап алырҙар ине. Тимер юлдың күп урындарын шартлатыу өсөн динамит әҙерләнде. Август айында был юл Ҡыҙыл Арват һәм Һырдаръя тарафтарында Ҡыҙыл армия өсөн ябыласаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәскәү ҙур хәрби көстәрҙе был яҡҡа йүнәлтеү мөмкинлеге тапты. Хәлебеҙ август айында тамам кирегә китеүгә ҡарамаҫтан, мин көрәште дауам итеү, бөгөн Шәһрисәбз һәм Сәмәрҡәнд тарафы баҫмаларын, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ офицерҙарын август аҙағында байсун өлкәһендә туплап, уларҙың Әнүәр Паша менән берләшеүен тәьмин итеү менән шөғөлләнә инем. Әммә ваҡиғалар тиҫкәрегә юл алды. Әнүәр Паша һуғышта шәһит булды. Тап шул ваҡытта (сентябрҙә) Ташкентта йәшерен рәүештә йыйылған Төркөстан Милли Берлек конгресы миңә көрәште сит мәмләкәттәрҙә дауам итеүҙе, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьәлә сифатында ойоштороу эштәрен йөкмәтте. Европала һәм Төркиәлә ҡалып, шул эш менән шөғөлләнмәксемен. Әммә хаҡиҡәткә тура ҡарарға кәрәктер: был хәрәкәттең хәҙерге кимәле, йәғни мәхәллә күләмендә хәрәкәт итеп, көрәшеп, Советтарҙы сигенергә (уступкаға) мәжбүр итергә тырышыу һөҙөмтә бирмәне. Хәҙер милләтебеҙ бүре тешенә эләккән һарыҡ хәлендә.

Әммә был мәсьәләнең яңынан башланасаҡ кимәле бар: көрәште башҡаса ойоштороу, Рәсәйҙә Советтар хакимлығы мәсьәләһе, хәҙергә эске көрәш сифатында тамамланғандан һуң, артабан дәүләт-ара мәсьәләгә әүереләсәк. Уның менән һуңыраҡ бөйөк дәүләттәр мәшғүл буласаҡ. Ул киләсәктә бөйөк дәүләттәр мәсьәләһе булыуҙан да уҙып, бөтә донъя мәсьәләһенә әүерелер. Советтар, милләттәрҙе һәм колонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ таратып, эшселәрҙең ирек һәм хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт итеүсе хәрәкәткә әүерелдерҙе. Ошо көндәрҙә Ленинға һәм мине ғәфү итеүҙәре хаҡында белдергән Сталин менән уның башҡа арҡадаштарына тапшырыу өсөн, шул уҡ мәсьәләләр буйынса ике хат яҙып, Ташкентта ғөмүми вәли булған Рудзутакка ебәрҙем. Уларҙың бынан һуң үткәрәсәк сәйәсәтенең программаһы – Рәсәйҙең үҙендә генә түгел, Европалағы һәм Азиялағы курше өлкәләрҙә лә рус теле һәм мәҙәниәтенең хакимлығын тәьмин итеү. Бөтә донъя милләттәрен социализм төҙөүгә саҡырыу ҙа – шул маҡсатҡа өлгәшеүҙең бер сараһы ғына. Бөтә донъяны руслаштырыу бойомға ашырырлыҡ эш түгел. Әммә был хәҡиҡәтте башҡа илдәрҙә тиҙ генә аңлай алмаҫтар. Сөнки бойондороҡһоҙ азат милләттәргә рус мәсьәләһенең ғәмәлдәге империалистик асылын аңлатыуы ауыр. Быны хатта Хивалағы йәш сәйәси эшмәкәрҙәр рустар уларҙың үҙ хөкүмәттәренең көлөн күккә осороуҙарын дүрт ай элек аңламайҙар ине әле. Бәлки, был хәҡиҡәттәрҙе аңлау өсөн һәр милләттән бер ни тиклем ваҡыт рус хакимлығы аҫтында булыуы шарттыр. Һәр хәлдә беҙҙең мәмләкәтебеҙҙә бола һәм күтәрелештәргә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Сөләймән Мырҙабулатовтың сығышы кеүек хәрәкәттәр бөгөнгө көндә милләтебеҙгә зыян ғына. Был хосуста мин уға Бохаранан хәбәр ебәргәйнем. Бәхеткә күрә, ҙур юғалтыуҙар булманы шикелле. Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр:

1) йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү;

2) хосуси хужалыҡ эштәренән айырылып, кооперативтарға инеп, социализм аппаратында нығынып, милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләгән эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү. Быны 1919 йылдың авгусында Стәрлетамаҡтағы йыйылышта ла һөйләгәйнем;

3) дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкәһендә эшләнәсәк. Был тәңгәлдә һис бер ниндәй ойошма йәшәтеп булмаҫ, сөнки ул Совет учреждениелары тарафынан буйһондоролоп, уларҙың мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк. Шуға күрә дин һәм тел өсөн көрәште закон рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ;

4) көрәштең икенсе дәүерендә был мәсьәләләрҙең милләттәр-ара кимәлгә күтәреләсәгенә ышанып әҙерләнеү.

Иҙел һәм Урал буйҙары төбәктәре өсөн ул саҡ Төркөстанға һыйынараҡ хәрәкәт итеүҙең мотлаҡлығына инаныу кәрәк була. Был юлда 1917 йылдан алып барған көрәшебеҙ хаҡында балаларыбыҙға өйҙә аңлатыу зарур. Хөр донъя милләттәре берләшеп, большевизмдың таралыуына ҡаршы тора алмаһа һәм Азия милләттәренең күбеһе Советтар юлына баҫһа, коммунизм милли ҡаршылыҡтар ялҡынын иң ныҡ тоҡандырыусы бер тәғлимәт булыу арҡаһында, был милләттәр бер-береһе менән һуғышасаҡ. Беҙ донъя ҡитғалары араһында күп төрлө бәйләнештәрҙең, шул иҫәптән сауҙа бәйләнештәренең артабан үҫкән бер дәүерендә йәшәйбеҙ. Шуға күрә Рәсәйҙең шәреҡ менән ғәреб илдәре араһындағы иҫке сауҙа юлдарын үҙ ҡулында тота белмәүе насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Рустар төрөк ҡәүемдәрен бер быуат эсендә генә йота алмаҫ. Сөнки был эш Кавказ, Украина кеүек өлкәләрҙә руслаштырыуҙың уңышлы барыуына бәйле. Хәлбүки, руслаштырыу сәйәсәтенең ҡорбаны буласаҡ милләттәр хәрәкәтһеҙ ҡалмаясаҡ, рустар күбәйһә, улар ҙа күбәйер. Был тәңгәлдә киләсәк хаҡында бәғзе фекерҙәремде яҙам, күрәҙәлек итә тимәгеҙ: рустарҙың империализмы һәм бөтә донъя инҡилабы күтәрергә йүнәлтелгән тырышлыҡтары Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы егерменсе быуаттың иң бөйөк хәҙистәре итеп күрһәтәсәк. Бөтөн милләттәрҙең яҙмышы ошо ваҡиғаларға бәйле булып күренәсәк. Ләкин нәфселәрен тыя белмәүҙәре арҡаһында рустар был бөйөк ваҡиғалар нигеҙендә тик үҙ файҙаһын ҡыуасаҡ. Бының һөҙөмтәһендә килеп тыуған бөйөк ваҡиғалар беҙгә яңынан терелеү мөмкинлеге бирәсәк. Мосолмандар күп йәшәгән Төркөстан кеүек өлкәләр был хәлдән файҙаланыр. Ошо мәлдә йәһүдтәр Израиль дәүләтенең тереләсәгенә инанған кеүек, беҙҙекеләр ҙә ышанып йәшәргә һәм быны йәш быуынға аңлатырға тейеш. Беҙ был мәсьәлә менән сит илдәрҙә шөғөлләнербеҙ, әммә ышанам: беҙҙең быуын ул ҡотолоу көндәрен күргәнгә тиклем үлеп бөтмәҫ әле. Беҙ Башҡортостанда милли хәрәкәтте законлы рәүештә йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡарары буйынса милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек. Төркөстанда иһә был хәрәкәт ризаһыҙлыҡ һәм күтәрелеш сифатында беҙ килгәнгә тиклем үк башланғайны, күпселек баҫмасылар фанатик муллалар йоғонтоһо аҫтында ине. Беҙ бындағы хәрәкәткә милли фекер, идея индерҙек, ниһайәт уға Төркиәнең бөйөк тарихи шәхесе үҙ офицерҙары менән килеп ҡушылды. Был ваҡиғалар бер нисә йылда, хатта бер-ике быуында онотолоп бөтә торған эш түгел. Төрөк милләте азатлыҡ фекеренә тоғро ҡалыу сәбәпле бойондороҡһоҙ дәүерҙәргә ҡараған Йәнебәк хан, Тимер, Иҙеүкәй, Күсем һәм улдары Ҡәйеп хан менән Аблай хан кеүектәргә бағышланған хәтирәләрҙе әле булһа йәшәтеп килә. Хатта тарихыбыҙҙың боронғо дәүерҙәрендә төрөк булмаған халыҡтар араһында әҙселектә ҡалған, телен онотҡан йәки онотоу хәленә еткән ҡәбиләләребеҙ ҙә форсат асылыу менән аяҡҡа баҫҡан һәм яңынан үҙ дәүләтен ҡорған. Бындайҙарҙан тарихта ҡытайҙар араһында туйуһун, шато һәм таугач, һиндтар араһында ҡарлуҡ һәм калач, уғро-финдар араһында арпаттар, иран, ғәрәп һәм курдтар араһында уғыҙҙар, ағачериҙар һәм аҡҡуйындар кеүек, әҙселектә ҡалған хәлдә лә, булмышын һаҡлап, һуңыраҡ дәүләт төҙөгән ҡәбиләләрҙең тарихы беҙҙең өсөн таң ҡалырлыҡ ғибрәт. Быларҙы романдар формаһында яҙып нәшер итер инем. Эргунекун мифы бер ҡаһарман төрөк йәмғеһенең үлде-бөттө тигәндән һуң терелеүен аңлатыр. Беҙ хәҙер рустар араһында тарихи тормошобоҙҙоң иң ҡурҡыныс дәүерен кисерһәк тә, асылда ҡурҡып торманыҡ. Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙанғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә үҫентеһе ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтөн баҡсаға таралыр. 1917-1922 йылдарҙа беҙгә күтәрелергә форсат бирелгән хәлдә лә хәрәкәтһеҙ ҡалһаҡ, ҡабаттан шундай уҡ форсаттарҙан файҙаланыуы ҡыйын булыр ине. Хәлбүки, был форсат ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, файҙалана алдыҡ. Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫмөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Ҡараһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кенесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк. Был көрәш барышында ижад ителгән шиғырҙар, бәйеттәр оноторлоҡ түгел. Әлбиттә, дошман уларҙы онотторор өсөн ҙур ғәйрәт сарыф итер. Әммә Рәсәйҙә баҫылмаған нәшриәт сит илдәрҙә баҫылыр. Рәсәй үҙ сиктәрен һәр саҡ бикле тотоп тора алмаҫ. Хөрриәт һәм милли азатлыҡ фекерҙәрен таратыусы әҙәбиәтте беҙҙекеләр үҙ илендә уҡымаһа, сит илдә уҡып ҡайтыр. Тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән, террорға ҡоролған хакимлыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен. Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған һөйөүебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр”.


Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр” китабынан.