Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
8 Апрель 2019, 14:21

РУСТАР ҠУЙҒАН “БАШКИРКА”

Һамар өлкәһенең Малая Малышевка ауылы янында бер ҡалҡыулыҡ бар, шунда уҡ урман башлана. Бары түбә башында ҡуйылған ниндәйҙер һәйкәл генә тирә-яҡ тәбиғәт хозурлығынан айырылып торған кеүек. Һыны менән бәләкәс кенә кәшәнәгә тартым, әммә эскә инер урыны юҡ. Был – урындағы халыҡтың батырлыҡ, тоғролоҡ, эскерһеҙлек һәм тәүбәгә ҡайта белеү кеүек бөйөк сифаттарға арнап ҡуйған һәйкәл икән. Ә атамаһы уның – “Башкирка”...

Батыр ул теләһәң – башҡорттан кәләш ал.

Ҡаҙаҡ әйтеме.

Һамар өлкәһенең Малая Малышевка ауылы янында бер ҡалҡыулыҡ бар, шунда уҡ урман башлана. Ҡайҙалыр һабан турғайы таңды сәләмләй. Әле баҙлап өлгөрмәгән ел уйҙарҙы сафландырып ебәрә. Бары түбә башында ҡуйылған ниндәйҙер һәйкәл генә тирә-яҡ тәбиғәт хозурлығынан айырылып торған кеүек. Һыны менән бәләкәс кенә кәшәнәгә тартым, әммә эскә инер урыны юҡ. Был – урындағы халыҡтың батырлыҡ, тоғролоҡ, эскерһеҙлек һәм тәүбәгә ҡайта белеү кеүек бөйөк сифаттарға арнап ҡуйған һәйкәл икән. Ә атамаһы уның – “Башкирка”... Эйе, таштан эшләнгән башҡорт яугирының башлығы формаһындағы һәйкәл “Башкирка” тип атала һәм уны һалдырыусы Сергей Викторович Курапов быны шулай аңлата:
– “Башкирка” тураһындағы легенданы тәү тапҡыр Серей Алексеевич Поповтан ишеттем. Ул беҙҙең мәктәптә тарих дәрестәрен уҡыта ине, тыуған яғыбыҙҙың тарихын да өйрәнде. Риүәйәттең айырым деталдәре дөрөҫлөккә тап киләме-юҡмы – белмәйем, әммә ваҡиға ҡасандыр ысынлап та булған тигән ҡараштамын.
XII быуат баштарында славяндар был ерҙәрҙә бәләкәс ауылдарға бүленеп йәшәгән. Уларҙы тирә-яҡтағы башҡорт ырыуҙары йыш ҡына талап китер булған, ти. Крәҫтиәндәр түҙмәй, яҡында ҡәлғә һалдыртыуын һорап, батшаға хат яҙа. Күп тә үтмәй Һамар йылғаһы буйлап Алексеевская, Красно-Самарская, Борская ҡәлғәләре төҙөлә. Һәр береһендә ике йөҙләп атлы казак урынлаша. Улар крәҫтиәндәрҙе дала ҡыҙырып йөрөүсе ҡәбиләләр һөжүменән һаҡларға тейеш була.
Әлеге көндә Малая Малышевка торған урында ла урыҫтарҙың ҡасабаһы булған. Һәм бер көндө уларға биш йөҙләп һыбайлынан торған башҡорт отряды һөжүм итә. Ҡараҡтарҙың йөҙәтеүҙәренән ялҡҡан халыҡ уларға ҡаршы алышҡа сыға. Бер-ике сәғәттән Красно-Самарская казактары ла килеп етә. Яу ҡыҙғандан-ҡыҙа, ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Һөжүмселәрҙең бөтәһе лә тигәндәй ҡорбан була, ҡалғандары ҡулға алына. Тик башҡорт атлыларының башлығы ғына бирешергә теләмәй, һаман һуғыша ла һуғыша, ти. Шулай ҙа ул да әсиргә төшә. Уны башҡалар менән бергә аларға ҡарар ҡылалар.
Иртәгеһенә хөкөм башлана. Байтаҡ башҡорттарҙы язалайҙар. Иң аҙаҡтан һөжүмселәр башлығын да хөкөмсөләр алдына килтереп теҙләндерәләр. Шул ваҡыт яугирҙың шлемы аҫтынан иңбашына сәс толомо килеп төшә. Халыҡ геү итеп ҡала. Казактар элек-электән яу яланында батырлыҡ күрһәткән ҡатын-ҡыҙға ғүмер үә азатлыҡ бүләк иткән. Шундай йола бар. Был ҡатын да йән аямай алышыуы, сослоғо менән казактарҙың ихтирамын яулай. Бығауҙарын сисеп ҡайтарып ебәрергә булалар. Әммә йәш ҡатын китергә ашыҡмай... Быуып барған күҙ йәштәре аша ҡорбан булған арҡаҙаштарын ерләргә рөхсәт һорай. Казактар ҡаршы килмәй.
Бер нисә көндән крәҫтиәндәр, теге ҡатын ни эшләне икән тип, урман янына килә. Ә унда ҡайғы-һағышҡа батҡан ҡатынҡай, ер тырнауҙан ҡанап бөткән яланғас ҡулдары менән, һаман да ҡәбер ҡаҙа, ти. Халыҡ бер аҙ аптырап ҡарап тора ла, уға ярҙамға килә. Бөтәһен дә ерләп бөткәндән һуң яугир ҡатын шул тирәлә үҙенә землянка эшләй һәм үлгәндәр рухына арнап көнө-төнө доғалар уҡып көн күрә башлай. Тора-бара ошо тирәнән үтеүселәр “проезжал мимо башкирки...”, “у башкирки был...” тип һөйләй башлай. Аҙаҡ бөтөнләй был урын “башкирка”ға әйләнә. Тотош отрядының һәләк булыуына үҙен ғәйепле тойған башҡорт ҡатыны ғүмеренең аҙағынаса бер ҡайҙа ла китмәгән. Яугирҙарына биргән тоғролоҡ антын боҙмаған һәм һуңғы һулышына хәтлем әруахтарға арнап доғалар уҡыған, ти. Күпме йылдар үтһә лә, башҡорттар менән казактар алышҡан урында әле лә кеше һөйәктәре табылып тора.
Бына шулай беҙҙең “Башкирка”ның легендаһы.
– Был тарих ныҡ тәьҫир итте, – тип һүҙен дауам итә Сергей Викторович. – Оҙаҡ уйландым: ниңә һаман да, быуаттар уҙһа ла, халыҡтың хәтерендә һаҡланып килә, ниңә онотолоп юҡҡа сыҡмай? Был ҡатын бит рус крәҫтиәндәренә дошман булған. Уның дине лә, теле лә башҡа. Ниңә ябай халыҡ һаман үҙенең ҡайғы-хәсрәт килтереүсеһен хөрмәт итә? Һәм бер ваҡыт яуап таптым, шикелле: был башҡорт ҡатыны – кешелектең иң яҡшы сифаттарын сағылдырыусы, булмыштың нигеҙен тәшкил иткән ҡиммәттәрҙең тормоштағы һынланышы. Сөнки типһә тимер өҙөрҙәй егеттәрҙе артынан эйәртерлек кеше, һис һүҙһеҙ, аҡыллы, ихтирам ҡаҙанған булырға тейеш. Рухи ныҡлығы һис кемдә лә икеләнеү тыуҙырмағандыр. Батырлыҡ һәм саялыҡ йәһәтенән бөгөнгө күп ир-атҡа ҡарағанда “ирерәк” булғандыр әле... Һәм, әлбиттә, уның кешелеклеге, яуаплылыҡ тойғоһо һоҡландыра. Бик һирәктәр генә үҙҙәренең ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ кисереп, ғүмере буйына тәүбә ҡылырға һәләтле. Биргән антына, иң тәүҙә үҙ-үҙенә вәғәҙә иткән һүҙҙәренә хыянат итмәй, уларҙың ауырлығын күтәреп сыға ала. Шул ваҡиға рус халҡының да яҡшы һыҙаттарын күрергә ярҙам итә: дошманыңа ла ихтирам, яу шаһиттарын кешесә ерләү, үҙҙәрен яҡлай алмаусы ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, балаларға ҡаршы һуғышмау, лайыҡлыларҙың хәтерен һаҡлап быуындан-быуынға тапшырыу. Халыҡ изге тип һанаған әхлаҡи өлгөләргә нигеҙләнеп балаларын тәрбиәләгән. Шуға ла был риүәйәт ваҡыт даръяһына батып юҡҡа сыҡмаған.
Ошоларҙы төшөнгәндән һуң тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Халҡыбыҙҙың киләсәк быуындарҙы дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ярашлы тәрбиәләү ниәтенә бәләкәс кенә булһа ла өлөшөмдө индереү теләге тыуҙы. Оҙаҡ уйлағандан һуң иң ҡулайлы ысул – һәйкәл ҡуйыу тип таптым. Һәйкәлдең формаһын, нимәнән эшләнәсәген, урынын дуҫым Александр Ситкарев менән кәңәшләшеп хәл иттек, ул кирбес-таш эштәре оҫтаһы. Төҙөлөш башланғанда, күрәһең, Аллаһ хикмәте менәндер, эштәребеҙ гел ыңғай сығып торҙо: нефтселәрҙән бульдозер һораныҡ – ҡаршылашманылар, һәйкәлгә гранит кәрәк ине – эргәләге тимер юлын һүттеләр һәм уларҙан гранит убалар ғына ятып ҡалды. Ярҙамға халыҡ, мәктәп уҡыусылары дәррәү күтәрелде. Шулай итеп, изге эшебеҙҙе артыҡ сығымдарһыҙ атҡарып та ҡуйҙыҡ. Клара Еремина һәм Сафия Абдрафиҡова исемле башҡорт ҡатындары һәйкәлдең мәрмәр таҡтаһын эшләтергә етерлек аҡса бирҙе. Унда шундай һүҙҙәр яҙылған:
Людское сердце пусть не каменеет
От новых бед, от былых обид...
Пусть память предков добрым ветром веет,
А умный разум всех поймет и простит...
Был легенда башҡорттарға ҡарата ихтирамымды арттырҙы. Ә иң ҡыҙығы бында нимәлә: бер аҙҙан улым Артем кәләш алырға йыйынды. Һәм тормош иптәше итеп кемде һайлаған тип уйлайһығыҙ? Башҡорт һылыуын!!! Был ваҡиға ҡапылғара хайран ҡалдырҙы, сөнки улым хәләл ефетен татар, сыуаш, мари милләттәренән һайлаһа, аптырамаҫ та инек – улар бында күп. Ә Лилиә Башҡортостандың үҙендә, башҡорт ғаиләһендә үҫкән. Туйҙы ике яҡтың туғандары ла риза ҡалырлыҡ итеп үткәрҙек: ҡоҙа менән ҡоҙағый өсөн махсус рәүештә башҡорт милли кейемдәрен кейгән ҡурайсы-артистарҙы саҡырҙыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ тәүҙә баҙап ҡалды, шунан бейергә төшөп китте! Бындай күңелле туйҙарҙы һирәк күрергә булалыр. Артем һәм Лилиәнең улдары үҫеп килә – Родион. Уны ла башҡорт һәм рус милләттәренә хөрмәт, һөйөү тойғоһо шарттарында тәрбиәләргә тырышабыҙ. Шуның менән бәхетлебеҙ.

“Самарская область. Этнос и культура” журналы мәҡәләһен файҙаланып, Гөлнур МУСИНА һәм Мансур ҠАҘАҠАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: