Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
18 Апрель 2019, 18:17

Артылышҡа ынтылыш

– Үҙәк власть өсөн Республиканың ойошторолоу датаһы, әлбиттә, 1919 йыл. Әммә 1919 йылды мин 1917 йылда башланған Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороу процесының логик рәүештә тамамланыуы, тип атар инем, йәғни үҙәк власть тарафынан танылыуы. Шуға күрә, бында ике датаны ла инҡар итергә ярамай, тип уйлайым, 1919 йылғы Килешеү беҙҙең өсөн мөһим тарихи ваҡиға, сөнки Башҡортостан хөкүмәте, үҙәк Совет власы менән килешеү нигеҙендә үҙ автономияһын танытыуға өлгәшкән, нишләп әле беҙ унан, тарихтан баш тартырға тейешбеҙ?

Тарих тәгәрмәсе йәнә бер әйләнеп, яңы быуатҡа ныҡлап аяҡ баҫҡанда, Ер шары дәүмәленән ҡарағанда, бәлки, бәләкәй генә, әммә халҡыбыҙ күҙлегенән баҡҡанда донъяның кендеге булған ғәзиз төйәгебеҙ – Башҡортостаныбыҙ йөҙ йыллығын билдәләй. Был әһәмиәтле ваҡиға эсендә йәне булған һәр милләттәшебеҙ йөрәгендә ниндәй ҙә булһа хис-тойғо уятмай ҡалмағандыр. Тарих мең ҡырҡтартма тейәлгән арба һымаҡ бит, уны һәр яҡлап асып, асылын тойоу ҙа һәр кемгә түгел, хатта һәр быуынға ла тәтемәй. Тотош йәмғиәттәр һуҡыр килеш тыуып, күңел күҙен аса алмай киткән осорҙар ҙа булып тора, ҡыҙғанысҡа күрә. Милләтебеҙгә, яңыса дәүләт ҡоролошона ғына түгел, ҙур тиҙлектә үҙгәрә барған заманаға ла яраҡлашырға тырышып, арҡа нығытҡан әлеге мәлендә, тамырҙарҙын тойоу, ата-бабалары тотҡан юлдың тоғроһон белеү ҙә бик кәрәк. Шуға ла ошо йүнәлештә сабыр һәм фиҙаҡәр хеҙмәт иткән тарихсыларыбыҙ булыуы үҙе бәхет.


Шундай замандаштарыбыҙҙың береһе – йәш һәм егәрле ғалим, Башҡортостандың Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин. Бер быуат әүәл автономия өсөн көрәшкән шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеген һәм башҡорт ғәскәрҙәре тарихын ентекле өйрәнеп кенә ҡалмай, тапҡан мәғлүмәттәрен ғилми китаптары һәм төрлө социаль селтәрҙәр аша даими рәүештә халыҡҡа еткерә барыуы, шәхестәребеҙҙе танытыу өсөн үҙенсәлекле саралар ойоштороуы менән дә иғтибарға лайыҡ ул. Бигерәк тә авторҙың уникаль йөкмәткеле “Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында” (2009) һәм “У истоков Башкирской Республики” (2017) исемле энциклопедик характерҙағы йыйынтыҡтары китап һөйөүселәр өсөн оло бүләк. Бығаса башҡорттарҙың ХХ быуат башындағы Милли хәрәкәт лидерҙары тураһында, З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ен иҫәпкә алмағанда, өҙөк-өҙөк яҙмалар аша таныш булһаҡ, ниһайәт, автономия өсөн көрәшкән ҡаһарман заттарыбыҙ хаҡында арыу мәғлүмәт тупланған китап пәйҙә булды. Был хеҙмәттең былтыр сыҡҡан русса варианты Рәсәйҙең китап нәшерселәре ассоциацияһының (АСКИ) “2017 йылдың иң яҡшы китаптары” бәйгеһендә “Топ – 50” исемлегенә инеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Хеҙмәттең башҡортса нөхсәһенә илле шәхес инһә, руссаһында инде улар алтмышҡа еткән. Азат һөнәренә мөкиббән киткән, “шауҡымлы” тарихсы, йөрәген биләгән тема хаҡында ул сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
– Азат Шәкирйән улы, ни өсөн тап ошо дәүерҙе өйрәнергә тотондоғоҙ?
– Фәнгә аяҡ баҫҡанда күберәк хәрби тарих ҡыҙыҡһындыра ине, граждандар һуғышы ваҡытындағы башҡорт ғәскәрҙәрен өйрәнгәндә, архив документтарында йыш ҡына шул осорҙағы шәхестәрҙең эшмәкәрлеге хаҡында фарман, отчет, анкеталар осраны. Яҙмыштары ирекһеҙҙән күҙ алдынан үтә башлағас, Рәшит Шәкүрҙең “Арҙаҡлы башҡорттар” тигән китабын хәтерләп, ә ниңә ошо милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре хаҡында мәғлүмәт туплап, китап сығармаҫҡа, тигән амбициоз идея тыуҙы. Ниәтем тормошҡа ашты, әммә көндән-көн яңынан-яңы мәғлүмәттәр табылып торғас, был аҙым ҙур бер эштең башы ғына икәнен дә самалайым. 2017 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән ошо китап нигеҙендә “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – йөҙ шәхес” тигән проект булдырҙыҡ, ватансыл бабаларыбыҙҙың исем-аттарын мәңгеләштерергә тип, исемлекте райондарға тараттыҡ.
Уйламағанда, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең туғандары табыла башланы. Улар менән аралашыу күңелле. Был күрешеүҙәр көтөлмәгән асыштарға юлыҡтыра. Мәҫәлән, байтаҡ йылдар элек, “Башҡорт армияһының тарихы” тигән китабымды тотоп, унда телгә алынған ата-бабаларының яҙмышын юллап, Өфө авиация университеты доценты Рәшит Рифҡәт улы Тереғолов килеп инде. Шунан, 2017 йылда автономия өсөн көрәшкән шәхестәребеҙ хаҡындағы китабым сыҡҡас, был ағай йәнә шылтыратты, китабығыҙҙа Яхъя Сәлихов тигән кеше бар бит, уның улы минең күрше йортта тора, тип. Барҙым, бығаса китапҡа индерергә Сәлиховтың фотоһын тапмаһам, унда хазина – тотош бер альбом. Минең өсөн был осрашыу ҙур уңыш булһа, уларҙың үҙҙәренә икеләтә асыш: аталарының эшмәкәрлеге хаҡында белмәгәндәр. Яхъя Сәлиховтың яҙмышы бик аяныслы булып сыҡты. 20-се йылдарҙа Башҡортостанда милли хәрәкәт эшмәкәрҙәрен эҙәрлекләү киткәс, ҡатыны менән Мәскәүгә ҡуҙғала. Ул мәлдә күп кенә вәлидовсылар шунда юллана бит, былар ҙа китә. Тик тиҙҙән үҙен дә, ҡатынын да бер көндә ҡулға алалар, биш йәшлек малайҙары бер үҙе ҡала, ярай Өфөнән туғандары килеп, Урта Азияға алып сыға. Шул малай, инде бабай, 1994 йылда Өфөгә ҡайта, ҡыҙы, ейәнсәре бар. 2005 йылда арҙаҡлы шәхес Нуриәғзәм Таһировтың да улы менән танышырға яҙҙы, ул да ҡиммәтле документтар, фотолар бирҙе. Атаһы тураһында “Суровая проза жизни” тигән китап та яҙған.
– Тимәк, был юҫыҡҡа ныҡлап тотонғас, “еп” үҙенән-үҙе һүтелә башланы?
– Эйе, әйтәм бит, документтар аша эҙләнеү бер, ә ошондай шаһиттарҙы табыу, нәҫелдәре менән аралашыу үтә лә ҡиммәт. Былтыр Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Көҙәш ауылында күренекле дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаевтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы ҙур сара үтте. Ул сарала Х. Ҡушаевтың туғандары ла ҡатнашты. Уның Ҡәйүм тигән ҡустыһы хәтирәләр яҙып ҡалдырған икән. Шул хәтирәләрҙе ейәнсәре ташҡа баҫтырып сығарған. Был хәтирәләр бик тә ҡыҙыҡлы, сөнки унда Хафиз Ҡушаев һәм уның арҡаҙаштары, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре, Н. Таһиров, Х. Ғәбитов, М. Мортазин, Х. Сәғәҙиев, М. Смаҡов һәм башҡалар тураһында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр яҙылған. Х. Ҡушаев үҙенең ҡустыһы (ун йәшкә кесе, икенсе әсәнән) Ҡәйүмде үҙе менән ҡуша алып, Стәрлелә, Өфөлә һуңынан Мәскәүҙә уҡытҡан. Был хәтирәләрҙе уҡып һуш алынды, милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренән ун биш кеше телгә алынған. Минең хеҙмәтем рәсми документтарҙан торһа, ә ул ағаһының кемдәр менән, нисек аралашҡанын бала күҙлегенән һүрәтләгән. Унда Нуриәғзәм Таһировтың (Хафиз Ҡушаевтың яҡташы) ҡыҙҙары тыуғас, нисек итеп исем ҡушыуҙары ла, Мәскәүҙә беҙҙең интеллигенцияның ҡалай йәшәүе лә тәфсирләнгән. Муса Мортазиндың ҡустыһы менән бергә уҡыуын да телгә алған. Мортазин да туғанын янына алып уҡытҡан икән, аҙаҡ Мәскәүгә эшкә киткәс тә ҡалдырмаған. М. И. Калининдың 1923 йылда Өфөгә килеүен дә көтөлмәгән яҡтан аса Ҡәйүм бабай. Сәйәсмәндең Опера һәм балет театрында съезда сығыш яһағанын беләбеҙ. Ә бына: “Ул килгәс Өфөлә торманы, вокзалда, үҙ вагонында йәшәне, бында уны ҡышҡыһын янғын һүндереү машинаһы менән йөрөттөләр. Ағайым (Хафиз Ҡушаев), республика етәксеһе булараҡ, уны ҡунаҡҡа саҡырҙы, иҙәнгә ашъяулыҡ йәйеп, бишбармаҡ ултыртты, юрамал ҡалаҡ һалмай, ҡул менән ашағыҙ, тине. Мыйыҡлы ағай булдыра алмайым тип шаяртты, аҙаҡ өҫтәлгә ултырып ҡунаҡ булдылар”, – тигән һымаҡ тере хәтирәләрҙе архивтан табып булмай.
– Ҡатмарлы ваҡиғалар солғанышында ла шәхестәребеҙҙең туғандарын онотмауы, уларҙы ҡайғыртырға тырышыуы һоҡландыра. Ҡәрҙәшлек халҡыбыҙҙы көслө иткән сифаттарҙың береһе шул. Икенсе йүнәлеш ошо китапҡа ингән исемдәрҙе мәңгеләштереү, ауылдаштары, туғандарына танытыу тигәйнегеҙ.
– Халыҡҡа аңлатыу кәрәк, мәғлүмәт булһа, ул уны үҙе күтәреп ала. Яңыраҡ Татарстанға, Миңзәлә башҡорттарына барып ҡайттыҡ. Башҡортостан автономияһын төҙөүҙең инешендә торған шәхесебеҙ Илдархан Мутиндың туғандары Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылына саҡырҙы. Баҡтиһәң, нимә генә булһа ла, йәнле һөйләш үҙгәрмәй икән, Миңзәлә яғы башҡорттары бөгөн үҙҙәрен татар тип йөрөһә лә, телмәрҙәренән үҙенсәлекле өндәребеҙ юйылмаған. Ҡазан татарҙары уларҙан “Миңҙәләнең ҡыҙыл быҙауы” тип тә шаярта икән, йәғни миңзәлә башҡорттарының телмәрендә ҙ өнө булыуына төрттөрәләр. Туғандары менән аралаштыҡ. Был йүнәлеш – шәхестәребеҙҙе танытыу – үтә лә мөһим. Бөгөн һәр ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың исемлеге яҙылған һәйкәл бар, ветерандар тураһында беләбеҙ. Ә ҡайҙа беҙҙең автономия тип йөрөгән башҡорт ғәскәре һалдаттарының исемлектәре? Һуң, тап шул милли ғәскәр һалдаттары утты-һыуҙы кисеп, сикһеҙ ыҙалар менән автономия яулаған даһа. 1919 йылдың февралендә ғәскәребеҙ булған өсөн генә Совет власы, тимәк, Башҡортостан автономияһы бар, хөкүмәте эшләй, уның менән һөйләшергә кәрәк ти, ғәскәр булмаһа автономияны танымаҫтар ине.
– Ысынлап, һеҙҙең “Бәйләнештә”, фейсбук интерфейстарына һалған яҙмаларығыҙ күптәрҙең күҙен аса. Йыш ҡына комментарийҙарҙа ҡыҙыу бәхәстәр ҙә күҙәтелә. Ә бына ябай кеше өсөн тап шул үҙбилдәләнеш өсөн көрәш йылдарына бәйле документтарға юл асыҡмы?
– Теләгән кеше архив документтарында эҙләнә ала. Әммә әҙер исемлектәр юҡ, сығанаҡтар әҙ. Китабыма ингән иң билдәле шәхестәр хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә, хатта бөртөкләп, ун биш йыл дауамында йыйылды, ә ябай һалдаттар тураһында белешмә табыу тағы ла ҡатмарлыраҡ. Йыйынтығымда алтмыш кешегә арналған энциклопедик мәҡәләнән тыш, документтарҙа осраған 200 кешенең исем-шәрифен, билдәле булғанса биографияһын да биргәнмен. Ул исемлектән туғандарын таныусылар ҙа табылып тора.
– Йөҙ йыл – ике быуын ғүмере генә, уйлап ҡараһаң, хәтерҙең шулай тиҙ юйылыуы шаңҡыта…
– Шуның өсөн батырҙар иҫтәлеген мәңгеләштереп өлгөрөргә кәрәк, был йәһәттән боҙ ҡуҙғалды һымаҡ. Мәҫәлән, Муса Смаҡов тураһында яҙып сыҡҡайным, аҙаҡ (Мәләүез ҡоролтайына “Афарин!” тиергә кәрәк) 2017 йылда уҡ уға Мәләүез районы Муса ауылында таҡтаташ ҡуйҙылар. Шунан Стәрлетамаҡтан тыуған яҡты өйрәнеүсе Ришат Әсмәнди әров Муса Смаҡовтың фотографияларын, документтарын, биографияһын алып килде. Кемдер ҡәҙерләп һаҡлаған бит шуларҙы, мәле еткәнен көткән. Бына мин китапта яҙғандан тыш әле был бер биографияға ғына күпме мәғлүмәт өҫтәлде. Милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренә арналған хәтер таҡтаһын башлап Ырымбур өлкәһендә, Яңы Сергиевка районы Мерәҫ ауылында Сәғит Мерәҫов менән Кәрим Иҙелғужинға асҡайныҡ. Хәҙер улар яйлап төрлө яҡта күбәйә бара, асылда, ундай таҡтаташ һәр ауылда булырға тейеш! Сөнки китапҡа яҙылған мәғлүмәт һәр бер кешегә лә барып етмәй. Ә бына ауылдаштарҙан кемдер автономия төҙөүҙә ҡатнашҡанын белеү бөтөнләй икенсе хистәр уята, кеше тарихтың үҙенә ҡағылышлылығын тоя, ҡыҙыҡһына башлай. Беҙгә мәктәптә Башҡортостан тарихы уҡытылманы бит, бөтә ваҡиғалар Мәскәү тирәһендә йә сит илдә бара, нисек улай ул, тип аптырай торғайным. Баҡтиһәң, беҙҙең ата-бабалар ҙа шул ваҡиғалар солғанышында булған, ул хәлдәр китаптағы тарихҡа параллель барған. Бына ауылымдың муллаһы Заһит Аллабирҙиндың (былтыр Үрге Сәлимдә уның исемендәге таш ҡуйҙыҡ) Зәки Вәлидиҙең әүҙем көрәштәше булыуы асыҡланды. Иң ҡыҙығы шунда: 1917 йылдың апрелендә әле ул, Түңгәүер улысы башҡорттары исеменән IV Рәсәй Думаһының рәйесе М. В. Родзянконы батша власы ҡолатылыуы менән ҡотлаған. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ниндәйҙер бер ауыл муллаһы, Йылайырҙан Орскиға ат егеп барып, Санкт-Петрбургка Дума рәйесенә телеграмма һуҡҡан. Шул уҡ 1917 йылдың көҙөндә, Башҡорт мәркәз шураһының бойороғо буйынса, Үрге Сәлим ауылында Заһит мулла бер нисә улыс вәкилдәрен йыйып (түңгәүер, үҫәргән башҡорттарын), үҙебеҙҙең депутаттарға, Зәки Вәлиди, Шәриф Манатовтарға тауыш бирер кәрәк тип, улыс-ара йыйын үткәргән. Бындай зиһенле, рухлы муллалар күп булған, улар һәр төбәктә халыҡты йыйып агитация үткәреп, автономияға нигеҙ әҙерләгән. Зәки Вәлиди ана шундай кешеләргә таянған. Был мәғлүмәттәр рәсми документтарҙа, үкенескә күрә, осрамай, ә хәтирәләрҙә ҡалған.
– Беренсе булып ғәскәр туплап, автоном хөкүмәт талап иткән халҡыбыҙҙы Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы милләт, тиҙәр. Был ваҡиға нимәгә нигеҙләнгән? Ни өсөн тап башҡорттар? Халҡыбыҙ рухи яҡтан өлгөрөп, берәй төрлө әҙер булғанмы быға, тарихи артылыш һайын дәүләтселеккә ынтылыш, үҙеңде эстән тиңдәр менән тиң күреү ҡайҙан килә? Ауыл муллаһының Дума рәйесен ҡорҙаш күреп, телеграмма биреүе лә бит шул шул эске бөтөнлөк, үҙбаһаның юғарылығынан, шулаймы? Тимәк, кешеләрҙә нимәгәлер ышаныс, таяныр нәмә барлығына инаныс булған?
– Дәүләтселек борондан халҡыбыҙың ҡанына һеңгән тойғо. Был хаҡта Зәки Вәлиди ҙә яҙа, ул бит һауанан килмәгән, революция тыуғас, тота килеп йыйылып, беҙгә автономия кәрәк тип хәл итмәгәндәр. XIII быуатта төйәгебеҙгә килгән монах Иоганка “царь Баскардии” тип, башҡорт хандарының династияһы хаҡында яҙа бит. Рус дәүләтенә ҡушылғанда ла Алтын Урҙанан килгән эске үҙидара принцибын шул килеш ҡалдырып, жалованный грамота алғанбыҙ. Аҫаба статусы үҙгәрмәгән, шулай уҡ Алтын Урҙа осоронда булған бурыстар, йәғни хәрби хеҙмәт һәм яһаҡ түләү ҙә ҡалған. Батша власы нығынғас, үҙгәрештәр булған, әлбиттә, ерҙе тартып алыуҙар, шул нигеҙҙә ихтилалдар, әммә, ниндәй кимәлдә булһа ла, аҫабалыҡ хоҡуғы 1917 йылға тиклем килеп еткән һәм батша хөкүмәте лә уны таный. Батша власы юҡҡа сыҡҡан, яңы шарттарҙа башҡорт халҡы Рәсәйҙең яңы власы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырған. Хәҙер инде аҫабалыҡ хоҡуғы, эске үҙидара, Башҡортостан автономияһы рәүешен алған. Рәсәй составында XIX быуат уртаһына тиклем кантондар башҡорттан ҡуйылып, иррегуляр милли ғәскәребеҙ ҙә булғас, болғанышлы мәлдә нимә эшләргә тигән һорау тыуғанда башҡорттар, әлбиттә, элекке статусты ҡайтарыу яғын күтәреп, 1865 йыда юҡҡа сығарылған милли ғәскәребеҙҙе тергеҙергә кәрәк тигән. Шул ғәскәрлек традициялары булыуы арҡаһында 1918 йылда граждандар һуғышы башланып, мобилизация иғлан ителгәс, башҡорттар дәррәү милли ғәскәргә туплана.
1917 йылда батша власы юҡҡа сыға ла, башҡорт халҡына хоҡуҡи хәлен яңынан раҫлатырға кәрәк була, ике-өс йыл эсендә боларыштар үтеп бөткәс яңы шарттарҙа яңы статус алына. Автономияны таныған Совет власы 1990 йылда тарҡалғас, шул уҡ ситуация ҡабатлана: 1917 йылда автономия иғлан ителһә, 1990 йылда декларация иғлан ителә. Улар икеһе лә бер үк нәмә, һәм 1919 йылда килешеү төҙөлһә, 1994 йылда ла мөнәсәбәттәрҙе яйлаған документҡа ҡул ҡуйыла.
– 1994 йылдағы ул килешеү 1919 йылдағы килешеүҙәрҙе автомат рәүештә юҡҡа сығарған булып сығамы инде?
– Эйе, Совет власы бөткән бит. Ғәмәлдә 1919 йылғы килешеүҙе 1920 йылғы ҡанун уҡ юҡҡа сығара. 1920 йылда Совет хөкүмәте бер яҡлы ғына “О государственном устройстве БАССР” тигән декрет ҡабул итә, унда 1919 йылғы килешеү буйынса бирелгән иҡтисади, сәйәси хоҡуҡтарҙың күбеһе тартып алына.
– Йөҙ йыл элек, һынылыш осоронда, башҡа халыҡтар үҙҙәрен нисек тотто икән?
– 1918 йылда Ҡазанда ла мобилизация иғлан итеп ҡарайҙар, әммә кеше йыя алмайҙар, ул хәлде аңларға ла була, ғәскәрлек традициялары булмай, унда сауҙагәрҙәр, крәҫтиәндәр. Башҡорт халҡы шундуҡ милли ғәскәр, территориаль автономия тиһә, татарҙар милли-мәҙәни автономия хаҡында уйлаша, сөнки дәүләтселектәре булмаған. Һәр кем нимәне белгән, шуға таянған, хатта күршеләребеҙҙең территориаль исемдәре лә Иҙел-Урал тип алынған, Татарстан тигән төшөнсә булмаған, ә Башҡортостан тигән һүҙ алдан йәшәгән, Бабич юҡҡа ғына “Башҡортостан-Гөлбостан” тип яҙмаған бит.
– Улай булғас, ни өсөн ғәскәрселек йолаларына таянып Оло Башҡортостан идеяһын үткәрә алмағандар?
– Былтыр март айында Борай районы Борай ауылында Борай кантоны автономияһының йөҙ йыллығына бағышланған саралар үткәрҙек. 1917 йылда автономияны иғлан иткәс, Башҡортостан хөкүмәтен ойштороусылар бөтә төбәктә лә бер юлы еңел генә автономия индереп булмаясағын аңлап, уны ике этапта эшләргә булалар. Кесе Башҡортостан һәм Оло Башҡортостан проекттары тыуа. 1917 йылда ҡоролтайҙа тәүҙә Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә автономияны тормошҡа ашырырға ҡарар итәләр һәм баяғы яңыртылған кантондар ойошторола. Ә инде 1918 йылдың башында, ғинуарҙа уҡ, Миңзәлә, Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре башҡорт ҡоролтайҙары үткәреп, рәсми рәүештә ҡарарҙар ҡабул итеп, ана шул Көнбайыш Башҡортостанды, йәғни Оло Башҡортостанда автономияны ғәмәлгә ҡуйырға уйлайҙар. Әммә 1918 йылдың февралендә, ошо ҡоролтайҙар үтеп торған мәлдә, большевиктар Башҡортостан хөкүмәтен ҡулға алалар. Әлшәйҙә йыйылған Бәләбәй өйәҙе башҡорттарының съезын большевиктар ҡыуып тарата. Шуға ул процесс туҡтап ҡала, әммә ошо мәлдә Борай башҡорттары күтәрелә. Улар Башҡортостан автономияһы өсөн хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡандар. 3-сө Башҡорт ҡоролтайынан ҡайтҡас Борай башҡорттары, тиҙҙән Башҡортостан автономияһына ҡушылабыҙ, тип көтөп торғандар. Әммә тарих шулай хәл киткәс, үҙҙәре инициативаны ҡулға алып, большевиктарға баш күтәреп, Борай ауылында Борай башҡорт кантонын иғлан итәләр. Борай башҡорт милли шураһын ойоштороп, тирә-яҡтағы ете волосты берләштерәләр, был үҙе бер кантонға әйләнә. Быға тиклем Башҡортостан автономияһында 9 кантон ойошторолһа, Борай кантонын унынсыһы тип атарға була. Беҙ Борай башҡорт кантоны – автономиялы район тип, бер ай тирәһе большевиктарға буйһонмай торалар. Шунан Өфөнән ғәскәр килеп уларҙы тарата. Бер нисә йылдан һуң, граждандар һуғышы бөткәс, шул яҡтан, Бүздәк районы Аҡтау ауылынан сыҡҡан күрелекле башҡорт эшмәкәре Муллаян Халиҡов, хөкүмәт рәйесе булараҡ, 1921 йылда Оло Башҡортостан мәсьәләһен йәнә күтәрә. Ул хатта Ыҡ буйындағы Миңзәлә, Аҡтаныш, Зәй яғы башҡорттарын да ҡушыу тәҡдимен индерә, әммә ул идеяны үҙәк власть кире ҡаға, сөнки был мәлдә инде улар Татар АССР-ына индерелгән була. Яңыраҡ 1921-1922 йылдарҙағы гәзиттә тағы бер фактҡа юлыҡтым. Әхмәҙулла Бейешев тигән милли хәрәкәт эшмәкәре, ул да ул мәлдә партияның секретары була, беҙ 1919 йылда, килешеү мәлендә Оло Башҡортостан мәсьәләһен күтәргәйнек, әммә унда барғас большевиктар менән һуғыш бөткәнсе тип, был мәсьәләне ҡалдырып торорға һөйләштек, шуға бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә генә автономияны булдырҙыҡ, тип яҙа. Тимәк, 1919 йылда ла Оло Башҡортостан мәсьәләһе күтәрелгән булған.
– Ысынлап та, дәүләтселек өсөн көрәштә ул осорҙа көнбайыш башҡорттары бик әүҙем булған. Бөгөн, ул яҡ башҡорттарҙың диалектын үҙебеҙҙекеләр үк, татарса бит тип, ҡабул итмәй аптыратҡан ситуацияла, был бер аҙ аптырата ла, һәм милли аң үҙгәрһен өсөн күп кәрәкмәй икәнен дә иҫбатлай әлеге хәл. Ә бит Зәки Вәлиди ҙә, милли ғәскәргә иң тәүҙә Шаран башҡорттары килеп ҡушылды, тип яҙған, мәҫәлән. Көньяҡ-көнсығыш хәлдәренә лә туҡталайыҡ, Туҡ-Соран кантоны мөхтәриәт тип ныҡ тора, шуға уларҙы, уҫал башҡорттарҙы, Башҡортостандан айырғандар тигән фекер йәшәй.
– Ялан кантоны беҙҙән 1922 йыл китә, Туҡ-Соран 1926 йылда, шунан 1934 йылда Арғаяшты ла айыралар. Сәбәптәр табыла инде, большевиктар ҙа хәйлә рәүешендә эшләйҙәр бит инде, Өфө губернаһын Башҡортостанға ҡушыу декреты сығарыла ла, шул уҡ ҡарар менән Ялан кантоны Силәбегә бирелә. Быға ҡаршы Ялан кантонынан мөрәжәғәттәр ныҡ булған, ҡаршы сыҡҡандар. Артабан Туҡ-Соран башҡорттарына ла сират етә. Улар ҙа беҙҙе Башҡортостандан айырмағыҙ тип күп тапҡырҙар Мәскәүгә яҙғандар, әммә улар Ырымбур өлкәһе ҡарамағына күсә. 1928 йылғы Башҡортостан картаһын ҡараһаң, республиканың көньяҡ сиктәре Орск ҡалаһына етә яҙған, хатта Орск-Ырымбур тимер юлының ҡайһы бер урыны Башҡортостан аша үткәнлеге күренә. Һуңынан был ерҙәр Башҡортостандан алынып Ырымбур өлкәһенә бирелә. Нимә генә тиһәк тә, юғалтыуҙар һәм табыштар үрелеп килеп, оло тырышлыҡтар күрһәтелеп, азатлыҡ юлында сикһеҙ ҡорбандар бирелеп, һөҙөмтәлә, төп майҙан барыбер Башҡортостанға ҡалған.
–1919 йылда беҙ Башҡортостан автономияһының йөҙ йыллығын байрам итәбеҙме, әллә БАССР-ҙыҡы булып сығамы ул?
– Үҙәк власть өсөн Республиканың ойошторолоу датаһы, әлбиттә, 1919 йыл. Әммә 1919 йылды мин 1917 йылда башланған Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороу процесының логик рәүештә тамамланыуы, тип атар инем, йәғни үҙәк власть тарафынан танылыуы. Шуға күрә, бында ике датаны ла инҡар итергә ярамай, тип уйлайым, 1919 йылғы Килешеү беҙҙең өсөн мөһим тарихи ваҡиға, сөнки Башҡортостан хөкүмәте, үҙәк Совет власы менән килешеү нигеҙендә үҙ автономияһын танытыуға өлгәшкән, нишләп әле беҙ унан, тарихтан баш тартырға тейешбеҙ? Башҡортостан Республикаһы Килешеү нигеҙендә төҙөлгән Рәсәйҙәге берҙән-бер республика. Тағы шуны иҫтән сығарырға ярамай, 1917 йылда әле Рәсәйҙә легитим үҙәк власть булмай, большевиктарҙы ярты Рәсәй танымай, уны сит илдәр ҙә танымағас, әлбиттә, Башҡортостан хөкүмәтенә килешеү төҙөп мөнәсәбәттәр урынлаштырырлыҡ власть булмай, большевиктар үҙҙәре лә был милли мәсьәләгә еңел ҡарай. Ә инде 1919 йылда ни өсөн килешеүгә барыуҙары Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә яҙыла, ул беҙгә, донъя лидерҙары Совет власын таныны тигән хәбәр килеп етте, ти. Эйе, 1917 йылда Башҡортостан автономияһы иғлан ителә, 1918 йылда ошо автономия тулы көсөнә эшләй башлай, 1919 йылда инде үҙәк Совет хөкүмәте Башҡортостан мөхтәриәтен таный, раҫлай һәм рәсми рәүештә төбәгебеҙ Башҡортостан Совет Республикаһы тип нарыҡлана.
– Бөгөнгө көндә йөҙ йыл дәүләтселеге булған халҡыбыҙҙың артабанғы үҫешен нимәлә күрәһегеҙ, беҙ үҙебеҙҙе ҡайһы яҡтан көсәйтергә тейеш?
– Бында һаман да Зәки Вәлиди яҙып ҡалдырған һүҙҙәр актуаль: мәғариф, ғилем алыу. Иң мөһиме йәштәр төрлө яҡтан белемле булырға тейеш, шуға бер нәмә лә етмәй. Иғтибар итегеҙ әле, милли хәрәкәт башында кемдәр торғанын ҡараһаҡ, шуға инанабыҙ. Унда ла ябай кешеләр булмаған, хөкүмәт рәйесе Муллаян Халиҡов – Ҡазан университетының юридик факультетын тамамлаған тәжриәбле юрист, Бикбовтан һуң хөкүмәт рәйесе Мөхәмәтхан Ҡулаев – Ҡазан университетының медицина факультетын бөткән, юғары белемле эшмәкәр. Зәки Вәлиди үҙе ниндәй ҙур белемле кеше, мәҙрәсә тамамлаған, Ҡаҙан университетында лекциялар тыңлаған, Шәриф Манатовты ҡарайыҡ, Санкт-Петербургта, институтта уҡыған, Харис Йомағолов революцияға тиклем Мәскәү ауыл хужалығы институтында белем алған. Күреүегеҙсә, ул саҡта дәүләтселекте башҡорттоң интеллектуаль элитаһы нигеҙләй. Шуның өсөн, әгәр бөгөнгө көндә яңы үрҙәр алабыҙ тиһәк, иң беренсе зиһен үҫешенә ынтылырға, белем алырға кәрәк.
– Ғалим кешегә туҡтауһыҙ уйланыу, фекер ебен һүтеү фарыз. Тарихсы бит туҙҙырылған пазлдарҙы йыйған уйынсы кеүек. Интуицияһыҙ ҙа булмайҙыр?
– Темаға инеп, күберәк шул турала уйланып, шуны өйрәнә башлаһаң, фекер, яйлап-яйлап йыйылып, төйнәлә башлай. Мәғлүмәтте ни тиклем күберәк кеше ишетһә, белһә, уның тағы ла күбәйере, артыры ла билдәле. Алда һөйләп киттем бит, китап сыҡҡас, шәхестәребеҙҙең байтаҡ туғандары, таныштары табылып, әллә күпме яңы мәғлүмәт бирҙеләр тип. Ә инде һуңынан, табылған өлөштәрҙән пазл йыйғанда, һеҙ әйтмешләй, интуиция, тойомлау килә.
Ирек һөйөү һәм шул уҡ ваҡытта башҡалар ҙа азатлыҡҡа хаҡлы тигән хөрмәтле ҡараш, ҡоллоҡ психологияһынан ытырғаныу беҙҙең халыҡ менталитетына хас. Хатта, тарихтан билдәле булыуынса, байтаҡ милләттәрҙең үҙбилдәләнеш өсөн көрәш юлында юлбашсылар булып башҡорттар торған. Урта Азиялағы күп кенә төрки халыҡтарҙың тәүге хөкүмәт составтарында башҡорт ир-азаматтары булыуы (был хаҡта З. Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә ентекләп яҙылған), күрше Татарстан Республикаһының да Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланып төҙөлөүе, ғөмүмән, СССР-ҙағы тәүге автономия булараҡ халҡыбыҙҙың ошо юлдағы эшмәкәрлеге Рәсәйҙә Федерализмға нигеҙ һалыуы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Әммә был юҫыҡта өйрәнәһе тәрәнлектәр, асылаһы нәмәләр бик күп әле. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек “Ағиҙел” журналында Сабир Шәрипов тәржемәһендә яҡут халҡын азатлыҡ өсөн көрәш юлына күтәргән Баишев фамилиялы кеше тураһында документаль әҫәр баҫылғайны. Ошоноң кеүек сит яҡтарҙа ла ҡәрҙәштәребеҙ тарихында әһәмиәтле урын биләгән ҡаһармандарыбыҙ ҙа аҙ түгел бит.
Тамырҙарҙы өҙмәй, унан һут алып йәшәргә тырышыу, шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт үҙ-үҙеңә ышанып, яңы артылышҡа ынтылыш, үҙенең артынан башҡаларҙы ла әйҙәү – милләтебеҙҙең ҡанында.
Артылышҡа ынтылыш ул күсмә ҡәүем ише урын алмаштырыуҙы көҫәгән төшөнсә түгел, юҡ, беҙ аҫаба, ул – йәшәү сифатын яҡшыраҡ итеү, рухты нығытыу, үҙеңде тиңдәр араһында тиң итеп, яңы сифатта асырға һәм шул уҡ ваҡытта яңы күңел бейеклегенә талпыныу.
Артылышҡа ынтылыш яңы белемдәргә, прогресҡа тартылған тынғыһыҙ кешеләргә хас сифат. Тап ошо һыҙат әңгәмәсем Азат Шәкирйән улын да эҙләнеүҙәргә этәрә. Ғалимыбыҙҙан шул дәүерҙе тағы нығыраҡ аңларға ярҙам иткән яңы асыштар көтөргә лә хаҡыбыҙ барҙыр. Уға илһамлы, изгелекле хеҙмәтендә уңыштар теләйек! Әйткәндәй, китаптар хәҙер, ҡыҙғанысҡа күрә, ҙур тираж менән баҫылмай, кемдәр был юҫыҡта ентеклерәк мәғлүмәт алырға теләй, Азат Ярмуллиндың социаль селтәрҙәге битләүҙәренә лә күҙ һалһын. Унда байтаҡ милли эшмәкәрҙәр тураһында ғына түгел, ғөмүмән, шул осорға бәйле күп кенә ваҡиғалар хаҡында айырым материалдар менән танышырға була.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Читайте нас: