Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
11 Июнь 2019, 17:49

Салауат ул – башҡортлоҡтоң үҙе

Салауат Юлаев... Халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Быуаттар аша ла милләтте берләштерер ил азаматы ул Салауат! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы үҙәгендә Салауат һыны тора, баш ҡалабыҙ Өфөгә килеүселәрҙе алыҫтан уҡ Салауат һәйкәле сәләмләй. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған да, кемдәр генә сәсмә әҫәр, балет, опера, картина, фильмдар ижад итмәгән!

Салауат Юлаев... Халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Быуаттар аша ла милләтте берләштерер ил азаматы ул Салауат! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы үҙәгендә Салауат һыны тора, баш ҡалабыҙ Өфөгә килеүселәрҙе алыҫтан уҡ Салауат һәйкәле сәләмләй. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған да, кемдәр генә сәсмә әҫәр, балет, опера, картина, фильмдар ижад итмәгән!

Бына быйыл да 1774–1775 йылдарҙағы ихтилал етәксеһенең һынмаҫ рухын һүрәтләгән, илебеҙҙәге күп һанлы милләттәр өсөн дә батырлыҡ өлгөһө булараҡ һынландырылған “Салауат юлынан” исемле документаль фильм төшөрөлдө. Бишенсе тапҡыр ойошторолған “Салауат эҙҙәре буйлап” экспедицияһы халыҡҡа бөгөн кино булараҡ барып етте. Фәрит Ғәбитов етәкселегендә 11 кеше Салауат районынан биш мең саҡрым юл үтеп, милли батырыбыҙ, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге – Эстонияның Палдиски ҡалаһына барып етә. Тарихи эҙҙәр буйлап барған сәйәхәтте мәңгеләштереү, юлдағы осрашыу-күрешеүҙәрҙе халыҡҡа бар тулылығында еткереү маҡсатында апалы-һеңлеле Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар “Салауат юлынан” тип аталған фильм төшөрә.
Ҡыҫҡа метражлы был фильмда Юлай Аҙналин менән Салауат Юлаевтың юлда китеп барыуҙары, Балтик диңгеҙе буйында халыҡ азатлығы, рух ныҡлығы тураһында һөйләшеүҙәре тарихи фараз булараҡ бәйән ителә. “Салауат юлынан” фильмы экранға яңы ғына сығарылһа ла, халыҡ уны яратып өлгөрҙө. Фильмдың төшөрөлөү тарихы, ижади процесс хаҡындағы фекер-мәғлүмәттәрҙе һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Зөһрә Бураҡаева, сценарий авторы:
– Фәрит Ғәбитовтың идеяһы менән заманында башҡорт журналистары үткән юлдан кинематографистар ҙа барып, һәр ҡалала кисәләр ойоштороп, Салауатыбыҙ тураһында тематик күргәҙмә, фильмдар күрһәтеп, хәҙерге башҡорт киноһы тураһында бәйән итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Әммә Таңсулпан, ундай уңай ике килмәй тип, маҡсатты киңәйтергә булды. Һәр ҡалала үҙенсәлекле тикшеренеү эше алып барырға, крайҙы өйрәнеүселәр менән осрашырға һәм уйын сәхнәләре – Юлай менән Салауаттың юлдағы һөйләшеүҙәрен дә фильмға индерергә тип хыяллана башланыҡ. Сөнки заманаһы шулай – юл яҙмалары менән генә сикләнеү дөрөҫ булмаҫ ине, беҙҙең Салауатҡа ҡарата башҡа милләттәрҙең һөйөүен дә күрһәтке килә. Уны бит Башҡортостандан ситтә лә, ысынлап та, яраталар һәм ихтирам итәләр. Мин – Мәскәүҙә, Таңсулпан Санкт-Петербургта уҡығас, быны яҡшы беләбеҙ. Ә Юлай менән Салауат сәхнәләренә килгәндә… Илай-илай яҙҙыҡ беҙ ул сценарийҙы. Яҙабыҙ ҙа – мин, Таңсулпан, әсәйем – бер аҙға тынысланып, яңынан һөйләшерлек хәлгә килгәнсе, шымабыҙ. Сөнки Салауат – ул беҙҙең башҡортлоҡтоң үҙе. Булмышыбыҙ. Һәм беҙҙең алда ҡатмарлы бурыс – тәүге сәхнәләрҙә уларҙы ябай кеше, атай һәм ул булараҡ күрһәтһәк, ә аҙаҡтан инде улар эпик герой, заман аша атлап үткән батырҙарыбыҙ булып күҙ алдына баҫырға тейеш. Ул маҡсатҡа өлгәшә алдыҡмы, юҡмы – уныһын тамашасы әйтер.
Таңсулпан Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер:
– Фильмды төшөргәндә тарихи мәғлүмәттәргә таянып, шул осорҙо бар тулылығында халыҡҡа еткерергә тырыштыҡ. Юлай менән Салауат өсөн махсус кейемдәр тегелде, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән коллекционерҙарҙан тарихи ҡомартҡы булараҡ һаҡланған бығауҙар йыйып алынды. Билдәле булыуынса, ихтилал башлыҡтарының маңлайҙарына “ЗБИ” тигән яҙыу менән бергә ҡыҙған ҡасау менән ғүмерлек ҡоллоҡ мөһөрөн тамғалау маҡсатында, танауҙарын да ҡырҡалар. Грим менән геройҙарыбыҙҙы танауһыҙ итеп күрһәтһәк тамашасыла имәнес йәлләү тойғолары уяныр ине. Шунлыҡтан, аҡ яулыҡтар менән бәйләп ҡуйырға булдыҡ. Ғөмүмән, грим һалыусыларҙың эштәре менән ҡәнәғәтмен. Өфөлә йәш белгес, һәләтле ҡыҙ Влада Зеленцова һалһа, Эстонияла үҙ эшенең оҫтаһы, билдәле гримсы Кайрит Неляндер эштәре геройҙарыбыҙ йөҙөндә тарихи ысынбарлыҡты күҙалларға ярҙам итте.
Юлда туҡтаған һәр ҡалала, илебеҙҙә һәм унан ситтә лә Салауат Юлаевтың кем икәнлеген белеүҙәре, халыҡтар азатлығы өсөн көрәшеүсе батыр итеп таныуҙары йөрөгән һайын ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Сит халыҡтар беҙҙең кем икәнебеҙҙе белә, таный икән, тимәк, беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ әле.
Морат Рафиҡов, Салауатты һынландырған актер:
– Салауат Юлаев ролен тәҡдим иткәс, иңемә төшәсәк оло яуаплылыҡ тойғоһон кисерҙем. Булдырырмынмы, халыҡ күңеленә батырыбыҙҙың кисерештәрен, уй-тойғоларын еткерә алырмынмы, тигән уйҙар-икеләнеүҙәрҙән һуң ризалаштым. Минеңсә, Салауат Юлаев образын һәр кем үҙенсә күрә. Кемгәлер ул Арыҫлан Мөбәрәков тыуҙырған образда яҡын; Степан Злобин, Яныбай Хамматов романдарын уҡып белеүселәр бер төрлө күҙаллай, ә кемдәрҙер Сосланбек Тавасиев ҡойған һәйкәл һынында күрә. Фильмдың авторҙары, режиссер Салауатҡа ҡағылышлы бик күп тарихи материалдарҙы өйрәнгәндән һуң, уның уртаса буйлы, үткер ҡарашлы булыуын күҙаллап, мине ошо ролгә саҡырҙылар. Роль өҫтөндә эшләгәндә, батырҙың тормошо, яҙмышы, уй кисерештәре тураһында материалдар уҡырға, тулыраҡ мәғлүмәт йыйырға, тарих биттәрен байҡарға, фильмдарҙы ҡат-ҡат ҡарарға тура килде. Тетрәндергес яҙмышлы батырыбыҙҙың бөтә Рәсәй аша һөргөнгә китеп барғандағы, һөргөндәге кисерештәрен күңелем аша үткәрҙем. Фильмды төшөргән саҡта, презентацияһынан һуң рухи яҡтан тағы ла үҫештем кеүек, үҙем өсөн яңы асыштар эшләнем. Режиссер Таңсулпан Бураҡаева, сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, Киноматографистар союзы етәксеһе Фәрит Фәтих улы Ғәбитов, ғалим-яҙыусы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Юлай Аҙналин ролен башҡарған Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар ағай Ғүмәров һәм проектта ҡатнашыусы ижади төркөм менән аралашыу, эшләү ҙур тормош тәжрибәһе һәм ижади яҡтан үҫеш мәктәбе булды. Салауат Юлаев минең өсөн халҡым араһынан сыҡҡан иң бөйөк һәм киң билдәле шәхес. Уның исеме, нисәмә быуат үтеүгә, төрлө тыйыуҙарға, онотторорға тырышыуға ҡарамаҫтан, әле һаман халыҡ хәтерендә. Фильм төшөргәндә лә батырҙың йәне-рухы беҙгә терәк, теләктәш булған кеүек булып тойолдо. Мәҫәлән, Эстонияла Салауат Юлаев тотҡон булараҡ төҙөүҙә ҡатнашҡан сиркәүҙе төшөргәндә, бикле тора ине. Оператор тыш яҡтан ғына уратып төшөрөп йөрөй. Илдар ағай менән сиркәү тирәһен уң яғынан ҡарап йөрөйбөҙ. Оло йәштәге бер инәй: “Нишләп әйтмәнегеҙ, сиркәүҙең эсен дә күрһәтер инем, тик асҡыс үҙем менән юҡ”, – ти. Киттек өсәүләп инәй торған йортҡа. Юл буйы сиркәү, милли батырыбыҙ тураһында һорашып барҙыҡ. Шулай итеп, уйламаған ерҙән беҙгә тап булып, сиркәүҙе күрһәтте. Фильмда ул өҙөк бар.
Фильмдың башында Таңсулпан Бураҡаева милли батырыбыҙҙың кендек ҡаны тамған Тәкәй еренән тупраҡ ала. Эстонияға барып еткәнсе юлда осраған милләттәштәребеҙгә, Салауат Юлаев, уның яуҙаштары тураһында белгән, өйрәнгән рухи ҡәрҙәштәребеҙгә ошо тупраҡ һалынған төйөнсөктәрҙе бүләк итәләр. Барыһы ла был төргәкте ҡыуанып, йылы ҡабул итә. Тап ошо тупраҡ аша быуындар бәйләнеше, туғандаш, рухташ халыҡтар дуҫлығы, татыулығы быуаттарҙан-быуаттарға күсә килеп, бөгөнгәсә йәшәүе хаҡында һөйләһә, Салауат рухы иһә башҡортта ғына түгел, ғазаплы, мең михнәттәр күреп уҙған юлдарында, һөйәктәрен үҙ ерендә һаҡлаған эстон халҡында ла һүнмәҫ нур булып балҡыуы, киләсәккә яҡты маяҡ итеп һынландырылған бөйөк шәхес икәнлеген аңларға мөмкин. Шағирә Эльма Куллестың Салауат тураһындағы бер шиғырында (Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһендә) әйтелгәнсә, ысынлап та, “Тере бөгөн, рухың, Салауат!”
Читайте нас: