Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
13 Май 2020, 12:20

Салауат батыр ҡорос атында

Минең бүтән Салауатты ижад итергә ниәтем юҡ ине

1965 йылдың 12 майында БАССР Министрҙар Советы “Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында” ҡарар ҡабул итә. Документта 1965 йылда баш ҡаланың Шишмә урамында, Ағиҙелдең текә ярында эште башлау һәм 1966 йылда тамамлау бурысы ҡуйыла.
Башҡортостандың милли батырына һәйкәл ҡуйыу идеяһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ тыуа. 1943 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының тәүге ҡарары сыға. Ул скульптор Сосланбәк Тавасиев яһаған эскиз проектын ҡабул итеү тураһындағы дәүләт комиссияһы ҡарарын раҫлай. Ауыр һуғыш осоро булыуға ҡарамаҫтан, республика ҡаҙнаһынан 140 мең һум аҡса бүленә. 1943 йылдың 13 октябрендә ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты БАССР-ҙың 25 йыллығына, йәғни 1944 йылдың мартына һәйкәл архитектураһы моделе буйынса проектлау эшен тамамлау бурысын ҡуя.
“1946 йылдың 3 авгусында һәйкәл проекты СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре комитеты тарафынан раҫлана һәм БАССР Министрҙар Советының тағы ла бер ҡарары менән һәйкәл ҡуйыуҙың аныҡ ваҡыты билдәләнә. Уның эш моделен 1947 йылдың июненә әҙерләү, гипстан яһалған моделде 1948 йылдың февраленән дә һуңға ҡалмайынса раҫлау күҙаллана. 1949 йылдың мартында монумент тәбиғи ҙурлығында балсыҡтан яһалырға тейеш була. 1950 йылдың июнендә һәйкәлде бронзанан ҡойоу, ошо уҡ йылдың октябрендә уны әҙер пьедесталға ҡуйыу планлаштырыла. 1947 йылға уның смета хаҡы 740 мең һум тәшкил итә”, – тип яҙған архив документтарына һылтанып танылған журналист, физик, тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Ергин.
Архивта шулай уҡ БАССР Министрҙар Советы рәйесе Насир Ураҙбаевтың һәйкәлде 1947 - 1950 йылдарҙағы капиталь төҙөлөш исемлегенә индереүҙе һәм бының өсөн ҡаҙнанан ассигнованиелар бүлеүҙе һорап яҙған хатының күсермәһе лә бар.
Унан һуң һәйкәл буйынса тағы ла бер нисә ҡарар ҡабул ителә, бихисап кәңәшмәләр уҙғарыла. Уны ҡуйыу урынына бәйле төрлө тәҡдимдәр яңғырай. Тик Сосланбәк Тавасиев уны Ағиҙел ярына ҡуйыу тураһындағы фекерен үҙгәртмәй. “Тик ошо урында ғына Салауат халыҡ батыры булараҡ донъяла танылыу яулай. Ун ике йыллыҡ ижади эште, түгелгән аҡсаны ябай ҡәләм менән һыҙып ташларға ярамай. Төндәр буйы йоҡламай мин әҫәремде бөтә нескәлегендә, сантиметрлап үлсәп эшләргә тырыштым. Салауаттың скульптураһын мин башҡа ергә түгел, ә тап ошо урынға ҡуйыуҙы күҙаллап яһаным. Әгәр һәйкәлде ҡала уртаһына ҡуйырға икән, тимәк, бөтөнләй икенсе Салауатты яһарға кәрәк, ә минең бүтән Салауатты ижад итергә ниәтем юҡ”, – тигән ул.
Һәйкәл өсөн һайланған урын буйынса халыҡтан ялыуҙар ҙа килә, сөнки 21 йортто һүтеп, 31 ғаиләне икенсе ергә күсерергә тура килә. Салауат һәйкәленең тәғәйен урыны 1961 йылдың майында ғына раҫлана. Әммә шул йылдың сентябрендә КПСС Үҙәк Комитеты менән СССР Министрҙар Советының “Һәйкәлдәр ҡуйыуға дәүләт һәм йәмәғәт аҡсаһын тотоноуҙы сикләү тураһында”ғы ҡарары сыға. Республикаға Дуҫлыҡ монументын төҙөү буйынса эште тамамларға ғына рөхсәт итәләр. Салауат Юлаевҡа һәйкәл проекты буйынса эш тағы ла кисектерелә. Уға рөхсәт 1965 йылдың апрелендә генә бирелә. Милли батырыбыҙға һәйкәл шулай итеп 1967 йылдың 17 ноябрендә генә асыла.
Һәйкәлдең ауырлығы – 40 тонна, бейеклеге – 9,8 метр. Скульптура Ленинградтағы “Монументскульптура” заводында ай ярым ҡойола.
1970 йылда Сосланбәк Тавасиевҡа ошо хеҙмәте өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә.
Читайте нас: