Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
28 Апрель 2021, 09:50

"Үлемһеҙ полк"ка пандемия ҡурҡыныс түгел!

Былтыр үҙ геройҙарын индергән һәм башҡа үҙгәрештәр яҙмаған кешеләр шул уҡ ғаризаны ҡабатлап тапшыра аласаҡ. Ойоштороусылар уларға пуш-белдереү ебәреп был йәһәттән теләген һораясаҡ.

Әгәр эпидемиологик хәл тотороҡло булһа, 24 июндә – Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парады йыллығы көнөндә бөтә халыҡ яратып ҡабул иткән “Үлемһеҙ полк” үтәсәк. Ә 9 майҙа ил буйлап был сара онлайн тәртиптә уҙа. Ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Былтыр онлайн “Үлемһеҙ полк” проекты үҙенең халыҡ араһында бик кәрәкле икәнлеген дәлилләне. Унда ҡатнашыу өсөн төрлө илдәрҙән өс миллион самаһы ғариза бирелгәйне. Тантаналы йөрөш трансляцияһын бөтә донъяла 25 миллион самаһы кеше ҡараны.

"Онлайн "Үлемһеҙ полк” сараһы донъяның төрө мөйөштәрендә йәшәгән ватандаштарыбыҙға һуғышта ҡатнашҡан олатай һәм ҡартатайҙарының хәтерен яңыртыу мөмкинлеге бирҙе. Ғаризалар 100-ҙән ашыу илдән килгән. Беҙгә өлкән йәштәге кешеләр ҙә яҙҙы – улар һаулығы буйынса ғәҙәти "Үлемһеҙ полк" рәттәренә тора алмай, ә онлайн рәүештә үҙ геройҙарын өҫтәй алды. Быларҙың барыһын да анализлағас, онлайн сараны ла дауам итергә булдыҡ”, – ти ойоштороусы Елена Цунаева.

2021.polkrf.ru сайтында, “Банк Памяти” ресурсында, "Класташтар" һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәрендәге мини-ҡушымталарҙа ғаризалар ҡабул итеү башланды. Проект партнерҙары булып Һаҡлыҡ банкы, Mail.ru Group һәм “Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһы тора.

Сараны онлайн эшләүселәр ҡулланыусыларҙың барлыҡ теләктәрен иҫәпкә алды һәм бер ни тиклем үҙгәрештәр индергән. Хәҙер ҡулланыусылар геройҙарҙың фотоһын да, үҙҙәренекен дә һайлай һәм мөхәррирләй ала. Былтыр система автоматик рәүештә социаль селтәрҙәге аватаркаларҙы ала ине.

Шәхси кабинетта ғаризаны ҡарауҙың барлыҡ этаптарын да күҙәтеү мөмкин буласаҡ. Йөрөш тамамланғас, һеҙҙең ветеранығыҙ үткән өлөшкә һылтанма ебәрәсәктәр. Әгәр бер кеше бер нисә геройҙы һала икән, уларҙың фотолары йәнәш уҙғарыласаҡ.

Ғаризаларҙы 9 майға тиклем тапшырырға мөмкин, тик 7 майға тиклем ебәрелгән анкета авторҙары ғына шәхси кабинетында үҙ геройының үтәсәк ваҡытын белә аласаҡ.

Былтыр үҙ геройҙарын индергән һәм башҡа үҙгәрештәр яҙмаған кешеләр шул уҡ ғаризаны ҡабатлап тапшыра аласаҡ. Ойоштороусылар уларға пуш-белдереү ебәреп был йәһәттән теләген һораясаҡ.

Быйылғы тағы бер үҙенсәлек – геройҙарҙың бөтәһе лә онлайн-сафта бер көндә – 9 майҙа үтәсәк. Теркәлгән саҡта төбәкте күрһәтергә кәрәк – һәр береһендә үҙенең сафы уҙасаҡ. Сит ил граждандары өсөн айырым рәт ойоштороласаҡ. Онлайн-йөрөш трансляцияһы бөтә төбәктәрҙә лә бер мәлдә – урындағы ваҡыт буйынса 15.00 сәғәттә башланасаҡ. Уны "Рәсәйҙең "Үлемһеҙ полкы" сайтында, “Банк Памяти” ресурсында, ОККО онлайн-кинотеатрында, социаль селтәрҙәрҙә ҡарап буласаҡ.

Тапшырылған ғаризалар яҡынса модерация үтәсәк, уларҙы кешеләр генә түгел, программалар ҙа тикшерәсәк. Изге хәтерҙе боҙорға теләгәндәр үтә алмаясаҡ.

“Беҙҙең ирекмәндәр махсус уҡыу үтте һәм модерацияға әҙер. Бынан тыш, өлкән йәштәгеләр өсөн ғариза тапшырыу һәм мәғлүмәт һалыу йәһәтенән ярҙам кәрәк. Еңеү ирекмәндәре барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәп, уларға булышлыҡ ҡылырға әҙер”, – тине Еңеү ирекмәндәренең үҙәк штабы рәйесе Ольга Амельченкова.

"Үлемһеҙ полк"тың үҙәк штабы рәйестәше Сергей Макаров белдереүенсә, быйыл нацизм өсөн ҡануниәт тарафынан юғары енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Был - өс-биш миллион һумға тиклем штрафтар йәки биш йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм ителеү.

Проект эше буйынса барлыҡ мәғлүмәтте 8 (800) 2019450 телефоны йәки [email protected] адресы аша алып була.

Читайте нас: