Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
9 Май 2021, 14:00

Атай еҫе “Өс бөртөк бойҙай” әҫәренең прототибы яҙмышы

Йүгергән ыңғайына ҡосағына ташланған малайҙы ҡыҙылармеецтың сәнскеле мыйығы битен ҡытыҡлап ала. Һуңынан әллә ниндәй ят, тәмле еҫ төшөндә түгел, өнөндә икәнлеген белдереп айнытып ебәргәндәй итә. Ҙурая төшкәс кенә белә: одеколон һөрткән икән дә атаһы. Ошо еҫ уның танауында мәңгелеккә иң ҡәҙерле, иң татлы еҫ – атай еҫе булып һаҡланып ҡала.

Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күреп, ил алдында бурысын намыҫлы башҡарған яугирҙар ғына түгел, уның михнәттәрен тыныс тормошта ла татыған тыл ветерандарының да сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Бер мәл, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусым Альмира Әхмәт ҡыҙы: “Әнүр Вахитовтың “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһенең прототибын таптым бит әле. Рәшит ағайымды (билдәле рассәм Рәшит Зәйнетдинов) ерләргә барғанда осраштым. Һуңынан был әҫәр менән танышҡанда дәрескә лә саҡырҙым. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере яҡшы, зиһене үткер”, – тине.
Ысынлап та, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн һәр осорҙа татыған Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы НИҒМӘТУЛЛИН менән телефон аша аралашҡанда уҡ йор һүҙле булыуы менән үҙенә арбаны. Кисләтеп кенә барасағымды әйтеп, ул ваҡытта осрашыу уңайлымы-юҡмы икәнлеген һорашҡас: “Теләһәң төнгө ун икелә килеп, Мағашҡа барайыҡ тиһәң дә ризамын”, – тине. Геройым менән икебеҙ өсөн дә тыуған яғыбыҙҙа ҡалҡандай булып ултырған тауға күтәрелмәһәк тә, оло тормош юлы үткән кешенең күргәндәре йәш быуынға фәһемле лә, бөгөнгө тыныс, мул тормоштоң ҡәҙерен дә аңларға ярҙам итер тип ышанам.
Пуля нығыраҡ тейһә...
Ғафури районында ауылдар бер-береһенә терәлеп тигәндәй ултыра. Шуға ла үҙ ауылымдағы тауҙарға еләккә барыуға ҡарағанда, Еҙем йылғаһының бер нисә ҡушылдығы аша сығып йөрөп ҡайтыуға күнеккәнмен. Былай тиҙерәк тә, уңайлыраҡ та. Шул ваҡытта юлһыҙ-ниһеҙ, бер нисә мөрйәһенән генә төтөн сыҡҡан йортлы Яңы Ҡауарҙыға йыш һуғылаһың. Әүәлерәк был алдың үҙ аллы колхозы гөрләп тороп, үҙ тирмәне менән тирә-яҡ ауылдарҙы ла туйҙындырыуына, тимерлеге, таҡта ярыу өсөн ҡорамалдары, дүрт класлыҡ ҡына булһа ла мәктәбе эшләүенә ышанып та булмай.
Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы ошо ауылда 1934 йылдың 2 октябрендә донъяға килә. Һуғыш башланғасы, атаһын 1939 йылда уҡ хәрби әҙерлек үтеүгә саҡыртып алалар. Шулай ул туранан-тура фронтҡа китә. 1942 йылдың 16 авгусында яралары уңалғансы ҡайтарып ебәрәләр.
“Виталий исемле малай атайымдың ҡайтып килеүе хаҡында әйткәс, ауыл осона йүгерҙем. Тик юлды әллә ни ырата алмайым. Ҡаҙ үләненә эләгәм дә, ергә тәгәрәйем. Яңы ғына тиф ауырыуынан терелеп, тәүлек әйләнәһенә аслы-туҡлы йөрөгән баланың хәлен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Башына йәшел пилотка, шундай уҡ төҫтән гимнастерка, галифе салбар кейеп, биленә һары ҡайыш быуып йәйәүләп килгән атайымдың һыны әле лә күҙ алдымда тора”, – тип, һикһән йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, нисек итеп ҡаршы алыуын ап-асыҡ итеп хәтерләй геройым.
Йүгергән ыңғайына ҡосағына ташланған малайҙы ҡыҙылармеецтың сәнскеле мыйығы битен ҡытыҡлап ала. Һуңынан әллә ниндәй ят, тәмле еҫ төшөндә түгел, өнөндә икәнлеген белдереп айнытып ебәргәндәй итә. Ҙурая төшкәс кенә белә: одеколон һөрткән икән дә атаһы. Ошо еҫ уның танауында мәңгелеккә иң ҡәҙерле, иң татлы еҫ – атай еҫе булып һаҡланып ҡала.
Атаһының бот төбөнә пуля тейгән була. Операция яһатып алғас, ай ярымға һауыҡҡансы ҡайтаралар. Уңыш йыйыуға тура килә ғәзизе. Ваҡытлыса ғына булһа ла, колхоз председателе итеп ҡуялар. Тыныс тормошто, ғаиләһен һағынып ҡайтҡан яугир, теге ут ярсығын йыш ҡына ҡулына алып ҡарап: “Их, ошо нығыраҡ тейеп, аяғымды өҙһә, һеҙҙән ҡабат айырылмаҫ та инем”, – тип уфтана. Шулай ҙа, ут эсенә ҡабаттан ингәнсе, ярты йыл ғаиләһе янында торорға насип була. Ҡатыны, бәләкәс ҡыҙы Әлфирә бер-бер артлы тиф менән ҡаты ауырып киткәс, военкоматта хәленә кереп ялын оҙайталар.
Халыҡта шундай ырым йәшәй. Юлыңды болан ҡыйып үтә икән – уңаһың. Ҡуян, төлкө осраһа – туңаһың. Әфҡәттәр Таҙлар станцияһына тиклем атаһын һуғышҡа оҙата баралар. Ҡапыл юлға йүгереп сыҡҡан ҡуянды күреп атаһы күңелһеҙләнә. “Былай булғас китеүем ошолар инде”, – ти ул һағышлы күҙҙәре менән ҡатынына, балаларына алмаш-тилмәш ҡарап. Юрағаны юш киләме, әллә маңлайына яҙылғаны шул буламы, Карпат тауҙарынан ҡара ҡағыҙы килә.
Атаһы һуғышҡа киткәндән һуң, 1943 йылда Сара исемле һеңлеһе тыуа. Электән сырхау әсәһе был ваҡытта бөтөнләй хәлдән тая. Уларҙың тамағын ҡайғыртыу, өйҙө йылытыу кеүек яуаплылыҡ туғыҙ йәшлек Әфҡәт иңенә төшә башлай.
Үҫмерлек ҡорона ла инмәгән улының ҡулында оҙаҡ йәшәп булмаясағын аңлаған әсәһе, үҙенең тыуған ауылы, ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Үзбәккә күсергә ҡарар итә. Йорт тәҙрәләрен, ишеген таҡта менән ҡаҙаҡлайҙар ҙа, китәләр. Әммә бәхет эҙләп ҡайҙа ғына барма, ул осорҙа йәшәү рәүеше ҡайҙа ла бер. Һуғыш, аслыҡ-яланғаслыҡ мөһөрөн унда ла ҡуя. Башта Зәбидә исемле апаларына күҙ терәп баралар. Бәләкәй генә, ер иҙәнле өйҙә үҙҙәре өс кеше йәшәй. Әфҡәттәр бер ай самаһы торалар. Һуңынан ике ҡыҙы менән йәшәгән Рәбиғә әбейҙәренә өйҙәш булып керәләр. Бында ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмайҙар. Нужа Әфҡәтте тағы ла баҫа. Бәләкәй генә ҡул санаһы менән алты-ете саҡрым йыраҡлыҡтағы Иҙел йылғаһында үҫкән муйыл, тал ағастарын ташый. Икенсе көнөнә бер биҙрә туңған бәрәңгегә алмаша. Буран ваҡытында утынға бара алмаһа, урам буйлап һоранып сыға. Ике бәләкәй һеңлеһен, ауырыу әсәһен уйлап биргән нәмәләрҙең береһен дә, өйҙә өлкәндәр бүлеп биргәнсе, ҡапмай.
Этләнеп, осон-осҡа ялғап бер ҡыш үтеп барғанда, әсәһен үҙҙәренә ҡайтып йәшәргә өгөтләй. Ике һеңлеһен санаға ултыртып ауылдарына юл тоталар. Күршеләре шатланып ҡаршылай. Зәйнулла исемле бабай кәрәк-яраҡ ҡорамалдары менән килеп өй ишеген йүнәтеп бирә, үҙе: “Зәлифә, ошо заманда һине ситтә кем көтөп торһон, тип, алдан иҫкәрттем бит”, – тип әсәһен шелтәләп тә ала. Алтатый (Евдокия) әбей кәкре мөрйә килтереп бирә.
Көнөндә үк күрше бабай биргән балта менән Еҙем йылғаһы ярына барып утын алып килә. Үткән йылы көлтәләп бәйләнеп өй башына эленгән алабутаның орлоғон һуғып, күршеләренең ҡул тирмәненән үткәреп тә ҡуя, ҡайтыу ҡыуанысынан осоп ҡына йөрөгән үҫмер. Ҡайтышлай ауылдаштарына ла һуғыла. Улары иһә ситтән ҡайтҡан малайға ашарға нимәләре бар шуны бирәләр.
Үлгәндер тип, илашып бөтәләр
Бер көндө әсәһе менән Фәрит исемле малай уларҙа ҡунып сығырға рөхсәт һорайҙар. Ауылдан-ауылға хәйер һорашып йөрөүселәр икән. Әфҡәттән саҡ ҡына ҙурыраҡ үҫмер үҙҙәре менән ауылдар буйлап йөрөргә саҡыра. Иртәгәһенә иртүк тороп, яҡындағы Һабай, Юлыҡ ауылдарына юл тоталар. Әлбиттә, бер-береһенә тағылып йөрөмәйҙәр. Ауылдың икенсе осонда осрашырға һөйләшәләр ҙә, сығып китәләр. Беренсе көндө Юлыҡта ҙур ғына йортта, хәлле генә йәшәгән кешеләргә ҡуна инәләр. Һоранып йөрөп йыйған нәмәләре һалынған тоҡсайҙы һаҡлап, ҡарауыллап тигәндәй, төн үткәрә ул.
“Юлыҡ ауылының Мағаш тауы итәгендә ҙур ғына зыярат бар ине. Кире боролғанда шуны үтергә кәрәк. Икенсе көндө ҡайтырға сыҡҡанда кис етеп килә ине. Фәриттәр, Ибраһим ауылына барабыҙ тип, ары киттеләр. Теге зыяратты үткәндә йөрәгемде ус төбөндә тотоп тигәндәй уҙҙым. Төнләтеп ҡайтып керһәм, әсәйемдәр илашып бөткәндәр. Буранлы, һыуыҡ көн ине. Мине аҙашып, йә туңып үлгәндер тип уйлағандар”, – ти һуғыш осоронда кисергән михнәттәрҙе иҫләп.
Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә
Ҡара көҙҙән иртә яҙға тиклем хәйер һорашып ҡына йән аҫрап буласағын аңлаған малай был эшкә ныҡлап тотона. Алдан әйтеүемсә, Ғафури районында ауылдар бер-береһенә терәлеп тигәндәй ултырғас, яҡын-тирәләгеләрен “һә” тигәнсе, көнөндә әйләнә. Етмәһә, сыуаш, урыҫтар йәшәгәндәрендә халыҡ күпкә хәллерәк тора.
Яңы Тайыш ауылындағы сыуаштар үҙ ҡанатттары аҫтына алалар малайҙы. Хәлле торған Марковтар йортоноң ҡапҡа ауыҙында уҫал эттәре бәйләнеп ҡуйыла. Һәр саҡ тештәрен ыржайтып тешләргә торған йән эйәһенән ныҡ ҡурҡа. Шунлыҡтан өйҙөң стенаһы йәбешеп тигәндәй, кереп-сығып йөрөй. Сыуашса ғына белгән Арена әбейҙең нимә һөйләгәнен күп ваҡыт аңламаһа ла, аяҡ өҫтө ашалған йылы аштарын да, үлән менән әҙерәк он ҡушылып бешерелгән икмәк һыныҡтарының тәмен әле лә иҫләй.
Ҡара ергә аяҡ баҫҡас, көн итеүе еңелерәк була һуғыш балаларының. Тыуған еребеҙҙә ашарға яраҡлы, шифалы үләндәр күп үҫкәнен һәр бала белә ул осорҙа. Шулай ҙа үҫкән йәш организмға ҡоро-һары ғына етәме ни? Ике бәләкәй һеңлеһен, әсәһен ҡайғыртып йөрөгән малай бер мәл үҙе лә аслыҡтан шешенә башлай. Күҙ бәбәктәренә тиклем ҡабарып, саҡ-саҡ күргән, Сара туғанын күтәреп килеп кергән малайҙы күреп сыуаш Алтатый (Евдокия) әбейҙең ҡото оса. Икеһен дә өҫтәл артына ултырта һала. Сыҡмаған йәне генә ҡалған Сараға тәрилкә тултырып аш ҡоя, ә Әфҡәткә әҙ генә һала. Бер-ике ҡабымда ашап бөткән малай быға аптырай. Һеңлеһе үҙе ашап ултырһа ла: “Был әбей ағайыма тағы ла аш өҫтәмәҫме?” – тип алан-йолан ҡарана. Тик әбей быларҙы күрмәмешкә һалыша.
Ҡыҙсыҡ өйҙәренә ҡайтып барғанда уҡ, ағаһының ҡулында, йән бирә. Һуңынан әбей шулай булырын алдан уҡ белеп эшләгәнен әйтә. “Туғандарын аслыҡтан араларға тырышып, Әфҡәт тә, улар ҙа иртәме-һуңмы аяҡ һуҙыр ине. Шуға, исмаһам, берәүһе булһа ла тере ҡалһын тип, Сараға өйрәне күп итеп һалдым. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән организм ҡапыл күп итеп ашаһа эшкәртергә хәле етмәй, кеше күбенә лә ҡуя”, – тип был эшкә ҡулы барыуының сәбәбен аңлатып.
Уҡыһаң хур булмаҫһың...
Һуғыш бөткән йылды өсөнсө класҡа уҡырға бара. Зирәк, бирелгән эште “һә” тигәнсе башҡарған малайҙы үҙе лә ете класлыҡ ҡына белемле уҡытыусы Мөтиғулла Шәйәхмәтов һәр ваҡыт хуплап, күңелен үҫтереп тора. Йыр-моңға бай класс етәксеһе менән берлектә ҡулдарынан килгәнсе күңелдәрен үҙҙәре күтәрәләр. Ауыл сәхнәһендә концерт номерҙары менән йыш сығыш яһайҙар, спектаклдәр ҡуялар. Араларында республикаға билдәле рассәм Рәшит Зәйнетдинов та була. Ҡышҡы селләләрҙә Әфҡәт кеүек өҫтөнә кейергә кейеме юҡлыҡтан уҡырға йөрөй алмаған балаларҙың өйҙәренә лә барып һабаҡ бирә изге күңелле мөғәллим.
Дүртенсене тамамлағанда имтихан бирергә Юлыҡ мәктәбенә баралар. Башланғыс класты тамамлаған уҡыусыға бирелгән һорау бер яҡтан тормошсанлығы менән ябай, икенсенән, логик фекерләүен тикшерер өсөн уңайлы ла була. “Минең аҡсамдың яртыһы 45 һум. Бөтәһе күпме?” – ти уҡытыусы мут йылмайып. “Бөтәһе туҡһан һум аҡсағыҙ бар”, – тип яуаплай геройым. Имтихан алыусылар ҡәнәғәт ҡалалар, ә уҡытыусыһының зирәк уҡыусыһы өсөн ғорурланыуы йөҙөнә сыға.
Урта класҡа Оло Ҡауарҙы ауылына йөрөп уҡый башлай. Урыны-урыны менән йәйге селләлә лә һалҡын тау йылғаһы Еҙемде ике тапҡыр сығырға кәрәк. Көҙөн, яҙын боҙ киткәс, һыуығы үҙәккә үтә. Ҡаҙ тәпәйе кеүек зәңгеп өшөгән аяҡтарын алама кейем киҫәктәренә төрөп йылытып алалар ҙа, юлдарын дауам итәләр. Күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа юл бөтөнләй бөткәс, әсәһе үҙе кейеп йөрөгән кофтаһынан тоҡ әтмәләй. Шуға ике биҙрә бәрәңге һалып, улын Оло Ҡауарҙыла Ғәшиә тигән туғандарына йәшәргә ебәреп тора.
Бишенсене сит ауылға йөрөп шулай бәлә-ҡазаһыҙ ғына тамамлай. Алтынысының беренсе сирегендә үк физика уҡытыусыһының аңһыҙлығына, дөрөҫөрәге уҡыусыларына биргән һорауҙың яуабын үҙе аңламауына йәне көйөп мәктәпте ташлап ҡуя.
Колхоз бригадирына эш һорап барғас, мал ҡараусыһы итеп ҡуялар. Башта үгеҙ менән йөрөһә, нимә ҡушһаң шуны эшләгән үҫмер егеттең тырышлығын күреп, ат бирәләр. “Бер мәл көлтә өйәбеҙ. Йөк башында торам, үҙем туҡтауһыҙ тирә-яҡҡа күҙ һалам. Николай бабай йәһәтләп эште тиҙерәк тамамларға кәрәклеген әйтеп тора. Алыҫтан, саң борҡотоп килгән “бобик”ты күреп иҫем китте. “Их, шундай машиналарҙа елдерһәң ине ул”, – тип татлы хыялдарымдың береһен ҡысҡырып әйткәнмен, имеш. Николай бабай ҡарап торҙо ла: “Улым, уҡырға кәрәк. Уҡыған кеше бер ваҡытта ла хур булмай. Хыялдарың да шул ваҡытта тормошҡа ашыр”, – тине”, – тип хәтерләй алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләренә бирелеп Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы.
Был һүҙҙәр артабан белем алырға этәргес бирә. Үҙе кеүек уҡыуын ни сәбәптәндер ҡалдырырға мәжбүр булған сыуаш малайы Свестан менән Оло Ҡауарҙы мәктәбенә ҡабаттан баралар. Класташтарынан бер башҡа оло булған үҫмер улар араһында ултырырға оялһа ла, белем эстәү теләү теләге еңә. Икенсе сиректе тамамлағанда уҡ, яҡшы уҡығаны өсөн, мәктәптә салбарлыҡ тауар менән бүләкләйҙәр. Мәктәп буйынса комсомол сәркәтибе итеп һайлап ҡуялар, УШКОМ председателе итәләр. Ҡышҡы каникулда дүрт уҡытыусы менән үҙен район үҙәгендә үткән конференцияға ебәрәләр. Мөғәллимдәрҙе егелгән атҡа ултыртып осортоп ҡына алып бара ул. Директор биргән биш һумлыҡ командировочный аҡсаһын һаҡлап ҡына тотоноп, Әлфирә һеңлеһенә күлдәк ситса алып ҡайта бөтмөр егет.
Башҡорт – намыҫлы халыҡ
Туғыҙынсыла уҡығанда ҡулына повестка тотторалар. Егерме йәшлек егет беренсе тапҡыр баш ҡаланы күрә. Тыҡылдап ҡына йөрөгән трамвайҙы күреп иҫе китә. Әрме хеҙмәтен үтәргә Бакуға ебәрәләр. Рус телен ныҡлап белмәгәнлектәре арҡаһында төрлө мәҙәк хәлдәргә ҡалып бөтәләр.
Командирҙарының: “Һеҙ, башҡорттар, шул тиклем үҙ илегеҙгә тоғро, батыр, намыҫлы халыҡ. Мин быға һуғыш ваҡытында ныҡлы инандым,” – тигәне Әфҡәт Мәүлимбирҙе улының ҡолағында әле лә сыңлап торған төҫлө. Командирҙың ябай һалдатҡа уның халҡы тураһында әйткәне күпте һөйләй. Күңеле үҫеп, үҙе лә артабанғы тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләй. Әммә урта белеме булмауы, теләгенә аяҡ сала.
Утлы йомғаҡ менән бәрелеш
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та комбайнға ултыра. Һуғышҡа хәтлем үк донъя йөгөн яңғыҙы ғына алып барған әсәһенә, ниһайәт, еңеллек килә. Улы утын, бесәнен еткерә. Һыйыр ҙа алып ебәрәләр. Ғаилә аҡҡа туйына. Колхоз эшендә сабыулаһа ла урта мәктәпте тамамлау хыялы уйынан сыҡмай. Тик һуғыш бөтһә лә, шауҡымы һаман ҡала әле. Бөлгөнлөккә төшкән колхоздарҙы тергеҙеү өсөн Әфҡәт кеүек көслө, янып торған йәштәр кәрәк. Колхоз рәйесе Брызгалов та ошоларҙы уйлап егеткә күҙ терәп килә. Һәм дә яңылышмай. Уның иңенә ауыр хәлдә ҡалған һөтсөлөк фермаһы күтәреү төшә. Емерек хәлендә торған һарайҙар, ике мөгөҙ менән ҡоро ҡойроҡҡа ғына ҡалған һыйырҙарҙан юғары күрһәткескә өлгәшеп булмаясағын яҡшы аңлай ул. Тағы эшселәр ҙә бар бит әле. Түбән эш хаҡына йөрөү уларҙы ла ялҡытҡан.
Ремонт эшенән башлай йәш ферма мөдире. Үтәнән-үтә күренеп торған аҙбарҙар һылана, аҡлана. Малдарҙы ашатыу ҙа яйға һалына. Күрһәткестәр артҡас, эшселәрҙең дә күңелдәре көр. Бер мәл йәйге лагерҙан эш хаҡтарын алып килергә ауылға юллана. Велосипедта елдергән егет көтмәгәндә баш осонда нимәлер шартлағанын ғына аңғарып ҡала һәм иҫен юғалта. Ҡулъяулыҡ ҙурлыҡ ҡына болоттан ҡапыл йәшенле ямғыр башлана. Ут йомғағы яҡында ғына шартлаған икән. Ярай ҙа ауылдаштары күреп ҡалып, сараһын күрә һалалар. Башын ғына ҡалдырылып, тотош кәүҙәһе ергә күмелгән килеш аңына килә.
Һүҙ көсө...
Мәҡәлә башында геройымды Әнүр Вахитовтың “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһенең прототибы икәнлеге хаҡында әйткән инем. Билдәле ғалим, яҙыусы менән ауылдаштар улар. Әҙиптең бер туғаны Рәшит Зәйнетдинов менән Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы дуҫтар булһалар, Әнүр Хисмәт улы күпмелер ваҡыт уларға белем бирә.
“Өс бөртөк бойҙай” әҫәрендә автор тылдағы ауыр тормошто һүрәтләй. Әхәт менән Әфҡәт исемле малайҙар колхоз келәтенән иген ташығанда ергә түгелгән бойҙарҙы тупраҡ араһынан сүпләп алғас, бригадир: “Ҡыҙҙырып ашағыҙ”, – тип биреп ҡайтара. Әммә аслы-туҡлы йөрөһәләр ҙә, яртыһын йәшелсә баҡсаһына сәсеп, бәләкәс кенә сыбыҡтар менән үҙҙәренсә кәртәләп алалар. Бер айға һуңлап сәселһә лә, үҫентеләр сыға. Тик дүрт күҙ менән көткәндәре алдарына килмәй. Буйға үҫһәләр ҙә, башаҡтары буш булып сыға. Ошо ваҡиғанан һуң малайҙарҙың береһе ауырып түшәккә йығыла. Әҙәм балаһының хыял-өмөттәре елгә осһа, аяҡтан йығыла бит. Бында ла шулай. Автор һуғыш балаларының ниндәй шарттарҙа үҫеүҙәрен, икмәк ҡәҙерен йәш быуынға төшөндөрөргә тырышыуы менән бергә, геройҙарына яҡты киләсәк тә юрай. “Кем белә, бәлки, атаҡлы игенсе булып китер әле”, – тигән һүҙҙәре, ысынлап та, тормошҡа аша. Киске мәктәпте, Талбазылағы агрономдар, Өлкә комитетындағы колхоз рәйестәрен әҙерләү курстарын, һуңынан ситтән тороп ауыл хужалығы институтын тамамлаған Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы ҡайҙа эшләһә лә алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө милләт кешеләре йәшәгән ун бер ауыл халҡын берләштергән “Еҙем” колхозының рәйесе булып эшләгән йылдарын районда йәшәүсе өлкән быуыны әле лә хәтерләй. Емерек хәлдә ҡалған хужалыҡтарға ҡарап: “Әле лә Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы кеүек етәкселәр эшләгәндә гөрләтеп йәшәр инек”, – тип уфтаныусыларҙы йыш осратырға мөмкин. Шулай булмай ни, ул эшләгән осорҙа һөтсөлөк, игенселек, малсылыҡ, татлы тамырҙы етештереү, үҫтереү унар тапҡырға арттырылып дәүләткә тапшырыла.
Алғараҡ китеп тағы ла шуны өҫтәргә кәрәктер, ҡайҙа барһа ла һынатмай ул. 1978 йылда Ҡырмыҫҡалы районының “Урал” колхозына эшкә килгәс, малсылыҡ комплексында бүлек мөдире вазифаһын да намыҫ менән башҡара. Халыҡ менән эшләп, ойоштороу тәжрибәһе булған кешене оҙаҡламай рәйес урынбаҫары итеп үрләтәләр. Тап ошонда эшләгән осорҙа БАССР-ҙың Юғары Почет грамотаһын бирәләр.
Йүнсел, һәр ерҙә уртаҡ тел таба белгән белгән белемле белгесте етәкселәр тиҙ күрә. “Шайморатов” колхозының рәйесе Р. Әлимғафаров уны үҙе баш агроном итеп саҡыра. Ә күп ерҙә хужалыҡтар тарҡалып, халҡы эшһеҙлектән ыҙа сиккәндә, барыһы ла гөрләп тора. Сөнки 26 йәшендә үк рәйес булып һайланған кеше теҙгенде бында ла ҡулына ала. Юлдарға асфальт түшәлә, зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә, йәштәр ауылда ҡала, уларға йорттар һалына. Хеҙмәте лә юғары баһалана. 1996 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ була.
Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара...
Тыныс тормошта ла әҙәм балаһына һынауҙар алдына кәртә булып ҡына тора. 1957 йылда Яңы Тайыш ауылы ҡыҙы Нәрисә Ғәбит ҡыҙы менән өйләнешәләр. Фельдшер булып эшләгән ҡатын бер-бер артлы тыуған өс ҡыҙын ҡарарға ла, тормош иптәше колхоз эшендә йөрөгәндә йорт мәшәҡәттәрен башҡарырға ла өлгөрә.
Бәлә көтмәгәндә килә. 1977 йылдың яҙында бураҙнаға орлоҡ һалып йүгергеләп йөрөгән ҡатын тракторҙың әйләнеүен һиҙмәй ҡала. Районда кәңәшмәлә ултырған тормош иптәшенә: “Һиңә тиҙ арала ҡайтырға кәрәк”, - тип кенә шылтыратып әйтәләр. Нимә булғанын аныҡ ҡына белмәһә лә, күңеле менән һиҙенә ул. Район үҙәгенә ашыҡҡан “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән юлда осрашалар. Тик ул ваҡытта ҡатыны баҡыйлыҡҡа күскән була.
Күңел яраларын эше, балалары менән баҫа. Күсенеп килгәс, Римма Хайбрахман ҡыҙы менән ҡауышалар. Уның балалары Роза менән Рәмил һәм Әфҡәт Мәүлимбирҙе улының ҡыҙҙары Хәмдиә, Зәлиә, Лилиәне бергәләшеп аяҡҡа баҫтыралар. Ҡыҙҙарының өсөһө лә медицина юлын һайлай. Хәмдиә әлеге көндә Роспотребнадзорҙың Күмертау территориаль бүлегендә яуаплы белгес, Лилиә Өфө ҡалаһының 43-сө поликлиникаһында юғары категориялы табип-кардиолог.
Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара. Ҡап-ҡара сәс шунан ағара, тиелә бер шиғырҙа. Әфҡәт Мәүлимбирҙе улының сәстәренә йүгергән көмөштәр ҙә шуларҙың һөҙөмтәһелер. Бала ҡайғыларын да күрергә тура килә бит. 26 ғына йәшендә ҡыҙы Зәлиә фажиғәле рәүештә вафат була. Мөгәрәп шырпы сыйғанда шартлай. Газ йыйылып тороу һөҙөмтәһенән шулай килеп сыҡҡан тиҙәр. Биш йәшлек малайы ҡала.
Юлыҡ мәктәбенә асыҡ дәрескә саҡырылғансы, әҙәбиәт дәреслеге программаһына ингән әҫәрҙең прототибы булыуын белмәй ҙә геройым. “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһенең йөкмәткеһен өйрәнеп, Әфҡәт Мәүлимбирҙе улының тормош юлын үҙенән һөйләтеп бөткәс: “Әҫәрҙә һүрәтләнгән малайҙарҙың береһе һеҙҙең алдығыҙҙа тора”, – тинем. Иланы ла ебәрҙе. Көтөлмәгән яңылыҡ оло кешенең күңелен йомшартҡандыр инде”, – ти уҡытыусым. Һуғыш ауырлығын тылда күреп, ҡайҙа саҡырһалар ҙа шунда намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, әлеге көндә Шайморат ауылының имам хатибы, ветерандар советы рәйесе, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданины Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы Ниғмәтуллиндың тормош юлы, ысынлап та, ҡыҙғаныс та, һоҡланырлыҡ та шул. Хәйер, артҡа сигенеүҙе белмәҫ ҡыҙылармеецтың ҡаны аға бит унда. Тағы ла, атай рухы, атай аманаты, атай еҫе лә ғүмере буйы бирешмәҫкә алға әйҙәп, саҡырып торғандыр.
Читайте нас: