Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарихнамә
19 Май 2021, 08:15

Бөгөн - Пионерҙар көнө!

Ә һеҙ үҙегеҙҙең пионер булған саҡтарығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр ҡалған?

  • Пионерҙар көнө бөгөн. 1922 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән. Пионерҙар хәрәкәтенең скаутинг нигеҙендә ойошҡаны мәғлүм. 1917 йылда Рәсәйҙә скауттар 50 мең самаһы булған. Әммә яңы илгә яңы ойошма талап ителә һәм уны булдырыу комсомолға ҡушыла: формаһы менән скаут, ә йөкмәткеһе коммунистик булһын. Балалар менән тәрбиә эштәре алып барыу ысулдары ла шунан алынған икән: отрядтар, вожатыйҙар, усаҡ янында йыйылыуҙар. Скаут значогындағы ләлә сәскәһенең өс япрағы, пионер значогында өс ялҡынға әүерелә.
    • Пионерҙарҙың атрибуттары.
    • Пионер галстугы – ҡыҙыл төҫтәге муйынға бәйләй торған косынка. Үҙенең билдәле бер бәйләү тәртибе бар. Галстуктың өс мөйөшө 3 быуындың айырылғыһыҙ бәйләнешен аңлата: комунист, комсомол һәм пионерҙың. Шулай уҡ значоктары ла булған. Һәр бер пионер галстук, значок тағып йөрөргә тейеш булған һәм уны йыуып, үтекләп дөрөҫ итеп бәйләп йөрөткән. Мәктәпкә галстукһыҙ килеү оят һыналған.
    • Артабанғы атрибут- пионер салюты. “ Көрәшкә һәм эшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” тигән саҡырыуға уң ҡулын маңлай тирәһенә күтәреп “Һәр ваҡыт әҙер”, -тип яуап биргән.
    • Пионерҙарҙың үҙ формаһы ла булған: өҫ яғы аҡ, аҫты күк.
    • Тимәк, пионерҙар формаларын кейеп, галстук, значок тағып, бөхтә кейенеп йөрөгән.
    • Сафҡа алынған саҡта тантаналы рәүештә пионер антын ятлағандар.
    • Ҡағиҙә, закондары түбәндәгесә яңғыраған:
      • Пионер –ышаныслы дуҫ, өлкәндәрҙе ихтирам итә, кескәйҙәргә өлгө, һәр эшен намыҫ менән башҡара
      • Тәртипле, дөрөҫлөк яҡлаусы
      • Эшһөйәр һәм һаҡсыл
        • Пионерҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү, тормоштарын ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн төрлө саралар үткәрелгән: концерттар, спорт ярыштары, походтар һ.б.
        • Ҡыҙыл галстуклылар тарафынан бик күп файҙалы эштәр башҡарылған:
        • -макулатура, металлалом йыйылған,
        • - оло кешеләргә ярҙам башҡарылған,
        • - хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнгән.
        • Ғөмүмән, пионерҙар һәр ваҡыт файҙалы эш менән мәшғүл булған.
        • Илебеҙ өсөн иң ауыр булған көндәрҙә лә пионерҙар һынатмай. Улар уҡырға ла, ололар менән бер рәттән колхозда эшләргә лә өлгөрәләр: ер һөрәләр, иген игәләр, бесән эшләйҙәр. Көҙ көндәре баҫыуҙа ҡалған игенде сүпләп, 1-2 биҙрә итеп колхоз келәтенә тапшыралар. Бигерәк тә иген утауҙа пионерҙарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур була. Үҙҙәренә бүлеп бирелгән 14-15 сутый ерҙәге билсән һәм башҡа ҡый үләнде ҡулдары менән йолҡоп таҙарталар.
        • Герой –пионерҙар.
          • Һуғышҡа тиклем балалар ҡәҙимге малай һәм ҡыҙҙар булған. Мәктәптә уҡыған, өйҙә ата-әсәһенә ярҙам иткән, уйнағандар, шаярғандар. Уларҙы тик туғандары һәм класташтары ғына белгән. Ул алыҫ ваҡыттарҙа мәктәптәрҙә пионер ойошмалары булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас балалар ҙа немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләк белдерәләр, ләкин йәштәре бәләкәй булғас уларҙы армияға алмайҙар. Шулай ҙа кескәй генә пионерҙар йә партизан отрядттарында, хатта регуляр армияла ла ҡатнашалар.
          • Бына шуларҙың береһе Леня Голиков.
          • Лукино тигән ауылда үҫә ул. Ауылды дошмандар баҫып алғас- Леня партизандар отрядына ҡушыла. Разведкаға йөрөй, файҙалы мәғлүмәттәр алып килә. Бер ваҡыт ул юлда немец машинаһын күреп ҡала һәм уға граната ташлай. Машинанан немец генералы ҙур портфель менән килеп сыға ла ҡаса башлай. Леня уның артынан төшә. 1 км тирәһе уның артынан бер тотам ҡалмай йүгерә ул. Һәм Леня уны юҡ итеп портфелен партизан отрядына алып килә. Портфелдә бик мөһим документтар булған була. Хатта был документтарҙы генерал штабына-Мәскәүгә ебәрәләр. Ләкин күп тә үтмәй фашистар менән бер алышта Леня һәләк була. Һәм 1944 йылдың 2 апрелендә Леня Голиковҡа Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
          • Зина Портнова.
          • Зина каникулда булғанда һуғыш башланып китә. “Юные мстители” исемле подпольный ойошмаға ҡабул ителә. Улар фашистарға ҡаршы өндәгән листовкалар тараталар, төрлө диверсиялар эшләйҙәр. Бер көндә фашистар Зинаны тото палалар һәм подпольный ойошманың етәкселәрен белер өсөн язалай башлайҙар. Зина бер нәмә лә әйтмәй. Фашистар унан бер нисек тә әйттерә алмағас Зинаны үлтерәләр. Уның батырлығын Тыуған иле онотмай-ул үлтерелгәс, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
          • Марат Казей.
          • Марат әсәһе менән йәшәгән ауылды ла фашистар баҫып ала. Көҙ еткәс Марат мәктәпкә 5 класҡа уҡырға бара алмай, мәктәпте фашист илбаҫарҙары үҙҙәренең өйө итеп алалар. Марат партизандар отрядына китә. Уны разведчик итеп ҡуялар. Фашистар менән ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бер көндө фашистар менән алышта ул һәләк булып ҡала. Бына нисек була ул. Марат һуңғы патроны бөткәнсе атыша. Ә һуңғы гранатаһы ҡалғас, немец фашистарын яҡыныраҡ үҙе эргәһенә ебәрә лә уларҙы ла, үҙен дә шартлата. Ошо батырлығы өсөн Марат Казейға Советтар Союзы геройы исеме бирелә. Минск ҡалаһында уға арнап һәйкәл дә ҡуйылған.
          • Валя Котик.
          • Ул йәшәгән ауылға фашистар килгәс, Валя иптәштәре менән фашистарға ҡаршы көрәшә башлайҙар. Валяны связной һәм разведчик итеп һайлап ҡуялар. Валя партизандар менән бәйләнеш тә булдыра. 14 йәшлек кенә малай өлкәндәр менән бер рәттә һуғыша. Ул 6 дошман эшелонын шартлата, Гитлер офицерын да юҡ итә. Ошо батырлыҡтары өсөн “Ватан һуғышы партизаны” тигән миҙал, шунан орден менән бүләкләнә, ә фашистар менән тиңһеҙ алышта һәләк булғас , Валя Котикка Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
          • Ошо Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 100-ләгән пионер “Бөйөк Ватан һуғышы партизаны” миҙалы, 15 меңе – “За оборону Ленинграда” миҙалы, 20 мең пионерға “ За оборону Москвы” миҙалы менән бүләкләнә. Ә 4 пионерға- Леня Голиков, Марат Казей, Валя Котик, Зина Портноваға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.
          • Ә һеҙ үҙегеҙҙең пионер булған саҡтарығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр ҡалған?
          • Читайте нас: